

Росимуществоның территориаль идаралығы бурыслыларҙың ҡулға алынған автотранспортын һатыу буйынса сауҙа башлай, тип хәбәр итә “Башинформ”. Һатыуға 11 автомобиль сығарылған. Иң арзан лот Skoda Octavia 2008 йылда сығарылған, башланғыс хаҡы 250 665 һум. Иң ҡиммәте – 2021 йылғы Toyota Land Cruiser 150, ул 4 024 155 һумға баһалана.
Skoda Rapid (2016) — 706 180 һум;
Renault Duster (2015) — 595 340 һум;
Chevrolet Niva (2014) — 332 010 һум;
Iveco Fiat 65-9 (грузовой фургон, 1990) — 427 720 һум;
Lada Vesta (2020) — 433 500 һум;
Toyota Land Cruiser 150 (2021) — 4 024 155 һум;
Peugeot 2008 (2016) — 713 150 һум;
Skoda Octavia (2008) — 250 665 һум;
Mercedes Benz GLK220 (2012) — 1 059 440 һум;
ГАЗель Next (грузопассажирский фургон, 2022) — 2 363 841,5 һум;
Lada Granta (2021) — 454 665 һум
Аукцион электрон форматта «Сбербанк-АСТ» АЙ платформаһында үтәсәк. Ғаризалар 2026 йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә. Машиналар Башҡортостандың төрлө нөктәләрендә: Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Шулай уҡ Шишмә, Иглин, Мәләүез, Ауырғазы һәм Өфө райондарында урынлашҡан.
Фото: ИА "Башинформ".