Яңылыҡ
29 Мая , 15:24

Салауат Юлаев һәйкәлен лабораторияла тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ағзалары, реставрация эштәрен алып барған белгестәр һәм Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. 

🔹 Көнүҙәктә - һәйкәл материалының составын тикшергән лаборатория йомғаҡтарын тыңлау һәм фекер алышыу булды. 

🔹 Мельников исемендәге Иретмәләр һәм металдар үҙәк ғилми-тикшеренеү институты белгестәре тикшеренеү үткәреү өсөн һәйкәлдең күҙгә ташланып бармаған һәм йоғонтоға бирешмәгән урындарынан ҙур булмаған 4 киҫәк алған. Был киҫәктәргә тейешле һәр төрлө анализ яһалған. 

Анализ һөҙөмтәләре яҙылған документты бөгөн Рәсәй художество академияһы фондының реставрация буйынса директоры Анна Пышта уҡып ишеттерҙе һәм аңлатмалар бирҙе. Баҡтиһәң, һәйкәл эшләнгән суйын материал бер ҡасан да бронзаланмаған булып сыҡҡан.

"Беҙҙең лаборатория анализдар үткәреп, ҙур яуаплылыҡ менән һеҙгә хәбәр итәбеҙ: суйынға бронза яғылмаған. Бронза тик автор ниәтендә генә ҡалған, тарихи документтарҙа ғына һаҡланған. Был һәйкәл эшкәртелмәгән", - тине Анна Сергеевна. 

🔹 Шулай уҡ тикшеренеү барышында суйындың составы ла аныҡ билдәләнгән: ҡатышмалар күп һәм ҡайһы берҙәре норманан артыҡ. Былар барыһы ла белгестәрҙе хәүефләндерә, сөнки суйын һәйкәл тағы ла берәй тиҫтә йыл булһа ла торһон өсөн уның 80-гә яҡын процентын яңыртырға кәрәк буласаҡ.

📍 Ошоға бәйле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Сосланбәк Тавасиев эшләгән суйын һәйкәлде төҙөкләндерергә һәм ябыҡ көмбәҙ аҫтына ҡуйырға, ә Ағиҙелдең бейек ярына, ҡасандыр автор үҙе ниәтләгәнсә, төп нөсхәне теп-теүәл ҡабатлаған бронза һәйкәл урынлаштырырға, тигән фекерҙәрен белдерҙе.

🔹 Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели ҙа ошо фекерҙе хупланы. 

"Дөйөм алғанда бронзанан автор күсермәһен эшләү һәм шуны ҡуйыу дөрөҫ буласаҡ. Ә Тавасиевтың уникаль ижад емешен музейға ҡуйып, халыҡ килеп күрә алырлыҡ, тәбиғәт шарттарынан һаҡлаулыраҡ яһарға була.  Тәү сиратта бында формалар, теүәл күсермәләр алынасаҡ һәм шул формалар Санкт-Петербургтағы суйын Салауат Юлаев ҡойолған "Монументскульптура" заводына алып барыласаҡ. Шунда ул бронзанан ҡойоласаҡ - шул уҡ урында, шул уҡ заводта, шул уҡ мейестәрҙә", - тине Василий Церетели. 

 🔹 Күҙәтеү советы ағзаһы, тарихсы, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлауҙың мөһимлеген тағы бер ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

"Салауат Юлаев - ул беҙҙең өсөн ҡәҙерле образ һәм дәүләт символы", тип белдерҙе ул һәм Бөйөк Ватан һуғышында ла, бөгөн МХО-ла ла Салауат исеме яугирҙарҙы илебеҙҙе һаҡларға әйҙәүен әйтте. 

☝️ Уның фекеренсә, бронзанан яңыртылған һәйкәл Ағиҙел ярына ҡуйылырға тейеш һәм ул теүәл күсермәһе булырға, Салауат образын артабан да һынландырып тороға тейеш. 

☝️ Ә Сосланбәк Тавасиев эшләгән суйын һәйкәлде "автор ҡулы"н һаҡлау өсөн киләсәк быуындарға музей комплексында ҡалдырырға кәрәк. 

📍 Әлегә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ағзалары "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе атҡарғанда 1947 йылдың авгусынан Башҡорт АССР-ы министрҙары ҡарары проектына ярашлы, Өфө ҡалаһында, 1943 йылдың 18 июленән Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советының №591 ҡарарында күрһәтелгән урында, 1946 йылдың 3 авгусында СССР Министрҙар советы ҡарамағындағы Сәнғәт мәсьәләләре буйынса комитет раҫлаған скульптор С.Д. Тавасиев проекты буйынса һәйкәлде бронзала тергеҙеү вариантын ҡарарға тәҡдим итергә, тигән ҡарар ҡабул итте.

Башҡорт донъяһы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас