Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
28 Ноябрь 2025, 13:29

Сәйәхәткә йыйынһағыҙ, белмәй ҡалмағыҙ

Абхазия, Белоруссия, Көньяҡ Осетия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға барыр өсөн 14 йәштән кесе балаларға сит ил паспорты кәрәк буласаҡ.

Тыуыу тураһында таныҡлыҡ сик аша сығыу өсөн ғәмәлдәге документ тип иҫәпләнмәйәсәк.

Нимәләрҙе белеү мөһим:

1. Яңы талаптар 2026 йылдың 20 ғинуарынан ғәмәлгә инә.

2. Ҡағиҙә, ата-әсәһе йәки оҙатыусылар менән сәйәхәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, 14 йәшкә тиклемге бөтә балаларға ла ҡағыла.

3. Сит илгә 2026 йылдың 20 ғинуарына тиклем тыуыу тураһында таныҡлыҡ буйынса сыҡҡан балалар Рәсәй Федерацияһына ошо уҡ документы буйынса ҡайта ала.

4. 14 йәштән өлкән (әммә 18 йәштән кесерәк) балалар өсөн был илдәргә элеккесә РФ паспорты буйынса инеү мөмкин.

Ата-әсәгә сәфәр планлаштырғанда ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алырға һәм балаларға сит ил паспортын алдан юлларға кәңәш ителә.

Күберәк Мәғлүмәт – Рәсәй сит ил эштәре министрлығында

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас