ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Һаҡ булығыҙ!
23 Март , 09:45

Айыу кешегә һөжүм иткән

😱Айыуҙарҙан һаҡ булығыҙ!

Айыу кешегә һөжүм иткән
Айыу кешегә һөжүм иткән

22 мартта Бөрйән районы биләмәһендә айыу урманға ҡайын һыуына барған кешегә һөжүм иткән.

Яңы Усман ауылы кешеһе район үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Баш табип мәғлүмәттәре буйынса, пациентҡа операция яһағандар, уның хәле тотороҡло ауыр тип баһалана.

 

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡонан иртәрәк уянды, сөнки яҙғы температура ғәҙәттән тыш юғары.

Оҙайлы ҡышҡы йоҡонан һуң айыуҙың кәйефен белеп булмай.

 

Район халҡынан тәбиғәткә сәйәхәт ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙәрен һорайбыҙ.

Балаларҙы ҡайын һыуы артынан урманға үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. 

‼️Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:
Читайте нас: