Яңылыҡ
13 Июня , 07:33

12 июндә Башҡортостандың дүрт үҫмере ҡулына тәүге паспортын алды

Паспорттарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы эргәһендә тапшырҙы.  

12 июндә Башҡортостандың дүрт үҫмере ҡулына тәүге паспортын алды12 июндә Башҡортостандың дүрт үҫмере ҡулына тәүге паспортын алды
12 июндә Башҡортостандың дүрт үҫмере ҡулына тәүге паспортын алды

Паспорт алыусылар араһында Исәнғолдоң 2-се мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Иҙрисов та бар.

Асҡар – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, мәктәптең “Импульс” ирекмәндәр отряды ҡатнашыусыһы, мәктәптең бөтә саралары, акциялары, конкурстары – “Еңеү тәҙрәләре”, биләмәне йыйыштырыу буйынса ирекмәндәр отряды, “Беҙ хәтерләйбеҙ” – ҡатнашыусыһы. Район, зона, төбәк спорт ярыштары ҡатнашыусыһы. “Ҡурай – Чемпиондар йорто” проекты сиктәрендә үткән Урал аръяғы һуғыш оҫталыҡтары фестивалендә 1-се урын һәм “Дала арыҫландары” кикбоксинг турнирында 3-сө урын алған.

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас