ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Аҙашыу (хикәйә)

Наратлыға икән – Наратлыға. Әлегә мин күрмәгән йәмле ер – балығы мул, ҡунырға урыны бар икәнен күптән ишеткән бар. Шуға ла унда-бында йөрөп һыналған ҡарт журналистар Чураков менән Хәйнуров димләгәс, риза булдым, өйҙәгеләрҙе лә алдан уҡ иҫкәртергә тура килде: ни генә тимә, 8 март Ҡариҙел буйындағы бер ҡултыҡта үтәсәк.

Аҙашыу (хикәйә)
Аҙашыу (хикәйә)

Алтыһында уҡ киске 10-да универмаг алдына йыйылышып-тейәлешеп китәбеҙ, йоҡлар-йоҡламаҫ көйө етеһендә боҙға төшәбеҙ, һигеҙендә буйтым шунда кинәнәбеҙ, туғыҙынсы мартта ла төшкә тиклем ҡармаҡларға мөмкин. Шулай, яҙға тартым ярайһы оҙон өс көн ял тейә быйыл.

Шоферыбыҙ – балыҡ тип суҡынған Бишук. Хохол тип йөрөтәләр. Үсекмәй ҡушаматына, өйрәнеп бөткән. Үҙем шаһит: оҫта, сәмләнеп тота балыҡты. Ҡомһоҙораҡ та тойола хатта. Шул йөрөткән бортлы йөк машинаһына гәзит-журнал баҫыу цехы, гараж эшселәре ҡалын фанерҙан әтмәлләнгән будка ултыртып алалар, эскәмйә ҡуялар – кем теләй, һыпырттыҡ. Старший итеп ғәҙәттә Хәйнуров билдәләнә. Юл эше бит, ниҙәр булмаҫ – өлкән ир, ярайһы аты сыҡҡан хәбәрсе, кем менән ҡайҙа ла һөйләшә белә. Уға ни, команда исемлеген төҙөү, дирекциянан әлеге машинаға путевка юллау ғына эш. Хәйнуров ағайға, Матбуғат йортонда элек бергәрәк эшләгән Бишук-мишуктарға таныш булғастын, йылына бер-ике рәт мине лә эйәртәләр. Рәхмәт инде әҙәмгә, йәғни балыҡсыға һанауҙарына.

Яурынға артмалы ҡалай йәшниктәрҙе, рюкзак-фәләндәрҙе урынлаштырып, елдерҙек ҡайһылыр юлдан. Белгәндәр һиҙемләй: шуны уҙҙыҡ, шунда етәбеҙ, тиҙәр. Ҡайҙалыр ГАИ-ға туҡтап, путевканы күрһәтеп, теркәлеп китәбеҙ. Быны Бишук менән Хәйнуров һәләт кенә башҡара. Инде старший кабиналағы урынын кем менәндер алмаша ла япма аҫтына – беҙҙер эргәгә үрмәләй.

Бара биргәс, туҡталыш. Күктә йондоҙҙар, офоҡта дәү ҡала, ҡайһылыр завод уттары баҙлай.

Хәл-әхүәлдәр ғәҙәттәгесә барҙы. Берәүҙәр йәшниктәрҙе ҡушарлап, өҫтөнә аҡса һалырға бүрек йәтешләй – кәрт һуғырға; икенселәр еңелсә тамаҡ ялғарға, эреле- ваҡлы термостарын асырға, көрөшкәләренә сәй-мәй ағыҙырға кереште, өсөнсөләр, тун, бушлат, ҡалын салбар, быйма йә унты кейгәнлектән яйһыҙланып, кемдер борт аша алынмалы тимер баҫҡыс ҡуйғас, ергә төштө. Тәмәкеселәр шырпы һыҙа, тән яҙылдырып, ары-бире йөрөгәндәр бар.

Яҙға тартым һауа будканы ла елһерәткәс, ҡуҙғалабыҙ, балыҡсылар ҡабат шар ҙа мар мин рәтен белмәгән уйынға мәшғүл. Банкта иҫ китмәле бол йыйылмай ҙа – бары иғтибар, ниндәйҙер хәйләле иҫәп кәрәк шикелле. Ара-тирә эсеңде ыуырлыҡ мәҙәктәр ишетелә, һәүетемсә генә кемдең һуңғы арала ҡайҙа балыҡсылауы, тотоу-тотмауы хаҡында гәпләшкәндәр ҙә етерлек. Шуға иғтибар итәм: командалағылар ул тиклем үк тәмһеҙ ауыҙ түгел.

Форсаттан файҙаланып, һүҙ алдым. Мәрәкәләргә иҫәп.

– Ә мин һеҙгә бөгөн генә тыуған «анекдот» һөйләйем.

– Кисә, тиң, бөгөнгө сәғәт, сәғәт... хәҙер беренсе, йә, тыңлайбыҙ, – тигән булды йәнәштәге Степаныч. Кәйефләнеп алғандай тойола. Бая уға кемдер хәмер ҡойғайны – баш тартманы. Шулай бушҡа һыйлана торған ғәҙәте бар уның. Мәгәр берәү ҙә ғәйепләмәй үҙен – етмеште ҡыуған пенсионер икәнен, хатта тотоп алып ҡайтҡан юҡ-бар балығын күп осраҡта урамға сығарып һатыуын да беләбеҙ.

– Сәғәт етелә, – бәйән итәм үҙем әле сығарып маташҡан көләмәсте, – шылтыраттым Хәйнуров иптәшкә. Һин әҙерһеңме, мин әҙер, тип хәл белешәбеҙ ҙә инде ғәҙәттә. Абзыйҙы мөмкинме телефонға, тигән булам әҙәпле генә. Мөмкин, тине лә... шап һалмаһынмы хужабикә трубканы.

Аңлағандар көлөштө, аңламағандар өңрәйеште.

– Ыслушай, һине лә ҡатының былтыр Асылыкүлгә ебәрмәй ыҙалатты лаһа, – Хәйнуров күҙлеген һөртә-һөртә йылмайған була. Дөрөҫ ине хәбәре, баш һелкеп йөпләнем.

– Туалетҡа ла бисәләрегеҙҙән һорап бараһығыҙҙыр әле, – ҡаршыбыҙҙа бығаса өндәшмәй, йоҡомһорап ултырған ҡарағусҡыл йөҙлө йыуантаҡ ир көтмәгәндә әйтте быны. Тупаҫ, мыҫҡыллы яңғыраны һүҙе, тик берәү ҙә әрепләшергә теләмәне. Бары кейеме-килбәте, айырыуса йөнтәҫ эйәге-бите менән боронғо урыҫ купецын хәтерләткән мужик ҡына: «Бушҡа ярһыма әле, Шахтер», – тип ипле гепә киҫәтте. Мин иһә хәбәрҙе икенсегә бора һалдым.

– Ә ниңәлер Сафа күренмәне? – тип ҡыҙыҡһындым Степанычтан. Һорауға бөтәбеҙгә ҡарағанда затлы кейенгән баяғы ҡарасман яуап бирҙе.

– Уға ла ҡатыны баш... Шуны ал, быны ал тигән була бит әле миңә... – Сафа менән бер цехта – ҡағыҙ ҡырҡыуҙа эшләйҙәр, үҙ-ара борсаҡтары бешмәйҙер тигән уй килде башҡа. Юҡһа, кәмһетеүен һиҙҙермәҫ ине. – Шул да булдымы кеше, ...! – һүгенеп ҡуйыуын оҡшатманыҡ бының. Түҙмәнем:

– Эргәлә юҡ кешене ниңә һүгәһең? – тинем тыныс ҡына.

– Пошел ты,... – шул булды яуап.

Шуны ал, быны ал, тиеүе шикләндермәй. Ысынлап та, балыҡҡа ике йыл элгәре генә әүәҫләнгән Сафаның кеше күҙенә кереп бара торған ғәҙәте бар. Һәр кемдән балыҡ тотоу серҙәрен төпсөнә. Бигерәк тә йылға буйында. Ошо ҡармаҡ яраймы? Был еп йыуан түгелме? Ошо ялтырма нисек? Ләкин ул йәш ирҙе бөтәбеҙ ҙэ яратып өлгөргәйнек. Нисектер балаларса бер ҡатлы, асыҡ-ярыҡ. Үҙе артыҡ эсмәһә лә, мотлаҡ бер ярты һалып ала, «уҡытыусыларына һабаҡ өсөн» әҙләп йоттороп бөтә, Степанычҡа күберәк эләгә, тип мәрәкәләгәне хәтергә төштө Хәйнуровтың. Әлегә уның кем хаҡында һүҙ барғанын ишетергә форсаты юҡ, кәрттә отолоп, ара-тирә маңлай сикәләрен тызып ултыра. Етмәһә, бынау һөмһөҙ кәйефен боҙҙо.

Бер килке тынлыҡ урынлашты. Мотор геүләүе, тышта ел һыҙғырыуы ғына ишетелә.

Ҡапыл шып туҡтайы машинабыҙ.

Бәләкәй генә үрҙе көрт һылаған икән, шуны менә алмай аҙаплана Бишуктың ҡараулы ғына булһа ла, көсһөҙөрәк машинаһы. Күмәкләп этәбеҙ – юҡ, ахырҙа, көрәктәр эшкә егелә. Баяғы һөмһөҙҙөң – Шахтер тиәйек – ярҙамлашмауына һарыу ҡайнай, әммә эт менән эт булғансы типтер, бер кем ләм-мим өндәшмәй.

Үрләсте уҙып, тейәлешергә торғанда, түбәһенән кәкре мейес торбаһы һерәйгән еллерәк машина аҙға ғына туҡтап китте. Беҙҙең ише елғыуарҙар икән, төшөп, тәмәке тартып, ары елдерҙеләр. Нараттан да арыраҡ бармаҡсылар. Араларында Бишукты, Степанычты белгәндәр, хатта Хәйнуровтың таныштары бар икән – күңелле генә сәләмләштеләр.

Тәмәкене һурып, ҡуҙлы осон терәп, сәғәткә ҡарайым: дүртенсе яртыны күрһәтә. Бер сәғәттән етәбеҙ, тине Степаныч дәртле генә.

Кузовта әкренләп ығы-зығы баҫылды, бәүелә-һелкенә, серем итә-итә барабыҙ ҙа барабыҙ. Машинаның ҡырҡа һулға боролғаны тойола. Хәҙер етәбеҙ, вәт, тип тел сыртлатты Хәйнуров күҙен асмай ғына.

Машина алды көрәүле алты мөйөшлө өй ҡапҡаһына морон терәне. Бишук менән гаражда бергә эшләгән һонтор слесарь ошо йорттоң кейәүе, имеш, ихатаға лампа яҡтыртып ебәрҙе. Дүрт кеше бында бушана, тиҫтәләгәне, йөкмәнешеп, ҡаршылағы иҫке йортҡа, бәғзеләр ауыл осона атлай. Ә беҙ ҡайҙа урынлашырбыҙ икән? Ниндәйҙер әбейҙе һөйләгәне бар Хәйнуровтың. Уйымды һиҙгәндәй, әйтеп һалды был.

– Кәримә әбейгә инәйек. Өйө йылы уның, тар булһа ла...

 

Күперһеҙ йырын аша сығабыҙ ҙа уңға ҡайырылабыҙ. Күҙ өйрәнәме, таң һыҙыламы – әллә ниндәй ҡыуаҡтар, аушайған рәшәткәләр араһында яртылаш көрт баҫҡан өй йораты шәйләнә. Ҡар ҡалын әле бында, етмәһә, һыуыҡ, ҡышҡынан бер ҙә кәм түгел. Хәйер, төньяҡ тарафта йөрөйбөҙ, марттың да башы ғына бит әле.

– Эте бар. Ҡурҡмағыҙ, тешләмәй. Ҡартайған.

– Таныйҙыр һине.

– Элекке йыл, тәүге мәртәбә, саҡ астырғайныҡ. Хәтереңдәме, Степаныч?

– Теге общагала һыуыҡ булғанға, Каримушкаға күскәйнек шул.

– Ә хәҙер унда йылылыр, хужаһы бәрәңге һалған баҙына, ваҡыт-ваҡыт мейесен яға, ти. Ҡатыны үлгәс, икенсе яңғыҙаҡ ҡатынға күскән – үҙе һөйләне миңә былтыр.

Ысынлап та, эт артыҡ тауышланмай ғына ҡаршыланы. Хәйнуров ниҙер әйткәс, һырпалана башланы мәхлүк хатта.

Шаҡылдата торғас, тәүҙә эстәге ишек асылды.

– Кем һин? Чево надо?

Танытты үҙен Хәйнуров. Беҙҙең өсәү икәнде, фатир кәрәклеген аңлатты.

– Ярай һуң, – хужабикә соланда лампочкаһын ҡабыҙҙы. – Ана һепертке... һыу ҡайнатам хәҙер.

– Кәрәк, кәрәк, – тинем мин. – Термостарҙы яңынан тултырырбыҙ.

– Ә һин кем әле? Сафамы?

– Юҡ, Сафа был юлы килә алманы. Тәүләп килдем мин...

Тар ғына өйгә инеп, өҫ-баштарҙы элгәс, артыҡ йөк булырҙай эйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте соланда ҡалдырырға уйлаштыҡ.

– Ятып тормайһығыҙ инде, ә? Сафа ебәрмәгәндер инде анау тимерҙе...

Хәйнуровмы һуң инде ята торған кеше. Балыҡ тигәндә атлығып тора, сырхауҙарын онота. Ә түш кеҫәһендә гелән ниндәйҙер таблеткалар йөрөтә үҙе.

– Ятмайбыҙ, апай, ҡапҡылап алабыҙ ҙа һыпыртабыҙ.

 

Ҡараңғы аралаш ҡабаланмай ғына аҙымлайбыҙ. Тирә-йүндә шыршылар, ҡарағайҙар күренә. Был яҡта ҡарағайҙы нарат тиҙәр икән, ауылдың исеме лә – Наратлы. Бәләкәй генә, тау һыртында ултырамы – ситке өйҙө уҙыу менән атлы сана, трактор эҙҙәре беленгән юл һарҡыулана барҙы, насарлана барҙы. Йоҡо онотолдо. Әле үк күңелдәрҙе балыҡ хисиәте биләгән.

Эре уҫаҡтар, йыуан имәндәр араһынан атлайбыҙ. Таң һыҙыла, йондоҙҙар һүнә, көн аяҙ булырға оҡшай.

– Алабуға көнө бөгөн! – Хәйнуров ғәҙәтенсә тел сартлатып ҡуйҙы.

– Ихтимал, һалҡынса бит, – тип икеләндем мин. Степаныч иһә көлөмһөрәй йөпләне. – Алабуғанан башҡа ни бар бында? Сабаҡ, ажау һирәк. Бер йыл сиг тигән ят балыҡ эләкте. Көмөш һымаҡ тәңкәләре.

– Һуҡыр булғандыр ул, – шаяртыуым килеште – көлөштөк.

Типһәндә йәйәүлеләр юлы һулға тартылды. Тракторҙар ошонда туҡтаған. Текәнән аҫҡа күп тә атламаныҡ, ҡултыҡҡа төштөк. Яр ситтәрендә генә боҙҙар ярылып-аҡтарылып ята. Һыуһаҡлағыс бит, ағыҙып кәметһәләр, һыу кимәле түбәнәйгәндер.

Уртағараҡ барҙыҡ. Боҙ бырауҙарын ҡорҙоҡ. Мәкеләр тиштек тә, ҡыҙыл селәүсендәр менән емләп, ҡышҡы ҡармаҡтарҙы батырҙыҡ һәм уйната башланыҡ. Сығарып ҡына өлгөр – ҡаба, кем әйтмешләй, «матросиктар». Тырпырашып, йәйғорҙай йөҙгөстәрен яҙған килеш ҡаталар. Ваҡ шул, сиреккә еткәндәре һирәк. Эш унда ла түгел, гелән бер төрлө балыҡ ҡаптыниһә, ҡыҙығы бөтә, ялҡыта башлай.

Шул арала икешәрләп йә өсәрләп ағай-эне ағылды ҡултыҡҡа. Туҡтай былар эргәлә, төрлөсә мәрәкәләйҙәр ҙә ары китәләр. Иртүк артығыраҡ тейәгән берәү ҡыраздан яр һалып, шыуып тигәндәй төштө. Шахтер, имеш. Мыҫҡыл иткән булды минең балыҡты күргәс.

Иң аҙаҡ Бишуктар уҙа.. Йыһандай зәңгәр күҙле Хохол бик йәтеш саналы рюкзак әтмәлләп алған. Шыма ерҙә һөйрәп шыуҙыра, кәрәкһә – йөкмәп ала. Ялтырмаларын, мормышкаларын да үҙе ҡойоп-сүкеп ала икән. Ҡулы белгәс ни. Тәмәке тартып, гәп һатып китте был.

Тиҙҙән беҙ ҙә артынса эйәрәбеҙ. Ҡариҙел яғынараҡ, унда утрау шәйләнә, тәрәнерәк тә, имеш. Ҡултыҡта һыу кәмегәс, балыҡ та төпкәрәк киткәндер. Өҫтәүенә, һыу ҙа һалҡын әле.

Хәтһеҙ тотолдо алабуға. Эреләре лә осрай. Кемдәрҙер ҡармағын да өҙҙөргөләй. Шахтерҙың бырауы ла, йәшниге лә юҡ. Ҡармаҡтары эре, йүнһеҙ генә. Йыуан епле, етмәһә. Теләнселәй башланы был. Шуны бир, бының юҡмы... Мин һәр ваҡыт запас ҡармаҡтар йөрөтәм. Бирҙем тегегә ҡороулыһын. Тоттомо, юҡмы, һелкә тартып өҙгәләп бөттө. Йәл түгел, йән көйә бары.

– Суртан бармы бында? – һөрән һала теге.

– Арыраҡ, ҡамышлыҡ тирәһендә була торған.

Әҙер тишемдәр бар, тигәс, атланы шунда алпан-толпан. Беҙ утрау тирәһендә уралабыҙ. Ни тиһәң дә, эләгә. Бер килке көттөрөп тора ла, тағы сиртергә керешә. Темеҫкенеп йөрөйҙәрҙер инде боҙ аҫтында бер тегеләй, бер былай тимгелле алабуғалар.

Бишук бигерәк ихлас, һис йыбанмай. Өс-дүрт уйым быраулап, алмаш-тилмәш «һауа» ғына: бер урында унлапты тота, ҡапмай башланымы, икенсеһен һынай, өсөнсөһөнә шыла.

Балыҡсылар өсөн яҙылмаған ҡанундар байтаҡ. Мәҫәлән, юҡ-бар йомош йә һүҙ менән бүтәндәрҙе йөҙәтмә; кеше мәкеһенә рөхсәтһеҙ тығылма; ризалыҡ алмайса, балыҡ тотоп ултырған кешегә биш метрҙан да яҡын тишем уйма; тиктомалдан ғауғаламаҫҡа; эйәһе юҡта ҡармаҡтарға оронмаҫҡа... Ана шундай «ярамай»ҙарҙы аҙым һайын боҙа ине Шахтер. Быны Бишук әрләп ҡыуҙы эргәһенән, хатта янап ҡуйғаны ҡолаҡҡа салынды:

– Ултыртмайым мин һине ҡабат машинаға, белдеңме? – Уны кемдер йөпләне. – Кеше бында ял итергә килгән, ә һин йөрөйһөң кәйефте китәреп...

– Бынау хозур тәбиғәттә...

Шахтер дөмһәйеп ҡамышлыҡҡа йүнәлде. Унда ла әҙер уйымдар төҫмөрләнә.

– Асыуҙы килтерһәгеҙ, арендаға һатып та алырмын тотош ҡултыҡты! Шунан йөрөрһөгөҙ инәлеп... – Ысынлап әйтәме, шаяртамы – белмәҫһең.

Күрмәгән тәбиғәтте күҙәтер өсөн монокль һалып алғайным. Әле бына шуның менән ҡултыҡ киңлектәрен яҡынайтып күҙәтәм. Саҡрымдай алыҫлыҡта зәңгәрһыу һыҙат һуҙыла. Ҡариҙелдең туңмай ятҡан ҡаранылыр, һул ярҙа, боҙҙан ҡырыныраҡ һерәйеп торған төпһә янында, яңғыҙ балыҡсы ултыра. Беҙҙең иптәш түгелдер, эте уранғылай эргәһендә.

Ҡояш ҡалҡа, йылғыр ел иҫеп ала. Моноклде борғослайым, байҡайым. Әһ-һә, Шахтер бәләкәй ялтырма менән һелтәнгеләп ултыра лаһа. Үҙенеке булғандырмы, берәйһе биргәнме, өрөп һауа тултырмалы пуфҡа ҡунаҡлаған ҡайҡая биреп, аяҡтарын тарбайтып һонған. Дөрөҫ эшләйһең, шунда һинең урының, һ-м-м, ҡуйынына тығылдысы – селәүсен һымаҡ күл ҡорто һалынған ыҡсым ағас ҡумтаһын сығаралыр. Ә юҡ, вәт онҡот, ҙур ғына ялтыр фляжканы, ҡапҡасын бора һалып, ауыҙына терәне. Сәйгә йә кофеға сирылмаҫ ине, тимәк... Өндәшмәнем, теләһә нишләһен. Оло ғына кеше ләһә. Уңарсы моноклде Хәйнуров һорап алды һәм күҙлеген бер сисеп, бер кейен, тел сартлатып һөйләнде.

– Ыслушай, тегеләр ашанырға ултырҙы. Хохол был юлы ла бешкән сусҡа башын килтергән, һелтәйҙәр хәҙер бер яртыны!..

– Бүтәндәр ҙә өймәкләшә...

– Эй һеҙ, ҡытай шпиондары, беҙ кемдән кәм, әйҙәгеҙ, ҡапҡылап алайыҡ, – Степаныч ҡармағын һелкәүесе күренерлек итеп ятҡырҙы ла йыйылмалы ултырғысын рюкзагы эргәһенә шылдырҙы.

– Әйҙә һуң, – тинем дә бейәләйҙәрҙе ҡағыштырып, ҡулды шәрелә сайыштырғас, ары-бире йөрөштөрөп алдым. – Йоҡо ла килгән кеүек.

– Мә, Степаныч, ҡарайһыңмы? – Хәйнуров ас яңаҡлы булғанғамы, гелән көләс йөҙлө һымағыраҡ тойолған ҡартҡа монокль һуҙмаҡсы ине, тегеһе көлөмһөрәп ҡул ғына һелтәне.

– Ә мин былай ҙа күрәм. Ана, моронда ағас кәмә шәйләнә.

Булыр Стспапычтан, һаман үткерҙер күҙҙәре. Етмешем тула, ошоғаса дауаханаларға йөрөгәнем юҡ, тештәрем яңы һыҙлаштыра башланы, тигәнен ишеткән бар. Саф һауала күп йөрөп, тәне сыныҡҡан уның. Нижегородкала тыуып үҫкән, ун йәштән үк әүәҫләнгән балыҡҡа. Хәйнуров та тәбиғәткә сыға аҙна һайын тиерлек, тик уның һаулыҡ яғы самалыраҡ. Ул йөрәгенә, ул бөйөрөнә, ул ашҡаҙанына зарлана, таблеткалар йөрөтә. Мәгәр балыҡ тигәндә әллә ҡайҙарға барырға әҙер.

Көп йылына.... Ҡалай йәшниккә тығыр алдынан монокль аша юлдаштарҙы тағы күҙҙән үткәрҙем. Шахтер ике терһәген ике тубығына терәп, башын эйеберәк ултыра. Йоҡлайҙыр. Ултырып, йә тоҡтарына терәлеп, йә тундарын боҙға түшәп сырым иткәндәр йыш осрай балыҡта. Өшөп-сирләп ҡуймаһын тип, төрткөләйһең инде шунан үҙҙәрен. Шахтер өшөрҙәй түгел. Берҙән, ныҡлы кейенгән, икенсенән, көн йылына бара.

Көйшәнә башланыҡ. Кемдең нимәһе бар – уртаҡ. Тәмле лә, төрлө лә.

– Ыслушай, беҙ кемдән кэм, – Хәйнуров яртыһын сығара, мин ҡыҙыҡ итәйем әле тигән уйҙан бутерброд әҙерләйем: икмәк телемдәренә һуғанлап ит телеп һалдым. Ҡарабойҙай төҫөндәге илеләй майы һыҙатланып тора ине танһыҡ күстәнәсем.

– Йә, ниндәй закуска икәнен әйткән кешегә – минең өлөштән йөҙ грамм приз! – тием ҡупырым ғына.

– Һарыҡ ите ләһә. Юҡмы? Дә-әк, мышы ителер... – тип Хәйнуров мығырланы.

– Ҡабан ите түгелме? – Степаныч та баш ватты. – Ярай, призың үҙеңә булыр, әйт әйҙә.

– Стоп! Бишук килә ята. Бәлки, ул әйтер?

Ашап алғанда йә бер-береңде саҡырыу, йә былай ғына хәл белешеү – ғәҙәти хәл. Баяғы ризыҡты Бишукка ла тотторҙоҡ, башватҡыстың шартын әйттек.

– Бурһыҡ... Дөрөҫмө?

– Һин үҙең бурһыҡ! Ә тәмләгәнең айыу ите булыр. Шифалы деликатес! Йәш кенә, инә айыу. Белорет яғынан һунарсы дуҫ ебәргәйне. Өйҙәгеләр ашамай, иҫәрҙәр.

– Шә-әп! Икенсе юлы күберәк алып кил һин, – тине Хәйнуров миңә, күҙлеген һөрткөләп.

Кемдең күпме балыҡ тотҡанлығы менән әлегә ҡыҙыҡһынмайбыҙ. Бишукка етеүсе юҡтыр. Бая дуғаланып үрәпсей ине аяғы осонда көмрө алабуғалар. Степанычтың киндер моҡсайы ҡабара бирә. Хәйнуров та һынатмай, минеке генә әлегә ырамай.

Хәйнуровтың Шахтер яғына оҙаҡ ҡына текләп торғанын һиҙеп, Бишук һөйләнә-һөйләнә үҙенекеләргә табан ыңғайланы.

– Балыҡсы түгел ул, баламут.

– Ә ниңә эйәрттегеҙ һуң? – Степапыч һуҙыбыраҡ һораны.

– Сафа ҡотортҡан, исемлеккә шул яҙҙырғайны. Беҙҙә эшләүенә өс кенә ай. Илленән үк пенсияға сығып, Воркутанан күсеп килгәнме, фатир һатып алғанмы – асығын белмәйем.

– Әтеү аҡса кәрәкмәйҙер уға, көн уҙһын тип кенә йөрөйҙөр. – Хәйнуров үҙ фекерен ҡыҫтырҙы. – Эштә эсмәй тиҙәр былай. Китәйек әле төпкәрәк. Йоҡо баҫмаҫ борон. Иртәрәк ҡайтырбыҙ. Ана, төнәгән берәү, ҡамыш түшәһә ни була?

Йөкмәнешеп, төпкәрәк уҙабыҙ. Башҡалар ҙа ҡуҙғалыша. Старшийлығы иҫенә төшөпмө, Хәйнуров юл ыңғай Шахтерҙы ҡуҙғатып маташты. Йоҡлай теге ҡарҙа бер нәмә белмәй, башын рюкзагына терәп. Аптырағас, ҡамыш-фәлән йолҡоп, күпмәгә һалып киттек.

Ашап-эсеп алғанғамы, йоҡо баҫа, бигерәк тә балыҡ сиртмәгәндә. Ярай әле төштән һуң уныһы шәберәк ҡабырға кереште. Эреләре дөңк итеп сиртә, өҙгәне өҙөп ҡаса. Әлеге шул Бишуктыҡы ғына әллә ни ысҡынмай. Әллә арбай инде, әллә оҫталығы шул тиклем. Терһәк буйы алабуғаны бер һауып, бер ебәреп арытты, шунан ялпылдатып сығарғанын күмәкләп тамаша ҡылдыҡ. Күҙ ҡыҙа биреп ҡуя, әммә эс көтөрләмәй – әйҙә, тырыш, һин дә уңырһың. Аталы-уллы Петровтар ҙа, ана, хәтһеҙ тотҡандар. Таныйым мин уларҙы. Ҡайҙалыр бергәрәк йөрөгәйнек. Шулай, бер мәл тамаҡ ялғап ултырғанда, ыҡсым атаһынан күпкә кәүҙәлерәк Ванянан:

– Уҡыйһыңмы, эшләйһеңме? – тип һораным шикелле. Ирәбе генә яуап алдым:

– Нимәгә ул миңә уҡыу? Әлбиттә, эшләйем...

Улын атаһы кәмһенеберәк шелтәләгәйне шул саҡ.

– Улай тип әйтмә... Мин уҡый алмағанға күрә, һиңә уҡыу зыян итмәҫ ине бер ҙә.

Баҡһаң, Ваня туғыҙынсы класта уҡ өйләнгән, атаһы менән гаражда слесарь эшендә йөрөй, бына-бына тәүге балалары тыуырға тора, имеш...

Әле мин Петровтарға эйәреп барам. Йоҡа ҡарҙа анһат атлап, кирегә, бая тәүләп ултырған ергә, тартылдыҡ. Уҙып киттек таныш мәкеләрҙе. Петровтарҙы ҡултыҡтың башы – ҡарурманлы үҙәктән ағып төшкән кескәй инеш тамағы ымһындырған икән. Бында боҙ урыны менән күкшелләнеп үтә лә күренгеләй. Яҡын бармауың хәйерле...

Кеше күп йөрөмәгән, өс-дүрт кенә мәке беленә. Көнбағыш ҡалдыҡтары, борсаҡ һарылары һылашҡан берәүһенең ситенә. Икенсеһе гәзит менән ҡапланған, эргәһендә эт эҙҙәре тойомлана. Әле аръяҡ ситтә ҡармаҡсылаған әҙәм иртәнсәк тикшереп, емләп киткәндер. Тимәк, балыҡсылар дөйөмләштереп, «аҡ балыҡ» тип атаған күкен, сабаҡ, опто, ажау йә ҡорбан барҙыр бында.

Петровтар ултырышҡансы, йәшниктән бәләкәй гепә балтамды сығарып, әҙер мәке ҡыртышын сапҡылап, йәнселгән боҙҙарҙы һоҫҡо менән таҙартып алдым да мәкегә бер семтем иҫкергән күл ҡорттарын ташланым, йәнә әҙ-мәҙ манный ярмаһын һипкеләнем. Шунан тиҙ генә мормышканан сиректәй өҫкәрәк бармаҡ оҙонлоғондай нәҙек еп менән бәләкәй генә буш ҡармаҡ тағып алдым һәм ҡорт кейҙерҙем. Малай саҡтағы һымаҡ эстән генә, балыҡ, ҡап, ҡап, яр башында ялтырап ят, тип теләк теләнем, төкөрҙөм дә шикелле. Бәй, ҡармаҡтарым тәрәнлеге ике метрҙай ятыу төбөнә батыр-батмаҫтан пружина һелкәүес уйнаҡларға тотондо: һа-ап! Ҡаҙалды ауыҙына – ултырҙы бер нәмә һәлмәк кенә итеп ҡайһылыр ҡармаҡҡа. Хәҙерге ептәр беше, өйрөлтөп-сөйрөлтөп сығарҙым тегене. Ҡыҙылғанат! Үҙенең матурлығы, үҙенең ҙурлығы! Тағы... Быныһы алабуға. Тағы... йәнә ҡыҙылғанат. Тағы... Теләһә ҡалай ғына ос йөҙ грамм тартыр сабаҡ. Шулай итеп, ярты сәғәт эсендә эреле-ваҡлы байтаҡ балыҡ тотоп ташланым. Петровтар ҙа ҡәнәғәт. Хәйнуров йә Степаныч һымаҡ ҡарт төлкөләр ғәҙәттә тотҡан балыҡтарын йәшниктәрендәге шыптырға йәшерә һала. Минең ундай ғәҙәтем юҡ, ҡармаҡтан ысҡындырам да быраҡтырам аяҡ аҫтына: бары ла күренә, юғы ла...

Кемде уйлаһаң, шулар. Хәйнуровтың:

– Бына ҡайҙа ул браконьер! – тиеүенә терт итеп ҡалдым. Степаныч та һоҡланыуын йәшермәне.

– Өйрәнсектәр остаздарҙан уҙҙыра, маладис, – тип маҡтаны. Мине өйрәнсеккә, үҙҙәрен остазға һанауылыр.

– Ҡарағыҙ әле, Ванька нисек ҡылана? – Хәйнуров ауыҙ эсенән генә хихылданы. Ҡараныҡ. Боҙға клеенка түшәп алған да ҡармағын һелккеләп ята теге.

Иптәштәр миңә яҡын мәке уйып сүгәләүгә, пуфын һөйрәп, куртка иҙеүҙәрен асып ебәргән Шахтер ҙа килеп етте. Ҡәҙимге әҙәм рәтенә ингәнгә оҡшай. Ҡырҙан ғына минең балыҡтарҙы күреп, күҙен шарҙай итте лә, гәзитен ҡуптарып, әҙер мәкегә хужа булды. Тотамы шул? Бәй, ап-аруҡ оҫта ғына ҡармаҡсылай ҙаһа. Степаныч та, Хәйнуров та сәмләнеп кереште, тик әллә ни уңмайҙар, һирәк сиртә, ваҡтары йышыраҡ ыҙалата. Әммә төрлө балыҡ эләгеүе һис тә күңелде һүрелтмәй.

Утрау яғында ҡара сәүкә һымаҡ һибелешкән ағай-эне лә тиҙҙән берәм-һәрәм беҙҙең тирәгә эркелде. Ҡорбан йә сабаҡ көтөүенә тап булғандарҙыр тип уйлағандар икән беҙҙе. Хатта этле ҡартлас та бирегә шылды һәм килеп етеү менән Шахтерҙы ипле генә ҡыуып маташты. Йәнәһе, мәке – уныҡы, ем һипкән, гәзит менән томалаған. Урыҫ кешеһе, тимәк, Наратлыныҡы түгел, Ҡариҙел аръяғындағы хуторҙандыр. Ҡурҡмайса, әлеге ҡултыҡҡа ағас кәмәһен ишеп сыҡҡандыр.

Шахтер ыжлап та бирмәне, фамилияңды яҙып китәһең уны, тип ирештерҙе хатта.

Ишетмәнем: ҡартлас берәй нисек янап маташҡандырмы, Шахтер ҡапыл ҡыҙмалы кешеләй ярһыны һәм бот араһын һыйпағандай хәрәкәт яһаны. Берәүҙәр көлдө, шулай ҙа күптәргә оҡшаманы Шахтерҙың оло кешене рәнйетеүе. Етмәһә, ғәрипте – бер күҙенә аҡ һалғайны алама ғына кейемле меҫкендең.

– Ҡара һин уны, эттән талатырмын, тип янай, – Шахтер артынса һүгенеп ҡалды. – Яҡшы эт кешене талай, тиме, вәт дурак!

– Хунвинбеймы әллә һин? Ыслушай, шулай ярамай ҙа инде... – Хәйнуров тегене әҙ-мәҙ орошто, тик үҙенә лә ҡаптырҙы былағай: «х»-нан һуң «у» өнөн ҡушты.

–  Һин үҙең Х...йнуров! Ярай, булманы бөгөн балыҡ. Иртәгә күрһәтермен әле мин һеҙгә! – Шахтер ни ҡыланырға белмәй, старшийыбыҙ йәшнигенән яртылыҡ термосын алып, сәй һемерергә теләне, тик көрөшкәһенә бер йотомдай ғына буръяҡ аҡты. Мин литрлыҡ термосымдан кофе ҡойоп бирҙем үҙенә.

Бер тына балыҡ дәррәү генә ҡабып алды ла сиртеүҙәр ҡапыл һирәгәйҙе. Сәй ҙә, кофе ла бөттө, һыуһата башланы. Степаныч сәй ҡайнатырға тәҡдим яһаны һәм ргокзагынан күпте күргән һалдат котелогын һәрмәп алды. Хәйнуров кирелә-һуҙыла яр ситендәге ҡырсынды таҙартып ҡуйыуға, мин йомшара төшкән салт аҡ ҡарға бата-сума ҡоро-һары ташыным.

Кинәнеп һыуһынды ҡандырған мәлдә сапалы рюкзагын һөйрәп Бишук күренде. Баяғы гәзитле мәке эргәһенән уҙышлай, шыптыр тоҡсайға ымлап, һораны.

– Кем ултыра бында?

– Хужаһы юҡ. Шахтер ҡайтты, буғай. Өй йылытырға ҡуштылар.

Бишук мәке эргәһендә ятҡан полиэтилен тоҡсайҙы күтәрҙе. Шыптыр эсендә биш-алты алабуға, урта бармаҡтай сабаҡ ялтыраша. Кемдеке икәнеп белгәс, моҡсайҙы лаштырлатып кире урынына ырғытты ла Петровтар яғына ыңғайланы.

– Сәй шәп! Былай булғас, тауҙы еңелерәк менербеҙ. Берәй сәғәттән ҡуҙғалырбыҙ.

– Эйе, ял итәйек, иртәгә оҙағыраҡ йөрөрбөҙ.

Хәйнуровтың, шулайтайыҡ-былайтайыҡ, тип тә үҙ алдына һөйләнә торған ғәҙәте бар. Әле лә:

– Ҡана әле, баламуттың мәкеһен тикшереп ҡарайыҡ. Ҡармаҡтың емен алыштырҙыҡ, – тип мәкегә сүгәләне. – Бәй, әле генә полиэтилен пакет күтәргәйне ләһә Бишук. «Матросик»тары бар ине төбөндә. Ҡарғалар күренмәне...

– Ана, ана, эт һөйрәтеп бара тоҡсайҙы тешенә эләктереп, – тип ғәжәпләнеүҙән ҡысҡырып ебәрҙем.

– Се-вә-ә, сволочь!

Ишетте. Алап-йолап ҡаранып, ташлап ҡасты тешләгән әйберен. Урлашыумы? Юҡтыр. Нахаҡҡа ҡыуылған хужаһы өсөн үс алыуымы? Ай-һай... Әллә хужаһына ярҙам итергә теләүеме? Ихтимал. Мәке – уларҙыҡы, тимәк, эргәһендә ятҡан балыҡ та – уларҙыҡы! Шунан нисек эттәрҙе тоғро вә аҡыллы тимәҫһең.

Ҡайтыу яғына беренселәрҙән көңгөр-ҡаңғыр ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙең арттан Петровтар ҡыбырланы. Юл тын. Йөк тә һәлмәк кенә. Кәмендә биш-алтышар кило тотҡанбыҙҙыр. Хәйнуровтыҡы күберәк тә тойола. Ул бырауын миңә һондо. Иртәгә килер булғас, ниңә уны унда-бында йөкмәп йөрөргә? Һуҡранырына ҡарамаҫтан, ҡыразда Хәйнуровҡа һиҙҙермәй генә һәлмәк ҡорамалды лапы аҫтына тыға һалдым. Йәнә балтаны...

Әбей өйҙә ине. Әрселгән картуфын ҙур көршәк менән мейесенә ултыртты. Өйөн хәленсә йыйыштырған, әҙәмсәрәк кейенгән. Ҡарлыҡҡан тауышы менән бытылдығы сыға.

– Кемегеҙҙеңдер котлеттарын бесәйем йыпырған да ҡуйған, йә инде.

– Ярай, уның да тамағы бар бит, – тигән булдым. Ҡатырға кефир һауытына котлеттар һалып алғайным, шуны асып, өй башына ташып йыпырған йөнтәфи.

– Этем ныҡ өргәнгә соланға сыҡһам, мыяулап ебәрҙе теге үрҙән. Ҡайҙа менеүен әйт әле! Ярай, туғанҡай, бесәйемде туйғыҙған өсөн үҙеңә бер-ике биҙрә бәрәңге бирермен. Эй уңды быйыл! Ауылыбыҙға, алыҫ булғас ни, перекупщиктар һирәк һуғыла шул.

– Ҡуй, апай, түләп алырмын, – эйе, был фәҡиргә әҙ-мәҙ ярҙам булыр, тип тә уйланым. Хәйнуров, күберәк алам, махсус буш тоҡ килтергәнмен, тигәс, хужабикәнең ҡыуанысы сырайында беленде.

– Так што, балыҡтарығыҙҙы ҡарағыҙ. Уң мөйөштә дәү ҡаҙан бар, соланда, шуны түңкәреп ҡаплағыҙ. Быймаларығыҙҙы мейескә терәгеҙ, шөрлөккә һалып...

Хужабикә ҡушҡанды атҡарҙыҡ. Миндектәр, мәтрүшкә, баулы балан аҫылған урҙанан балыҡтар хәүефһеҙ урынға күсерелде.

– Бына шулай дәү була колхоз ҡаҙандары, ҡустым. Давай уха бешерәйек тә, наратлыларҙы һыйлайыҡ. Көмөшкә күп тиҙәр был ауылда, – Хәйнуров мәрәкәләп маташа.

Саҡ-саҡ көйшәнеп алыу менән, йылы өйҙә үлтереп йоҡо килә башланы. Ағас карауатҡа ауҙы һонторораҡ абзый. Эргәһенә ябыҡ кәүҙәле Степаныч һыйынды, иҙәндә лә уңайлы тип, өҫтәл аҫтынараҡ уны-быны түшәп, баш осона бушлатымды йәйҙем дә, Кәримә апай менән һөйләшеп яттым бер аҙ.

Өшөбөрәк иртүк уяндым. Хужабикә шым ғына ут яғып йөрөй. Тышҡа сыҡтым, ҡараңғы аралаш ярым емерек аҙбар артына барып әйләндем. Мал да, ҡош та тотмай, ахыры, әбекәй, йән әҫәре тойолмай. Эте генә теләнселәп һырпалана, эйәреп өйгә инергә ҡырсына хатта.

Степаныч та торған, мейес артында ҡулйыуғысты шаптырлата. Хәйнуров ята әле, уяу шулай ҙа. Үҙе һымағыраҡ көйләберәк мәрәкәләнем.

– Ыс-лушай, абзый, фамилияң нисек әле һинең?

Тороп ултырҙы теге, хәбәрен сурытты.

– Хәҙер һин ыслушай: бөгөн трактор менән выжт аҫҡа, эйе, тиң. Местныйҙар менән. Кисә төн уртаһында, һин төш күреп йоҡлаған арала, Хохол саҡырып алды мине «казино»ға. Шунда тракторист килгәйне. Хужаға, шул вәғәҙәләне.

Аңлашылды. Шап та шоп кәрт һуҡҡан былар. Моғайын, Бишуктар ҙа тәүҙә бер аҙ йоҡлап алғандарҙыр.

– Шахтер килдеме һуң?

– Килмәй буламы? Ыслушай, ҡыуһаҡ та, әрһеҙләнеп ултырҙы. Уйынға ҡыҫтырғайныҡ, отто әле ул. Йөҙ һумға яҡын.

– Болғата икән бөгөн дә донъяны...

Этенең тамағына ҡалдыҡ аштар биреп ингән хужабикәнән һорай ҡуйҙым.

– Апай, кисә боҙҙа бер күҙе зәғиф мужикты осратҡайныҡ. Беләһегеҙме шуны?

– Белмәйсе. Борис, эйе, Борис Федорович. Иҙел аръяғында леспромхоз участкаһы бар ине элек, күптән яптылар. Хәҙер биш-алты ғына өй ҡалған... Шунда инде атаҡлы браканйырҙар. Аҫтыртын ғына балығын да тоталар, мышыһын да йығалар. Бер йыл шулар менән диләнкә ҡырҡырға тура килде миңә. Пувыр булдым. Борис бахырҙың күҙенә ағас табы тейгән бүрәнә сапҡан саҡта...

– Дә-әк, – тип һуҙҙы Хәйбуллин. – Улай икән...

– Егет сағында уҡ харап итте күҙен. Армияға алынырға ғына торғанда. Өйләнде, балаһы икәү ине...

Әбекәй йәнә ниҙер тотоп ихатаһына йүнәлде. Минең башҡа уй һуҡты: бөгөн – 8 март. Ҡотларға кәрәк үҙен. Аҡса йыйып бирергә – бер ыңғай бүләккә һәм фатир хаҡына – тәҡдим яһайым юлдаштарға. Ризалаштылар.

Хәйнуров ҡотлауҙы килештереп башҡарҙы.

– Кискелеккә картуф ҡыҙҙырып, ҡоймаҡ ҡойормон, – тигән булды апай ихлас ҡына.

– Уха бешермәҫһегеҙ микән? – Степанычтың был тәҡдиме лә урынлы һымаҡ. – Әйҙәгеҙ, вағыраҡ балыҡ биреп китәйек.

Шулай эшләнек тә. Балыҡтарҙы индергәс, әбекәй мыҫҡыл итмәй генә хәтирәләргә бирелде.

– Элегерәк мужиктар кеше буйы балыҡтарҙы арбаға һуҙып һалып апҡайта ине...

Ышанабыҙ, тинек. Был тирәлә кеше буйы ҡырпалар, метрлы суртандар һәм ҡыҙыл балыҡтар, аршинлы ағасаҡтар заманында күп булған шул.

Ваҡыт бар ине. Иртәнге аштан һуң өҫтәлгә гәзиттәр йәйеп, ҡармаҡтарҙы көйләп алдыҡ. Ярата был ваҡ эште Хәйнуров. Минән күрмәксе, секрәйә-секрәйә бер кәтүшкәһен ике ҡармаҡлы итте, запасына ҡалҡыуыс таҡты. Степаныч был арала түшенә ҡулдарын ҡаушырып, ултырған килеш сырым итте.

Көн салт аяҙ булмаҡсы. Петровтар, берәм-һәрәм бүтәндәр күренде күпер ауыҙындағы тапандыла. Беҙ ҙә йәһәтләнек.

Ысынлап та, Наратлы аулаҡ, ыҡсым ғына икән. Бер урамлы, тиһәң дә ярай. Өйҙәрҙең буштары ла бар. Уларында шыш та юҡ, быш та юҡ. Ҡасандыр бында колхоз бригадаһы булған: мал аҫрағандар, аҙ-маҙ иген дә сәскәндәр. Хәҙер тиҫтәләп кенә кеше малсылыҡта бутала. Быларҙы Наратлы кейәүе һөйләп торҙо. Сәғәт инде ун, трактор һаман тойолмай. Степаныч менән Петров, ҡул һелтәп, бараһы ергә юлландылар.

– Трактористарҙың ауыҙҙарын майламайса булмаҫтыр, – тине Бишук.

– Ун минут көтәйек тә, прощай, Каримушка!

Көлөшкән булдыҡ, әммә дөрөҫ ине был шикләнеү.

Аҡса йыйыштырып, сапҡын ебәрергә, үҙебеҙ атлай торорға кәңәш ҡорҙоҡ. Кисәге йәмһеҙ ҡыланыштары өсөн үҙен аҡларға тырышҡандай, елдерҙе Шахтер ҡалҡыу көрәлгән көрт аша трактор шәйләнгән тарафҡа. Тағы бер нисә балыҡсы килеп ҡушылды төркөмгә. Трактор артынан кемдең китеүен белгәс, һүгепеп-төкөрөнөп, былар ҙа Степапычтарҙы ҡыуа төштө. Нәҡ шул мәлдә тыр ҙа мыр трактор гөрләргә, гусениңалар шыңғырларға кереште.

Ауыл осонда, бала-саға һымаҡ шаярышып, трактор санаһына тейәлдек. Уныһы бүрәнәләрҙән ҡоршалған бер ғәләмәт ине. Баҫып барабыҙ, ҡырындарҙа бер-беребеҙгә тотонабыҙ. Кабинала – ауылдыҡылар. Алам-һалам кейгәндәр, төҫ-баштары ла тутланып бөткән. Әллә кем итеп, ҡыҫылышып булһа ла, яндарына Шахтерҙы ултыртып алғандар, имеш. Юлда туҡтап, Степаныч менән Петровты ла эргәбеҙгә һөйрәкләп алабыҙ.

Килеп тә еттек. Типһәндә утрау һымаҡ тәпәш түмәләсте урабыраҡ туҡтаны тракторыбыҙ. Шырлыҡта кирегә боролмаҫ өсөн электән үк шулай дуғаландырып һалғандарҙыр юлды. Хәйер, аяҙ йәй көндәре бында машина менән дә төшәләр икән.

Трактор гөрләүе тынғайны, ҡолаҡҡа рәхәт, урман һил булып ҡалды.

Тракторсылар ашыҡманы. Өфөнөкөләр текәне төшөү менән йәнә төркөмләшеп унда-бында таралды. Юл ыңғайы кисә йәшереп киткән бырауҙы, балтаны соҡоп алғанды күргәс, Хәйнуров мине әрләшергә маташты, йәнәһе, юғалһа, эте ҡаҙып бирһә ауылдыҡыларға, нишләр инек. Бөгөн дә ҡалдырып китербеҙ, тимерҙе бүре ашамай, тигәс кенә шымтайҙы теге.

Бик дәртләнеп, елкенеп тотондоҡ ҡармаҡсыларға. Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай шул, күпкә ҡайтыш сиртә балыҡ тигән ымһындырғыс зат. Һылтауын эҙләй әҙәм балаһы. Бәлки, көн боҙолалыр... Ел дә төньяҡтан иҫә... Һауа баҫымы түбән түгелме? Гәрсә төшөнкөлөккә бирелмәй әле һәүәҫкәрҙәр. Йоҡолары туйған, күңелдәре көр, аҙым һайын төртмәле һүҙ. Ана, берәү һорай икенсеһенән:

– Бынау ажауҙы ниндәй емгә ҡаптырҙың?

– Королеваның б...ғына. – һаһылдашҡан тауыштар гәлсәр һыулы инеш аҡҡан үҙән буйҙарына шаңдау булып сорғола.

– Бәйләнгән, ти, инспектор балыҡсыға: «Бында балыҡ тотоу тыйылған бит!»

– Әйткән, ти, балыҡсы: «Әйтәм ҡапмай ҙа ҡапмай... Тыйғанһығыҙ икән дә...»

Бишук балыҡсы көләмәстәрен айырыуса күп белә, тәмләп-тәмләп һөйләп тә ебәрә.

Гелән тиерлек ыбыр-сыбыр сиртә. Балыҡтың өйө юҡ шул, ҡултыҡ та йәйрәп ята – ҡайҙа темеҫкенгәнен ҡайҙан беләһең? Шулай ҙа өмөт йөрөтә балыҡсыны: әле юҡ икән, һуңғараҡ булыр... Ана, Үкәрле күлендә теүәл сәғәт дүрттә сабаҡтарҙың ҡотороп сиртә башлағанын ике яҙ рәттән һынаныҡ бит.

Бәй, арғы ярлауҙа бөгөн дә күренә ләһә һыңаргүҙ.

Лабыр-лобор ауылдыҡылар уҙып китте, тиҙҙән алпан-толпан атлаған Шахтер яҡынлашты. Хәйнуров тегегә ипле генә өндәште.

– Ыслушай, ҡустым, а-анауҙа ултырған ғәрип кенә оло кешенән ғәфү үтенергә тейешһең.

– Исеме Борис шикелле. – Быны мин әйттем.

– Ярай һуң, – кисәге насар тәртибен беҙҙән башҡа ла тәнҡитләүселәр булғандырмы, һүҙ көрәштермәне Шахтер. Куртка иҙеүҙәрен кәптереп, бүркен текә генә итеп ҡырынайтты һәм аҡлы-һарылы ҡыу ҡамыштар тырпайышҡан ярлауға ыңғайланы. Нисектер күңелгә еңел булып ҡалды.

– Ҡара әле теге нәмәң менән... – Хәйнуровтың ҡыҙыҡһыныуы аңлашыла, борола биреп ултырып, ҡармағынан бигерәк ҡамышлыҡҡа йышыраҡ күҙ һалғылай.

– Былай ҙа күрәм, – тинем дә үҙен әләкләгәндәй сурытам ғына. – Дә-әк, тәмәке тарталар! Шахтер яртылаш бүҫкәргән шешә сығарҙы рюкзагынан. Ыслушай, беҙ кемдән кәм?

– Кәм шул, кәм. Ярай, үкенмәйек, эскән килеш балыҡ тотоуҙың ҡыҙығы булмай ул...

– Быныһы дөрөҫ. Әйҙә, Хохолдар яғына барып ҡарайыҡ. Ултыралар бит, значит, ҡаба...

– Дә-ә, кисә ҡапҡан икән ул балыҡ! Һо-оп, бына сыҡты шырт балыҡ... Ерш булған ерҙән ҡасҡаның хәйерле.

Ана шулай тегендә-бында урап, әтәк-һәтәк һөйләшеп, төш ауғансы тиерлек йүнле урын таба алмай ҡаңғырҙыҡ. Инде сөмәкәй, йәтеш ергә юлығып, ап-аруҡ эре балыҡтар сиртә башлағайны, һөрән һалды Бишук. Аңғарманыҡ. Беҙгә яҡыныраҡ мәкеһенә өңшәйеп ултырған Ваня тороп баҫты ла ҡабатлап ҡысҡырҙы:

– Сәғәт дүрттә трактор ҡуҙғала. Кем ҡайтырға теләй – йыйына башлаһа ла ярай.

– Ауылдыҡылар гелән шулай ҡылана торған. Әле эңергә хәтлем биш сәғәт буйтым маташырға мөмкин, – Хәйнуров ризаһыҙлығын да, икеләнеүен дә йәшермәне. – Иртәгә лә ял, тик трактор әллә була, әллә юҡ. Беҙ төшкә тиклем генә йөрөйәсәкбеҙ. Өс тулдымы – выжт. Бер минут та көтмәй Бишук.

Ниңәлер эс боша башланы. Ҡайта ҡалһаҡ, тере балыҡтарҙың арҡаһына ҡармаҡ кәптереп, инеш тамағында өс-дүрт ергә һалырға өлгөрмәүем генә йәл. Ҡайҙа шырт балыҡ йыйыла, шунда мотлаҡ була шыуғалаҡ шамбы.

– Ашап туймағанды, ялап туймаҫһың... – Хәйнуров һаман һөйләнә. – Аяҡ өшөй, унты кибеп бөтмәгән әллә... Иртәгә ҡараңғынан тороп килербеҙ. Еңелсә генә күтәренеп. Йәшник алмабыҙ, бырау ҙа кәрәкмәҫ.

Йәһәт кенә йыйындыҡ. Степаныч, Петровтар, йәнә өс-дүрт кеше ҡыбырламаны. Йөгөн еңеләйтеү өсөн чехолына тығып, Степаныч бырауын миңә тоттороп ебәрҙе.

Тәмле уха бешереп, бәрәңге ҡыҙҙырып ҡуйғайны әбекәй. Әбекәй, тип хатараҡ әйтәмдер – ул тиклем ҡарт түгел хужабикә. Ярайһы теремек, тауышы көр, йөрөшө лә ах-ухһыҙ ғына. Кисә Хәйнуров китеп, Степаныч башын түшәккә терәгәс, йәнә һөйләшеп ултырҙым әле үҙе менән.

...Ошо ауылда тыуған. Комсомол путевкаһы менән Мәскәү яғына төҙөлөшкә ебәрелә. Ауыр саҡ. Әхирәтенең тыуған көнөн байрам итер өсөн ашхананан аҙ-маҙ аҙыҡ сәлдергән өсөн төрмәгә ябалар. Алты айҙан сығаралар. Өфөлә эшләп ҡарай – мандый алмай, дөрөҫөрәге, ҡырын ҡарайҙар. Шуға йәне көйөп, ауылға ҡайта, кейәүгә сыға; күп тә тормай, ире үлә. Малайы, ана, утыҙын тултыра. Эшкә киткән еренән Себерҙә ҡалған. Өйләнгән шунда, бәләкәй булһа ла фатир биргәндәр. Ярҙамы әллә ни юҡ та... Япа-яңғыҙ ғына ҡаңғырмай икән апайың. Кистәрен, бигерәк тә байрамдарҙа, уға ауылдың тол бисәләре йыйылып ултыра. Ойоҡ бәйләйҙәр, кәрт һуғалар, китап уҡыйҙар. Ысынлап та, тәҙрә төбөндә кәрт өйөмө, япмалы шүрлектә элегерәк сыҡҡан, мәгәр уҡымлы һәм фәһемле генә китаптар шәйләнә шул. Тағымы? Тағы әбекәй пенсияһының аҙлығына зарланғайны. Артығыраҡ тейеш, тик ул кәрәк ергә кәрәк ҡағыҙҙарын ебәрә алмай, имеш, һаман.

Сәй эскәндә шуны иҫкә төшөрөп, Хәйнуровтан ярҙам итеүеп һораным. Сөнки ул хаттар бүлегендә оҙаҡ эшләгән, бындай мәсьәләләрҙә ап-аруҡ йышылған кеше. Уны-быны һораштырғас, ручка, ҡағыҙ алып, кәрәк нәмәләрен яҙып ҡуйҙы, мин иһә ҡыланыбыраҡ:

– Иптәш Хәйнуров, мин был пенсияға өҫтәмә юллау эшегеҙҙе күҙәтеп торорға вәғәҙә бирәм, – тинем. – Сөнки электр сәйнүге өсөн дә оят бит әле беҙгә, – тип тә өҫтәгәйнем, хужабикәнең тамам күңеле булды. Үҙе тиҙҙән эре биҙәкле ҙур шәлен ябынып, ҡунаҡҡа китте.

– Падрушкалар саҡырҙы, – тине ул сығыр саҡта күңелле генэ. – Танцевать итәбеҙ...

Әбекәй киткәс, Хәйнуров көлөмһөрәп алды.

– Мин апай тигән булам, ә ул минән дүрт йәшкә кесерәк... Дэ-эк, Каримушка үҙ «клубына» китте, мине лә көтәләр «казино»ла.

– Ярай, кейемдәрҙе оҫта киптерәһең, теләһәң, йоҡлап ал. Степанычтар ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтыр, моғайын.

Ә тышта яҡты, ҡояш байырға байтаҡ ваҡыт бар әле. Урамда һирәк-һаяҡ кешеләр тегеләй-былай уҙа. Йырлағандары бар, ҡырын тейәгәндәре күренә, һылтауы – байрам даһа бөгөп. Өҫтәл йыйыштырған арала үҙ алдыма тиерлек һөйләндем.

– Фәҡир кеше йомартыраҡ була, – тинем. – Ҡыҙыҡ...

– Нимәһе ҡыҙыҡ? – Элеп алды һүҙҙе Хәйнуров ах та ух унтыларын киптереүгә йәйгән арала. – Һаран, мут, уғры әҙәмдәр бай була инде.

Шул саҡ мин Асылыкүл ярында булған фәһемле генә ваҡиғаны иҫенә төшөрҙөм.

Анау уртаҡ танышыбыҙ – машиналы инженер Солтанов менән балыҡҡа барҙыҡ. Ауыл ситендәрәк фатирға төштөк кис. Һораштыҡ инде тәүҙә, кем индерә, кем яңғыҙ. Индерҙе берәү, өйө йылы. Шунда ашап-эсеп, өй хужаһын Өфө күстәнәстәре менән һыйлап ултырған арала, Солтанов белешә ҡуйҙы:

– Һинең аҙашың – үрге остағы Фәлән туған нисек йәшәп ята?

– Һәйбәт, донъя бөтәйтә... – тине хужа ғәмһеҙ генә. Солтанов та һүҙ араһына ҡыҫтырғандай ғына әйтеп һалды:

– Шулайҙыр. Донъяла унан да һаран кешене күргән юҡ. Бер ете йыл элекме, фатирға төшкәйнек. Бәләкәй өйөндә йоҡлатты, аҡса алды – һыуҙан башҡа бер нәмәһен бирмәне.

Һөйләп бөттөм ҡыҫҡаса ваҡиғаны старшийға:

Ултыра биргәс, хужабыҙ синнегенә сығып, ярты түшкә өйрәк тотоп инде лә миңә ҡушты: «Ошоно бешереп ебәр, улым. Бәрәңге, һуған – баҙҙа. Атыу бигерәк һимеҙ була...»

– Солтановтың хәбәрен хужа үҙенә төртмәс тип аңлағандыр, – тип көлөмһөрәне Хәйнуров. Ул кейенеп бөткәйне.

– Шулайҙыр, – тип йөпләнем мин. – Таныш түгел мосафирға тота килеп өйрәк тәҡдим итһен әле. Өҫтәлдә ризығыбыҙ булмаһа, бер хәл. Так что, Кәримә апайыбыҙ, фәҡир генә йәшәһә лә, йомарт, изге күңелле кешеләр иҫәбенә инә.

Сығыр саҡта Хәйнуров мине иҫкәртеүҙе кәрәк тапты.

– Бер-бер теге былағай, Шахтерҙы әйтәм, килеп йөрөһә, индермә лә ҡуй. Кисә алдан һыпыртты бит. Иптәштәре боҙҙа әйтеп ҡалған: ҡайт та мейескә ут яғып ебәр, тигәндәр. Тыңламаған, ятҡан да йоҡлаған...

Яуап биреү урынына яурындарымды ғына һикерттем.

* * *

Эйе, ҡараңғы төшөүгә генә берәү туҡылдатты ишекте. Астым – инде. «Иҫәрләнгәндер... Тауыҡ кетәгендәй өйөнә балыҡсылар индерә башлағас...» – тиеберәк һөйләнде ҡатын китешләй.

Ишекте лә элмәй, ут та тоҡандырмай ҡараңғы, ләкин йылы өйҙә сырым итеп ятам. Уйландыра, үкендереп тә ҡуя: йә, байрам көнө ғаиләң эргәһендә король һымаҡ ултырһаң ни була, йөрөйһөң ҡарт ишәктәргә эйәреп, тигәндәй мейенең ҡай ерендәгелер бер тауыш.

Тиҙҙән Степаныч ҡайтты, ашап-эсеп, тиҙерәк төнәргә ашыҡты.

Урамда кемдәрҙер ҡысҡырып көлгәнгә уянып киттем һәм тәҙрәнән урамға баҡтым. Әһә, Кәримә әбейҙе бер әхирәте – әллә баяғы ҡатын, оҙата килгән. Урыҫса таҡмаҡ әйтеп, бейергә маташалар. Кемеһелер папирос ҡабыҙып ебәрҙе. Әллә апай инде... Утты тоҡандырып, яурынға бушлат, аяҡҡа әбейҙең быйма башын эләктерҙем дә тышҡа йүнәлдем. Эргәләренән үтешләй, үҙемде танытҡас:

– Кәримә апай, мин иптәштәрҙең хәлен белергә барам, – тинем. – Өйҙә Степаныч йоҡлай...

Хужабикә ни әйткәндер, эргәләренән үттем дә киттем. Тәүҙә ҡалҡыуҙағы алты мөйөшлө өйгә индем. Ятҡандар ята төпкө бүлмәлә уны-быны түшәп, боҙҙан яңы ҡайтып, түрбашта сәй-мәй эсеп, тәмәке көйрәтеп ултырғандар ҙа бар. Кемдер, ниҙер етмәгәндәй... Белештем, кис балыҡ арыу ҡапҡан икән. Петровтар мине табынға ҡыҫтаны, баш сайҡап, урам аша «казино»ға юлландым. Мәж килә унда ағай-эне. Өй эҫе, тынсыу, ишекте ҡыҫып, ваҡыт-ваҡыт елләтеп алалар. Иҫке гәзит уҡыштырҙым да, ҡайтырға сыҡтым.

Иртәнсәк теләгәндәр төшкә тиклем боҙға төшә, теләгәндәр өйҙә ҡала икән. Махсус отгул-көн алып, киләһе аҙнаға тиклем ошо ауылда ҡалыусыларҙан тыш, бөтәһе лә тиерлек балыҡҡа йөрөп әйләнергә ниәтләй.

Ҡайттым. Апай өйҙә баяғы әхирәте менән сөкөрләшә. Мине күреү менән ҡунағын ай-вайына ҡуймай ҡайтарып ебәрҙе. Ҡыуып тигәндәй. Күрәһең, апай беҙҙән, гәзит кешеләренән, бер аҙ тартына шикелле. Ятыр алдынан ул миңә бер ҙә тотонолмаған алюмин көрөшкәмә бал – һарғылт эсемлек һалып бирҙе. Өс литрлы банкыға ғына байрам хөрмәтенә ҡойған икән. Артыҡ әсемәгәйне, ике тынала һемерҙем дә, көрөшкәне, Өфөлә яңыны алырмын әле тип, апайға бүләк иттем, һөт, мәтрүшкә ҡайнатырға йәтеш тип, эй ҡыуанды.

Степаныч күптән йоҡлай, арығандыр, оло кеше бит. Ғәҙәтенсә, апай ишегенә келә һалды ла ятты. Тәҙрә төбөндә уятҡыслы иҫке сәғәте генә зыңҡ-зыңҡ ғүмер һанай...

Ишек туҡылдай, әһә, ҡайтҡандыр кәрәпсе Хәйнуров. Сығып астым ишекте, ниңәлер уға Бишук та эйәргәйне. Аулаҡлап берәй нәмә «өҫтәргә» микән уйҙары? Булыр...

Юҡ икән дә. Шахтер бер-бер бында ултырмаймы тип эйәргән икән Бишук Хәйнуровҡа. Ҡайтмаған, ти, бит теге һаман. Инде сәғәт бер тула. Степаныч түшәгенә ҡалҡынып ултырҙы.

– Иң аҙаҡ тигәндәй мин сыҡтым ҡайтыуға. Минән аҙаҡ – Петровтар. Тә-әк, Шахтер һаман йөрөй ине шул ҡамышлыҡ эргәһендә. Теге һыңар күҙ уға өс метрлыҡ ҡына ауын ҡалдырып китте. Ҡороулы көйө. Шуға әүрәгәйне Шахтер, ваҡыт-ваҡыт балыҡ эләккеләй ине шикелле.

– Шахтер беҙҙең арттан ыңғайланы, ҡараңғы төшә башлағанда, ти Петровтар, – аптыранды Бишук нәҙегәйә төшкән тауышы менән. Кәйефе юҡ ине уның. Йә, насармы-яҡшымы, ун йыллап йөрөткән «ГАЗ»-ды осһоҙ хаҡҡа ғына үҙеңә алырға йөрөгәндә, һис кәрәкмәй бындай йәмһеҙ ваҡиға... Ярай ҙа табылһа имен-аман... Яҙатайым Ҡариҙел яғына атлаһа?.. Айнып бөтмәгәйне, тиҙәр. Бүре ботарлаһа берәй алаңғыртта?.. Туңып ятһа берәй лапы аҫтында?.. Төндәр һалҡынса бит, таңға табан бәрәс батмаҫлыҡ туңдырғылай әле иреү ҡарҙы, шәреле күләүектәрҙе. Хоҙай һаҡлаһын! Ярай, старший эргәлә, ул баш ватһын әйҙә.

 

Сығып, күпергә өймәкләшеп, тәмәке ҡабыҙҙыҡ. Ҡайһы өйҙә ут бар, шуны тикшерергә киткән икән өс-дүрт кеше: ғәфү итегеҙ, һеҙҙә ултырмаймы, һеҙгә инеп сыҡманымы Өфөнән килгән йыуантаҡ, ҡара ҡашлы балыҡсы? Шулайыраҡ кейенгән...

Күрмәгән берәү ҙә. Кемдер үсәне: йәтеш... Нишләргә? Кемдер ҡул һелтәне: хәжәте бер тин ине... Хәйнуров эҙләү ойошторорға тәҡдим яһаны. Уйындыр шул... Кеше бит ул, мал түгел... Бергә килгәс, бергә ҡайтырға тейешбеҙ. Нисек тә, ниндәй юл менән дә табыу фарыз.

– Милицияға хәбәр итһәк?

– Телефоны ҡайҙа, ти.

– Улар ҙа төндә эҙләргә ҡырсынып тормай инде. Ҡасан килә әле...

– Улар килһә лә, тәүҙә беҙҙе ебәрәсәк: эҙләгеҙ, табығыҙ, тип. Шулаймы?

– Шулай. Милицияға таңға хәбәр итербеҙ. Тапмаһаҡ ҡына, – тине Бишук ҡәтғи генә. – Эҙләмәйенсә булмаҫ! Беҙҙән, йәғни гараждан, йәшерәк һәм көслөрәк Петров барыр. Слесарь Ванька.

– Беҙҙең аранан һин инде, – Хәйнуров минең яурынға ҡағылды. – Тайгала хеҙмәт иткән, юғалған бер офицерҙы эҙләүҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ...

– Булды ундай хәл, – тинем. – Ләкин ул аҙашмағайны, ә атылыр өсөн махсус һыпыртҡайны урманға. Бисәһенә асыуланып...

– Ысынмы? – Кемдер мине һаман һөйләндермәксе. – Вәт һиңә...

– Ысын, тине бит – баста, – Хәйнуров етдиләнде. – Үҙем барһам, йөрәк насар...

– Ике кеше лә етер, – тауышым ышаныслы сыҡты. – Фонарь, сәғәт, бәке...

Кемдер өҫтәне:

– Бутерброд, сәйле термос, тартырға...

– Еңел рюкзак бирәм. Фонарь икегеҙҙә лә булһын.

Барыһы ла тиҙ әҙерләнде. Өлкән Петров бәләкәй балтаһын бирҙе, еңел генә көрәк тә табылды «казино» тирәһендә.

– Һарҡыуға төшөр саҡта бәләкәй ялан бар, уң яҡта, былтырҙай ҡалған кәбәнем ултыра. Шуны үртәгеҙ. Кәрәге юҡ, мал тотмайым. Яныр, моғайын. Ут-ялҡынын күреп, аҙашҡан бәндәгеҙ ауылға ҡайтыр, – термосҡа эҫе сәй тултырған арала әбекәй шулай һөйләнде. Ул мәлдә был ябай ғына тәҡдимдең эскерһеҙ, игелекле йөрәктән әйтелеүепә әһәмиәт тә бирмәгәнбеҙ икән. Мин был хаҡта Өфөгә етәрәк, юлда ғына иптәштәргә һоҡланып әйтәсәкмен... Вәт һиңә «тюремщик» ҡарсыҡ, берәүҙәр, кеше аҙашҡанға үсәп, йәтеш, тигәндә, ул барлы-юҡлы мөлкәтен дә йәлләмәй.

Төнгө ун икеләрҙә, эттәрҙе лауылдатып, дөм ҡараңғы урман юлынан атланыҡ. Таңғы һыуыҡта. Бер аҙ туңдырыуы ихтимал – шыйыҡ болоттар араһынан йондоҙҙар һағайыулы емелдәшә, һөйләшмәй атлайбыҙ. Ана ҡалды һулда лабаҡ кәбән йораты. Тас боҙ, лыс һыуҙыр – ләүкеп янмаҫтыр. Маташманыҡ, ары атланыҡ. Юлда ҡарайышып ятҡан, йыуан, тамыры менән ауған ағас тирәләрен сылт-мылт яҡтыртабыҙ: бер-бер Шахтер ятмағайы хәл йыйып...

Кисә трактор боролған дуғала, юлдың өҫкө сатында, билән яғына һуҡмаҡ, дөрөҫөрәге, тапанды шәйләгәйнем. Уйлап та ҡуйғайным: моғайын, һунарсылар йөрөгән... Ниңәлер күңел шунда тартылды. Шул урынды ҡапшау хәйерле. Шахтер эңерҙә түмәләс һыртына менде, ти. Ҡарурман, уңға ла трактор юлы, һулға ла... һулға тартылдымы, башы зәңкегән килеш китте лә барҙы тапандыға ҡайырылып. Юл ни уға, һуҡмаҡ ни.

Юрауҙар юш килде: тапандынан итекле әҙәм уҙғайны. Тегеләй, билән аша. Нәҡ Шахтерҙың ҙур, эстән йылы тоторлоҡ сүс йәбештерелгән итеген күҙ алдына килтерҙек тә, бер тәмәке тартып алыу менән юлларға ынтылдыҡ. Йәш мужик Иван, былай ҙа өндәшмәҫерәк әҙәм, ләм-мим өнөн дә сығармай тыңлаусан ҡолондай арттан ҡалмаҫҡа тырыша. Төкөрөнөп ҡуя шулай ҙа. Йә ете төн уртаһында йоҡо ҡалдырып, аяҡ талдырып, эҙләп йөрө инде бер тиҫкәрене. Балыҡ шәп ҡабырға тейеш бөгәсә, тинеләр. Шулай инде, балыҡсыны өмөт дәртләндерә: иртән ҡапмаһа – кис, бөгөн ҡапмаһа, иртәгә ҡабыр әле...

Барабыҙ, барабыҙ. Әһә, бынау йыуан ҡарағай төбөндә туҡтап, баҫҡан килешме, һөйәлгән көйөмө ял итеп алған. Тәмәке төпсөгө шәйләнә ҡарҙа.

Бер-икешәр йотом сәй уртлайбыҙ ҙа алға ырғылабыҙ. Туҡтап һөрәнләйбеҙ – яуап юҡ. Ҡаһылдап ғәләмәт дәү өкө осоп ҡаса. Йөрәктәр дарҫлап тибә. Бәләкәйҙән тау- рман ҡосағында үҫкәнгәме, әллә ни ҡурҡҡан юҡ былай, мәгәр таныш булмаған урман ятһырата, шикләндерә кеүек.

– Эһе-һә-эй! – асығыраҡ урында һөрәнләп ебәрҙем, тик әһәүләүем һаңғырауыраҡ сыҡты, әллә ни яңғыраманы. Ҡушҡанды үтәп, Иван ҡысҡырҙы – һөрәне ҡеүәтлерәк, тамаҡ төбөнән, ата боландыҡы һымағыраҡ – тын да алмай тыңлайбыҙ. Т-с-с, үҙәк буйынан ниндәйҙер хәлһеҙ әһәүләү салынды ҡолаҡҡа. Булды! Табылды юғалған хәстрүш!

Йәнфарман, бата-сума йүгерәбеҙ тар, ҡалын ҡарлы һуҡмаҡтан.

Һүрәнке генә ялпылдап усаҡ яна. Эргәһендә Шахтер торған була бәзрәйеп. Боһоратып сәй һемерәбеҙ. Тәмәке тартабыҙ. Балыҡ өтөп ашаған был, шуға һыуһаған, ҡар ашаған икән – тамағы бөтөнләй ҡарлыҡҡан. Орошмайбыҙ ҙа, ормайбыҙ ҙа. Табыу менән елкә төбөнә биргеләп алығыҙ, тиһәләр ҙә, ауылда ҡалған юлдаштар. Усаҡ эргәһендә ҡыҙынып, ойоп ултырып, бер итегенең башы иреп янғанын да һиҙмәгән, бахыр. Муйынындағы шарфын силғау һымаҡ урап кейергә ҡуштым. Тыңланы. Һөйләнмәй ҙә, аҡланмай ҙа теге.

Сәғәт өс тула, – тине лә Иван, үҙе ниңәлер усаҡты ҡағыштырып ебәрҙе һәм утҡа берсә алды, берсә арты менән әйләндс. Арҡаһы өшөгәндер.

Таңғы алтыға көскә ҡайтып йығылдыҡ.

* * *

Ниҙер шалтырауға иҫнәй-иҫнәй уянғанда, бәләкәй өй эсе, яҙғы ҡояш нурҙары тапҡыр төшкәнгәме, яп-яҡты ине. Әбекәй яңы сәй ҡуйып йөрөй. Торғо килмәй, төнгө көсөргәнештә бөтә тән ҡаҡшаған кеүек, гәрсә теге бәдбәхеттең имен-аман табылыуыпа күңел ҡәнәғәт. Ана бит, стеналағы көҙгө аҫтына әбекәйҙең йәшерәк сағында аҡ тауарға «Хәйерле иртә!» тип сигелгән яҙыу ҙа сәләмләп торғандай.

– Уяндыңмы, разведчик?

– Эйе. Хәйерле иртә...

– Тор, ҡаты сәй эсһәң, тағы әллә ҡайҙарға сығып китерһең әле.

– Һыуығыҙ тәмле. Бирегеҙ әле тәүҙә ҡайнамағандан берәй көрөшкәне...

Өй әле бушап ҡалғай кеүек – ҡарттар юҡ, кейемдәре лә күренмәй – боҙҙа ултыраларҙыр өңшәйешеп. Шахтерҙы юллап китергә торғанда нимә тигән була әле Степаныч: «Һин табып килтер шуны, ә беҙ күмәкләп һиңә балыҡ тотоп бирербеҙ». Алырһың ул ҡарт һыҡмырҙан берәй нәмә... Бирһәләр ҙә, алмам. Тотмаған-ашамаған нәмә түгел әле.

Кемдер ишек ҡаҡты, ипле, әммә көр генә өндәште. Шахтер ҙаһа! Апай миңә ҡарай. Мин көлөмһөрәйем: үҙең баш, үҙең түш өйҙә. Әбекәйем дәртләнеп ишек асырға йүнәлә. Уның, моғайын, аҙашҡан әҙәм менән гәпләшәһе лә килгәндер.

– Һаумы, Кәримә апай? – тине теге әбекәйҙе күптәнге танышылай күреп. Ҡара һин уны, телен онотмаған даһа был Шахтер.

– Һау әле, һау, үҙең нисек һуң?

– Иҫән-һау ҡалынды... Рәхмәт инде бөтәгеҙгә лә. Уйламағанда аҙаштым да ҡуйҙым.

– Аҙашырһың да белмәгән урманда. Әйҙә, инеп һөйлә, сәй эсерһең.

Инделәр, ултырыштылар. Мин карауатта йәйелеп ята инем, үҙенә ҡарағас, Шахтер, уң ҡулын күтәреп, сәләм биреүен аңғартты. Баш ҡаҡтым рыяһыҙ ғына. Ысынлап та, үҙен иҫән-һау, ғәйебен танып, көсәнеберәк йылмайыуын күреүгә шат инем.

– Әстәғим, итегеңдең башын айыу тешләнеме умырғансы? – Әбейҙең тештәре теүәл булмаған уртын ҡымтып мәрәкәләүенә, Шахтер һуҙып ҡына: «Булды инде...» – тип көлөмһөрәне. Былар икәү-ара ихлас һөйләшергә керешмәһендәрме, һиҙеп ятам: ҡайҙан тапҡандыр, ярты килтергән теге ҡуйынына тығып, шуның менән мине, әбейҙе һыйларға иҫәбе.

– Иртәгә эшкә бит, – ошо һылтау менән баш тарттым. Кәримә апай, һиҙеп ятам, тамаҡ ҡырҙы, тимәк, кәкте Шахтер һалғанды миңә арҡаһын ҡуйып. Тора-бара телдәре сиселде быларҙың. Ҡунаҡтың ҡыҙарған ҡуңыр күҙҙәре теремекләнде, елһерәгән сырайы яҙылды.

Апай үҙ хәлдәрен һөйләне, Шахтер – үҙ яҙмышын. Эстәрле яғынан икән тыумышы. Армиянан ҡайтҡан да, Өфөлә бер йылдай шофер булып эшләгән, шунан ике туған ағайы йәшәгән шахтаға олаҡҡан. Өйләнгән, һәйбәт фатиры бар, ике ул үҫтерә, олоһо быйыл техникум бөтөрә икән. Ата-әсәһе иртәрәк ингән гүрҙәргә... Пенсияға сыҡҡан да былтыр, Өфөлә ҡиммәткә гепә, бер ауылдаш апайы эргәһенән ағас йорт һатып алған. Тик ғаиләһе ҡайтмай ҙа ҡайтмай, имеш, төкөрөк туңыр һыуыҡ яҡтан.

– Ҙурайһа, балаларҙы тыуған-үҫкән еренән айырыу зерә ҡыйын икән ул. Өфөгә бармайбыҙ, тиҙәр. Уҡыған мәктәбен, иптәштәрен ташлағылары килмәй, – тине Шахтер уйсан ғына. – Минең, мәҫәлән, Өфөлә йәшәгем килә. Ҡатын да риза. Пенсиям арыу ғына, шулай ҙа тик ятмайым тип, землягым Сафа эргәһенә эшкә урынлашҡан булдым. Бына шулай ике арала йөрөлә инде аҙашып...

– Әле яңғыҙ ғына йәшәйһеңме инде?

– Шулай шул...

Уфтанып ҡуйҙы Шахтер. Йәл дә һымаҡ үҙе. Әсенеүле һынамыштары уйылды хәтергә: «Ҙурайһа балалар... Кешенең тәғәйен генә тыуған ере, торған ере була, ҡартайыр ер, донъя ҡуйыр ере лә үҙенә алдан уҡ оҡшарға тейеш тә бит. Тормошта һин теләгәнсә генә килен сыҡмай, шуныһы үкенесле».

Барыбер йоҡо ҡасты тип, карауатҡа ҡалҡынып ултырҙым. Бик ҡыҫтағастар, эргәләренә һыйынып ултырҙым. Шахтерҙың ҡайһы ерҙә аҙашып китеүен баштан-аяҡ аныҡланыҡ. Ҡайтыр саҡта Борис, кисә кис инде, быға эре генә өс опто биреп ебәргән икән. Шуның икенсеһен көлдә өтөп ултырған сағында ишеткән беҙҙең һөрәнләүҙе. Ә утты ул элекке усаҡ урынына яҡҡан, һунарсыларҙан ҡалған усаҡтыр, тинек өсәүләшеп бер һүҙҙән.

– Йә инде, арҡала пуф йөкмәп йөрөтәм, шуны өрөп ултырһам, ни булған? Алйығанмындыр инде...

– Әллә осаңа һыуыҡ үткәрҙеңме? Ҡайт та ыуынып ят. Ҡайҙа әле, йөн ойоҡ бирәйем үҙеңә!... – Кәримә әбей карауат аҫтынан тартып, дәү, хан заманғы сумаҙанын аҡтарҙы.

– Һатып ал, осһоҙ ғына, – тинем Шахтерға шыпырт ҡына. Аҡсаһы бар икән, шундуҡ иҫәпләште хаҡын, һөйөнөстән хужабикә иҫкергән төплө быйма ла индереп бирҙе.

– Кеше көлдөрөп, тишек итек менән йөрөмә. Ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, ошоно кей, ҡайтҡас, ташларһың... Сафаға әйт, сәйнүккә йылытҡыс тимер ебәрһен.

– Ярай, үҙем ебәрәм. Яп-яңы сәйнүк, йәме.

– Рәхмәт инде, рәхмәт.

Бер аҙ ултырғас, тоҡтарға бәрәңге тултырырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙөм. Шахтер киткәс, был эште лә йәтешләп теүәлләнек Кәримә апай менән.

Инде мин барҙым Шахтер эргәһенә. Итектәрен кузовҡа ырғытҡан да, төплө быйма кейеп алған был. Иван да торғайны, ул да өй хужаһы күҙәтеүендә баҙҙан эре, һайландыҡ бәрәңге сығарырға кереште.

Урамға ыңғайланыҡ.

– Семья ҡайтһа, дача урынына ошо өйҙө алыр инем, валлаһи, – тине Шахтер хискә бирелеп.

– Мәйелең. Өфөлә лә дача һымаҡтыр ул өйөң.

– Булһа ни. Бында йәмле, һауаһы күкрәкте киңәйтә!

Арлы-бирле күпер тирәһендә йөрөштөргәндә, әлһерәшеп иптәштәр ҡайтыша башланы. Арыу ҡапҡан, ти, бөгөн балығы ла. Иң аҙаҡ көскә килеп инде минекеләр.

Ҡыҙыҡ, юлда Шахтер менән берәү ҙә һөйләшмәне тиерлек. Алдан һүҙ ҡуйышып, бойкот-фәлән иғлан иткәндәрме, асығын белмәнем. Ихтимал. Юлдаштарҙы уфтандырып, бәғзеләреп төн йоҡлатмағаны өсөн танауын емермәгәнгә рәхмәт әйтһен.

...Бер нисә көндән Хәйнуров инеп сыҡты эш урыныма. Кәримә әбейҙең пенсияһы буйынса хат ебәргән икән. Шахтерҙы телгә алдыҡ, ул яп-яңы сәйнүк тотторған Бишукҡа. Барғаныңда Каримушкаға индереп бир, сәләм күндер, тигән.

– Ыслушай, иртәгәһенә тегенең янған итеген цехтың пожарный щитына элеп ҡуйғандар, әй. Эт тә инде беҙҙең халыҡ...

Ихтимал. Бик тә ихтимал...

Сабир Шәрипов.

Читайте нас: