"Шулай йомшаааҡ ҡына кем һөйө булыр был?" Уянырға теләп,күҙҙәремде тызып ятам әле бер талай.
Хәлимә инәй, миш! Моғайын, мал ҡыуғанда әсәй менән тап булышҡандарҙыр ҙа, хәбәрҙәре осланмай ҡалып, әсәй сәйгә алып ҡайтҡан булһа кәрәк.
-Сәйҙеғүмәр еҙнәй барыбер өйҙә юҡ, яңғыҙ-ярты сәй эсеп ултырғаныңса...
Ап-аҡ болоттар сығарып боһорап торған самауырҙы күтәреп әсәй килеп инде.
-Ҡанағыҙ, ҡыҙҙар, йыйығыҙ тәртешкәләрегеҙҙе, ашъяулыҡ йәйәм.
Арҡыс-торҡос ятҡан аяҡтарыбыҙҙы юрған аҫтына йәшерә һалабыҙ. Самауыр урындыҡтың ситендә торған еҙ батмус өҫтөнә "тып" итеп килеп урынлаша. Әсәй менән Хәлимә инәй ҡара-ҡаршы ултырып сәйгә керешәләр. Әсәй булған ғына ниғмәттәрен ҡунаҡ алдына өйә:
- Мынауы сейәле майҙы апайым күстәнәс итеп ебәргән Ыстарыйҙан. Үҙем былтыр май сейәләй алмай осталдым әле уыл. Талҡанды үткән аҙнала ҡутара тартып, йомарҙап алдым, инде тәмде булған.
Әсәй ҡатыңҡыраған икмәк телемдәрен самауыр ҡапҡасының тишегенә һалып ҡуя, парға эҫеп, йомшарып китәләр шулай итһәң.
,"Сейәле май" һүҙен ишеткәс, ашъяулыҡҡа шылыбыраҡ ятам, һап-һары ғына май араһынан ике-өс сейә соҡоп алам да, кире шылам, Хәлимә инәй арҡамдан һөйөп өлгөрә. Сәңгелдәктәге бәпәйебеҙ уянып, тулай башлай, әсәй бәпәйен һәрмәй һалып ала ла, тубығына ултыртып, имеҙергә керешә.
-Ҡуй ҡана үҙем сәй яһайым, - инәй самауырҙың һәмәкле яғын үҙенең яғына бороп ала. Сәй эсеү дауам итә.
- Шуны әйтәм әле, Гөлшат, анауы яңы килгән мал вырашынан тәкәләрҙе көйҙөрткәйнек, икәүһе йүнәлә алмайҙарсы. Ҡортлашып йөрөйҙәр.
- Йәйгә инмәҫ элек көйҙөртөп ҡуймағанһың. Үҙемә генә өндәшмәгәнһең икән.
- Имсәк бала менән ултырғасың... Мөхәммәтғәле ағай район киткән ине, - инәй инде тәмләп эсә сәйҙе, тирләп китте. Самауыр эҫеһенә өй баҙҙаны.
- Берәй дауаң ултырмаймы? Һирпеп кенә ебәрә торған? Ҡортона баяғының...
- Келәттең берәй ерендә керәлин ултыра, шикелле. Ҡараштырырмын.
Хәлимә инәй аҡ ҡына йоҙлө, зәңгәр күҙле, етен сәсле һылыу ғына инәй. Уның бабайының исеме Сәйҙеғүмәрме, Сәйетғүмәрме - белмәйем! Сәйтүрмән тим дә ҡуям. Ул - көтөүсе. Уның һарыҡтары Тумарҙылағы саңдауҙа. Оҙаҡ йөрөй ҡырҙа, мунса инергә генә ҡайтып китә, шикелле.
Беҙҙең әсәй ҡап-ҡара сәсле, ҡара күҙле, бәпәй имеҙгәс, биттәрендә һоро ғына таптары күп.
- Миңә ҡыҙ булаһыңмы? - Хәлимә инәй зәңгәр генә күҙҙәре менән миңә яратып ҡарай.
- Әлләсе... - юрғанымды бөркәнәм.
Икенсе юлы Хәлимә инәйҙәрҙең самауырын "йыҡты" әсәйҙәр. Инәйҙең еңгәһе Мөнирә инәй ҙә килде. Өсәү булғастар, хәбәрҙәре лә күберәк булды:
-Гөлшат, теге тәкәләрҙе салдырып алдым, мал булалмаҫтай инеләр. Инде һимеҙ, инде һимеҙ булды үҙҙәре. Ризыҡҡа яҙһын, бесәнгә, тип тоҙлап ҡуйҙым. Ҡоро сәй менән бесән эшләүҙәре ай-буй инде.
Хәлимә инәй ашъяулыҡҡа һыуыҡ тәкә итен күп итеп турап һалды. Әсәйҙәр эҫе сәйҙәренә итте тығып, йылытып ашайҙар.
-Кисә ыуаҡ малды төндәтеп кенә йыйып алдым. Бибистың урамынан сығып килгән шәүләне Рәшит ҡайнағаңа оҡшаттым...
- Бибис Мәғәниткә дебет һатырға киткән инесе... Буштыр...
Әллә ҡайһыһының һыйыры ҡырҙа быҙаулаған, берәүһенең һыйыры яңы саҡ ҡасып йөрөй, фәләндең ҡыҙына ҡоҙа килгән, кейәүҙең атаһы түрә тейме, әллә рабочком, әллә завысклад, әллә Мөнирә инәй яҙа ишеткән, төгәндең кейәүе килеп ҡайнына аласыҡ күтәрешеп ҡайтҡан, бал эсеп, холҡон "күрһәткән", беҙҙең атайҙың егеүле аты көн оҙоно Тоҡтағол Нажия апайҙың ҡапҡа алдында торған...
"Нажия" тигәстәре ҡолаҡ ҡарп итә ,минең турала һөйҙәп яталармы?
- Миңә ҡыҙ булаһыңмы? - Хәлимә инәй тағы ла һораны, мине тамам әҫендерҙе.
- Булам!
Инәй һандығынан ҡыҙыл ситса яулыҡ алып миңә япты. Ҡайтып киттек.
Вәғәҙә - иман! Бер көн шулай киттем инәйгә. Иҙән һеперҙем, тауыҡтарына ем һирпештем, быҙау ҡайырыштым - эш муйындан уларҙа ла!!! Инәй мунса елпетеп ебәрҙе, ит һалды ҡаҙан тултырып, һалма йәйҙе өс өшә итеп! Ҡунаҡ ҡаршылай әллә? Мин ятам урындыҡта.
"Борон-борон заманда кәзә командир, өйрәк үрәтник, турғайҙар һалдат булған саҡта йәшәгәндәр, ти бер әбей менән бер бабай. Улар шулай икәү көңгөр-ҡаңғыр ғына көн итеп ятҡанда бер ҡыҙ эйәләшеп алған, тей быларға. Үҙе уппа ҡәҙәрем эшлекле, һылыу ғына икән, тей" - әкиәтемдең ошо тәңгәленә еткәйнем, ишек асылып китте лә, бер ҡосаҡ ҡайын миндеге, сыбыртҡы, тоҡ йөкмәгән бабай килеп инде - Сәйтүрмән апа!!!
-Һау торҙоңмо, әбей?!
-Һау, Аллаға шөкөр!
Хәлимә инәй орсоҡ һымаҡ өйөрөлөп йөрөй, миндектәрҙе алып элде, кәстүмен систерҙе.
- Ашты хәҙер яраштырайыммы, әллә мунсинеп сыҡҡасмы, әллә сәй эсеп бараңмы? Әллә эсмәй бараһыңмы?
Мин апаға ҡарағанмын да ҡатҡанмын: бите ҡыҙыл ғына, күҙҙәре ҡыҫыыҡ ҡына, сәстәре һирәк-мирәк кенә. Ҡыҫҡаһы,апа миңә оҡшаманы.
-Тәүлә мунсинәйем, йонсотто, айран һыуҙап апар әле, - апам сығып китте яйлап баҫып.
Нимә эшләргә?Тышта ҡәҙимге күҙ бәйләнгән мәл. Әсәйҙәр ятмағандыр әле. Ҡайта һалайым ҡуй. Йә булмаһа, өләсәйгә тура барайым, йәстүһен уҡымайынса йоҡламай, барыбер.
- Инәй, мин ҡайтам. Һине "әсәй" тип әйтер инем дә ул, Сәйтүрмән апаны ҡалайтып ҡына "атай" тип йөрөтәйем. Минең атайым матурыраҡ икән дә... - аяҡтарымды сатай-ботай сандалийҙарға тыҡтым да,
күҙгә аҡ-ҡара күренмәй олаҡтым өй яғына.Һәр кемгә лә үҙ атаһы матур инде!
Матур ғына башланған әкиәт ошолай осланды. Ҡыҙһыҙ ҡалды әбей менән бабай. Арыуыҡ ваҡыт үткәс, теге ҡыҙыл ситса яулыҡ иҫкә төштө бит. Ул матур яулыҡты нисек итеп ябынып йөрөйөм хәҙер. Тағы киттем инәйгә. Ҡунаҡ йыйғандар икән, ҡапҡа алдында әллә күпме ылау тора. Тәҙрәгә төкөлдәттем. Инәй үҙе килеп сыҡты.
- Яулығыңды кире әпкилдем, инәй. Ана Мөнирә инәйҙең Зәкиәһенә бир, ул һиңә ҡыҙ булһын!.. (Ҡыҙлы иттем инәйҙе,йәнәһе...)
- Шулайтырмын...
Инәй яулыҡ тотоп тупһала тороп ҡалды.
Әллә күпме һыуҙар аҡты ул ваҡиғаларға. Хәлимә инәй менән Сәйетғүмәр апа туғандарының балаларын үҙ балалары күреп һөйҙөләр, яраттылар! Өҫтәренә булмағанда - бөтәйтештеләр, ризыҡ бүлештеләр. Борон-борон заманда ҡалдылар үҙҙәре...
Сулпан Абдрахимова.
+12 °С
Болотло