Яңылыҡ
15 Августа , 07:37

💥Ейәнсуралар булдыра💪

Яҡташыбыҙ Марат Әбдрәхимов яңы сериалда төштө.

- Сериал еңел һәм шаян — уны ҡарауы рәхат. Мин, был ауыр ваҡытта, кешеләр аҙыраҡ ҡына булһа ла, ял итеп, күңелдәрен шатлыҡ тойғолары менән тултыра алырҙар тип өмөтләнәм, - ти сериалда Зураб ролен башҡарған актер.

Яҡташыбыҙға ижади уңыштар, тағы ла яңы ролдәр теләйбеҙ! 🙌

Марат Әбдрәхимов ҡатнашлығындағы "Малой" комедияһының 1-се сезон премьераһын 17 август ТНТ телеканалында ҡарай аласаҡһығыҙ.

ФОТО: ТЕЛЕКАНАЛ ТНТ | ПРЕСС-СЛУЖБА

Автор:Айгуль Клысбаева
Читайте нас