+4 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Еңеүгә - 80 йыл
ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт Общество
18 Апрель 2021, 12:45
Алтынға мансылған бәхет
Сирғол ауылының иң шәп егете Сулпан Хәйрулла улы Тайсин үҙенең 30 йәшенә шәп бүләк эшләй - Күгәрсендең иң сибәр ҡыҙҙы Фәрхинур Абдулхаҡ ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайта. Был ваҡиғаға күп ваҡыт үтеп, инде улдар-ҡыҙҙарын үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөнөсөнә сорналған Тайсиндар ошо көндәрҙә алтын туйҙарын ҡаршыланы.80 йәшен ҡаршылаған, ғүмерен мәҙәниәткә арнаған ҡурайсы, оҙон көйҙәр башҡарыусы йырсы, гармунсы, актер яҡташыбыҙ Сулпан олатайҙың исеме тотош республикаға таныш булһа, уларҙың улдары йырсы, пародист Илсур Тайсинды Башҡортостандан ситтә лә яратып тыңлайҙар. Һәм бына, ошо матур юбилейҙар уңайынан Илсур Сулпан улы ата-әсәһенә генә түгел, ауылдаштарына ла матур байрам ойошторҙо - Сирғол ауыл мәҙәниәт йорто һәм ижадташ дуҫы Юнир Һағынбаев менән берлектә бик матур концерт ҡуйҙы. Юбилярҙарҙы тәбрикләргә балалары, туғандары, сәхнәләштәре генә түгел, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та килде.
Сирғол ауылының иң шәп егете Сулпан Хәйрулла улы Тайсин үҙенең 30 йәшенә шәп бүләк эшләй - Күгәрсендең иң сибәр ҡыҙҙы Фәрхинур Абдулхаҡ ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайта. Был ваҡиғаға күп ваҡыт үтеп, инде улдар-ҡыҙҙарын үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөнөсөнә сорналған Тайсиндар ошо көндәрҙә алтын туйҙарын ҡаршыланы.
80 йәшен ҡаршылаған, ғүмерен мәҙәниәткә арнаған ҡурайсы, оҙон көйҙәр башҡарыусы йырсы, гармунсы, актер яҡташыбыҙ Сулпан олатайҙың исеме тотош республикаға таныш булһа, уларҙың улдары йырсы, пародист Илсур Тайсинды Башҡортостандан ситтә лә яратып тыңлайҙар. Һәм бына, ошо матур юбилейҙар уңайынан Илсур Сулпан улы ата-әсәһенә генә түгел, ауылдаштарына ла матур байрам ойошторҙо - Сирғол ауыл мәҙәниәт йорто һәм ижадташ дуҫы Юнир Һағынбаев менән берлектә бик матур концерт ҡуйҙы.
Юбилярҙарҙы тәбрикләргә балалары, туғандары, сәхнәләштәре генә түгел, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та килде.
Читайте нас:
Беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ!
Ошонда баҫып, беҙҙең каналға рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять