Рәсәйҙә пенсионерҙарҙы пенсияға 1 апрелдән яңы өҫтәмәләр тураһында иҫкәрттеләр. Оло йәштәге граждандар, әгәр таныш булмаған номерҙан трубка алып, "Һеҙгә пенсияға өҫтәмә түләү" тигән фразаға ышанһалар, мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүе ихтимал.
Әгәр һеҙгә шылтыратып, үҙҙәрен Социаль фонд бүлексәһе хеҙмәткәре тип таныштырып, пенсияны йәки башҡа түләүҙәрҙе арттырыу тураһында ғариза биреү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтына күсергә, ҡабул итеүгә яҙылыуҙы раҫлау өсөн СМС-тан кодты әйтергә ҡушһалар, быны эшләмәгеҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе (СНИЛС, паспорт, банк картаһы номеры, шәхси кабинет пароле) атамағыҙ.
Пенсияға бөтә өҫтәмә түләүҙәр автоматик рәүештә башҡарыла, ә түләүгә ғаризаны ОСФР-ҙың клиент хеҙмәтендә, күп функциялы үҙәк офистарында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин.