Ат спорты үҫешкән һәм шәхси хужалыҡтарында иң күп йылҡы аҫралған ауылдарҙың береһе булған Темәстә (Баймаҡ районы) кисә "Ҡышҡы ат сабыштары" уҙҙы.
“Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, бәйгегә Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡатнашыусыла йыйылған. Заявкалар ике аҙна алдан ҡабул ителә башлаған. 7 заезда барлығы 76 ат стартҡа баҫҡан. Тә-ге заезда – башҡорт тоҡомло 2 йәшкәсә аттар сабышында Ейәнсура районынан Илназ Мостафин 3-сө урынға сыҡҡан. Башҡорт тоҡомло 3 йәшлек аттар ярышында райондаштарыбыҙ Илһам Хөсәйенов – 1-се, Илназ Мустафин 3-сө килгән. Сана менән ярышта Ейәнсуранан Фәрит Әбделғужин еңеүсе булһа, бәйге ярышында Әнис Ишмөхәмәтов тәүге килгән.
Призлы урынға сығыусыларҙа аҡсалата бүләктәр тапшырылған, Темәс ауылының йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуарҙары бағыусы булған. Күркәм байрамдың инициаторҙары ла улар.