Олпат яугир республикабыҙ хәрбиҙәре өсөн БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһына ҡушылды.
Рәүф Баев 2023 йылдың йәйендә «Башҡортостан» полкы составында махсус операцияға юллана. 70-се тиҫтәһен ваҡлаған уҙаманды тәүҙә бармаҫҡа өгөтләүселәр ҙә, хәрби комиссариаттан кире ҡайтарыусылар ҙа була.
«Ҡасып булһа ла барам, тигәйнем. Ниһайәт, минең теләгемә ҡаршыма килмәнеләр. Ҡасып барғандарҙы алалар, тип шаярттылар», - ти сал сәсле яугир. - Егеттәр күпләп һәләк була, телевизорҙан ҡарайым да йәлләйем. Шунан үҙем барырға ҡарар иттем. Сөнки аҙмы-күпме тәжрибәм бар, ҡасандыр беҙҙе йәшерен лагерҙа Афған һуғышына әҙерләгәйнеләр. Әммә мин 12 балалы ғаиләнән булғас, игеҙәк туғаным да хеҙмәт итеп йөрөгәс, мине алмаҫҡа ҡарар иттеләр. Бик барғым килгәйне. Совет заманында тыуған иле өсөн йәнен бирергә әҙер быуын үҫеп сыҡҡайны. Бына бөгөн беҙгә шундай ҡиммәттәр етмәй, йәштәр араһында МХО-ла кемдәр менән һуғышҡаныбыҙҙы ла белмәгәндәр, телефонына текәлеп ултырыуҙан ары китмәүселәр бар».
Рәүф Баев Ҡыҙыл Лиман һәм Луганск йүнәлешендә минометсы булып хеҙмәт итә. Батальонда иң олоһо булған яугирҙы хөрмәт итеп «Бай» (позывнойы) йөрөтәләр. МХО-ла ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт итеүе өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.
«Күбеһенсә йәш егеттәр менән хеҙмәт иттем. Һөжүмгә барған штурмовиктарға терәк булдыҡ, елкәбеҙгә һалып снарядтар ташыйбыҙ, урынлаштырабыҙ. Һәр ҡайҙа ла командир менән кәңәшләшеп эшләнек», — ти яугир.
Рәүф Баев МХО-ға тиклем колхозда эшләй, республикабыҙ һыуһаҡлағыстарын төҙөүҙә ҡатнаша. Ә уға тиклем газ тәьминәте ойошмаларында водитель булып эшләй, Төмән өлкәһенә, Ямал-Ненец автономиялы округына һәм Украинаға газ үткәрә.
Сығанаҡ: Башинформ.