ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Йорт хужабикәләренә аҡса түләү ҡарала

Дәүләт Думаһында йорт хужабикәләренә йәшәү минимумын түләү тикшереләсәк

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы Ярослав Нилов йорт хужалығы менән шөғөлләнгән рәсәйҙәргә айлыҡ йәшәү минимумы күләмендә түләүҙәр тураһындағы закон проектын әҙерләне. Документ Дәүләт Думаһына индереүгә әҙерләнгән, тип яҙа ТАСС.

"Закон проектына ярашлы, йорт хужалығын алып барыу менән мәшғүл кешеләргә айлыҡ түләү РФ субъектында билдәләнгән эшкә һәләтле кеше өсөн йәшәү минимумы күләмендә билдәләнә",  – тиелә аңлатма хатында.

Был сара ғаилә ағзалары менән бергә йәшәгән һәм тик йорт хужалығын алып барыу менән шөғөлләнгән Рәсәй Федерацияһы граждандарына иҫәпләнгән.

Был термин аҫтында депутаттар йорт эштәрен күҙ уңында тота: аш-һыу әҙерләү, кер йыуыу, тегеү, бәйләү, шулай уҡ фатирҙы йыйыштырыу. Бынан тыш, улар бында магазиндарға йөрөү, балаларҙы һәм башҡа туғандарҙы ҡарау өсөн ваҡыт сарыф итеүҙе индерергә тәҡдим итә.

2020 йылда ЛДПР депутаттары Дәүләт Думаһына йорт хужабикәләренә ай һайын минималь эш хаҡы күләмендә пособиелар түләү тураһында закон проектын индерергә маташҡайны. Әммә кабинетта һәм профилле комитетта был тәҡдимде хупламанылар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: