ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Ғүмер (хикәйә)

Һылыу, уңған, йәш бисәгә күҙ һалыусы булмаймы? Булды, булды һоратыусылар. Тик Гөлниса Фәтхслисламын онота алманы, уйынлы-ысынлы әйтелгән иркә һүҙҙән, оят кинәйәләрҙән тәне, рухы ытырғанды, ир-аттың бәйләнеүенә ҡалҡан итеп, төртмә теллегә әйләнде. Тыштан һәр нәмәгә һалҡын ҡарашлы, башын баҫып эшен эшләп йөрөгән тол киленсәктең төндәр буйы йоҡлай алмай илап сығыуын, рухын тетрәтеп саҡырған тәбиғәт ауазына ҡаршы торорлоҡ көс тапмай ғазапланыуын, көрәшеүен белгән кеше юҡ ине. Түҙмәне Гөлниса, эсенә һыйыша алмаған һағышын әхирәте Әҡлимәгә асты.

Яҙғы ҡояшҡа иҙрәп, тимгел-тимгел бөләңгертләнә башлаған ҡар яланына ҡараған да Мансур, күҙе ҡамашыуҙан уң ҡулы менән маңлайын күләгәләп, аҡлан ситендәге ҡыуаҡлыҡты күҙәтә. Йәш саған, имән үҫентеләре әле бер урында, әле икенсеһендә ҡапыл хәрәкәткә килә, өйөрмә өйөрөлткән төҫлө сайҡалып, ҡайнап китә лә, ут йомғаҡтары кеүек баҙлап, ҡар өҫтөнә ике төлкө атылып сыға. Бына, ике йомғаҡ бергә ҡушылып, тәгәрләп китә, улар аунаған тәңгәлдә ҡар туҙаны ҡуба, бер фасылдан һуң төлкөләр, йән-фарман ҡыуышып, ваҡ ҡыуаҡтарҙы шауҙырлата-шауҙырлата тағы урманға инеп юғала.

Мансур күҙен ҡыҫып йылмая. Бына ул, әллә яҙғы ҡояш йылыһының кисәле-бөгөнлө бермә-бер артыуына кинәнеп, әллә төлкө уйынына мауығып эшен онотоуына үкенеүенән: «Эх!» тип ҡуйҙы. Боролоп, ҡояшҡа арҡаһын биреп ултырҙы ла тағы ялҡытҡыс шөғөлөнә тотондо.

Ҡулындағы ағас киҫкәһе түңәрәкләп юнылған, нәҙегерәк осона ҡалын резинка беркетелгән. Хәҙер ул ошо киҫкәне, быяла менән ҡырып, йылтырар сиккә еткереп шымартып ултыра. «Мәшәҡәте күп әле бының», – тип уйлай Мансур иренеп кенә. Өйгә ингәс, үрелеп, кәштәнән алюмин һаплы оҙон беҙҙе нисек алаһын, ни рәүешле итеп уны усаҡта ҡыҙҙыраһың, ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған беҙ менән ағасты әсе төтөн еҫе борхотоп тишәһен күҙ алдына килтерә. Был эштәрҙе аҡшамғаса тамамларға кәрәк, Гөлниса ҡайтыуға өйҙә сүп-сар йә төтөн еҫе ҡалмаһын. Усаҡты ла, бер көйрәткәс, һүндермәҫкә ине. Суйын сүлмәккә картуф һалып бешерергә ултыртһам, тап-таман, тип уйын дауам итә Мансур. Гөлниса ауылға барған көндө буш ҡул ҡайтмай торған, лавкаға һуғылыр, моғайын. Баҙға төшөп тоҙло ҡыяр алып сығырға, төшкөнән ҡалған итте турап ҡуйырға... Гөлниса итте ваҡ турағанды, һыуыҡ көйө ашлау менән ултыртҡанды ярата. Бисәһенең, бит алмаларын уйылдырып: «Үәт үҙемдең ҡартым, исмаһам! Кашауарың бер яҡта торһон!» – тип көлөүенә хәтле күҙ алдына килтерә Мансур.

Хужаһының аш-һыу тураһындағы уйын һиҙгән төҫлө, бүре һымаҡ дәү Һарбай, ҡояшҡа ҡыҙынып ятҡан еренән тороп, кирелә-һуҙыла Мансур янына килде, күҙен мөлдөрәтеп уға ҡарап торҙо ла, иғтибар итмәгәнде күргәс, ниҙер эҙләп лапаҫ аҫтына юл тотто.

Мансур, ағас киҫкәһен еренә еткереп шымартып бөтһә лә, һаман яй ғына ҡыра-ҡыра уйы менән алыҫ-алыҫтарҙы гиҙә, ҡуҙғалырға ашыҡмай. Гөлнисаһының һуңғы ваҡытта сәйерерәк ҡыланыуҙарын иҫенә төшөрөп, ҡашын төйөп зиһенен барлай.

Сәйер тип, күҙгә күренгән әллә ни үҙгәреш юҡ юғын. Гөлниса ирҙәр ыңғайына емертеп эшләй, байрам булһа, аяҡ тибеп күңел аса, барына ҡәнәғәт итеп тормошон юш итә торған, урыны менән алсаҡ, урыны менән баҫалҡы ауыл бисәләренән. Тик уға һиҙҙермәй генә күҙ һала ла Мансур, күңелендә ниндәйҙер борсолоу бар һымаҡ тоя. Әйтергә, уртаға һалып әңгәмә итергә сәбәп юҡ. Әйтмәһә лә тәҡәте ҡороған. «Ерле юҡтан рәнйетеп ҡуйырмын, йөрәгендә бөрөләнгән йылы хистәрен нисәмә йыл һаҡланым, инде бер абайһыҙ һүҙ менән сайралдырып ҡуяйыммы?» – тип уйлай Мансур, сабырлығын туплай, көтә...

Уйлаһаң, егерме ике йыл бергә ғүмер ителгән. Ҡырҡ етенсе йылдың йәйендә, Мансур ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтып төшкән мәлдә, Гөлниса яңы егерме өсө тулған, йәп-йәш көйө йөрәген һуғыш ялҡыны көйҙөрөп үткән тол бисә ине инде. Һөйөп-яратып, үҫмер көйө тиерлек барған Фәтхелисламы Сталинград янында ятып ҡалды. Фәтхелисламдың атаһы трудармиянан ҡайтманы, әсәһе ҡайғы йөгөн күтәрә алмай донъя ҡуйҙы. Ялан кеүек ҙур өйгә хужа булып, килен яңғыҙы тороп ҡалды.

Һылыу, уңған, йәш бисәгә күҙ һалыусы булмаймы? Булды, булды һоратыусылар. Тик Гөлниса Фәтхслисламын онота алманы, уйынлы-ысынлы әйтелгән иркә һүҙҙән, оят кинәйәләрҙән тәне, рухы ытырғанды, ир-аттың бәйләнеүенә ҡалҡан итеп, төртмә теллегә әйләнде. Тыштан һәр нәмәгә һалҡын ҡарашлы, башын баҫып эшен эшләп йөрөгән тол киленсәктең төндәр буйы йоҡлай алмай илап сығыуын, рухын тетрәтеп саҡырған тәбиғәт ауазына ҡаршы торорлоҡ көс тапмай ғазапланыуын, көрәшеүен белгән кеше юҡ ине. Түҙмәне Гөлниса, эсенә һыйыша алмаған һағышын әхирәте Әҡлимәгә асты. Әҡлимә уны үҙе белгәнсә йыуатты. «Яуҙан ҡайтҡан егеттәрҙең берәйһе менән танышып, өйөңә индер ҙә ҡуй, булмаһа; барыбер ғүмер баҡый яңғыҙ тормаҫһың бит инде», – тип кәңәш итте. Гөлниса яҡын да килмәне, ә дуҫына сер сисеүенә, ай-һай, үкенергә тура килде уға!

Тән яраһы төҙәлә, күңел яраһы уңалмай, тиҙәр. Бының тап шулай икәнлеген Гөлниса ғүмергә онотмаҫлыҡ итеп татыны. Хәйер, ошо ваҡиға уны Мансур менән осраштырҙы түгелме?..

Ул хәлдәрҙе миңә һәр кем үҙенсә һөйләне. Берәүҙәр Әҡлимәне, икенселәре Гөлнисаны ғәйепләй, һәр кем үҙенсә хаҡлы. Ирҙәре фронттан ҡайтҡан йәки һуғыш бөтөр-бөтмәҫ ғаилә ҡороп ебәрә алған йәш бисәләрҙең дә йөгөнә кермәй мөмкин түгел. Алыҫ юлға ылау китеүсе өс кешенең икеһе ҡатын-ҡыҙ, төнгө сменаға ырҙынға эшкә сығыусының күбеһе шулар. Ҡайһы бисә ирен тыныс ҡына ошо ҡиәмәткә оҙатһын да, ҡайһы ир-егет вайымһыҙ ҡарай алһын тирә-йүндә өйөрөлгән нәфис сәскә дауылына?

Мәгәр беҙҙең ауылда ул йылдарҙа ниндәйҙер тетрәткес хәлдәр, күңелдәргә юшҡын һалырлыҡ ғәйре-тәбиғи ваҡиғалар булмаған икән, бының сәбәбен халыҡтың элек-электән инсафлыҡҡа, тоғролоҡҡа, әҙәплеккә инанып йәшәүендә күрергә кәрәк. Ә Әҡлимә? Юҡ, мин уны аҡламайым, әлбиттә. Ләкин уның ғәйебе ил данын һатырлыҡ түгел. Әҡлимә, бары тик үҙ бәхетен аяп, һыныҡты ялғап тапҡан яҙмышын ҡурсалап, йәмһеҙ хәлгә төштө. Бында, уйлауымса, Мансур күҙе менән ҡарарға, Мансур хөкөмө менән хөкөм итергә кәрәк. Сәбәбеме? Тап шул хаҡта һөйләү ҙә инде уйым.

...Һуғышта Мансур ике мәртәбә йәрәхәтләнде. Тәүгеһе – үҙе бер тарих, уға артабан туҡталырбыҙ. Ә бына һуңғыһы, Берлинға етәрәк йығылып ҡалыуы – һөйләнәсәк хәлдәргә туранан-тура бәйле. Мансур әле үҙе лә, ағас аяҡ әмәлләп ултырған килеш, шуларҙы уйлай. Нимәгә туҡталмаһын, һаманғаса ҡәҙерле, үкенес әрнеүле хыялы ҡылт итеп иҫенә төштө.

Госпиталдә ятҡан еренән ул ауылға, дүрт йыл буйы яғымлы, ҡайнар хисле мөхәббәт хаттары яҙып торған Әҡлимәһенә хәбәр ебәрҙе. Был ҡарарға ул ҡапыл ғына килмәгәйне. Уйланды, бөтәһен – ыңғай дәлилдәрен дә, киреһен дә үлсәүгә һалды, тикшерҙе. Күршеһе – ауыр йәрәхәтле оло йәштәрҙәге һалдат – Мансурҙың хәлен аңлағандай: «Нехорошо, Мансурка, ни үҙең хат яҙмайһың, ни һиңә бер кемдән хәбәр юҡ. Ярамай улай, һин әле йәшһең, һыңар аяғың юҡ икән – ике ҡулың бар, башың һау», – тигәс, егет Әҡлимәгә ысынын яҙып ебәрергә булды.

Яуап Мансур көткәндән дә тиҙерәк килеп етте. Ул сепрәк кеүек ағарынып, ҡулы ҡалтырай-ҡалтырай конверттың ситен йыртты, һулышын ипләп, хатты бер тын күкрәгенә ҡыҫып ятты ла, тәүге һүҙенән үк Мансур эҫеле-һыуыҡлы булып китте: ғәҙәттәге «Йәнем Мансур!» тигән ике һүҙ юҡ ине хат башында, «Мансур!» тип кенә ҡуйылғайны.

Ҡалғанын уҡып тормаһа ла, аңлашыла инде Мансурға. Ошо бер һүҙҙең булмауы уны утҡа һалды, өҫтөнә күк көмбәҙе түңкәрелгәндәй тойҙо. Хатты йомарлап, башын мендәргә баҫты. Күпмелер ятҡас, уҡыны, әлбиттә, тик асыу, үпкә, үкенеү, ғәрлек хистәре аңын томалағайны уның. Юҡ, Әҡлимә унан йөҙ тартмаған, ҡайтырға ҡушҡан. «Яҙмышым шулдыр, туйымда һинең менән парлап бейергә яҙмағандыр. Ауылда һыңар аяҡлы һин генә түгел, беҙ ҙә бер әмәлен табып йәшәрбеҙ...» – тигән. Бахыр ҡыҙ, ни уйлаһа, шуны йәшермәй, иң яҡын кешеһе итеп, бар үкенесен, әрнеүен яҙғандыр ҙа бит, тик Мансур күтәрә алманы уның был үкенеүен.

Һыуына төшкәс: «Әҡлимәгә имгәк булырмын, әйләнгән һайын ағас аяғыма ҡарар ҙа, йөрәге һыҡрар, йәлләр...» – тип уйланды ғорур тәбиғәтле егет. Аҙна буйы ҡара көйөп ятҡас: «Ирек үҙендә, Әҡлимә, вәғәҙәңде кире ҡайтарам, көтмә мине», – тип хат яҙып һалды. Оҙаҡламай госпиталдән сығып, Ырымбур яғына башын алып китте. Ауылға ҡайтмаһам да, Башҡортостаныма яҡыныраҡ булайым, тигәндер, күрәһең...

Ике йылға яҡын заводта эшләне, үҙе кеүек йәш фронтовиктар менән дөйөм ятаҡханала торҙо. Ҡыйғас ҡара ҡашлы, томрап торған ҡара бөҙрә сәсле, мыҡты, һылыу егеткә иғтибар иткән ҡыҙҙар булманы түгел. Ләкин Мансур бөтә йәне-тәне менән тыуған ауылында ине. Әҡлимә уйынан китмәне, ятһа – төшөндә, торһа күңелендә булды. Башҡа яҡын кешеһе юҡ ине уның ауылда, хат-хәбәр алышманы, шулай ҙа йөрәге тойҙо: Әҡлимәне мәңгегә юғалтыуы ине был...

Ер йөҙөндәге иң ҡеүәтле көстәрҙең береһе – тыуған тупраҡ көсө. Күпме ҡырталашмаһын Мансур күңеле менән, күпме оноторға тырышмаһын – булдыра алманы. Еңелде. Бынамын тип эшләп ятҡан еренән ҡапыл завод менән иҫәп-хисабын өҙҙө лә, дуҫ-ишен, үҙенә ғашиҡ булып йөрөгән ҡыҙҙарын аптырауға һалып, ауылға ҡайтты ла китте, һағыныуының сиге юҡ ине. Яуҙар үтеп, аҡылға һыймаҫ михнәт-яфалар күреп, ҡурсалап ҡалған ере-төйәге тартты уны. Күңеленең иң алыҫ, тәрән бер мөйөшөндә тағы бер хис көйрәй ине. Ихтимал, Әҡлимә көтәлер мине, ярҙамыма мохтаждыр, сикһеҙ Рәсәй буйлап мине Әҡлимәнең хаттары эҙләйҙер, тип уйлай Мансур. Шулай уйлай ҙа, һәр бағана янында тиерлек оҙаҡ туҡтап торған поезынан төшөп, йәйәүләп китерҙәй була...

Район үҙәгенән ул, юл ыңғайы тап килгән, инде шылтырап таралыр хәлгә етеп туҙған машинаға ултырып, юлын дауам итте. Төш ауып барған мәлдә тыуған ауылы тәңгәлендә төшөп ҡалды.

Күҙ бәйләнергә байтаҡ ваҡыт бар – Мансур ирекһеҙҙән ауылға түгел, урманға табан атланы. Урман ап-аруҡ һирәгәйгән, ерҙән бер аршын ҡалдырып киҫелгән ағас төптәре әле тегендә, әле бында һерәйешеп ултыра. «Ниңә былай ҡырҡтылар икән?» – тип баш вата Мансур. Был ағастарҙы, билдән көрт ярып, ҡарын көрәп-нитеп тормай, ашыҡ-бошоҡ, ҡаса-боҫа ауҙарған ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны күҙ алдына килтерә алмай ине әле ул. Быларын һуңынан белде, һуғыш ваҡытында имгәтелгән урманды терелтеү үҙ өҫтөнә төшкәс аңланы.

Урман юлынан саҡ ҡына ҡырға тайпылып, Мансур кескәй генә аҡланға барып ултырҙы. Бик ныҡ йонсоһа ла, тамағына ризыҡ барманы, унан-бынан ҡапҡыланы ла сумаҙанын бикләне. Кисәле-бөгөнлө генә сабып ташланған бесәнде өйөңкөрәп, һуҙылып ятты. Бөтә рухын ниндәйҙер хозурлыҡ биләп алғайны. Танауын бесән еҫе ҡытыҡлай, ҡолағында, ҡыл сыңлағандай, нескә тауыш яңғырай, ә өҫтә сикһеҙ киңлек, уй етмәҫ ирәүән асман! Ошомо икән әллә ватан тойғоһо? Ни йәнең менән ят ергә китә алдың, һалдат? Рухыңды ҡыҫҡан әрнеүҙе тыуған тупрағыңдан башҡа нимә баҫа алһын? Ауыр йөгөн иңенән төшөргән, мораҙына еткән кеше һымаҡ, Мансур тәрән итеп тын алды, бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө лә, тынысланып, ойоп китте.

Күпме ваҡыт үткәндер – ул арба тауышына уянды. Бына арба туҡтаны, ат бышҡырғаны, күмәк ҡатын-ҡыҙҙың көлөшкәне, ниҙер һөйләшкәне ишетелде. Һалдат ҡуҙғалырға ашыҡманы, күҙен асып тауыш килгән яҡҡа ҡарап ята башланы. Ун-ун биш аҙымда ғына бейек итеп йәшел бесән тейәлгән йөк тора. Уның эргәһендә биш-алты ҡыҙ туҡтаған. Мансур ҡапыл тороп ултырҙы. Өнөммө был, төшөммө тигәндәй, күҙҙәрен ыуғыланы. Йөк башында ултырған ылаусы Әҡлимә ине. Бына ул ниҙер өндәште (Мансур ишетмәй ҡалды, тик Әҡлимәнең яман һүҙ әйтеүен генә абайлап өлгөрҙө), ергә һикереп төштө лә, бөйөрөнә таянып, ҡыҙҙар алдына барып баҫты.

Әҡлимә! Шул уҡ берҙән үргән ҡалын, оҙон толом, шул уҡ килешле, баҙыҡ һын. Тик ниңә һуң әле ул шулай ҡысҡырына, ниңә ҡурҡышып бер-береһенә һыйынған ҡыҙҙарҙы тапарҙай булып сәпсей? «Әҡлимә, мин ҡайттым, мин бында!» – тип һөрәнләгеһе килә Мансурҙың, ә Әҡлимәнең йәмһеҙ һүҙҙәре уны ергә һеңдерә.

Ул арала булмай, Әҡлимә биш-алты ҡыҙ араһынан берәүһен беләгенән алып үҙенә тартты, уның сәс толомон ҡулына урап:

– Бына һиңә, кәнтәй, бына! Минең иремдән башҡа ир-ат бөткәндер шул һиңә! Әхмәтйән ағай ҙа Әхмәтйән ағай, тип осаңды уйнатмаһаң уның алдында!.. – тип ҡыҙҙы туҡмай башланы.

Башҡа ҡыҙҙар сәрелдәшеп, тырым-тырағай йүгерҙе, ә тегеһе башын эйеп, усы менән битен ҡапланы ла ергә сүгәләп ултырҙы. Мансур, һис ни аңламаһа ла, был ҡырағай күренешкә артабан да тыныс ҡарай алманы; түҙмәне, урынынан һикереп тороп, аҡһаҡлай-аҡһаҡлай биш-алты ырғыуҙа Әҡлимә эргәһенә барып баҫты.

– Әҡлимә!.. – тип өндәште ул, тамағы ҡарлығып. – Их, Әҡлимә...

– Aһ-aһ, Мансур тиһәм... Аһ-аһ... – тип тегеһе, «ҡорбанын» ҡулынан ысҡындырып, һығылып төштө.

Ҡоттары осоп ҡырҙараҡ торған ҡыҙҙар, хәүефтең үтеүен тойоп, берәм-һәрәм былар тирәһенә йыйыла башланы. Бер нисәһе Әҡлимә туҡмаған олораҡ ҡыҙ янына сүгәләне. Мансур, һулышын ипләп, үҙенә ҡыҙыҡһынып ҡарап торған ун алты-ун ете йәшлек ҡыҙҙарҙы, танырға тырышҡандай, күҙҙән кисерә. Юҡ, танырлыҡ түгелдәр, ул киткәндә кескәй генә бала булған бит әле улар, ә хәҙер ана ҡайһылай үҫеп, йәш ағас үҫентеләре һымаҡ, буйсан булып киткәндәр. Тик өҫ-башын рәтләп, туҙғыған сәсен үреп ултырғаны ғына таныш төҫлө. Эйе, эйе, был бит һуғыш башланған йылды ғына үрге ос Фәтхелисламға ҡасып сыҡҡан Гөлниса ла баһа! Фәтхелисламдың яҙмышын бығаса белмәһә лә, Мансур шунда уҡ аңланы: был бахыр ҙа йәшләй тол ҡалған бәхетһеҙ бисәләрҙең береһе...

Бер нисә минутлыҡ ауыр тынлыҡты Әҡлимәнең һулҡылдап илағаны ғына боҙҙо. Бына ул яй ғына урынынан торҙо, барсалы яулығын ергә һөйрәлтеп, көмрәйә биреп, аты янына атланы. Йөк өҫтөнә менеп ултырғас, ҡапыл ниндәйҙер сәм, сая ашҡыныу менән:

– Э-эй! – тип ҡысҡырҙы ла, ирҙәрсә кирелеп, атына һуҡты.

Һикәлтәле урман юлында йөктө дөбөр-даҫыр килтереп, ат ауылға ҡарай сапты...

Ана шулай осрашҡайны Мансур тәүге мөхәббәте менән һәм шулай хушлашҡайны.

Ҡыҙҙар йәш булһалар ҙа, ололарса фәһемле булып сыҡты. Мансурҙы танығас, уратып-уратып, хәтерен аяп, уның ауылда морон төртөр кешеһе ҡалмауын, берҙән-бер еңгәһенең дә бәхет эҙләп ҡалаға күсеп китеүен, йорт-еренең һатылып тәләф булыуын аңлаттылар, һәр береһе: «Беҙгә төш, ағай!» – тип үҙ өйөнә саҡырҙы.

Ауылға ҡояш байығанда ғына ҡайтып керҙеләр. Ҡыҙҙарҙың ай-вайына ҡуймай, Мансур үҙҙәренә ғүмер буйы ут күрше булып йәшәгән Сабит ҡарттың ишеген туҡылдатты.

Ауылын ни тиклем һағынмаһын, аҙна-ун көн ваҡытта Мансур күнегә алмай интекте, һәр кем уны йәлләйҙер, Әҡлимә менән аралары боҙолоуға ҡыҙғаналыр кеүек тойолдо уға. Артабанғы тормошто ни рәүешлерәк яйлап ебәреү, ниндәйерәк эшкә тотоноу тураһында ла баш ватмау мөмкин түгел ине.

Тап ошолай уйланып йөрөгән сағында уны ауыл Советына саҡырттылар.

Совет рәисе – һыңар еңе бил ҡайышына ҡыҫтырылған, тап-таҡыр итеп ҡырылған йылтыр башлы, мыҡты кәүҙәле кеше – Мансурҙың сәләмен эйәк ҡағып ҡына алды ла, күптәнге әңгәмәне дауам иткән төҫлө:

– Тәк, тәк... Моратов Мансур, егерме икенсе йылғы, мәғлүмәте – туғыҙ класс, – тип һамаҡлай-һамаҡлай, ниндәйҙер ҡағыҙҙарын аҡтара башланы. – Әһә, бына, – тип ҡуйҙы. Эҙләгәнен тапты шикелле. – Хәрби иҫәптән төшөрөлгән... Эйе... Ну бит, малай, икмәк иҫәбенән төшөрөп булмай кешене. Ҡыҫҡаһы, иртәгәнән эшкә!

Рәис, урынынан тороп, үҙ өҫтәленә ҡаршы һул яҡ мөйөштә торған икенсе өҫтәл эргәһенә барып баҫты.

– Бына, һинең урын ошо булыр! – тип, стенаға беркетеп ҡуйылған «Секретарь» тигән быялалы яҙыуға шапылдатып һуғып алды.

Күңеле ятманы Мансурҙың был хеҙмәткә. Яйы сыҡҡан һайын рәисенә белдерә торҙо һәм, аҙаҡ килеп, Гөлниса менән осрашып вәғәҙәләшкән көндәрҙә урман эшенә күсеп китте.

Ә осрашыуҙары былай булды.

Мансур ниндәйҙер йомош менән районға барғайны. Ҡайтышлай йәйәүләп ҡаланан килгән Гөлнисаға тап булды.

– Ултыр, Гөлниса! – тип атын туҡтатҡайны, тегеһе:

– Ҡуй, ҡуй, Мансур ағай! Былай ҙа муйыныма теләһә кемде аҫырға торалар. Ҡушарлап ауылға ҡайтып төшһәң, һиңә лә һүҙ тейер... – тип яҡын да килмәне.

Саҡ күндерҙе уны Мансур. Биш-алты саҡрым өндәшмәй барҙылар. Шунан ҡапыл Гөлниса, боролобораҡ ултырҙы ла:

– Әйт әле, Мансур ағай, теге ваҡыт Әҡлимәнең һүҙенә ышандыңмы? – тип һораны.

Тағы Әҡлимә! Күпме оноторға тырышмаһын, арына алмай ине Мансур унан. Йә көтмәгәндә Әҡлимә үҙе осрап ҡуя ла, башын эйеп аҙымын тиҙләтә, йә башҡалар – ирекленәнме, ирекһеҙме – уны иҫенә төшөрөп кенә тора. Ә егеттең һулҡылдаған йөрәк яраһы тағы ҡанһырай. Әле лә, ошо хискә бирелеп, ул хатта яуап бирергә лә онотҡан икән.

– Шулай булмай тағы – ирһеҙ бисәгә кем ышанһын инде, – тип ҡуйҙы Гөлниса.

Мансур, ҡабаланып, аҡланырға, Гөлнисаны һис кенә лә ғәйепләмәүе, киреһенсә, хатта берәй ғәйебе булған тәҡдирҙә лә уға тел-теш тейҙерергә хаҡы юҡлығы тураһында һөйләргә кереште.

– Юҡҡа тырышаһың, Мансур, – тине Гөлниса, егеттең һүҙен бүлеп. – Бүренең ни – ашаһа ла ауыҙы ҡан, ашамаһа ла. Тик ғәйептә генәме ни эш? Намыҫ-выжданым ни тиклем пак булмаһын – барыбер ышанмайҙар, алдан иҫкәртеү рәүешендәлер инде, юҡ гонаһты бар итеп тағып ҡуйырға ғына торалар. Ә минең күңелем, теләк-өмөттәрем ҡайҙа? Ҡайһы саҡта, Әҡлимә ише бәхетенә иҫергәндәргә үс итеп, бер көнлөк ҡыҫыр ҡыуаныс артынан йәһәннәмгә китер инем, тип уйлайым. Юҡ. Йөрәкте алдап булмай... Беҙҙең яҙмыштарға шулай уҡ ғүмерлек ҡара мисәт һуғылғанмы ни?!

Икеһе лә уйға ҡалды. Гөлнисаның һуңғы һүҙҙәре егеттең хәтерендә алыҫ иҫтәлектәрҙе яңыртҡайны. Гөлниса кеүек үк йәп-йәш көйө яҡты хыялдарын һуғыш тапаған икенсе берәү – белорус ҡыҙы Данута ла: «Гитлер ҡара мисәт һуҡты беҙҙең яҙмышҡа, һыныҡты ялғап, яңы бәхет ҡорорға баҙнат итеүҙәре, ай-һай, ауыр!» – тигәйне уға. Иҫәнме икән, иле-йорто өҫтөнән үткән ҡанлы ғәрәсәттән ҡотолоп ҡалдымы икән Данута? Ни ҡылһын әҙәм балаһы – аман булһа, һыныҡ яҙмышын ялғау әмәлен тапҡандыр. Ә бәлки, һөлөктәй һылыу, һап-һау көйө тереләй утта янған бынау Гөлниса һымаҡ, ул да яфа сигәлер.

Данута, Данута... Уны иҫенә төшөрөү менән Мансурҙың күҙ алдына Белоруссия урмандары, гитлерсылар менән тәүге ҡанлы бәрелештәр килеп баҫты. Ул үҙен, ошолай кырандасҡа ултырып, тыныс юлдан, көндәлек эштәр, ябай һәм тәбиғи мәшәҡәттәр артынан китеп ултырған секретарь итеп түгел, аяғы йәрәхәтләнгән һалдат ҡиәфәтендә күҙ алдына килтерҙе.

...Ҡырҡ беренсе йылдың йәйе ине. Мансурҙы рус егете лейтенант Свиридов менән разведкаға ебәрҙеләр. Улар батальон оборонала торған урынға әйләнеп килгәндә, унда тере йән эйәһе ҡалмағайны. Батальон тар-мар ителгән, ҡайҙа ҡарама – һуңғы һулышын һулап ауған һалдаттар... Атыш тауышы, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барып, әле кисә генә полк штабы урынлашҡан яҡтан ишетелә башланы. Свиридов ҡеүәтле ботаҡтарын тырпайтҡан бейек имән башына үрмәләп менеп китте.

– Эш хөрт, – тине ул, ағас башынан төшөп. – Беҙҙекеләр сигенгәндәр. Ҡыуып етергә кәрәк, – ул, ергә ултырып, автомат дискыларына патрон тултыра башланы. – Давай, давай, Мансур, бында ташлап ҡалдырылған ҡорал етерлек, кәмендә бишәр дискы алырға кәрәк, һәм – икешәр автомат. Шунһыҙ йырып үтә алмабыҙ...

Мансур командирының уйын аңлағайны инде. Өндәшмәй генә ҡорал-яраһын әҙерләргә тотондо.

Шулай башланды уларҙың хәүефле сәфәре.

Оло юлдарҙан алыҫыраҡ урман һәм туғай һуҡмаҡтарын һайлап, күбеһенсә төндәрен атланылар. Бер уй, бер теләк ине икеһендә лә: тиҙерәк фронт һыҙығына етергә, тиҙерәк үҙебеҙҙекеләрҙе барып табырға. Ләкин нәжәғәй уйнаған төҫлө ялтлаған һуғыш ялҡыны ҡыуып еткеһеҙ тиҙлек менән көнсығышҡа табан йырағая, яңынан-яңы киңлектәрҙе ялмай...

Ун көн тигәндә Свиридов менән Мансур юлдан ситтәрәк торған ниндәйҙер ташландыҡ һарай янына килеп туҡтанылар. Был тирәлә немецтарҙың булыуына ишара яһарҙай билдә юҡ ине. Һарай осормаһына менеп, былтырҙан ҡалған бесәнгә яттылар. Тирә-яҡ тып-тын. Әйтерһең, ер йөҙөндә һуғыш та юҡ, хәүеф тә. Арыған-талсыҡҡан ике һалдат шунда уҡ йоҡоға сумды.

Ҡапыл, донъяның аҫтын-өҫкә әйләндерерҙәй итеп, кемдер һарай ҡапҡаларын шаҡ та шоҡ килтереп аса башланы, тирә-яҡты шау-шыу, ҡысҡырған, һүгенгән тауыштар баҫты.

Күҙ бәйләнгән мәл. Егеттәр осорма ярығынан аҫҡа ҡаранылар. Немецтар, һарайҙы тентеп-тикшереп, кемдәрҙелер эҙләп йөрөйҙәр ине булһа кәрәк.

Немец һалдаттарының береһе, ул-был шик ҡалмаһын типмелер, һарай эсенә автоматынан атты ла, офицер янына йүгерҙе.

Мансурҙың һул балтырына пуля тейгәйне. Йәрәхәте артыҡ хәүефле түгел, һөйәге иҫән ине, ләкин үҙ аяғы менән сәфәрҙе дауам итеү тураһында уйларға ла ярамай.

– Эшең хөрт, Мансур, ай-һай, аяғыңа баҫа алырһыңмы икән? – тине Свиридов.

Мансур ҡарышты:

– Юҡ, иптәш лейтенант, атлай алам мин! Был аяҡҡа иғтибар итә башлаһаң... Уңманым мин ошо һул аяҡтан, – тип көлгән булды. – Бәләкәй саҡтан шулай ул: сүп керһә – шул, ҡаймыҡһа, сыҡһа – шул булды гелән...

Свиридов уның аяғындағы яраһын һәйбәтләп кенә бәйләне. Иртәнге эңерҙә улар урман эсенә инеп киттеләр. Байтаҡ йөрөгәндән һуң һис тә көтмәгәндә партизандар лагерына барып сыҡтылар.

Шунда Мансур Данутаны осратты.

Яpaһы еңел булһа ла, өс-дүрт көн буйы тейешле тәрбиә, дауа күрмәгәс, Мансурҙың аяғы шешеп китте. Партизан отрядының врачы:

– Йәрәхәтең боҙола башлаған. Самолет төшөү менән үҙебеҙҙең яҡҡа китергә тура килер, – тип ҡырт киҫте. Был хәтәр заманда кешеләр артыҡ сөсө телләнеүҙе ип күрмәй, күңелдәге йылы хистәрен тәрәнерәк йәшерә торғайны. Врач та, күрәһең, нисәмә кешенең үлеменә шаһит булған, дошмандың йыртҡыслығынан, халыҡ яҙмышына төшкән ҡот осҡос һынауҙарҙан бәғере ҡатҡан һалдатҡа әйләнгәндер. Мансурҙың, ниҙер әйтергә йыйынып: «Ҡарағыҙ әле... юҡ...» – тип ауыҙ асыуына: – «Теләһәң нишлә, минең ҡулдан килгәне шул... – тип ус ҡабырғаһы менән үҙенең аяғын ышҡып күрһәтте. – Тик беҙгә һыңар аяҡлы һалдаттар кәрәкмәй!»

Ошо минуттан Мансур сестра Данута ҡарамағына тапшырылды.

Партизандар менән үткәргән бер аҙна ғүмере йәш һалдаттың хәтерендә мәңге юйылмаҫлыҡ урын алды. Йәше-ҡарты, ҡатын-ҡыҙы һәм үҫмеренә хәтле, ҡорал тотоп, илен-ерен яуыз дошмандан һаҡларға күтәрелгән белорус кешеләре вәкилдәре ине былар. Мансурҙы бигерәк тә ғәжәпләндергәне, күңелендә һоҡланыу уятҡаны шул булды – әҙ һүҙле, һалмаҡ тәбиғәтле был кешеләр ауыҙынан ул аһ-зар, ауыр яҙмышҡа һыҡтау йә ҡылған батырлыҡтарына маһайыу һүҙе ишетмәне. Егермеһе лә тулмаған бынау сибек кенә Данутаға тиклем, көн оҙоно йәрәхәтлеләр тирәһендә булып йән атыуына, ә кистәрен арманһыҙ ҡалып йығылыуына ҡарамаҫтан, ниндәй түҙемлек менән кисерә бөтә ошо ауырлыҡтарҙы!

Мансур үҙе лә бала сағынан уҡ иркә булманы, ата-әсәһенән йәшләй тороп ҡалып, эшсән, сыҙамлы һәм күндәм егет булып үҫте. Партизандар лагерына килгәс тә, гөбө кеүек шешеп киткән аяғы ни тиклем һыҙламаһын, тешен ҡыҫты, ыңғырашмаҫҡа, үҙенә башҡаларға ҡарағанда күберәк иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышты. Шуғалырмы, Данута, киреһенсә, Мансур янында оҙағыраҡ туҡтала, өндәшмәй генә уның сәсен һыйпап ҡуя, мендәрен төҙәтә, күҙҙәрен ҙур итеп асып, йылмайғандай итә лә:

– Күп ҡалманы инде, оҙаҡламай килеп етер самолет, – тип йыуатып китә.

Бер көн иһә, ғәҙәтенсә, Мансурға күҙен тултырып ҡараны ла:

– Сибәр егетһең һин. Холҡоң да бер тигәнгә оҡшай. Моғайын, һөйгәнең барҙыр, көтәлер, – тип таҡмаҡланы. – Барҙыр, барҙыр, һиндәй егетте кем яратмаҫ?

Уның баҫынҡы, яғымлы тауышы шул тиклем һағышлы ине, Мансур теленә килгән шуҡ һүҙен әйтмәй ҡалды.

Әйтмәүе лә хәйерле булған, сөнки Данутаның, асылып китеп, һөйләгән хәбәре егеттең йөрәген көйҙөрөп алғандай булды.

– Минең Василем дә, тап һинең шикелле, ҡара бөҙрә сәсле, ҡара ҡашлы, типһә тимер өҙөрҙәй ҡеүәтле егет ине. Башын алдыма ҡуйып ятыр ҙа, төпһөҙ тәрән күк даръяһына ҡарап: «Бына һуғыш бөтөр. Йылдар үтер, балаларыбыҙҙың үҙ балалары, уларҙың тағы фәрзәндтәре тыуыр, һәм шул рәүешле мәңге-мәңге беҙҙең тоҡом йәшәр. Беҙ күмәк булырбыҙ, Дануся, һәм бер ваҡытта ла бөтмәбеҙ...» тип хыялланыр ине... – Данута, һалмаҡлап һөйләй-һөйләй, бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен һыйпап алды. – Төндәрен, Василь кеүек, асманға ҡарап ятам да, юҡтыр, үлмәгәндер ул, бына урман шырлығынан һаҡ ҡына атлап килеп сығыр ҙа: «Данусь! Был мин. Оҙағыраҡ көттөрҙөм был юлы», – тип шым ғына саҡырыр төҫлө...

Мансур Данутаны беләгенән һыйпаны, башҡа һүҙ тапмай:

– Бәлки, ысынлап та, шулай булыр, эҙләп килер һине, – тигән булды.

Данута башын сайҡаны, ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа, ашығыс ағылған болоттар көтөүенә тоҫҡап, үҙенең бойоҡ һәм фажиғәле тарихын дауам итте:

– Үҙ күҙем менән күрмәһәм, ышаныр инем һинең изге һүҙеңә. Юҡ, түҙмәнем шул. Василде аҫҡандар, тигән хәбәрҙе ишеткәс, төн йөҙөндә ауылға киттем... Ана, күрәһеңме, өҫтөнә йондоҙ беркетелгән кескәй убаны? Василь шунда... Ҡул арбаһына һалып, үҙем алып ҡайттым лагерға...

Мансурҙың һыҙланыуҙары, һыпырып алғандай, юҡ булғайны. Данутаның ғаләмгә һыймаҫ оло ҡайғыһы янында үҙ хәсрәте уға хатта шул тиклем бәләкәс, әһәмиәтһеҙ тойолдо, ул ирекһеҙҙән тороп ултырырға, ниҙер эшләргә уҡталды, тешен ҡыҫып, «ыһ!» тип ҡуйҙы.

– Һин... ни... Данута, ул тиклем үҙеңде бөтөрмә әле... Йәшһең, бәлки, бәхетеңде табырһың, һәр кемдең тормошта үҙ йондоҙо – яҙмышы була... – тип ашығып-ашығып һөйләй башланы.

Данута тағы башын сайҡаны.

– Ю-юҡ, Мансур. Беҙҙең яҙмышҡа Гитлер ҡәһәр тамғаһы һуҡты, йондоҙомдо һүндерҙе. Йөрәгем ҡара күмергә әйләнгән, ул хәҙер һөйөүгә түгел, бары тик нәфрәткә, аяуһыҙ үскә генә һәләтле...

Ошо һөйләшеүҙән һуң Данута ҡапыл ниңәлер ситләшкәндәй итте. Ҡатын-ҡыҙ күңелен аңлау ҡыйын, ә Мансур ул саҡта йәп-йәш егет ине, тормоштоң ҡатмарлы боролмаларын, кеше яҙмыштарының ҡырыҫлығын аңлау һуңыраҡ килде уға. Данута иһә, Мансур һүҙ ҡуша ҡалһа, «хәҙер, хәҙер» ти ҙә башҡа йәрәхәтлеләр янына ашыға, уның эргәһендә элекке кеүек оҙаҡ туҡталмай торған булды.

Мәскәүгә оҙатыласаҡ йәрәхәтле һалдат һәм партизандарҙы самолетҡа урынлаштырып бөткәс, Мансур янына отряд врачы килде. Егеттең борсолоуын, асыҡ ишектән күҙ алмауын күрҙе шикелле.

– Йә, хуш, һалдат, – тине ул, Мансурҙы арҡаһынан ҡағып. – Һуғыштың иге-сиге күренмәй, ул-был була ҡалһа, ғәйепләштән булмаһын... Ә теге... ни... Данутаны онотма, һалдат. Ул, ире һәләк булғас, япа-яңғыҙы ҡалды, ә һиңә әҙ булһа ла эҫенде шикелле...

Мансур өндәшмәне. Шулай ҙа уның һораулы-ялбарыулы күҙ ҡарашын врач аңлағайны инде.

– Данутаны төндә ҡалаға оҙаттыҡ. Заданиеға, – тип кенә яуап бирҙе.

Самолет, геүләп, һауаға күтәрелде, төн ҡараһын йыртҡылап ялтлаған зенитка уттарын йырып үтеп, көнсығышҡа табан юл тотто.

Яҙмыш аяны Мансурҙы ул саҡта, аяғы иҫән ҡалды. Өс ай самаһы госпиталдә ятҡас, тамам һауығып, яңы часҡа билдәләнде. Булһа була бит шундай мөгжизә: уң беләген мина ярсығы сыйып үтеүҙе һәм снаряд шартлауҙан байтаҡ ваҡыт башы шаңҡып йөрөүен иҫкә алмағанда, Мансурҙы, ысынлап та, ниндәйҙер тылсым һаҡлай ине һымаҡ. Билдәле, ундай ғына шауҡым менән ҡабат госпиталгә керергә тура ла килмәне. Меңләгән саҡрымға һуҙылған һуғыш юлын ул, табанлап, йәйәүле разведкасы булып, Орел ҡалаһынан Берлинғаса тиерлек үтте һәм ҡырҡ бишенсе йылдың апреле урталарында ғына, тағы шул һул аяғынан яраланып, йығылып ҡалды.

Төрлө хәлдәр булды һуғышта – көтөлмәгән осрашыуҙар ҙа, аяуһыҙ юғалтыуҙар ҙа. Бер ваҡыт Мансур Польша ерендә, ниндәйҙер бер йылғаны кискән саҡта, йөҙләгән машина килеп тығылған кескәй күпер өҫтөндә, үҙен дауалаған партизандар врачын осратты. Ике минутлыҡ ҡына ашығыс һөйләшеүҙән егет үҙенең дуҫы Свиридовтың хәҙер махсус батальон командиры булыуын белде.

– Ә Данута юғалды, – тип көрһөндө врач. – Гитлерсылар лагерҙы килеп баҫҡас, көн буйы атыша-атыша сигенергә тура килде. Йәрәхәтләнгән командирҙы алып, Данута икенсе базаға йүнәлгәйне. Шунан бирле ғәйеп... Бәлки, иҫәндер, тик хәҙер ҡайҙан белешеп тораһың...

Бына ошоларҙы күңеленән кисергәйне Мансур, Гөлнисаның ҡара мисәтле яҙмыш тураһындағы һүҙҙәрен уйлап зиһене алыҫта ине егеттең. Гөлниса ла, үҙ фекерен барлап, байтаҡ ваҡыт өндәшмәй барҙы, һуңынан, ниндәйҙер сая бер уйға килде шикелле – Мансурға боролоңҡорап ултырҙы ла:

– Йә, ниңә быҙау һымаҡ ҡыланаһың? Гөлниса – даны сыҡҡан ирһеҙ бисә, «һайт» тигәнгә «тайт» тип, кем саҡырһа, шуның артынан эйәрергә, муйынына һарылырға тора! Ишеттеңме Әҡлимәңдең матур һүҙҙәрен? – тип ярһып һөйләргә тотондо. – Әле бына һинең менән икәүҙән-икәү кырандасҡа ултырып ҡайтҡанды былай ғына үткәрер тиһеңме Әҡлимә ишеләр? Көт, үткәрмәй ни!..

Мансур ирекһеҙҙән Гөлнисаның беләген һыйпап ҡуйҙы. Шунан ҡапыл атының дилбегәһен ҡаҡты ла, әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Иренеп, яй ғына юртып барған ат йән-фарман саба башланы.

Ат, юлдан ситкә сығып, уйпатыраҡ ергә, йәш ҡайынлыҡ моронона барып туҡтаны. Ана ауам, бына түңкәреләм тип елгән кырандастан саҡ осоп ҡалмай килгән Гөлниса, күҙен йомоп, Мансурҙың биленән ҡосаҡлап алғайны. Ат туҡтағас, үкенеү ҡатыш шаянлыҡ менән:

– Ниңә туҡтаныҡ инде, күптән шулай әҙәм рәтле итеп юл йөрөгәнем юҡ инесе. Йөрәгең баҫылдыламы ни? – тип ергә һикереп төштө.

Мансур атын туғарып, сауҡалыҡҡа тышаулап ебәрҙе, үлән өҫтөнә газета йәйеп, юлға тип алған ризыҡтарын сығарҙы. Күңелендә ниндәйҙер ҡырҡа бер уй бөрөләнә ине.

Ҡашын төйөп, сыбалған фекерен барлай, үҙ йөрәгенең тауышына-саҡырыуына ҡолаҡ һалғандай, башын эйеңкерәп, ниҙер тыңлай. Ә Гөлниса, хәйләһеҙ йән, оҙон керпектәрен елпеп, Мансурға аптыраулы ҡараш ташлай ҙа, кинәнеп ашай. Етмәһә: «Уф, асыҡтырған, ҡайһылай тәмле бынау ҡала икмәге!» – тип ҡуя.

Бисә күңеле – яҙғы ел. Яңы ғына бөтә донъяға, яҙмышына, үҙ-үҙенә асыулы һүҙҙәр әйтеп килгән Гөлниса ҡапыл алсаҡ, мәрхәмәтле кешегә әйләнде.

– Ҡара әле, ҡара әле, Мансур! – тип һикереп торҙо ул. Һаҡ ҡына атлап сауҡа ситенә йүнәлде. Эйелеп, ике усы менән нимәнелер ҡаплағайны, ҡул аҫтынан пырылдап кескәй генә ҡош осоп сыҡты, кәйелеп, арыраҡ барып төштө. Гөлниса уны, байтаҡ ваҡыт ҡыуалап йөрөтһә лә, тота алманы, әлбиттә, бойоғоп, урынына килеп ултырҙы. – Тап минең бәхетем һымаҡ, – тип күңелһеҙ генә итеп йылмайҙы. – Тоттом, мораҙыма еттем тигәндә, ҡулдан ысҡына ла ҡуя...

Мансур баяғы уйын барлап бөттө шикелле – Гөлнисаның янына уҡ күсеп ултырҙы, аптырабыраҡ ҡалған юлдашын, ҡулбашынан ҡосаҡлап, тотлоға-тотлоға һөйләй башланы:

– Әгәр рәнйетһәм... күнмәһәң, һүҙем ошонда ҡалһын... Әлбиттә, һыңар аяҡлы ир – берәүгә лә артыҡ ҙур табыш түгел, һинең кеүек һылыу, уңған бисәгә бигерәк тә... Тәү күреүҙә үк күңелем ятҡайны – бына, юҡ тимәһәң... ҡыҫҡаһы, ҡайтышлай уҡ, ауыл Советына инеп, яҙылышайыҡ...

Гөлниса, ҡулбашын йыйырып, егеттең ҡосағынан арынды, башындағы сыбар барсалы ебәк яулығын төҙәткеләне. Сырайында етдилек, ҡурҡыу, икеләнеү билдәләре ишараланды. Байтаҡ өндәшмәй ултырғас, Гөлниса Мансурға ҡыйыуһыҙ ғына ҡараш ташлап:

– Һуң бит, Мансур, һин егет кешеһең. Ауыл тулы ҡыҙ-ҡырҡын. Береһенән-береһе һылыу... Кеше һүҙенән ҡурҡмайһыңмы ни? – тине.

– Ҡурҡыуҙан үткәнмен, – тип ҡырт киҫте Мансур.

– Уйлайым, ваҡыт бир... Һин дә уйла, Мансур. Һуңынан үкенер булма. Тағы, эҫенеп-яратып китеп, һине лә юғалта ҡалһам, йәшәү юҡ миңә...

Ошо һөйләшеүҙән аҙна-ун көн үтеүгә, ауылдың йәш-елкенсәген аптырауға һалып, Мансур Гөлниса өйөнә күсеп сыҡты. Ул-был хәбәр таралып өлгөрмәне – Мансур, ауыл Советы менән иҫәбен өҙҙө лә, урман эшенә тотоноп китте, йәш ғаилә лесничествоға күсте.

Егерме ике йыл ғүмер иттеләр ошо урманда. Гөлнисаның күңеле, яҙғы сәскә һымаҡ асылып, сарыфланмаған бөтә наҙын, ләүкеп киткән керһеҙ хистәрен Мансурға бирҙе. Бына әле ул, урманда йөрөргә ҡулайыраҡ булыр тип, ағас аяҡ әмәлләп ултырған килеш, бөтә тормошон күҙ алдынан үткәрә, уның текә боролмаларын барлай. Барлай ҙа үкенер нәмәләрҙең байтаҡлығына көйөнөп ҡуя, тик фекере Гөлнисаға етеүгә үҙе лә һиҙмәҫтән йылмая, ҡарашы яҡтыра, һыны турая. Юҡ, иҫәр үҙ бисәһен маҡтар, тиһәләр ҙә, Мансур бөтә ил алдында икеләнмәйенсә: «Уңдым, арабыҙҙан ел дә үтмәне», – тиергә әҙер.

Ғаиләләре артыҡ ишле булманы булыуын. Бер улдары, бер ҡыҙҙары бар. «Заманына күрә тап-таман, – тип көлә Гөлниса, – мин әле кәре киткән ҡарсыҡ түгел, ғүмеремде бала ҡарап өйҙә үткәрәһем юҡ, ҡулымдан эш килә. Был икәүһен үҫтереп аяҡҡа баҫтырыуҙары ла, ай-һай, йәнде әҙ ҡыйманы». Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Еңел булманы балаларҙы үҫтереү. Кеселәре – ҡыҙҙары Айһылыу – быйыл унды бөтөрә. Улдары Тимербай көҙгә һалдаттан ҡайтырға тора. Ни яҙмыш, ниндәй юлдар көтә уларҙы? Әллә ни ауырлыҡтарға күнергә әҙер Мансур, тик балаларының күҙ йәшенә, ауырыу-һыҡтауына, күңелдәре ҡыйылыуға бер ваҡытта ла тыныс ҡарай алманы.

Ҡапҡа яғынан Һарбайҙың ҡыуанып сыйнағаны, һай-һаулап өргәне ишетелде. Мансур боролоп ҡараны ла, бер аптырап, бер шатланып, йәһәт кенә урынынан торҙо. «Үәт һантый, – тип әрләне үҙен, – ҡояшҡа иҙрәп ултырып, кис еткергәнмен!»

– Ҡунаҡтарҙы ҡаршыла! – тип ҡысҡырҙы Гөлниса. Ә Айһылыу, күбәләктәй осоп-ҡалҡып, атаһы янына йүгереп килде, уны ҡосаҡлап үбеп алды.

– Атай, һин танымайһыңдалыр әле. Был – минең әхирәтем Сания. Әхмәтйән бабайҙың ҡыҙы.

«Әҡлимә ҡыҙы» тип уйлап алды Мансур һәм ҡапыл, күҙен йомоп, сайҡалып китте. Ярай әле, береһе лә һиҙмәне шикелле. Уның ҡаршыһында оялыбыраҡ йылмайып торған ҡыҙыҡай – тап Әҡлимәнең үҙе ине!..

Ҡыҙҙар йыуынып, тиҙ генә аш-һыу әҙерләп алдылар ҙа, унан-бынан ҡапҡылағас та: «Таң менән ауылға китәбеҙ, мәктәптә өмә була», – тип йоҡларға яттылар.

Гөлниса менән Мансур, һүҙ ҡуйышҡандай, болдорға сығып ултырҙы.

Ҡояш байып барған мәл. Тирә-яҡ алһыу нурға сумған, ихата эргәһенә үк етеп, өй ҡыйығына тарбаҡлы ботаҡтарын йәйгән урманды үтәнән-үтә ҡыҙғылт яҡтылыҡ ярып үтә. Моңһоуыраҡ тынлыҡ. Ирәүәнлек.

Гөлниса иренә һыйынып ултырҙы ла:

– Күптән күргәнем юҡ ине Санияны... Китсе, китсе, шулай ҙа оҡшаһа оҡшар икән бала әсәһенә! – тип бышылданы.

Мансур өндәшмәне. Бая, береһе лә һиҙмәне, тип яңылышҡан икән. Һиҙмәй буламы һуң инде Гөлниса! Һүҙҙе икенсегә борорға тырышып, көндөҙ күңелен тырнаған борсоулы фекерен, үҙе лә һиҙмәҫтән, әйтте лә ҡуйҙы:

– Һин, ни... әсәһе... нишләптер балтаң һыуға төшкән кешеләй йөрөйһөң һуңғы ваҡытта... Ул-был юҡтыр бит?

Әйтте лә телен тешләне. «Кеше, аҡылына-зиһененә баш була алмай, көн оҙоно юҡты уйлап ултырҙымы – көт тә тор, ауыҙында ахмах һүҙҙән башҡа бер ни булмаҫ», – тип әсенеп, сикәһен ышҡып ҡуйҙы. Ләкин Гөлниса, һиҙгер, аҡыллы Гөлниса, иренең был уйын да һиҙгәндәй, уратыбыраҡ үҙе һүҙ башланы.

– Балтаң һыуға төшкән тип... Һин ни, ауылда һирәк булғас, донъя бынау урман менән сикләнә тиһеңдер әле. Ауыл тулы хәбәр.

– Беҙгә ҡағылмайҙыр бит ул хәбәрҙәр?..

– Ҡағылғаны бар, ҡағылмағаны... Тимербайың бит Сания менән хат алышып ята, имеш. Айһылыу күптән белә. Ҡайҙа ул: «Ағайым да Сания әхирәткәйем!» – тип өтәләнеп торасы, остоҡай! Өсөһө бер төптән булып сыға...

Мансурҙың йөрәген ҡапыл ҡаты сәнсеү алды. Бисәһенә белдермәҫкә тырышып, болдор рәшәткәһенә йәбеште.

– Бәй, ни булды? – тип Гөлниса ирен йыуатырға ашыҡты. – Тыныслан, йәнем... Ҡуй, ниңә алай ауырға алаһың? Уны ни... ғүмер буйы йәшереп, һинән сер һаҡлай торған эш түгел. Былай ҙа айҙан артыҡ әйтмәй түҙҙем, йәнем сыға яҙҙы...

Мансурҙың йөрәге, нисек ҡапыл сәнсеп алһа, шулай уҡ тиҙ генә ебәрә һалды. Ләкин ул күҙен асырға ашыҡманы. Тамағына килеп тығылған күҙ йәштәре яҙғы ташҡын кеүек атылып сығыуҙан ҡурҡа ине ул. Ә күңелендә яңы бер уй, яңы тип – әллә ҡасан белорус урмандары төпкөлөндә ишеткән, ошо оҙаҡ ваҡыт эсендә үҙенекенә әйләнгән изге хыял тулҡына ине: «Балаларыбыҙҙың үҙ балалары, уларҙың тағы улан-ҡыҙҙары тыуыр. Беҙ күмәк булырбыҙ. Тоҡомобоҙ, хыял-өмөттәребеҙ, мөхәббәтебеҙ мәңге-мәңге йәшәр...»

Тонйорап барып ҡояш урман артына йәшенде. Тирә-яҡта шылт иткән тауыш юҡ, тәбиғәт, мөһабәт тынлыҡҡа бирелеп, бына-бына геүләп ағаһы яҙғы ташҡындар тураһында хыялға сумған. Донъя хәрәкәттән туҡтаған һымаҡ ине был сәғәттә. Тик уҙған йыл ҡурпылап, шәбәйеп киткән имән, саған ҡыуаҡтары тирәһендә генә, ҡар бураны туҙҙырып, ике төлкө уйнай.

Әхиәр ХӘКИМОВ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: