Яңылыҡ
25 Июня , 05:53

Күгәрсен район-ара суды мәктәп директор урынбаҫарына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы

Башҡортостанда мәктәп директоры урынбаҫарына коллегаларын алдаған өсөн штраф һалғандар.

Күгәрсен район-ара суды республика мәктәптәренең береһендә эшләгән директор урынбаҫарына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ҡатын үҙ вазифаһынан файҙаланып мутлашыуҙа ғәйепле тип табылды.

БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 2021 йылдан 2024 йылға тиклем уҡытыусыларҙың ышанысын файҙаланып, уларҙан аҡса йыйған. Директор урынбаҫары хеҙмәттәштәренән мәктәпкә ашығыс рәүештә уҡытыу ҡулланмалары һатып алыу һылтауы менән премияларының бер өлөшөн үҙенең шәхси картаһына күсереүҙәрен һораған. Дөйөм алғанда, 103 мең һумдан ашыу аҡса йыйған, уны үҙе өсөн тотонған.

Судта ҡатын үҙенең ғәйебен таныған, үкенеүен белдергән һәм уҡытыусыларҙың аҡсаһын тулыһынса ҡайтарған.

Суд уға 150 мең һум күләмендә штраф һалған. Шулай уҡ ҡатынға бер йыл ярым дауамында мәғариф өлкәһендә етәксе вазифаларҙа эшләүҙе тыйған.

Хөкөм ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән, яңынан ҡаралырға мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2026-06-23/bash-ortostanda-m-kt-p-direktory-urynba-aryna-kollegalaryn-alda-an-s-n-shtraf-al-andar-4657547

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас