Яңылыҡ
17 Августа , 09:37

Дәүләт автоинспекцияһының күләмле операцияһы башланды

Башҡортостанда водителдәрҙе дәүләт автоинспекцияһының күләмле махсус операцияһы хаҡында иҫкәрттеләр

Республиканың дәүләт автоинспекцияһы тыйылған участкаларға сығыуға контролде көсәйтә. Бөгөндән республика биләмәһендә «Ҡаршы һыҙат» күләмле иҫкәртеү сараһы башлана. 17-23 августа дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иғтибарын иң хәүефле участкаларға йүнәлтә.

Төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, эшселәрҙең һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ваҡытлыса билдәләр ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы ҡәтғи тыйған юл эштәрен үткәреү урындарына айырым иғтибар биреләсәк.

Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

Читайте нас