+6 °С
Болотло
Шәкәрҙе нормала тотоу өсөн көн һайын иртән 100 мл уҫаҡ ҡайырыһы төнәтмәһе эсергә кәрәк. Уның өсөн бер ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған ҡайырыға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп, иртәнге аш алдынан эсергә. Уға шәкәр ҡушырға ярамай.
Шулай уҡ төнәтмәне әҙерләүҙең икенсе ысулы ла бар. Бының өсөн яңы алынған уҫаҡ ҡайырыһын ит үткәргес аша үткәрергә һәм 1:3 нисбәтендә (бер өлөш ҡайырыға өс өлөш һыу) һыу ҡушып, 10 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп алып, көн һайын ас ҡарынға 150 – 200 мл эсергә.
Дауаланыу курсы – өс аҙна. Артабан ун көн ял иткәндән һуң, кәрәк тип табылһа, тағы ла дауам итергә мөмкин.