Яңылыҡ
6 Июня , 14:08

Эш һөйгәнде ил һөйәр

“Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Әлмирә Әйүповаға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе исеменән рәхмәт хаты тапшырылды

Бөгөн  һабантуй байрамының тантаналы өлөшөндә алдынғы хеҙмәтсәндәр һәм төрлө өлкәлә эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Улар араһында “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Әлмирә Әйүпова ла булды. Әлмирә Мәхмүт ҡыҙы актив йәмғиәт эшмәкәрлеге һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Был юғары награда - уның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.

Баш мөхәрриребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм алдағы тормошонда ла яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас