Яңылыҡ
1 Декабря 2025, 18:47

Декабрь һуңында ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә

Һуңғы йылдарҙа быйылғы яңы йыл байрамдары иң оҙайлыһы булмаҡсы...

2025 йылдың декабрь һуңында ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә: рәсәйҙәр 29-ында һәм 30-ында ғына эшләй. Ял көндәрен күсереү һөҙөмтәһендә 31 декабрь ял көнө була, тимәк, 2025 йылда һуңғы эш аҙнаһы ике көнлөк – дүшәмбе һәм шишәмбе. 

Һуңғы йылдарҙа быйылғы яңы йыл байрамдары иң оҙайлыһы булмаҡсы – 12 көн (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем). Шуға 2026 йылдың ғинуарында ял һәм байрам көндәре эш көндәренә ҡарағанда күберәк (16-ға 15).

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас