Аллаһтың рәхимлеге менән Изге айҙың һуңғы өсөнсө өлөшөнә лә индек. Кемдер тәүге ике ун көнлөктә ундай уҡ тырышлыҡ күрһәтмәһә лә, был өлөш тап "ең һыҙғанып", бөтә ихласлыҡ менән тағы ла күберәк ғибәҙәттәр ҡыла торған мәл. Сөнки ошо ун төндөң береһендә мең айҙан да хәйерлерәк Ҡәҙер төнө бар.
Әгәр һеҙгә ун асҡыс күрһәтелеп, шуларҙың береһе генә хазина тулы һандыҡты аса, тиһәләр, ни эшләр инегеҙ? Ошоноһолыр ул, тип тоҫмаллап, асҡыстарҙың береһен генә һайларһығыҙмы? Әллә бөтә ун асҡысты ла алыр инегеҙме? Шуның кеүек, әлбиттә, бар ун төндө лә ғибәҙәттә үткәреүсе мотлаҡ Ҡәҙер төнөн осратасаҡ һәм оло ниғмәткә эйә буласаҡ.
Йә Аллаһ, беҙгә Һине ҙикер итеүҙә, Һиңә шөкөр итеүҙә һәм Һиңә буйһоноуҙа ярҙам ит!
Йә Аллаһ, беҙҙе Ҡиәмәт көнөндә ҙур табыш менән килеүсе еңеүселәрҙән ит!
("Мөслимә яҙмалары"нан).