ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
"Тура бәйләнеш"
1 Апрель 2022, 15:45

Ташҡын килеүгә әҙербеҙ

Ейәнсура юл-ремонт, төҙөлөш идаралығы базаһында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеккә арналған сара үтте.

Ташҡын килеүгә әҙербеҙ
Ташҡын килеүгә әҙербеҙ

 Ейәнсура юл-ремонт, төҙөлөш идаралығы базаһында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеккә арналған сара үтте. Район хакимиәте башлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе Дәмин Юланов, архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Мөнир Ваһапов  ҡатнашлығында үткән был сараның маҡсаты - ташҡынға әҙерлек кимәлен тикшереү. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау Башҡортостан территориаль системаһының Ейәнсура районы звеноһындағы 15 ҡотҡарыу хеҙмәтенең техник базаһы, ҡотҡарыу һәм ярҙам күрһәтеү, эвакуациялау саралары күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Был звенолағы махсус хеҙмәттәр алдына  тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кисектереү өсөн  берҙәм һәм оператив эшләү бурысы ҡуйылған.

Үткән йыл районда ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәһә лә, быйыл ҡар күп яуыу сәбәпле, ҡапыл иретһә, күңелһеҙ хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Шуға ла ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлек кимәлен алдан тикшереп хәстәрләп ҡуйыу бик тә урынлы. Сара барышында махсус хеҙмәттәрҙең кадрҙар менән тәьмин ителгәнлеге, бөтә төр техника һәм ҡотҡарыу саралары яҡшы торошта, юғары әҙерлек кимәлендә булыуы асыҡланды.  

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: