Байыш ауылында йәшәгән Әлфирә апай “Ейәнсура таңдары” һәм “Йәшлек” гәзиттәренә яҙылып, квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрә лә, онота...
Бер көн ауылдағы почта хеҙмәткәре: “Ҡотлайым!” тигәс, яңыраҡ ҡына 70 йәшен тултырған Әлфирә Муллагилде ҡыҙы: “Үткән юбилейым менән ҡотлайһыңмы?” – тип һорай. Баҡһаң, почтальон ноутбук отоуын һөйөнсөләй икән!
– Ҡыуандым, әлбиттә. Ундай ҙур приз отҡаным юҡ ине. Бүләк уйнатыуҙа ла бик ҡатнашмай торғайным. Даланым бар икән дә, – ти гәзит уҡыусыбыҙ шатланып.
Ноутбук Әлфирә апайҙың юбилейына ҙур бүләк булған. Ике көн элек уны алып килеп тапшырғандар ҙа инде. Балалары ҡулланырға өйрәтһә, тормош юлдашы Юлай ағай менән ноутбукты үҙҙәре тотонорға ниәтләйҙәр.
Уйлаған уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын, Әлфирә апай! Бүләгегеҙҙең мәнфәғәтен күреп, “Ейәнсура таңдары” менән гәзит аша ғына түгел, интернет киңлектәрендә лә күрешергә яҙһын!
Айнә Иманғолова.