Үҙен телефонға саҡырғандарын ишеткәс, киләһе дәрестең планын ҡараштырып ултырған Зәлифә һиҫкәнеп китте: “Тағы мәғариф бүлегенән шылтыраталармы икән?”
- Һаумы, Зозуля! Хәлдәр нисек?
Телефондың теге осонан ишетелгән ҡалын, тупаҫ тауыш, әйтерһең, ҡолағына яңғыраманы, ә осло беҙ булып, туп-тура йөрәгенә барып ҡаҙалды, сөнки “Зозуля” тип уға Фирая ғына өндәшә ине.
- Слушай, Зозуля, ун биш йыл күрешкән юҡ, бәлки, ошо аҙнала Өфөгә килеп сығырһың?
Фираяның “Зозуля” тип мыҫҡыллап өндәшеүенән күпме ғүмер башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләп, коллегалары, ата-әсәләр, ғөмүмән, ауыл халҡы араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған, район мәғариф бүлеге тарафынан әллә нисәмә Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнергә өлгөргән Зәлифә Мансур ҡыҙының арҡаһы буйлап һалҡын тулҡын йүгереп үтте: “Ошо туҙға яҙмаған исемде Әхиәр менән ташлашҡанды белгәс йәбештергәйне, шикелле...”
- Берәй... йомош бармы?
- Йомош бар, әммә телефон аша һөйләшеү түгел. Адресты яҙып ал!
Шәмбе Зәлифә юлға йыйынды. Туғыҙынсы класта уҡып йөрөгән ҡыҙын, һәр ваҡыттағыса, район үҙәгенә барып киләм, тип алданы, ә ире эштә - Өфөгә барып әйләнгәнен белмәй ҙә ҡаласаҡ, сөнки маршрут автобустары хәҙер сәғәт һайын йөрөй. Ире артынан ишек ябылғас, көҙгөгә лә ҡарап тормай, плащын ғына эләктерҙе лә, алдан уҡ аҙыҡ менән тултырып, кәбәркәгә йәшереп ҡуйған сумкаһын алып, урамға сыҡты.
...Фирая уны иҫке биш ҡатлы йорт алдында ҡаршыланы.
- Нимә, ҡараның да ҡаттың? Танымайһыңмы әллә? Әйҙә, инә һал! – Фирая ошо йылдар эсендә шаҡтай үҙгәргән ине: ҡасандыр һарыға буялып, хәҙер алас-йолас төҫкә ингән сәстәре ике яҡтан сикәһенә туҙышып төшкән, ҡалғаны елкә тирәһендә һуҙмаҡ менән эләктерелгән, күҙҙәре шешмәкләнеп тора, кәүҙәһе тулыланған...
Зәлифә сумкаһын иҙәнгә ҡуйып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына түргәрәк үтте һәм ишек төбөндәге ултырғысҡа сүгәләне. Бүлмә эсендә күҙгә салынырлыҡ артыҡ йыһаз күренмәй: һул яҡта диван, бәләкәй генә һыуытҡыс тора, уртала өҫтәл, ике ултырғыс, берҙән-бер тәҙрәгә һары таптар менән ҡапланған иҫке тюль эленгән, иҙәндә ситтәре һүтелгән балаҫ ята.
- Бына, әҙерәк күстәнәс килтергәйнем... - Зәлифә сумкаһын асып, иҙәнгә ҡаймаҡ, һөт, ҡайнатма, бал һалынған банкаларҙы теҙҙе.
- Шәп! – Ул арала хужабикә һыуытҡыстан шешәһе яртылаш бушаған араҡы сығарҙы, тәҙрә төбөнән ике рюмка алып, араҡы ҡойҙо. - Осрашыу хөрмәтенә!
- Һин миңә һалма, Фирая, - Зәлифәнең тауышы ҡалтыранды. - Эсмәйем.
- Элек эсә инең!
Фираяның кинәйәле, мыҫҡыллы ҡарашына юлыҡҡас, Зәлифә ирекһеҙҙән күҙҙәрен йомдо: “Күпме ҡабатланыр был ғазап? Күпме?”
...
1989 йылдың ҡышы ине. Редакцияла эшләгәндә Зәлифәнең әхирәте Нәсимә Фирая менән икеһен ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Тап шунда, клубта танышты ла инде Зәлифә Әхиәр менән. Аҡ ебәк күлдәк кейгән, нескә генә билен көмөш ҡайыш менән быуған, сәстәрен икенән үреп күкрәгенә һалған айҙай түңәрәк йөҙлө, оҙон керпектәр менән ҡаймаланып алынған сөм-ҡара күҙле ҡыҙҙы егет талғын бейеүгә саҡырҙы. Нәсимәнең: “Ҡара уны, сибәр булғас, ҡыҙҙарҙы бирсәткә урынына алыштыра, үҙе бик тәккәбер,” тип киҫәтеүенә ҡарамай, Өфөгә килгәс, Зәлифә уның менән осраша башланы. Икенсе йылдың көҙөндә туй яһарға һөйләштеләр. Әммә егеттең туйҙы көткөһө килмәне, ыжғыр, һыуыҡ ел иҫеп торған бер көндө Зәлифәне ятағына алып ҡайтты. Вальс әйләнә башлағас, алда мотлаҡ никах һәм туй буласағына ысын күңелдән ышанған иркәләүҙәргә ҡаршы тора алманы...
Әхиәр ике айҙан һуң ғына пәйҙа булды. Зәлифә юғары температура менән сирләп ята ине. Ҡыҙҙың кипкән ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырҙатып һөйләшкәнен күргәс, йөҙө ҡарайып:
- Нимә, әллә мин килгәнгә шат түгелме һин? – тип һораны. – Үҙгәргәнһең.
- Ауырыйым да... Нәсимә иртән врач саҡыртҡайны, хәҙер килергә тейеш... – тип шыбырланы Зәлифә.
- Минең апайҙар, ауырыһалар ҙа, һыр бирмәй, ирҙәре алдында бейеп йөрөй торғайнылар, ә һин торорға ла иренәһең! Тимәк, яратмайһың!
Зәлифә, беренсе күргәндәй, Әхиәргә аптырап ҡараны, асырғанып, нимәлер әйтергә уҡталды, әммә өлгөрмәне – егет ишекте ҡаты ябып сығып та китте.
Ғәрләнеүҙән, кәмһетелеүҙән күҙ йәштәрен тыя алмай, түгелеп илап ҡалған Зәлифә уның ни өсөн шулай ҡыланғанын белмәй ине әле, аҙаҡ ҡына Әхиәрҙең бай ғаиләнән сыҡҡан ҡала ҡыҙына өйләнергә йөрөүе тураһында ишетте...
Зәлифәнең яралы йөрәгендә башҡаса бер ваҡытта ла мөхәббәт йәшәмәҫ кеүек ине, әммә ярты йылдан типографияла машиналар йүнәтеүсе булып эшләгән Мәрүән уға үҙенең яратыуын белдерҙе. Моңһоу ғына йәшкелт күҙле был буйсан егет элек тә Зәлифәгә күҙ һирпеп үтә торғайны, ҡыҙ ҙа уны оҡшата ине, әммә егет үҙе өндәшмәгәс, ни ҡыла алһын?
Әммә ул үҙен Мәрүәнгә тиң түгел, тип һананы. Ул бит... Ул бит саф ҡыҙ түгел хәҙер! Нимә эшләргә һуң?!
Бүлмәләшенең хәл-торошон һиҙеп йөрөгән Фирая уға ярҙам итергә булды.
- Сафлыҡты тергеҙеп була ул, - тине ул бер көндө. - Апайымдың таныш врачы бар, әммә ҙур ғына сумма сығарып һалырға тура киләсәк.
Күп уйламаны Зәлифә - ярты йыл буйы өҫтәмә эштәрҙә эшләп, ҡайҙа иҙән, ҡайҙа һауыт-һаба йыуып, кәрәкле аҡсаны тупларға өлгәште һәм Фираяға тотторҙо. Уныһы, үҙ сиратында, Зәлифәне “һөйөндөрҙө” - апаһының танышы уны күптән көтә икән...
Әхиәрҙе тағы ла күрер, тип уйламағайны Зәлифә, әммә ул көтмәгәндә тағы килде. Нәсимәнең был ваҡытта класташ егетенә кейәүгә сығып, ауылда йәшәй башлаған ваҡыты. Фирая ла өйҙә юҡ, ә Зәлифә Мәрүән менән туйға әйбер-фәләндәр алыр өсөн магазинға сығырға йыйынып йөрөйҙәр. Бүлмәлә уларҙың икеһен күргәс, Әхиәрҙең күҙҙәре тоҙҙай булып, һүҙһеҙ ҡалды, һуңынан Зәлифәне коридорға саҡырып сығарҙы. Йөҙө бурлаттай ҡыҙарған, зәңгәр күҙҙәре ут кеүек яна. Баҡтиһәң, ул ҡатыны менән ярты йыл да бергә тора алмай, айырылышып ҡуйғандар. Сәбәбе – ҡатынының бала табырға теләмәүендә, имеш.
Ул Зәлифәнең ҡулдарынан алып, кире булырға өгөтләй башлағас, ишектә Мәрүән күренде. Ул эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлаған булһа кәрәк, сөнки Әхиәрҙе ситкәрәк саҡырып, ҡаты ғына итеп нимәлер әйткәс, Зәлифәне иңенән ҡосаҡлап, бүлмәгә ыңғайлатты.
...Туйҙар гөрләп үтте. Мәрүәндең ауылына ҡайтҡас, Зәлифә мәктәпкә уҡытыусы булып урынлашты, ә Мәрүән колхоз эшендә йөрөнө. Улдары тыуғас, донъялары тағы ла нығыраҡ түңәрәкләнгәндәй, яҡтырғандай булды йәштәрҙең.
Бәхеткә сорналып ҡына йәшәп ятҡандарында ауылға көтөлмәгән ҡунаҡ - Фирая килеп төштө.
- Оһо, шәп йәшәйһең! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул, ҡапҡанан инер-инмәҫ.
– Һаумы, Фирая! – Зәлифә бер мәлгә албырғап ҡалһа ла, әхирәтен күреүгә бик шат ине, шуға ҡаршыһына барып, ҡосаҡлап алды. – Әйҙә, ин!
- Инәм, кәнишнә! – Фирая иң тәүҙә баҡса тирәһендә йөрөп әйләнде, ҡаралтыларҙы байҡаны, шунан һуң ғына Зәлифә артынан эйәрҙе. – Шәп, шәп...
Сәйҙән һуң Фирая соланға сығып, кәбәркәне тикшерә башланы, кәштәләргә күҙ һалды, һандыҡты асып ҡараны.
Икенсе көндө Зәлифә Фираяның юл сумкаһын ауыл һыйҙары менән шыплап тултырҙы ла, туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы, ә бер ай үттеме-юҡмы, эшендә телефонға саҡырттылар. Был – Фирая ине.
- Вәт һин егеттең аҫылын эләктерҙе-е-ең... – тип хихылданы ул. - Әйт әле, кем арҡаһында?
Зәлифәнең йөрәге ҡайҙалыр аҫҡа төшөп киткәндәй булды.
- Һиңә рәхмәт, Фирая... Тик әле был турала һөйләшә алмайым, ғәфү ит... – ул сараһыҙлыҡ менән эргәһендә йөрөгән коллегаларына ҡарап алды, сөнки Фираяның тауышы уҡытыусылар бүлмәһендә яңғырап ишетелеп тора ине.
- Сибәр хур ҡыҙына өйләнгәндәй, табынып йәшәйме һиңә?
Зәлифә өндәшмәне.
- Мин булмаһам, Мәрүән һиңә өйләнеү түгел, иҙән сепрәге урынына ла ҡулланмаҫ ине! Эх, алданғанын белмәй шул, быҙау...
- Фирая! – Зәлифәнең ирендәре дерелдәй ине. – Шуның менән нимә әйтмәксе булаһың?
- Уны минең арҡала эләктергәнеңде онотманыңмы әле, тим.
- Юҡ, онотманым...
- Слушай, Зозуля... Ошо аҙна Өфөгә килеп кит әле.
- Ниңә?
- Кәрәк. И, бәрәңгеме, итме, һөтмө, йомортҡамы - тащи. Не откажусь...
Ошо һөйләшеүҙән һуң Зәлифә Мәрүәндән йәшереп кенә биш йыл буйы Фираяға аҙыҡ-түлек ташыны. Хәлле генә иргә кейәүгә сығып, икенсе фатирға күскәс кенә тынысланды “әхирәте”, Фираяға ун йыл ирек бирҙе.
Бына, тағы иҫенә төшөргән...
- Йә, һөйләп ебәр, нисек йәшәп ятаһың? – Араҡыһын үҙе генә һемереп ултырған Фирая шаҡтай иҫерҙе, халат кеҫәһенән шырпы сығарып, тәмәке тоҡандырҙы.
- Минең барыһы ла яҡшы, Фирая. Ә һин нисек?
Зәлифә уның иренән айырылып, яңғыҙ йәшәгәнен белә ине, йөҙө ҡомһарғанын шәйләгәс, был һорауҙы биргәненә үкенеп ҡуйҙы.
- Ә минең эштәр хөртөрәк. Шуға саҡырҙым да инде һине, Зозуля.
- Нимә менән ярҙам итә алам? – Зәлифәнең тауышы тамаҡ төбөнән ҡалтыранып сыҡты. – Тағы... ит, бәрәңге килтерәйемме?
- Аҡса.
- Аҡса? - Зәлифәнең йөрәгенә өшәнгес һалҡынлыҡ йүгерҙе. – Ни-нисә һум?
- Йөҙ.
- Йөҙ һуммы?
- Йөҙ мең!
Зәлифә таң ҡалып, ҡасандыр яҡын әхирәткә һанап йөрөгән ҡатындың шешенгән күҙ ҡабаҡтары аҫтынан мыҫҡыл менән ҡараған сәгер күҙҙәренә төбәлде.
- Фирая, ундай аҡсаны үҙемдең дә ғүмерҙә ҡулымда тотоп ҡарағаным юҡ!
– Мәрүән ҡосағында иркәләнеп йәшәгең килһә, табаһың инде, ха-ха-ха! - Шарҡылдап көлгән ыңғайға Фираяның ауыҙынан араҡы еҫе борхолдо. - Былай ҙа ун йыл борсоманым, рәхмәт әйт! Ҡыҫҡаһы, өс көндән йөҙ мең аҡса өҫтәлдә ятһын.
Зәлифәнең нәфрәттән тыны ҡыҫылды, әйтер һүҙен әйтә алмай, бер аҙ шымып торғас:
- Оятһыҙ икәнһең һин, Фирая... – тип шыбырланы.
Фираяның ваҡытынан алда таушалған, һоро төҫкә ингән йөҙөндә бер мускул да һелкенмәне, тыныс ҡына тәмәке көйрәтеүен белде.
...
Биш ҡатлы йорт подъезынан Зәлифә туҡмалған кеше кеүек килеп сыҡты. Йәштәренә быуылып, оҙон урам буйлап атлағанда күҙе алдында һаман да Фираяның ытырғаныс йөҙө тора ине. Әгәр аҡсаны килтермәһә, ул Мәрүәнгә Зәлифәнең үткәндәре тураһында барыһын да һөйләйәсәк! “Һин мине алдағанһың!” тип ҡысҡырасаҡ ире һәм уны өйҙән ҡыуып сығарасаҡ. Нимә эшләргә?!
Оҙаҡламай Нәсимәнең сираттағы хаты килде. Әхиәрҙең аварияға эләгеп, больницаға эләгеүе тураһында яҙған. “Хәле бигерәк мөшкөл. Бер ҡатын менән дә йәшәй алмағас, эсә башлаған ине шул, меҫкен ”, тигән әхирәте.
Үҙ хәсрәтенә батҡан Зәлифә хатты битараф ҡына уҡыны ла, ашъяулыҡ аҫтына тығып, тиҙерәк һыйырын һауырға сығып китте, ә өс көн үткәс, тейәнеп, иртә менән тағы Өфөгә юлланды. Бәлки, аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеп торһа, Фирая йөҙ меңде һорамаҫ, тип өмөтләнә ине ул.
Ауыр уйҙар эсендә йөрөп, ахыры, Зәлифә уяулығын юғалтҡан – бер кисте Мәрүән ҡапыл ғына уны ҡулынан тотоп алды:
- Аҙна һайын тиерлек, зур сумка күтәреп, Өфөгә сабаһың... Кемгә йөрөйһөң? – тип һораны. Йөҙө борсоулы, ҡарашы шикле.
Зәлифә ҡаушаны, ирендәрен саҡ ҡыбырҙатып:
- Туғаныма... – тине.
Алдама! Һинең туғаның ауылда йәшәй! -Мәрүән, ауыр итеп көрһөндө лә, тышҡа сығып китте. Тәҙрәнән күрә Зәлифә: ирендәре ныҡ ҡымтылған, яңаҡ мускулдары уйнай...
Мәрүәндең көндән-көн болоҡһой барған йөҙөнә ҡарап: “Аһ, әллә ул мәктәптә саҡта ауылға Фирая килеп киткәнме?! - тип үрһәләнә башланы Зәлифә. - Юҡтыр, әгәр килһә, Мәрүән өндәшмәй ҡалмаҫ ине... Ә ниңә ҡара янып йөрөй һуң?! Ниңә минең менән һөйләшмәй?! Нимә эшләргә - хәҙер бит Фирая эргәһенә лә барып булмаясаҡ, сөнки Мәрүән уның һәр аҙымын күҙәткән кеүек!”
Зәлифә башҡаса Фираяның ҡурайына бейемәҫкә, тигән ҡарарға килде, әммә бер көн телефоны шылтыраны. Фираяның тауышын ишеткәс, саҡ йығылып китмәне - Был – Фирая ине... Ҡайҙан белә уның номерын?!
- Теге ваҡыт, һин күрмәгәндә, сумкаңдан кеҫә телефоныңды алып, үҙемдең номерға шылтыраттым, Мәрүәндең номерын да үҙемдә һаҡланым, - тип хихылданы Фирая. – Ҡайҙа юғалдың, подруга? Ниңә был аҙна килмәнең?
Зәлифә устары менән битен ҡапланы: “Бөттө барыһы ла! Ниһайәт, Мәрүән егерме йыл алданып йәшәгәнен беләсәк һәм... Тик Зәлифә уны үлеп ярата бит! Нисек йәшәр унан башҡа, нисек? Ул да ярата... ярата ине...”
Бар алтын әйберҙәрен, әсәһенән ҡалған затлы йөҙөктәрҙе, беләҙектәрҙе һатһа ла, йөҙ меңде йыя алманы ул. Хәсрәт эсендә ут йотоп йәшәү, алда торған билдәһеҙлек сәләмәтлеген ҡаҡшаттымы, Яңы йыл алдынан ҡаты сирләп, түшәккә йығылды. Йүткереүе оҙаҡҡа һуҙылғас, Мәрүән ай-вайына ҡуймай уны район больницаһына алып китте.
Уколдар ҙа, таблеткалар ҙа ярҙам итмәгәс, үҙенең етди сир менән сирләгәненә тамам ышанған Зәлифә, бар көсөн йыйып, Мәрүәнгә:
- Үлеп китһәм, балаларҙы ташлама, йәме? – тине һәм күҙ йәштәренә быуылды. - Заһир ҙур инде, ә бына ҡыҙыбыҙ...
- Юҡты һөйләмә, Зәлифә!
- Мин бит һинең алда ныҡ ғәйепле, Мәрүән... Ғүмер буйы һинән йәшереп йөрөткән серем бар.
- Беләм мин ул сереңде, Зәлифә.
- Беләһең?!
- Һин бит уны ғына яраттың.
- Кемде? - Зәлифә ҙур асылған ҡара күҙҙәрен Мәрүәнгә төбәгән килеш ҡатып ҡалды.
- Мин эгоист! Бәхетеҙгә аяҡ салдым! Ғәфү ит мине, Зәлифә...
- Аңламайым...
- Әхиәр бит мине һеҙҙең ятаҡ эргәһендә һағалап, барыһын да һөйләне, - тине Мәрүән. – Һеҙ бер-берегеҙҙе яратҡанһығыҙ, алда туй көткән. Әхиәр никах уҡытыр өсөн һине алырға килгән булған, ә мин... Ҡыҫҡаһы, уның килгәнен һиңә әйтмәнем, Зәлифә! Ғәфү ит! Шуға гел һинең алда үҙемде ғәйепле тойҙом, ә инде Нәсимәнең хаты ҡулыма килеп эләккәс, барыһын да аңланым. Һин бит... Өфөгә уның эргәһенә барып йөрөнөң, шулаймы?
Албырғаған Зәлифә һүҙһеҙ ҡалды, маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары бәреп сыҡты.
- Һине юғалтыуҙан ҡурҡтым! – Мәрүән иңрәүле ҡарашын ҡатынына төбәне. – Ғәфү итерһеңме, әллә юҡмы?
- Һин ғәфү ит, Мәрүән, - тип шыбырланы Зәлифә, ниһайәт.
- Ғәфү үтенмә, Зәлифә, мөхәббәт – енәйәт түгел.
- Мин донъяла бер генә кешене яраттым...
- Беләм – Әхиәрҙе.
– Юҡ! Уны яратыу түгел, хатта исемен ишетһәм дә ҡоҫҡом килә минең! Мин... бер генә кешене яраттым һәм яратам...
Зәлифә наҙ тулы ҡараш менән иренең күҙҙәренә бағып, хәлһеҙ ҡулдары менән яңаҡтарынан, сәстәренән һыйпаны:
- Зинһар өсөн, иртәгә дәфтәр алып кил әле, йәме?
– Ярай, алып килермен, - тине Мәрүән. – Ә... ниңә кәрәк ул?
- Аҙаҡ белерһең.
- Һин, Зәлифә, юҡҡа-барға борсолма, йәме? Һаулығыңды уйла, күберәк ял ит.
...Бер-нисә көн үткәс Зәлифә Мәрүән килтергән дәфтәрҙе кире уға һуҙҙы:
- Минең үткәндәрем ошонда һүрәтләнгән, уҡы. Уҡы ла, ниндәй ҡарарға килһәң дә, ризамын... Ҡыуһаң, китермен, ҡыумаһаң, үҙем...
- Һинең үткәндәрең мине башҡаса ҡыҙыҡһындырмай, Зәлифә... – Мәрүән уның алдына теҙләнеп, ҡулдарын ныҡ итеп үҙенең устарына ҡыҫты. - Иң мөһиме – тиҙерәк һауыҡ, балаларыбыҙ эргәһенә ҡайт! Яраймы, матурым?
Зәлифәнең яңаҡтары буйлап бер туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аға башланы.
- Һин... беләһеңме ни?
- Беләм, - Мәрүән йылмайҙы. – Донъялағы иң гүзәл ҡыҙға өйләнгәнемде беләм.
Зәлифә, үкһеүен баҫыр өсөн ҡулындағы таҫтамалын ауыҙына баҫты...
Фирая Зәлифәнең йәшлек хатаһы өсөн бәхетен тотҡонға алып, үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып йәшәргә уйланы, әммә ниәте барып сыҡманы, сөнки ысын мөхәббәт үҙе бәхет. Ул бер ниндәй тәртипкә, сикләүҙәргә буйһонмай, юлындағы бар кәртәләрҙе емереп, яҙғы ташҡындай һәр саҡ алға ынтыла, бысраҡлыҡтан арына һәм гәлсәрҙәй саф, таҙа һыулы шишмәгә әүерелә...
Миңзилә Хәкимова (Садыҡова).
Өфө ҡалаһы.