ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

ЗӘЛИФӘКӘЙ (аҙағы)

«Ирекле әсир» тормошо күпмелер ваҡыт шулай тыныс ҡына барҙы. Әммә һәр төрлө мажараларға бай яҙмышлы Зәлифәнең ошо тормошонда тағы ла бер тетрәндергес хәл булды. Бер көн, ниндәйҙер сираттағы көсөргәнешле эштән һуң кәйефе шаҡтай төшкән Вениамин Петрович дачаһына килде.

ЗӘЛИФӘКӘЙ (аҙағы)
ЗӘЛИФӘКӘЙ (аҙағы)

Аҙағы. Башы: https://ejansura.ru/articles/hikaya/2022-06-05/z-lif-k-y-2828607

Кисәнән бирле йүнләп ашамаған Зәлифә туйғансы ашап алды. Сығырға рөхсәт булмаһа ла, ярай әле, ашау ирекле. Унан кухняның икенсе яғына ҡарай асылған тағы бер йоҡо бүлмәһенә башын тығып ҡына ҡараны. Унда ла иҙән уртаһында теге бүлмәләгеңә ҡарағанда бер аҙ тарыраҡ карауат тора. Алтын төҫөндәге, йылҡылдап торған ниндәйҙер ҡалын, матур туҡыманан япма йәйелгән. Тәҙрә тапҡырында – көҙгөләй йылтыр көрән таҡтанан яһалған эш өҫтәле. Унда өс телефон һәм өҫтәл лампаһы. Был бүлмәгә лә инергә ярамағанлығын Олег иҫкәртеп ҡуйғайны.

Ул көн Зәлифәне башҡаса бер кем дә борсоманы. Хатта Замир үҙе лә. Иртәгеһен күҙе-башы буялған, оса тәңгәленән генә булған ҡыҫҡа күлдәк кейгән утыҙ йәштәрҙәге бер ҡатынды эйәртеп, Олег килеп инде.

– Заря, – тип таныштырҙы ҡатын үҙен.

– Был һинең көсығыш бейеүҙәре буйынса инструкторың. Уның һәр өйрәткәнен отоп алырға тейешһең, – тине Олег ҡыҫҡа ғына.

– Мин бейеүгә өйрәтергә һорамағайным...

– Был Замир Артуровичтын бойороғо, – тине лә Олег ишектән юҡ булды.

Ниндәй милләттән икәнлеген ҡапылда айырып булмаған Заря кинофильмдарҙағы һымаҡ ҡыланып, янбаштарын унда-бында уйнаҡлатып, Зәлифә янына килде. Башҡорт ҡыҙының теҙенә ҡәҙәре төшөп торған сөм-ҡара толомон ике ҡуллап тотҡолап, телен сыҡылдатып, бер килке һоҡланып ҡарап торғандан һуң, «Шә-әп!» тип ҡуйҙы. Буялған оҙон тырнаҡлы ҡулдары менән Зәлифәнең эсен, арҡаһын, янбаштарын һыйпап ҡараны ла, «годится», тип өҫтәне. Буласаҡ уҡыусыһының буй-һынын «тикшереп» бөткәс, аяғын аяҡҡа һалып, өҫтәл янындағы креслоға йәйелеп ултырҙы ла, кескәй күн сумкаһынан тәмәке һәм зажигалка сығарып, көйрәтеп ебәрҙе. Үҙен бик тә иркен тотҡан «мадам» был бүлмәлә тәүге тапҡыр түгел ине, булһа кәрәк.

Үҙе тәүҙә сисенеп ташлап, купальникта ғына ҡалған Заря Зәлифәне лә уның артынан ҡабатларға бойорҙо. Бер аҙ ҡыйынһыныуына ҡарамаҫтан, Зәлифә был юлы ҡаршылашып торманы. Тәүге дәрес дөйөм гимнастиканан башланды. Ҡул, муйын, бил һәм аяҡтарға бер аҙ күнекмә яһап алғас, Заря, өйрәнгән хәрәкәт менән шкафты асып, унан пластмасса ҡулса килтереп сығарҙы. Унан үҙе шул түңәрәкте бил тәңгәленә кейеп алды ла, ҡулсаны әйләндерә башланы. Мәктәптә физкультура дәресендә уҡытыусы апай уларҙы бындай күнекмәләр яһарға ҡасандыр өйрәтеп тә маташҡайны, әммә Зәлифә бер ни ҙә өйрәнә алманы.

Бер нисә көндән, ҡулсаны бер аҙ үҙләштергәс, Заря Зәлифәне «атларға» өйрәтергә тотондо.

– Нисек атлайһың һин, дерёвня, – тине ул, бала саҡтан һәр өлкәлә, шул иҫәптән йөрөшөндә, кәүҙә тотоуҙа әҙәп һаҡлап өйрәнгән йәш ҡыҙҙы бер аҙ мыҫҡыл итеп алырға ла тартынманы. Ҡатын кешенең атлауы нисегерәк булырға тейеш икәнен аңлатып, тағы бер сәғәт уҙғарҙы. Уның өйрәтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат затын йәлеп итер өсөн, уйнаҡлатыр ерҙәрен уйнаҡлатып, иркенләп атлап йөрөргә тейеш...

Бейергә өйрәнеү дәрестәре көн дә ҡабатланды. Ныҡышмал ҡатын Заря, ваҡыты-ваҡыты менән Зәлифәне әрләй-әрләй өйрәтә ине. Әрләгәндә һәр төрлө урыҫсалай һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланырға ла тартынып торманы. Бер ай тирәһенән Зәлифә инде янбашын биле тирәләй «өйөрөлтөп», ҡәҙимге сәхнәгә сығып бейерлек булып өйрәнеп алды. Ахырҙа, уға был бейеү бер аҙ оҡшай ҙа башланы хатта. Тик ни өсөн уны бейетәләр ҙә бейетәләр икән... Зәлифә бер ни ҙә аңламаны. Зарянан һорашыу ҙа бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне, тиерлек. Сөнки уның «ҙур начальник алдында бейейәсәкһең», тигән яуабын шаяртып әйткән һымаҡ ҡабул итте. Начальниктар өсөн ысын артистар бөткәнме икән ни, тип уйланы. Бер айҙан Зәлифәгә тағы бер дәрес өҫтәлде. Дөйөм массаж. Массаж дәрестәрен дә Заря алып барҙы. Бәхеткә, зирәк ҡыҙ ике-өс аҙна тирәһендә ярайһы уҡ оҫта массажсы ла булып китте...

Шул ваҡыт эсендә уның Замиры бер мәртәбә лә килеп күренмәне. Ире тураһында һорашыу ҙа тыйылғас, төндәр буйы илап, таңға ҡарай күҙҙәре шешенеп бөтә ине. Тәүҙәрәк ул тик Замирын өҙөлөп һағынды, күбеһенсә шуның өсөн йәш түкте, ә тора-бара ата-әсәһен дә һағынып илар булып китте. Уларға бер ни ҙә кәңәш итмәйенсә, үҙ белдеге менән Замирға тормошҡа сығып китеүенә үкенде. Әсәһе уның хаҡында ишетһә, нишләр ине икән. Тәүҙәрәк, ире ана ҡайта – бына ҡайта, тип өмөтләнгән йәш ҡатын, һуңға табан, Замир үҙе килеп күренгәс тә, бар уйлағандарын уның йөҙөнә бәреп әйтеп, был йорттан сығып китергә, тигән ҡарарға килде. Әммә иренең иртәгә лә, унан һуң да ҡайтыуына көндән-көн өмөтөн өҙә барған Зәлифә уның берҙән-бер тигәндәй танышы, йә иһә яҡыны – Олег менән булһа ла ҡырҡа һөйләшеп алырға булды.

Һуңғы осорҙағы ана шундай йоҡоһоҙ төндәренең береһенән һуң, ял көнө Зәлифә телефон трубкаһын алды.

– Мин һеҙҙе тыңлайым, Зоя, – тине Олег оҙаҡ көттөрмәй. – Ниндәй проблемаларығыҙ бар?

– Миңә Замирҙы күреп һөйләшергә кәрәк, – тине Зәлифә, ҡысҡырып илап ебәреүҙән көскә тыйылып.

– Уның менән һөйләшеү мөмкин түгел, – тине Олег.

– Ни өсөн? Ул минең ирем түгелме әллә?..

– Ул оҙайлы командировкала. Икенсенән, ул һеҙҙең ирегеҙ түгел...

– Нисек инде – минең ирем түгел? – Ҡысҡырып иларға тотондо йәш ҡатын. – Ә ай ярым элек кем минең менән ЗАГСта яҙылышты һуң?

– Был телефон аша һөйләшә торған һүҙ түгел. Әгәр теләгегеҙ булһа, мин берәр сәғәттән һеҙҙең янға инермен. Аңлашырбыҙ.

Бер сәғәттән, ишекте тыштан аҫҡыс менән үҙе асып, Олег килеп инде. Ҡулына күн дипломат сумаҙан тотҡан. Ул бер ни ҙә өндәшмәй, дипломатын өҫтәлгә ҡуйып, асып ебәрҙе.

– Мә, Зоя, былар – һиңә. -Олегтын йөҙөндә, ғәҙәттәгесә, бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр һиҙелмәне.

Зәлифә яҡыныраҡ килеп, асыҡ дипломатҡа баҡты. Унда тиҫтәләгән пачка Ленин бабай һүрәтле ҡыҙыл ун һумлыҡтар ине.

– Миңә?.. Ә ни өсөн?

– Яҡшы тәртибең өсөн аванс, – тине Олег. – Тыйнаҡлығың өсөн, тыңлаулы булғанын өсөн, – тип өҫтәне.

– Әгәр ҙә тыңлаулы булмайынса, мине бында әсир хәлендә тотҡан өсөн милицияға хәбәр итһәм, ни эшләтерһегеҙ? – Ҡыҙҙың асыуы ҡабарғандан-ҡабара барҙы. Бер ҡасан да, бер кемгә лә улай асыуланғаны юҡ ине.

– Ул саҡта бына ошо фотолар ата-әсәйегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға яңылыш ҡына барып эләгәсәк... – Олег кеҫәһенән бер-нисә фотоһүрәт сығарып, Зәлифәнең алдына һалды. Фотоларҙы күреү менән йәш ҡатындың йөрәге дарһылдап тибергә тотондо, сәстәре үрә торҙо: ғүмерендә лә күрмәгән хәшәрәт картиналар ине улар. Шәп-шәрә Зәлифәнең әллә нисә партнер менән енси мөнәсәбәте төшөрөлгән был ялған фотоһүрәттәр оригиналдан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине... Ул ҡысҡыра-ҡысҡыра фотоларҙы берәм-һәрәм йыртҡыларға тотондо.

– Ҡәбәхәттәр! – тип ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып, ул Олегҡа ташланды. Ҡулдарын йоҙроҡҡа төйнәп, уны дөмбәҫләргә тотондо.

– Йә, етер, истеричка! Не ты первая, не ты – последняя! – тине Олег урынынан тороп ҡағына-ҡағына. – Я тут не причем. Мин тик бойороҡто ғына үтәп йөрөүсемен. Замир менән никахығыҙ хаҡында онот. Никахығыҙ бер ҡасан да булманы. Ғөмүмән, Замирҙы онот. Уны башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәкһең. Әйткәндәй, ал паспортыңды. – Олег кеҫәһенән сығарып, Зәлифәгә паспортын һуҙҙы. – Замир Артурович документығыҙҙы бысратып тороуҙы кәрәк тапманы. Ышанмаһағыҙ – ҡарағыҙ. Һеҙ – абсолютно буйҙаҡ ҡатын... Хужағыҙ хәҙер бөтөнләй башҡа кеше. – Олег һуҡ бармағын юғары күтәреп, өҫтәп ҡуйҙы:

– Ҙу-ур кеше. Был йорт – уның дачаһы. Ул һеҙҙең өсөн шулай уҡ ҙу-ур аҡсалар түләгән. Ә йыртылған фотоларҙың башҡа даналарын яңынан йөҙәрләгән дана яһауы бер ни ҙә түгел икәнен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр, тип уйлайым. Хушығыҙ...

Зәлифәнең паспортын өҫтәлгә һалып, ишекте ҡаты ябып, Олег сығып китте.

– Ҡәбәхәттәр! – ҡысҡырып илай-илай Зәлифә ишекте ҡулдары, аяҡтары менән дөбөрҙәтте, хәле бөтөп, балаҫҡа йөҙ түбән ауҙы...

* * *

Нисек кенә ауыр булмаһын, Зәлифә тәҡдиренә бойһоноп, ошо хәленә бер аҙ күнегә башлағандай ҙа булды. Бейеү дәрестәре артабан да дауам итте. Заря хатта ҡайһы саҡта Зәлифәне уңыштары менән маҡтап та ала ине. Тиҙҙән имтихан буласағын да, оҙаҡламай уның ысын эше башланырын да әйтте. Тик тыштан ҡарағанда ғына үҙенең ошо сетерекле хәле менән бер аҙ килешкән һымаҡ күренгән Зәлифә, ысынында иһә, ошо ҡапҡанға килеп эләккәненә ҡайғырып, төндәрен йәш түкте. Көндөҙ белгертмәҫкә тырышты. Сөнки уның иң ҡурҡҡан нәмәһе – әлеге порнофотоһүрәттәр ине. Берәйһе генә булһа ла туғандарына барып эләкһә, был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ уға. Фотолар ялған булыуға ҡарамаҫтан...

«Замирҙы башҡаса күрмәйәсәкһегеҙ», тиһә лә, бер көн ҡулына ҙур ғына сумка тотоп, Зәлифәнең бүлмәһенә Олег килеп инде.

– Кейенегеҙ, – тине ул ҡырҡа ғына. – Хәҙер Замир килә. Һеҙгә бөгөн өлгөлө ғаилә башлығының бәхетле кәләше ролен уйнарға тура киләсәк. Алдан иҫкәртеп ҡуям: без никаких фокусов!

– Ни эшләргә тейешмен мин?

– Бына ошо сумкала затлы кейемдәр. Күңелеңә ятҡанын һайлап ал. Сәсеңде рәткә килтер. Һеҙ бөгөн Замир менән элек йәшәгән дөйөм ятаҡҡа барып, ҡыҙҙарығыҙҙы ресторанға саҡырап, хөрмәт күрһәтәсәкһегеҙ. Яҙмышығыҙға зарланғандай бер һүҙ ҙә сығырға тейеш түгел. Йөҙөгөҙҙә бәхетле йылмайыу балҡырға тейеш. Мине дөрөҫ аңлағанһығыҙҙыр, тип ышанам. Теге фотоларҙы бер генә минутҡа ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ...

Бәхетле йәш ҡатын ролен уйнауы Зәлифәгә ифрат та ауыр булды, әммә ул үҙенең ошо вазифаһын урын-еренә еткереп, тейешенсә башҡарҙы, буғай. Шундай ролдәрҙе уйнап өйрәнгән «ғаилә башлығы отличнигы» Замирға ҡарап, әхирәттәренең таң ҡалыуы, «бәхете ярҙарынан ташып барған» Зәлифә өсөн бер аҙ көнләшеү ҡатыш шатланыуҙары – барыһы ла бик тәбиғи килеп сыҡты. Бының ни өсөн Замирға кәрәк булыуын аңламаҫҡа Зәлифә хәҙер инде элекке ябай ауыл ҡыҙы түгел. Әхирәттәре уны эҙләп, даулап йөрөмәһендәр өсөн эшләнгән тамаша булды был. Зәлифәне оҙаҡ ваҡытҡа юғалтҡан хәлдә лә, һис юғында, «эреләнеп, беҙҙе һанға һуҡмай, шунлыҡтан килеп күренмәй», тиәсәктәр. Уның тураһында һорашҡан ата-әсәһенә лә шулай тип әйтәсәктәр.

«Спектакль»дән һун Замир, әлбиттә, өйгә лә инеп тормаҫтан, эше буйынса китте. Бәлки, тағы ла ҡыҙҙар ауларға киткәндер, кем белә инде. Ошо көндән алып Зәлифә уны башҡаса бер ҡасан да күрмәне һәм күргеһе лә килмәне. Олег машинаһын уратып-уратып алып килгәнгәме, Зәлифә, күпме генә тырышһа ла, юлды бер нисек тә хәтерләп ҡала алманы. Хәйер, хәтерләгән хәлдә лә, хатта ҡалаға иркенләп сығып йөрөргә рөхсәте булған көндә лә, ысынбарлыҡта уның аяҡ-ҡулдары бығаулы ине. Эйе, бығауҙың да ниндәйе!

Бер көн Олег Зәлифәнең ата-әсәһе менән ҡыҙыҡһынды.

– Атай-әсәйенә ҡасан һуңғы мәртәбә хат яҙҙың? – тип һораны Олег.

– Замирға кейәүгә сыҡмаҫтан алда. Ә һиңә нимәгә ул?

– Яҡшы түгел, Зоя, яҡшы түгел. Атай-әсәйҙәргә һәр саҡ хат яҙып торорға кәрәк. Әсәйең бит һине күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән, һинең өсөн хафаланалыр бит. Ҡыҫҡаһы: бөгөн үк ултырып хат яҙырға тейешһең. Замирға тормошҡа сыҡҡаныңды ла, уның менән бик яҡшы, етеш донъя көтөп йәшәй башлағаныңды ла яҙырға онотма. – Ул тағы кеҫәһенән бер нисә фотография сығарып бирҙе. – Бына һеҙҙең кейәү егете менән төшкән туй фотолары. Иҫтәлеккә шуларҙы ла һалып ебәр. Тик артыҡ нәмә яҙмаҫҡа кәрәклеге хаҡында иҫкәртеп тороуҙың кәрәге юҡтыр, тип уйлайым. Хатың башҡорт телен белгән тейешле кеше аша үтәсәк. Ғөмүмән, атай-әсәйең менән тейешенсә хат алышып тор...

* * *

Тәү тапҡыр бөҙрәханаға ингәнендә сәсен киҫеүҙәрен дауламағанға хәҙер үкенеп бөтә алмай ул. Бейеү дәрестәренең береһендә Заря «ошо оҙон толомоң арҡаһында харап булдың һин, ҡыҙыҡай», тип ысҡындырғайны. Ысынлап та, сәсен киҫтергән булһа, башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмаҫ та. Замирҙың да иғтибарын йәлеп итмәгән булыр ине, бәлки...

Борон-борондан башҡорт халҡын алдап, иҙеп йәшәгән паразиттар хаҡындағы тарихи хәлдәрҙе Зәлифә элегерәк әкиәт һымаҡ ҡына итеп ҡабул итә ине. Бөгөн ул үҙен ана шундай ҡәбәхәт бәндәләрҙең меңәрләгән ҡорбандарының береһе икәнен уйлап ултырҙы. Аяныслы яҙмышлы боронғо ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөгөн ысынлап та йәлләп, уларҙың исемдәрен иҫләне: Ғилмияза, Зөлхизә, Зәлифәкәй...

Күптән түгел генә Замир өсөн дөрләп янған мөхәббәт ялҡыны, нәфрәт утына әйләнеп, йөрәгендә тағын да көсәйә төштө. Кистәрен йоҡларға ятҡас та, нисегерәк Замирҙан үс алырға, тип төрлө хыялдарына сумып, сәғәттәр буйы йоҡлай алмай, таңға табан ғына йоҡлап китә ине ул. Милицияға нисектер хәбәр иткәндә? Тик Зәлифәнең үтә лә сибек пландары әлеге ҡәһәрле фотоларға килеп бәрелә лә селпәрәмә килә...

Зәлифә, намаҙ ниәттәрен белмәһә лә, Аллаһҡа ышана ине. Ҡайһы берҙә ҡибла яғына ҡарап теҙләнеп ултырып ала ла, ике ҡулын юғары күтәреп, шыбырлап ҡына, ихлас күңел менән Аллаһҡа ялбарып, үҙен ошо бәләнән ҡоткарыуын һорай, уны әсир хәленә килтереүселәргә тейешенсә яза биреүен үтенә. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә уның ошо һүҙҙәрен ҡабул итер...

Тағы ике ай самаһы үтеп китте. Көнсығыш бейеүен өйрәнеү ваҡыты ла тамамланып килә. Заря менән бер аҙ дуҫлашып та алды Зәлифә. Үҙ-ара һөйләшергә уртаҡ һүҙ ҙә табалар. Әммә һөйләшеүҙәре тик записка яҙышыу ысулы менән генә бара. Сөнки Зәлифә Заряға Замир тураһында, ғөмүмән, был йорттағы тормош хаҡында һорауҙар бирә башлағас та, тегеһе һуҡ бармағын ауыҙ тирәһенә ҡуйып, «тауышланма», тигән һымаҡ билдә бирҙе. Унан кескенә ҡағыҙға «Был бүлмәнең «ҡолаҡтары» бар», тип яҙыу яҙып тотторҙо. Яҙыуҙар уҡылып бөткәс тә, мотлаҡ рәүештә камин мейестә утта юҡ ителә. Заря үткән йыл Венера исемле сибәркәйҙе лә бейергә өйрәткән. Уны Украина яғына алып киткәндәр, буғай.

– Замир ниндәй милләт кешеһе ул? – тип һораны Зәлифә, ҡатын үҙенең Ҡаҙағстандан икәнлеген әйткәс.

– Был хаҡта бер ни ҙә әйтә алмайым, – тине Заря.

– Ә ул миңә, башҡортмон, тигәйне. Хатта «миңә ағай тип өндәшһәң дә була», тип әйткәйне...

– Их, һин, бигерәк ябай, бер ҡатлы ғынаһың шул. Замир тап ана шундайҙарҙы ғына һағалап йөрөй ул. Башҡортса, ҡаҙаҡса бер-нисә һүҙ ятлап алған да, йәш ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә. Биш йыл элек мин бер һылыу ғына ҡаҙаҡ ҡыҙын да бейергә өйрәткәйнем. Уға Замир үҙен ҡаҙаҡ егете итеп танытҡан...

Бейеү дәрестәре тамамланырға бер көн ҡалғас. Зәлифә менән оҙағыраҡ һөйләшеп, Заря һуңғы автобусҡа ла өлгөрмәй ҡалды.

– Бында йоҡла ла ҡуй, – тине Зәлифә яҡын күреп өлгөргән Заряға. – Моғайын, өйөңдә әрләшеп ултырыр кешең юҡтыр...

Артығыраҡ ысҡындырғанына эстән генә үкенеп ҡуйҙы Зәлифә. Заряның унһыҙ ҙа әрнегән яраһына тоҙ һалған һымаҡ хис итте үҙен. Уның яңғыҙ ҡатын икәнен белә ине бит инде...

...Эйе, япа-яңғыҙ бисара Заря. Уның да яҙмышы ошо «уҡыусыһы» Зәлифәнекенә оҡшаш. Уны ла Зәлифә кеүек йәш, һылыу сағында еңел эш һәм «оҙон аҡса» вәғәҙә итеп, алдаштырып алып киткәйнеләр. Ул саҡта исеме лә Зарина ине уның. Шул уҡ һыналған ысул – хәтәр оҫта итеп яһалған фотомонтаж... Әммә йәш, дыуамал Заря, үҙен ҡурҡытып, «ни менән шөғөлләнеп йөрөгәнеңде яҡындарыңа, туғандарыңа күрһәтәсәкбеҙ», тип ҡурҡытып йөрөгән кешеләрҙең һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәй, уларҙан ҡасып, ата-әсәһенә – Ҡаҙағстанына ҡайтып киткәйне. Тик, күп тә үтмәй, теге ҡәһәрле фотолар, ысынлап та, уларҙың ауылына килеп етте. Тәүҙәрәк ауыл егеттәре ҡулына килеп эләккән фотоһүрәттәр һуңынан уның иптәш ҡыҙҙарына, ә унан – ағаларына килеп еткән. «Ғаилә намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапаған һеңлекәшен» был донъянан юҡ итергә йыйынған ике ағаһының һөйләшкәнен кескәй ҡустыһы Жумабай ишетеп ҡалып, ашығыс рәүештә был турала апаһын иҫкәртеп өлгөргән. Шул көндө үк, ашығыс ҡына йыйынып, йәшерен рәүештә Заря һыуға бата. Йылға яры буйында уның кейемдәре генә ятып ҡала. Бер-нисә көндән, ирекһеҙҙән, ҡаҙаҡ һылыуы үҙенең «хужа»ларына әйләнеп ҡайта. Элекке Зарина Заря булып китә. Уға өр-яңынан паспорт яһап биреүе хужалар өсөн ауыр булмай. Ниндәй генә кешеләр менән осрашырға, кемдәрҙең генә алдында бейергә тура килмәй йәш ҡаҙаҡ ҡыҙына. Бейергә генә булһа икән дә һуң. Аҡсаһы ла зарланырлыҡ булмай ҙа. Әммә, ғүмерлеккә яҡын туғандарын, ата-әсәһен, дуҫтарын юғалтҡан ҡыҙ, өҫтәүенә, ер йөҙөндә бәхетле йәшәр өсөн иң кәрәк булған иркенән мәхрүм булыуына ҡайғырып, төндәр буйы йәш түгә. Күпме тапҡыр үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла самалап ҡуя ул. Әммә, оҙаҡ ҡына уйлағас, әҙәм балаһына бер генә тапҡыр бирелгән ғүмер тигән иң ҡәҙерле нәмәһен аңлы рәүештә юғалтыуҙан, ахырҙа, ҡырҡа баш тарта. Ваҡыт үтеү менән ошо тормошҡа күнегеп тә ала, үҙ яҙмышы менән килешеп, ошо көнгәсә йәштәрҙе өйрәтеү менән мәшғүл. Ошо хаҡта күҙ йәштәрен түгә-түгә бәйән итте ул Зәлифәгә яҙған «хатында». Зәлифә уны йәлләп, илай-илай уҡып сыҡҡандан һуң, ошо аһ-зарлы ҡағыҙҙы камин утына ташланы. Эйе, ниндәй генә серҙәрҙе, ниндәй генә аһ-зарҙарҙы йотманы икән ошо усаҡ...

Имтихандан һуң Заря башҡаса күренмәне. Бер ай тирәһе Зәлифәне берәү ҙә бимазаламаны. Ҡайсаҡ көндәр буйы телевизорҙан ялыҡтырғыс тапшырыуҙар ҡарай, йәиһә кәштәлә тулып ятҡан ҡалын-ҡалын сәйәси китаптарҙы уҡыштыра. Улар араһында бер бөртөк әҙәби китап та юҡ. Матур рәткә теҙелеп торған өр-яңы был күн тышлы китаптарҙың барыһын да тиерлек уға ҡәҙәре бер кем дә асып ҡарамағаны күренеп тора. Бәлки, ошо марксизм-ленинизм классиктары яҙған томдарҙы кемдәрҙер яратып уҡый, өйрәнә торғандыр. Айырыуса, бәхетле коммунистик киләсәккә етәкләп алып барған башлыҡтарыбыҙ. Әммә коммунистик йәмғиәт әлегә тик китаптарҙа ғына. Ә магазиндарҙа аҙыҡ-түлек кәштәләре һаман да буш көйө. Зәлифә аҙыҡ-түлектә мохтажлыҡ кисермәй ҙә, әммә уның үҙен кемдеңдер ниндәйҙер хәжәтен үтәү өсөн, йәиһә нәфсеһен баҫыр өсөн әҙерләйҙәр. Ҡасандыр күреп йәлләгән ирекһеҙ цирк йәнлеге, йә һуғымға һимертергә бикләп ҡуйып ашатҡан мал һымаҡ тойҙо үҙен Зәлифә.

Олег биргән аҡса һаман да дипломатта ята бирҙе. Әлегә Зәлифә аҡса кәрәклеген тойманы. Аҙыҡ-түлекте Олег һәр саҡ ҡайҙандыр килтереп торҙо. Уның әллә өс айға яҡын өйрәнгән бейеүенең, массажист һөнәренең дә кәрәге юҡтыр һымаҡ тойолдо. Ул ғына ла түгел, үҙен дә хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй, тип уйлай башланы...

* * *

Көндәрҙән бер көндө Олег Зәлифәгә иртәгә хужа «Үҙе» киләсәген әйтте. Инструктаж да биреп ҡуйҙы:

– Хужаға бер һорау ҙа бирмәҫкә, уның теләгәнен һис һүҙһеҙ үтәргә. Һеҙҙең өсөн ул ғәйәт күп аҡса түләгәнлеген һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Таң менән тороп, сәс-башығыҙҙы рәткә килтереп, уның килгәнен көтөгөҙ...

Ҙур начальникты ҡаршы алғанда Зәлифәгә ниндәй кейем кейергә икәнлеген дә әйтте Олег. Тап көнсығыш бейеүе өсөн махсус күлдәген кейеп, шуға яраҡлаштырып буянырға тейеш ине.

Йыйыштырыусы булып илле йәштәр самаһындағы Маша исемле бер ҡатын эшләй. Бешереүсе лә шул. Тәүҙәрәк Зәлифә уның менән бер ҙә аралашманы. Тик Маша уның өсөн дә ашарға бешереү теләген белгерткәс, Зәлифә үҙенә үҙе әҙерләйәсәген әйтте. Шуға күрә лә Маша иҙән балаҫтарының саңын һурҙырып, мебелдәрҙең туҙандарын һөрткөләй ҙә, сығып китә. Ә бөгөн, иртәрәк килеп, ул бүлмәне оҙағыраҡ, ентекләберәк йыйыштырҙы ла, кухняла ниҙер әҙерләй башланы.

– Үҙем дә әҙерләр инем бит. Маша апай, – тине Зәлифә.

– Әле һиңә әйтмәнеләрме ни, Зоечка, бөгөн Вениамин Петрович үҙе килергә тейеш. Бер аҙнаға. Бәлки, яңғыҙы ғына ла булмаҫ. Ҡайһы берҙә яҡындары, дуҫ-иштәре менән дә килә торған. Ул фәҡәт минең әҙерләгәнде генә ашарға ярата.

– Вениамин Петрович?

– Эйе, Вениамин Петрович. Шефыңдың кем икәнен дә белмәй инеңме?

«Вениамин Петрович... Бик тә таныш исем...» Зәлифәнең уйҙарын белгәндәй, кинәт Олег килеп инде. Ҡулында бергилке гәзит-журналдар.

– Шеф өсөн, – тине ул һәм гәзиттәрҙе тәпәш өҫтәлгә һалды.

Олег сығып киткәс. Маша гәзиттәрҙең береһен алып, Зәлифәгә һондо:

– Бына ошо инде – Вениамин Петрович, – ул гәзиттең тәүге битендәге фотоһүрәткә төртөп күрһәтте.

Ҡыҙ телһеҙ ҡалды. Элек йыш ҡына телевизорҙа, гәзиттәрҙә күренгән хөрмәтле Вениамин Петрович – тап үҙе! Бына һиңә – мә... Уның һымаҡ ҙур кешеләр ҡайҙалар алыҫта, беҙҙең планетанан башҡа ерҙә йәшәгән һымаҡ тойола ине Зәлифәгә. Төп эше – Мәскәүҙә, ә бында ял итергә, күңел асырға ғына килә. Бына кем өсөн уны ҡиммәткә «һатып алғандар» ҙа, шулай оҙаҡ әҙерләгәндәр...

Бәхеткә, Вениамин Петрович яңғыҙы ғына килде. Әлбиттә, тағы бер йәш ярҙамсыһын һәм Олегты иҫәпкә алмағанда. Бүлмәгә әйберҙәрен урынлаштырғас та шеф ярҙамсыһына бүлмәнән сығырға ҡушты. Ярҙамсы егет менән Олег икеһе бер юлы сығып китте. Шаҡтай арыған, талсыҡҡан йөҙлө был кеше йылмайып иҫәнләште лә:

– Ну, Машенька, бөгөн мине нимә менән һыйларға булдың? – тине. Ситтәрәк ни эшләргә белмәй, ҡыйыуһыҙ торған Зәлифәгә лә баштан-аяҡ күҙ йүгертеп алды.

– Һәр ваҡыттағыса, Вениамин Петрович, – тине Маша ла ихлас йылмайып, – һеҙҙең яратҡан люля-кебаб татарский соус менән.

– Татарский, тиһең инде. – Яҡ-шы-ы-ы, – тип һуҙҙы хужа. – Ә нишләп башкирский менән түгел? – Ул мут йылмайып Зәлифәгә ҡараны.

Зәлифәнең башҡорт ҡыҙы икәнен, биографияһын да, әлбиттә, хужаға әллә ҡасан уҡ һөйләгәндәрҙер. Фотоһын да күрһәткәндәрҙер. «Тоҡ эсендәге бесәй балаһы» өсөн шундай ҙур аҡса түләмәйҙәрҙер бит.

– А башкирский будет потом, Вениамин Петрович, – Маша ла шаярыу тонына күсте. Күрәһең, хужа менән нисегерәк һөйләшергә өйрәнеп бөткән. – Тәүҙә тамаҡ ялғап алығыҙ. Ә ванна инергә уйлаһағыҙ, һеҙ яратҡан экстракт менән һыу әҙер...

Тамағын туйҙырып, ваннаға инеп киткәс, Маша Зәлифәне ымлап ҡына саҡырып алды ла уға ярым шыбырҙап:

– Шеф ванна бүлмәһенән сығыуға, музыка уйнатып ебәрер. Ә һин уның алдында бейей башла. Артабан ни эшләргә икәнен үҙе әйтер, – тине.

...Зәлифәнең биле-һынын уйнатып, һығыла-бөгөлә бейегәнен Вениамин Петрович яратып ҡараны. Һылыу башҡорт ҡыҙының көсөргәнеп булһа ла йылмайып йөрөүе бик тә тәбиғи һымаҡ килеп сыҡты. Хужа, креслоға ярым ятҡан килеш, ҙур бокалға Маша һалып биргән «Боржоми»ҙы тәмләп эсә-эсә, идеаль һынлы йәш ҡатындың һәр бер хәрәкәтен күҙҙәре менән йотто. Хатта, ауыҙында шыйыҡсаһы булмаһа ла, йыш ҡына йотоу хәрәкәттәре яһап, берәй тәмлекәй күргән кескәй бала кеүек, ара-тирә ирендәрен ялап ала ине.

Аш бүлмәһендә эшен тамамлаған Маша сығып киткәйне инде. Бында артыҡ оҙаҡ ваҡыт булырға ярамағанлығын ул яҡшы белә.

– Зоечка, кил әле бында, – тине сәстәре әллә ҡасан уҡ салланған, маңлайҙары, биттәре, хатта муйындары ла бураҙналанып, етмеш йәштән уҙған бабай икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп торған Вениамин Петрович. Костюмын һалып, халатын кейеп алғас, яурынбаштары һөҙәкләнеп, бер аҙ кесерәйеп тә ҡалған һымаҡ. Артабан ни булырын үҙенсә күҙаллаған йәш ҡатын, йылан ауыҙына үҙе яҡынлашҡан тәлмәрйендәй, ҡурҡа-ҡурҡа ғына хужа янына килде. Ул Зәлифәнең ҡулдарынан тотоп һыйпаҡланы, бармаҡ йыуанлығындай булып ҡалҡып торған вена тамырҙары менән биҙәлгән ябыҡ, ҡарт ҡулдарын уның бил, арҡа тирәләренән йөрөттө. Тулышып бешкән алмалай йәш ҡатынға баҡҡан күҙҙәренән «Эх, исмаһам егерме-утыҙ йәшкә йәшерәк булһамсы», тигән тормошҡа ашмаҫтай теләген уҡырға булыр ине. Башҡа ваҡыт берәй йәш егет шулай наҙлаһа, ғәйрәте ташып барған ҡатын тәне тейешле тойғолар кисерер ине. Әммә ҡарт ҡулдар ҡағылыу менән Зәлифәнең ҡош тәне ҡалҡып, иттәре йырылып, йөрәге эҫеле-һыуыҡлы булып киткәндәй булды. Әйтерһең дә, кемдер уның яланғас нәфис тәненә боҙло һыу сәсрәтә. Шуға ҡарамаҫтан, Зәлифә үҙенең бындай хәлен белгертмәне, киреһенсә, ҡарттың сәстәренән һыйпаған кеше булды...

Бәхеткә, хужа йәш ҡатынды әллә ни оҙаҡ ыҙаламаны, бер аҙ ваҡыттан:

– Зоечка, массаж яһа әле, – тип йомшаҡ ҡына өндәште. Үҙе ҡарттарса көрһөнөп, тамаҡ ҡырып алды ла йөҙтүбән әйләнеп карауатҡа ятты...

Массаж ваҡытында хужаның магнитофонда эротик көй уйнатып ҡуйыуы Зәлифәгә оҡшаманы. Үҙен үртәп, үсекләп, ирештереп торған һымаҡ ҡабул итте ул көйҙө. Шулай ҙа, уныһына ғына түҙергә була икән, тип уйланы һәм был кешенең «хәүефһеҙ» икәнен күреп, эстән генә һөйөндө...

Массаждан һуң бер-нисә минутҡа йоҡлап киткәндәй тойолған Вениамин Петрович кинәт кенә ҡалҡынып:

– Ярай, Зоечка, рәхмәт. Бөтөнгә етеп торор. Миңә әле бер аҙ эшләп алаһы бар, – тине лә кухня аша эш бүлмәһенә йүнәлде. – Ә һин ял ит...

Аҙна буйы көн дә хужаны хеҙмәтләндергән Зәлифә бик шикләнгәйне, әммә, бәхеткә күрә, Вениамин Петрович «хәүефһеҙ» булып сыҡты. Ялы тамамланырға бер көн ҡалғас, бер ҡағыҙға яҙыу яҙып, Зәлифәгә уҡытты ла, запискаһын шундуҡ мейестәге утҡа ырғытты ҡарт. «Зоечка, минең кәрһеҙ икәнемде бер кем дә белергә тейеш түгел. Юғиһә, бик-бик насар буласаҡ», тип янау формаһындараҡ яҙылған был һүҙҙәрҙе уҡып, Зәлифә берсә ғәжәпләнде, берсә ныҡ ҡурҡыуға ҡалды. Тик ни өсөн улай икәнен ҡапыл да аңламаны.

Шул көндән алып биш-алты ай самаһы үтеп тә китте. Көн дә гимнастика, һәр төрлө күнегеүҙәр менән үҙаллы шөғөлләнгән Зәлифәне бер кем дә борсоманы. Ул тик Маша һәм Олег менән генә аралашты.

– Ҡайһы саҡ йылына бер генә килә ул бында, – тип яҙҙы Маша Зәлифә һораша башлағас. – Әйткәндәй, был йортта һис бер нәмә менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа, белгәнеңде һөйләмәҫкә тырыш. Һинән алда бында хәс тә һинең кеүек бер йәш ҡыҙ эшләгәйне. Сәстәре лә һинеке һымаҡ оҙон, матур ине. Әммә артыҡ күп һөйләргә яратты. Бер көн был ҡыҙ таң атҡансы юҡ булды. Уның ҡайҙа киткәнен берәү ҙә белмәне.

Беҙҙән дә килеп һорашып йөҙәтмәнеләр. Тик һуңынан «артыҡ күп белеүе һәм оҙон теле арҡаһында» китте, тигән имеш-мимештәр генә йөрөнө.

Бынан һуң Зәлифә телевизорҙы йышыраҡ ҡарай башланы. Бөйөк Ильич һыҙған юлдан яңылыштырмай, туп-тура коммунизмдың үҙенә табан совет халҡын етәкләп алып барыусы һөйөклө генераль сәркәтипте һәм уның иң яҡындары менән бер рәттән тиерлек Вениамин Петровичты ла йыш ҡына күрһәтәләр. Телевизор экранынан ул бик тә күрмәлекле, көслө кеше һымаҡ, ун-ун биш йәшкә йәшерәк тә күренә. Тауышы ла көр.

Бер мәл телевидение дикторы барлыҡ радио һәм телевизорҙарҙы асып ҡуйырға һәм үтә мөһим хөкүмәт тапшырыуын тыңларға ҡушты. Маша ла бүлмәлә ине. Бер аҙҙан диктор йөҙөн етди, ҡайғылы итеп, ниндәйҙер шомло тауыш менән һөйләй башланы: «... йылдың ...айында, оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң, ҙур сәйәси эшмәкәр, ялҡынлы коммунист, тоғро ленинсы, ... рәйесе, иптәш ... донъя ҡуйҙы. Әммә оло юғалтыу кисергән совет халҡының коммунистик рухы мәңге ҡаҡшамаҫ...»

Маша күҙ йәштәрен тыя алмай, алъяпҡысы менән битен ҡаплап, кухняға сығып китте. Машаның илауына ғәжәпләнде Зәлифә. Тағы ике-өс көндән мәйет ерләү церемонияһын телевизорҙан әллә нисә тапҡыр күрһәттеләр. Ерләүселәр араһында Вениамин Петрович та күренгеләп ҡалды. Ә дачалағы тормош һаман да элеккесә барҙы.

* * *

Элекке сәркәтип урынына яңыһын ултырттылар. Тәү тапҡыр телевизор экранынан күренгәс тә, был яңы, әммә шулай уҡ үтә ҡарт етәксенең ниндәйҙер ауыр сир менән интеккәнен фаразлауы ҡатмарлы түгел ине. Ысынлап та, ул әллә ни оҙаҡ ыҙаламай ғына теге донъяға китте. Уның урынына килгән сираттағыһы ең һыҙғанып үҙ эшенә керешкәнгә оҡшаған, буғай. Тағы бер нисә ай үтеп китте. Тик берәү ҙә килеп Зәлифәне иреккә әйҙәмәне. Шулай ҙа уның менән бик-бик ентекләп инструктаж үткәргәндән һуң, Маша менән бергә ҡалаға сығып йөрөргә рөхсәт иттеләр. Әлеге ҡәһәрле фотомонтаж хаҡында ла иҫкәртеп китергә онотманы Олег. Әммә, ысынбарлыҡта, Зәлифә иректә түгел ине. Ҡайҙа ғына барһа ла үҙенең артынан йәшерен рәүештә күҙәтеп йөрөгәндәрен һиҙә. Тик һиҙгәнен белдермәй.

Яңы сәркәтип тә, нишләптер, оҙаҡламай фани донъяны ташлап китте. Тәхеткә йәшерәк дүртенсеһе килде. Өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәй, әҙәм балаһы тере саҡта һәр ваҡыт нимәгәлер өмөт итә. Иреккә сығыу өмөтө бөтөнләйгә тиерлек өҙөлөп барған Зәлифәнең ышанысы йәш сәркәтип власть башына килгәс, тағы уяна бирҙе. Эйе, уяна ғына бирҙе. Күтәреп һуғып, донъяһына төкөрөп ҡайтып китергә лә уйлап ҡуйғыланы ҡайсаҡ. Әммә имен-һау өйөнә ҡайтып етеренә тағы икеләнде. Һәр кешелә була торған тәбиғи теләк – был донъяла йәшәү теләге Зәлифәлә лә бик-бик көслө. Һирәк булһа ла, үҙенең «ал да гөл» тормошон һүрәтләп, өйөнә хат та яҙғылап торҙо.

«Ирекле әсир» тормошо күпмелер ваҡыт шулай тыныс ҡына барҙы. Әммә һәр төрлө мажараларға бай яҙмышлы Зәлифәнең ошо тормошонда тағы ла бер тетрәндергес хәл булды. Бер көн, ниндәйҙер сираттағы көсөргәнешле эштән һуң кәйефе шаҡтай төшкән Вениамин Петрович дачаһына килде. Ғәҙәттәгесә, уны хеҙмәтләндерергә тотондолар. Әммә яратҡан массажынан һуң йоҡлап киткән ҡарт башҡаса уянманы. Уянманы, сөнки ул, үҙенең йәшәү ваҡытын тултырып, баҡыйлыҡҡа күскәйне.

Тейешле органдарҙан килеп, әллә күпме һорашып, әллә күпме анализдар алып, Зәлифәне аҙ этләтмәнеләр. Бәхеткә, Вениамин Петровичтың үлем сәбәбенә экспертиза «...смерть наступила по причине острой сердечной недостаточности...» тигән һығымта яһаны.

Йәш сәркәтиптең «гласность», «демократия», «плюрализм» һымаҡ сәйәсәте модаға ингән саҡ ине был. Иркенләп ҡанаттарын йәйә башлаған журналистар киң мәғлүмәт сараларында хатта ҙур ғына хөкүмәт кешеләренең дә әле береһен, әле икенсеһен ҡыйыу ғына тәнҡитләргә тотондо. Ә Вениамин Петровичтың үлемен улар икенсерәк итеп һөйләне. Йәнәһе, ул компартияның аҡсаһына һалынған дачаһында йәш һөйәркәһе менән булған саҡта саманан тыш физик көсөргәнеү арҡаһында йөрәк өйәнәгенән үлгән...

«Суртан үҙе үлһә лә теше үлмәй», тигәндәй, үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуға ҡарамаҫтан, күп кенә дәүләт органдары бер ни тиклем ваҡыт үҙ эштәрен ифрат та төҙөк, яҡшы итеп алып барҙы. Яңы генсек уларҙы үҙгәртеп ҡороп өлгөрмәгәйне әле. Бәлки – ошо, ә бәлки, икенсе берәй сәбәп менәндер, тағы бер-нисә ай буйы Зәлифәне һаман да шымсылар күҙәтеүҙе дауам итте. Бәхеткә, Зәлифәнең артынан ҡалышмай йөрөгән «күләгәләре» лә бер заман юғалды. Улар менән бергә Олег та кинәт күҙ уңынан юҡ булды. Уға ниндәйҙер кимәлдә өйрәнеп тә киткән Зәлифә әллә нисә тапҡыр шылтыратып, яуап ишетә алманы. Һөйләшкеһе килгәнлектән шылтыратманы ул Олегка! Юҡ! Олегтың ҡайҙа икәнлеген хатта Маша апай ҙа белмәй. Ул барҙа һыуытҡыс һәр саҡ ваҡытында аҙыҡ-түлек менән тулыландырылып тора ине. Хәҙер Зәлифә магазинға үҙе йөрөй. Элек Олег биргән аҡсаларҙан алай ҙа баш тартмаған икән. Бына хәҙер уларҙың да кәрәге тейҙе.

Ахырҙа, Зәлифәкәй иректә, буғай... Ысынлап микән? Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Зәлифә. Сөнки уға, әле булһа, кемдер килеп «һин ирекле» тип әйтмәне. Шулай ҙа ошо аңлайышһыҙ, мәхшәр һымаҡ заманда һин кемгә кәрәкһен? Тиҙерәк бер ҡарарға килә һал, Зәлифәкәй!.. Яңы хужа килмәҫ борон тиҙерәк был тирәнән тай! Китә һал! Мөмкин тиклем алыҫыраҡҡа!

Бер ҡарарға килде Зәлифә. Тик паспорт мәсьәләһе генә уны бер аҙ тотҡарлай. Пропискала ул туҡыу фабрикаһының дөйөм ятағында тора.

Унан төшөр өсөн ятаҡтың паспорт өҫтәленә барырға кәрәк. Нисек Замирҙың күҙенә эләкмәй генә йөрөргә? Кемдәндер ҡурҡып йәшәү шундай ныҡ ялҡытҡайны ҡыҙыҡайҙы, ни булһа ла булыр, тине лә, үҙенең дөйөм ятағына барырға тәүәккәлләне, бер юлы әхирәттәрен дә күреп китергә ҡарар итте. Ул килгәндә әхирәттәренән Мәймүнә генә урынында ине.

– Уф, Зәлифәкәйем! – тип ҡосаҡлап алды уны тағы ла бер аҙ тулылана биргән Мәймүнә. – Ниндәй елдәр менән?

– Бына һеҙҙе һағынып киттем дә, күрәйем, тип килеп сыҡтым...

Элекке бүлмәләш әхирәттәре урынында ят ҡыҙҙар йәшәй ине. Мәймүнәнән Сәлимә менән Гөлбәзир тураһында һораштырҙы. Сәлимә тормошҡа сыҡҡан, ҡыҙы тыуған, әммә электән хәмергә битараф булмаған Сережа эсеүгә әүәҫләнеп киткән. Йыш ҡына Сәлимәгә ҡул да күтәрә икән. Мәймүнә һиҙгән «ирҙәр еҫе», ысынлап та, бик әшәке булып сыҡҡан. Әхирәтенең һүҙенә ҡолаҡ һалмағаны өсөн һуңынан бик ныҡ үкенгән Сәлимә. Хәҙер ул иренән айырылып, ҡыҙы менән Өфөгә күсеп киткән. Ә Гөлбәзирҙе, хеҙмәт срогын тултырған морягы – беренсе мөхәббәте килеп, Бөрйәнгә алып ҡайтҡан.

Әхирәттәренең хәлен белешкәс, Мәймүнә һаҡ ҡына:

– Замир тураһында ишеттек, Зәлифәкәй, ҡайғыңды уртаҡлашам. Ә һин бирешмәҫкә тырыш... – тине.

– Нимә ишеттегеҙ Замир тураһында? – тип һораны һүҙҙең ни турала барғанын аңлап етмәгән Зәлифә.

– Нимә тип ни, – тине Мәймүнә бер аҙ ҡыйынһынып, – уның үлем хәбәрен ишеткәнде әйтәм инде...

– Замир?.. Үлгән?..

– Бәй, шулай тип гәзиттә яҙылып сыҡты ла... Әллә буш хәбәрме, Зәлифә?

– Гәзиттә яҙылғас, ысын хәбәрҙер инде ул, Мәймүнә. Тик мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм...

– Ә һеҙ Замир менән бергә йәшәмәнегеҙме ни? – тип ғәжәпләнеп, күҙҙәрен ҙурайта биреп һораны Мәймүнә.

– Юҡ, әхирәткәйем, йәшәмәнек. Был хаҡта һуңынан һөйләрмен. Тик һин әйт әле, ниндәйерәк үлем менән үлгән Замир?

– Ғәфү ит, Зәлифә, уның хәләл ефете булараҡ, был хаҡта беләһеңдер тип уйланым. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ниндәйҙер өлкәнең губернаторымы, хакимиәт башлығымы булырға үҙенең кандидатураһын этәрә башлағас, кемдеңдер юлына арҡыры төшкәнме шул... Ҡыҫҡаһы, Ҡара диңгеҙҙә үҙенең яхтаһында ял иткән ваҡытта, яр ситенән снайпер атҡан, имеш, тип яҙылғайны гәзиттә...

– Уф... – тип еңел һуланы Зәлифә һәм әхирәтен ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп иларға кереште. – Мәймүнәкәйем! Мин бер ваҡытта ла ул ҡәбәхәттең хәләл ефете булманым. Әммә минең ҡанымды әҙ эсмәне ул...

* * *

Ҡаршыһында ултырған вайымһыҙ ғына күренгән ябай, бер ҡатлы, әле бер ниндәй ҙә тормош тәжрибәһе булмаған Наҙгөл Зәлифәнең үкенесле йәшлек йылдары сәхифәләренә нығыраҡ үтеп ингән һайын өлкәнәйә барҙы кеүек. Әңгәмә тағы дауам итте, Зәлифә тағы хәтирәләргә сумды...

...– Һөйөнсө, бикәс, һиңә хат бар! – тип өйгә ышылдап килеп инде әллә нисә йылдар элек үк Зәлифәгә еңгә булып киткән Мәймүнә.

– Кемдән, еңгә? – Зәлифә еңгәһенең ҡулындағы хатҡа үрелде.

– Бейе! Бейемәһәң – әйтеш юҡ... – Мәймүнә шаян йылмайып, ҡулын тартып алды.

– Э-э-й, – тип Зәлифә шаҡтай тумалаҡланып киткән еңгәһенең бөйөрөнә төрттө, – моғайын, берәй налоговый йә пенсионныйҙандыр инде. Ну, ярай, – ул тыпырҙарып, бейеп әйләнде.

– Сәлимәкәйҙе хәтерләйһеңме?

– «Мәрйә» Сәлимәме? Хәтерләмәҫкә ни...

Хатты икәүләп уҡынылар. Ҡунаҡҡа саҡырып яҙған Сәлимә. Онотмаған. Телефонының номерын да һалған. Шылтыратып, илаша-көлөшә Сәлимә менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп алдылар. Әммә телефондан һөйләшеү осрашыуға етмәй шул. «Мәрйә» Сәлимәне барып күрергә ҡарар итте Зәлифә. Тәүҙә Мәймүнә еңгәһе менән икәүләшеп барырға ла уйлағайны.

– Үҙең генә барып кил инде. Минең ана бер түгел ике һыйырым быҙауларға тора, – тине Мәймүнә. – Өҫтәүенә, Хәбир ағайың санаторийға китте. Минән кү-ү-үп итеп сәләм әйт тә ҡуй...

Мәймүнәнең нисек еңгә булып киткәнен иҫкә төшөрҙө Зәлифә. Теге ваҡыт үҙе прописканан төштө лә, Мәймүнәне лә ай-вайына ҡуймай өгөтләп, фабриканан эштән бушаттырып, ауылдарына алып ҡайтып киткәйне шул. Ҡайтып, ата-әсәһе менән күрешеп, хәл-әхүәл белешкәс тә, әхирәтен туп-тура Хәбир ағаларына алып килде, һеңлекәшенең кем менән һәм ниндәй маҡсат менән үҙенең өйөнә килгәнлеген Хәбир ағаһы шундуҡ аңланы. Ағаһын өгөтләргә лә тура килмәне. Ҡасандыр хаттарының береһендә Зәлифә уға ошо Мәймүнә исемле «ғәләмәт шәп» әхирәте хаҡында яҙғайны. Бергәләп төшкән фотоһын да ебәргәйне. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалырға ниәтләнеп ҡайтҡан Зәлифә, ана шулайтып, аталарынан айырым, яңғыҙы ҙур бер өйҙә йәшәгән ағаһына Мәймүнәне димләп алды ла бирҙе. «Еңгәй итеп алам», тигән һүҙендә торҙо. Утыҙҙан әле генә аша атлағайны бит улар... Ана, хәҙер еңгәһе Хәбир ағаһы менән ике ул үҫтереп, дүрт һауын һыйыры, тиҫтәләгән ваҡ мал аҫрап, һин дә мин теттереп йәшәп яталар. Эшһөйәр ағаһы ауыл осона Зәлифәнең үҙенә бер өй һалып бирҙе, һыйырға, тип, бер танаһын да йәлләмәне. Атаһы менән әсәһе элекке өйҙәрендә үҙ-ара көңгөр-кәңгер йәшәй бирҙеләр. Тәүҙәрәк атаһы кинйә ҡыҙын башҡа сығарырға ла теләмәгәйне. Әсәһе «Йә, ярай, атаһы, йәштәр ни, айырым йәшәргә ынтыла инде ул. Уларҙың да үҙҙәренә килер ҡунаҡ-мунаҡтары, әхирәт-мәхирәттәре була. Ағаһы уға тип тәғәйенләп һалып биргән йорт та буш тормаһын инде...» тип әйткәс, йомшаҡ күңелле Ханнан ағай, ахырҙа, риза булды. Бәхеткә, улар ҡыҙҙарының үткәнен һорашып, әллә ни маҙаһыҙламанылар.

Ҡайтҡанына күп тә тормай, синыфташы Шәрифйән Зәлифәне ҡатынлыҡҡа һоратты. Әле Хәбир ауыл осондағы уның өйөнә йәнәш кенә йорт һала башлағас та, буласаҡ өйҙөң Зәлифә өсөн икәнен белеп алып, бик тә һөйөнгәйне Шәрифйән. Хатта буш ваҡыт табып, Хәбиргә ярҙамлашып та йөрөнө. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ «Шериф» ҡушаматлы был ҡыйыуһыҙ малай Зәлифәгә күҙ атып йөрөй торғайны. Әммә, ауылдағы иң сибәр ҡыҙға был хаҡта әйтергә баҙнат итмәне... Хәйер, баҙнат иткән хәлдә лә, нисек килеп сығырын кем белә инде. Яҙмыш шулайҙыр, күрәһең. Ҡатыны Сәриә ике йыл элек яман шештән вафат булып, дүрт йәшлек улы менән тороп ҡалды Шәрифйән. Улын – Сабирын яңғыҙы ике йыл буйы ҡараны, һаман да буйҙаҡ йөрөү ҙә ялҡытҡандыр. Ике һыйырын да үҙе һауа бит, өҫтәүенә. Сварщик булып эшләгән Шәрифйәндең өс ауылға бер генә «алтын ҡуллы» һөнәрмән тигән даны ла бар. Башҡа күп буйҙаҡтар кеүек, урам буйлап эсеп-месеп тә йөрөмәй. Зәлифә ситтән күсеп ҡайтып, ағаһы һалып биргән күрше өйҙә йәшәй башлағас та, юҡ йомошон бар итеп, уның өйөнә ингеләй башланы. Йә шырпыһы, йә тоҙо «бөткән», йә иһә магазиндан икмәк алырға онотҡан күршеһе һәр саҡ запаслы булған Зәлифәнән үтескә алып торғолай, ә унан, иртәгеһенә үк мотлаҡ бурысын кире индереп бирә. Буш ваҡыт табып, Зәлифәнең утынын яра, йә иһә урамындағы юҡ-бар ҡарын көрәп ташлай. Шәрифйәндең Зәлифә тирәһендә шулай әүҙемләшеүе, унда-бында уға мәғәнәле итеп күҙ ташлауы «беҙ бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, Зәлифә», тип әйткән һымаҡ. Етмәһә, ауылда бына-бына улар хаҡында әллә ниндәй ғәйбәт-фәлән сығырға торғаны ла һиҙелә. Быны аңламаҫҡа, Зәлифә ун биш-ун алты йәшлек үҫмер ҡыҙ түгел дә. Ауылда «Яусы» тигән даны таралған Хәнифә әбей аша яусылатҡас, оҙаҡ уйламаны, сыҡты ла китте шул Шәрифйәнгә. Ул саҡта ауылдарҙа дин тотҡан, дини уҡыуҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә ине. Шунлыҡтан, егерме биш саҡырымда ятҡан Ҡоломбәт ауылынан Тимерғәле мулланы алып килеп, никах уҡыттылар. Зәлифәнең мал-тыуары, ҡош-ҡорто ла бергә ҡушылғас, ошо ике йорттан бай ғына бер хужалыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы. Араларын бүлеп торған ҡоймаһын да һүтеп үк ташланы Шәрифйән. Бер йылдан инде үҙҙәренең бер ҡыҙы доъяға килде. Айгизә тип исем бирҙеләр уға. Өс йылдан ашыу үҙенең әсирлектә йөрөгәнен Мәймүнә еңгәһенән башҡа бер кемгә лә, әлбиттә, һөйләмәне Зәлифә һәм бер ҡасан да һөйләмәйәсәк...

Хәҙер инде Шәрифйәндең эйәрсән килгән улы Сабир ҙа, ҡыҙҙары Айгизә лә үҫеп етеп, һәр береһе үҙаллы ғаилә ҡорған, бала-сағалары ла бар. Сабир ғаиләһе менән Сургут ҡалаһында йәшәй. Айгизәһе күрше районда кейәү менән фермер хужалығы төҙөп, әле йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, етеш кенә йәшәп яталар, әдхәмдулиллаһ.

Зәлифәнең намаҙ тәртиптәрен, ислам йолаларын өйрәнеп, дин юлына баҫҡанына ла әллә нисә йыл инде. Аллаһу Тәғәләгә көн дә шөкөр итеп, зекерҙәр әйтеп йәшәй ул. Тик тормош юлының бер киҫәге боронғо йырҙағы Зәлифәнең яҙмышы менән иҫ китмәле оҡшаш булыуын бер ни менән дә аңлата алмай ул. Бәлки, был ябай тап килеү генәлер. Бәлки, был бөтә башҡорт ҡыҙҙарына, ҡайһы дәүерҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр саҡ уяу булырға кәрәклеген иҫкәртеүҙер. Икенсенән, бер әҙәм балаһы ла был донъялыҡта гонаһһыҙ булмай. Шуның өсөн дә тереклектә Аллаһ собхәнә үә Тәғәләгә фарыз ғибәҙәттәрҙе ҡылып, уның алдында тәүбә итеп, гонаһтарыңды ғәфү итеүен үтенеп, әхирәткә лә әҙерләнеп барырға кәрәклегенә инанды Зәлифә. Балаларының зиһененә лә ана шул хәҡиҡәтте һеңдереп үҫтерҙе. Әле Сәлимә әхирәтенә лә был хаҡта дәғүәт яһарға ниәтләп бара әле ул, иншаллаһ...

* * *

Поезд туҡ-туҡ килеп, рельстарҙы һанай-һанай Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе үтә башланы. Өфө тауы башында Салауат батырҙың һыны күренеүгә Наҙгөл әңгәмәһен тамамлаған Зәлифәгә шундайын көтөлмәгән хәбәрен әйтеп ыскындырмаһынмы:

– Мин барыһын да аңланым, Зәлифә апай, бөгөн кис поезға кире ултырам, көндөҙ Өфөләге уҡыу йорттарында уҡыған ауылдаштарымды барып күрәм дә. Үҙем дә алдағы йыл уҡырға инергә уйлайым...

– Ә ниңә, Мәскәүгә бармайһыңмы ни?

– Юҡ, бармайым, апай. Өйҙән сығып киткәндә әсәйем дә, атайым да был сәфәремде хупламағайны. Мин хәҙер, һеҙҙең тормошоғоҙ хаҡында белгәс, уларҙың ниңә мине ситкә ебәрергә теләмәгәнен беләм инде...

Өфөгә барып етеп, тимер юл вокзалында Наҙгөл менән хушлашып, автобусҡа ултырғас, күҙ йәштәренә ирек бирҙе Зәлифә. Аллаһы Тәғәләнән ошо наҙлы ҡыҙ балаға аҡ бәхеттәр һорап, илай-илай доғаһын ҡабатланы ул...

Хәлил Һөйөндөков.

Читайте нас: