ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡортостан – МХО-ға ярҙам итеү өлгөһө

«Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» Мәскәүҙә «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Махсус хәрби операцияға булышлығы» тип аталған доклад менән таныштырҙы.

Был – илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек?

Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ

«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.

Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.

Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.

Тылда ла эш тынмай

Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.

Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.

Контракт хеҙмәте

Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу һәм халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.

Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.

«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлыМХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.

– Беҙ махсус хәрби операция башланғандан алып үҙебеҙҙең егеттәргә, Донбасс халҡына ярҙам итә башланыҡ. Тәүҙә ауыл хужалығы предприятиелары әүҙемлек күрһәтте, унан инде бөтә халыҡ күтәрелеп сыҡты. Өлөшләтә мобилизациянан һуң был айырыуса һиҙелде. Был ярҙамды, алып барған ризыҡтарҙы: ит йәки ярымфабрикат булһынмы, сөсө икмәкме ул, туҡмасмы – егеттәр бик көтәләр. Беҙ райондан 25 гуманитар конвой алып барҙыҡ. Шуларҙың алтауһын үҙем оҙатып барҙым. Шуға ла егеттәрҙең һағынғанын, тыуған яҡтан килгән күстәнәстәрҙе нисек көткәндәрен яҡшы беләм. Улар ярҙамдан бигерәк өйҙөң, тыуған яҡтың йылыһын көтә. Яугирҙәребеҙҙең йөҙҙәрендә күргән ҡыуаныс, рәхмәттәре беҙгә дәрт бирә, артабан да ярҙам итергә теләк уята. Ошо ауыр мәлдә ярҙамға тупланған район халҡына, ойошма-хужалыҡтарға, етәкселәргә – ҙур рәхмәт! Фронт менән тыл һәр ваҡыт бергә. Шулай булһа, иманым камил, еңеү тиҙ арала беҙҙең яҡта булыр.
Дәмин Юланов, район хакимиәте башлығы.
– Фонд Рәсәй Президенты указына ярашлы 2023 йылдың апрелендә булдырылып, 1 июндә Башҡортостан филиалы үҙ ишектәрен асты. Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү. Уларға 40 төр ярҙам ҡаралған. Ҡайһы берҙәрен генә атағанда: юридик, психолог-терапевт ярҙамы, медицина реабилитацияһы, шифахана-курорт дауалауы, медицина изделиелары менән тәьмин итеү һ.б. Социаль ярҙам дәүләт фонды иҫәбенән бушлай ойошторола. Әйткәндәй, беҙҙең райондан техник реабилитация саралары һорап өс яугир мөрәжәғәт итте. Әле шуларҙың икәүһе протез менән тәьмин ителде.
Айгөл Амонова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ейәнсура районындағы социаль координаторы.
– Беҙ Ришат Ҡыуатов менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам алып барып, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, яугирҙәр менән аралашып ҡайттыҡ. Алдан да хәрби операцияға ярҙам итә инек, ә унда барып ҡайтҡас, үҙем – бында, уйым – тегендә, егеттәр янында. Яугирҙәргә ярҙам өҙлөкһөҙ барырға тейеш, шуны аңланыҡ. “Беҙ бергә” төркөмөнөң чатын булдырҙыҡ, унда ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә күп. Һәр кем мөмкинлегенә ҡарап, аҡса күсерә. Ул аҡсаға окоп шәмдәренә, маскировка селтәре үреүгә материалдар, инструменнар алабыҙ. Отчет шунда уҡ эшләнеп бара. Әлегә окоп шәмдәре эшләүҙе туҡтатып торҙоҡ. Әүҙемлекте масселтәрҙәргә бирәбеҙ. Әле биләмәнең дүрт ауылында станоктар ҡуйылған. Халыҡ килә, эшләргә материал ғына булһын. Шул маҡсатта “Беҙ бергә” төркөмө Иҙәш, Иҙелбәк үҙешмәкәрҙәре менән берлектә концерттар ҡуйыуын дауам итә. Үҙебеҙҙең райондан тыш Күгәрсен районы, Ырымбур өлкәһе ауылдарында ла сығыш яһайбыҙ. Ниәтебеҙ – тупланған аҡсаға материалдар алып, изге эште өҙлөкһөҙ дауам итеүҙе тәьмин итеү. Изге эште көсләп эшләтеп булмай, ундай эштең рәте лә булмаясаҡ. Шуға ла ярҙамға ихлас ҡушылған һәр кемгә ҙур рәхмәт.
Ғәли Күсәрбаев, “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: