Яңылыҡ
9 Июня , 19:45

Башҡортостан делегацияһы Петербургта 112 миллион һумға килешеүҙәр төҙөнө

XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһы дөйөм инвестициялар күләме 112 миллиард һумлыҡ 35 килешеү төҙөнө. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Башҡортостан делегацияһы Петербургта 112 миллион һумға килешеүҙәр төҙөнөБашҡортостан делегацияһы Петербургта 112 миллион һумға килешеүҙәр төҙөнө
Башҡортостан делегацияһы Петербургта 112 миллион һумға килешеүҙәр төҙөнө

Форумда ҡул ҡуйылған төп килешеүҙәр иҫәбендә – «Полиметалл» компанияһы менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү. Ул Хәйбулла районында Яңы Петровск ятҡылығын үҙләштереүҙең төп шарттарын нығыта. Бынан тыш, форум сиктәрендә «Росагролизинг» АЙ менән агротехнологик хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса килешеү һәм «Салауатбыяла» АЙ менән предприятиеның етештереү линияһын модернизациялау тураһында килешеү төҙөлгән.

Вице-премьер шулай уҡ форум майҙансығында Башҡортостан стендының популяр булыуын билдәләне. Республика экспозицияһы менән бер нисә мең ҡунаҡ, шул иҫәптән илдең власть органдары һәм төбәктәре етәкселәре, шулай уҡ үҫеш институттары һәм ҙур компаниялар вәкилдәре танышҡан.

Милли инвестиция рейтингы һөҙөмтәләрен иғлан итеү Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында төп ваҡиғаларҙың береһе булды. Башҡортостан быйыл унда өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урын яуланы.

Төбәк етәксеһе делегация вәкилдәренә форумдағы һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Республикаға, беҙҙең стендҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур булды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс Башҡортостан хаҡында, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, көсөбөҙ етерлек булыуын һәм яҡшы темпта эшләүебеҙ хаҡында һөйләү ине.
Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас