ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль өлкә
23 Март , 07:15

Асҡыстар бәхеткә юл асһын

Луиза Исламова, Ейәнсура районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире: – Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Районда йыл да 10-14 фатир бирелә. Мәҫәлән, 2023-2024 йылдарҙа 27 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала торлаҡлы булды. Уларҙың 17-һе – фатир, унауы фатир һатып алыуға сертификат менән тәьмин ителде. Быйыл һигеҙ сертификат һәм дүрт фатир биреү планлаштырыла. Ярҙам булыуы һөйөнөс, әммә уны алыуға бәйле проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, тейешле критерийҙарға тап килмәү: етемдең йә даими килеме юҡ, йә бала ҡарау буйынса отпускыла. Бындай осраҡта, сират етһә, хакимиәт төҙөкләндерелгән фатир алырға, йә көтөп тороу тураһында ғариза яҙырға тәҡдим итә. Критерийға тап килмәгән етешһеҙлекте бөтөргәс, киләһе йыл яңынан ғариза бирергә була. Шулай уҡ мөмкинлектән файҙаланып, торлаҡ алыусыларҙың ҡайһы берҙәренә мөрәжәғәт итеп, торлаҡҡа яуаплы ҡарауҙарын, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙәрен, фатирҙарын һәм эргә-тирәһен төҙөкләндереп һорайым.

Асҡыстар бәхеткә юл асһын
Асҡыстар бәхеткә юл асһын

Яңы йорт – һәр кем өсөн, һис шикһеҙ, шатлыҡлы ваҡиға. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға был йәһәттән бик еңелдән булмауын күҙ уңында тотоп, дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, республикала 2023 йылдан бюджет иҫәбенә 3,2 миллион һум күләмендә торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Уның менән 2023 йылда – 80, ә 2024-тә 31 етем файҙаланған.

Башҡортостанда 2024 йылда 750 етемде торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырылып, был маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнанан 2,63 миллиард һум йүнәлтелгән. Был 1 029 етемде торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән. Был планлаштырылғандан 35 процентҡа күберәк. Ғөмүмән, алты йыл эсендә был программаны тормошҡа ашырыу 5165 кешене торлаҡлы иткән.

Әйткәндәй, торлаҡҡа сиратта торған етемдәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар булһа, уларға  был социаль ярҙам менән сираттан тыш тәьмин ителә. Ә быйылдан башлап сертификатҡа фатирҙы республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә һатып алырға мөмкин.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ҡужабаҡ ауылы егете Альберт Ғәлиев та быйыл ошо мөмкинлектән файҙаланды. Уға торлаҡ һатып алыуға сертификат Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһында тапшырылды. Хәҙер яугир был сертификатты ҡулланып, илдең теләгән бер төбәгендә фатирлы була ала. Торлаҡ тәүҙә яраҡлылыҡҡа ентекле тикшерелә, унан ғына аҡса һатыусыға күсерелә.

 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын өҫтөн ҡуйығыҙ. Беҙ уны планлы рәүештә хәл итергә һәм был мәсьәләлә даими хәрәкәт итергә тейеш”.

 

Луиза Исламова, Ейәнсура районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире:

– Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Районда йыл да 10-14 фатир бирелә. Мәҫәлән, 2023-2024 йылдарҙа 27 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала торлаҡлы булды. Уларҙың 17-һе – фатир, унауы фатир һатып алыуға сертификат менән тәьмин ителде. Быйыл һигеҙ сертификат һәм дүрт фатир биреү планлаштырыла.

Ярҙам булыуы һөйөнөс, әммә уны алыуға бәйле проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, тейешле критерийҙарға тап килмәү: етемдең йә даими килеме юҡ, йә бала ҡарау буйынса отпускыла. Бындай осраҡта, сират етһә, хакимиәт төҙөкләндерелгән фатир алырға, йә көтөп тороу тураһында ғариза яҙырға тәҡдим итә. Критерийға тап килмәгән етешһеҙлекте бөтөргәс, киләһе йыл яңынан ғариза бирергә була.

Шулай уҡ мөмкинлектән файҙаланып, торлаҡ алыусыларҙың ҡайһы берҙәренә мөрәжәғәт итеп, торлаҡҡа яуаплы ҡарауҙарын, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙәрен, фатирҙарын һәм эргә-тирәһен төҙөкләндереп һорайым.

 

Мәғлүмәт өсөн

Башҡортостанда закон буйынса етемдәр торлаҡ сертификаты алырға мөмкин. Уны алыу өсөн дәғүә итеүсе 23 йәше тулыуға торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш етемдәр исемлегенә индерелергә тейеш. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса район хакимиәтенең опека бүлегенә ғариза бирергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеген опека бүлегендә асыҡларға мөмкин.

Етемдәргә торлаҡ сертификаты түбәндәге осраҡта бирелә:

– йыл дауамында килем минималь эш хаҡынан кәм булмаһа; әгәр ҙә балалары, тормош иптәше булһа – килем һәр кемдең йәшәү кәрзиненән кәм булмаҫҡа тейеш;

– һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурыс булмаһа;

  • психик тайпылыш, алкоголь йәки наркотикка бәйлелек булмаһа;

– хөкөм ителмәһә;

– ауыр тормош хәленән сығыу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү кәрәклеген раҫлаған шарттар булмаһа;

– етем булараҡ бығаса торлаҡ сертификаты алмаһа, шәхси милке булмаһа.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: