Тамаҡ ауыртыу 1 аш ҡалағы лимон һутын, ½ сәй ҡалағы ҡара борос һәмбер сәй ҡалағы тоҙҙо бер стакан йылы һыуға болғайбыҙ. Ошо ҡатнашма менән көн дауамында бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡау уның ауыртыуын бөтөрөр һәм ныҡ йүтәлләүҙән килешер.
танау тонғанда Ҡара борос, корица, тмин һәм кардомонды онтағыҙ. Ҡатнашманы һулағыҙ һәм сөскөрөү танау тоноуын тиҙ бөтөрәсәгенә үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ.
Үт ҡыуығындағы таштар аш һеңдереү процессына насар тәьҫир итә, ауырта. Ошо ҡатнашма үт ҡыуығындағы таштарҙы иретер: 3 өлөш зәйтүн майына берәр өлөш лимон һуты һәм ҡара борос ҡушырға.
Стоматит Аш ҡалағы тоҙҙо бер сынаяҡ йылы һыуға һалып, ҡатнашма эшләргә. Һәр ашағандан һуң шуның менән ауыҙҙы сайҡатырға. Тоҙ бактерияларҙан ҡотолорға ярҙам итер һәм яраларҙы тиҙерәк уңалтыр.
Артыҡ тән ауырлығы Сирек балғалаҡ ҡара борос, 2 аш ҡалағы лимон һуты һәм бер аш ҡалағы бал алабыҙ ҙа, барыһын да бер стакан һыуҙа бутайбыҙ. Был эсемлек организмдың матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Күңел болғаныу Лимон күңел болғаныуын баҫа. аш ҡалағы лимон һутын һәм бер балғалаҡ ҡара боросто бер стакан йылы һыуҙа болғатып, яйлап ҡына эсергә.