Яңылыҡ
10 Сентября , 08:34

Октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Өҫтәлмә ял көнө Республика Көнөн билдәләү менән бәйле.

Республика Көнө йыл да 11 октябрҙә билдәләнә. 2026 йылда ул йәкшәмбегә тура килә.

Башҡортостан Республикаһының “Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында” законына ярашлы, байрам һәм ял көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө киләһе эш көнөнә күсерелә. Был юлы ял көнө дүшәмбегә, 12 октябргә күсереләсәк.

Шулай итеп, республикала йәшәүселәр өсөн, 5 көнлөк эш аҙнаһы булған осраҡта, байрамдар 10 октябрҙән 12-һенә тиклем, шәмбенән дүшәмбегә ҡәҙәр, 3 көн дауам итәсәк. Беренсе эш көнө шишәмбе көнө – 13 октябрь буласаҡ.

(https://max.ru/id278986971_gos2)

Автор:А. Булатова
Читайте нас