Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө әҙәби премиялар лауреаты Тамара Ғәниева ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Бөгөн ошо уңайҙан шағирәгә юғары награданы республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм уның урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина фатирына барып тапшырған.
Тамара (Тимербикә) Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып эшләй. Республика телерадиокомитетында, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.
Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыл өсөн яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды.
2019 йылдың майында Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.