ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт Общество
9 Апрель 2024, 08:59

"Мосолмандарҙың иң изге айы Рамаҙан айында баҡыйлыҡҡа күсте Йомабикә инәй..."

Ейәнсураның иң өлкән кешеһе вафат булды

"Мосолмандарҙың иң изге айы Рамаҙан айында баҡыйлыҡҡа күсте Йомабикә инәй..."
"Мосолмандарҙың иң изге айы Рамаҙан айында баҡыйлыҡҡа күсте Йомабикә инәй..."

Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ!

"Урал батыр" эпосынан алынған был юлдар нәҡ улар өсөн әйтелгән кеүек. Был хаҡта мин "Бураҡаева уҡыуҙары"нда ла әйтеп киткәйнем.

Кисә ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе Ҡолмөхәмәтова Йомабикә Ғәҙелша ҡыҙы китеп барған икән... 15 майҙа уға 103 йәш тулған булыр ине. Йомабикә инәй - Бөйөк Ватан һуғышының тыл ветераны ине. Тәүге ире Буранғол ауылынан, һуғышта ятып ҡалған. Инәй һуғыш йылдарында Ейәнсура районы Ибрай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән колхозды бергәләп тартҡандар. "Ире, балаһы булмағандар колхоздың төп көсө булды,"- тип хәтерләр ине ул саҡтарҙы инәй. Һуғыштан ҡайтҡан һалдатҡа икенсегә кейәүгә сыҡһа ла, балаһы тыуғас, үлә. Күңел кисерештәре аңлатып бөткөһөҙ ауыр булһа ла, инәй тормошҡа һәр саҡ һөйөп баҡҡан, кешеләргә зыян килтерерлек бер ни ҡылмаған. Ире лә үлеп, байтаҡ йылдар үҙ аллы донъя көткәндә мәктәптең тимурсылар командаһы төп терәк булғандыр уға.

Инде ҡарыуы ҡайтҡас, бына 12 йыл буйы уны Уликановтар ҡараны. Ирек һәм Гөлсирен ярҙамдан ташламаны, үҙҙәре ауырып больницаларҙа ятҡанда, операция яһатҡан мәлдәрендә балалары Эльвир менән Гөлсибәр ҡарашты. Инәй атлай алмай ҙа башлағас, ике йыл инде Уликановтарҙа йәшәй. Уларҙың йылы, яҡты өйөндәге һөйөүгә, йылылыҡҡа һыйынып, оло рәхмәттәрен әйтеп, доғаларын уҡып ултырҙы. Мосолмандарҙың иң изге айы Рамаҙан айында баҡыйлыҡҡа күсте Йомабикә инәй. Ауыл бөгөн иң оло кешеһен һуңғы юлға оҙата. Еҫер-етем - Йомабикә инәйҙең күҙенә керпек булған Ирек һәм Гөлсирен Уликановтарға тәбиғәт тә рәхмәт әйтеп, ямғыр яуыуынан туҡтаны, ҡояш балҡып йылмайҙы, ҡоштар сутылдашып, изгелеккә, мәрхәмәтлелеккә дан-мәҙхиә йырланы!

Земфира Аҡбутина, РФ һәм БР журналистар берлеге ағзаһы.

Ибрай ауылы.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: