+12 °С
Болотло
Ейәнсура районы биләмәһендә хужаһыҙ хайуандарҙы аулау һәм тотоу буйынса саралар үткәреү маҡсатында шәхси эшҡыуар Ишемйәров Радик Ринат улы менән 2025 йылға муниципаль контракт төҙөлдө. Был хаҡта мәғлүмәт МР хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә бирелде.
Ҡарауһыҙ хайуандар табылған осраҡта йәшәгән урын буйынса урындағы үҙидара органына (ауыл советы) мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда подрядсы өсөн заявка әҙерләнәсәк. Шулай уҡ хайуандарҙың теүәл урынын күрһәтеп, заявкаларҙы +7-917-466-75-89 номеры буйынса диспетчер хеҙмәтенә лә ебәрергә мөмкин.
Иғтибар итегеҙ, биркаһы булған һәм агрессия күрһәтмәгән эттәр ауланмай.