ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Һауа торошо Погода
26 Февраль , 09:35

Бер аҙ йылыта

Ейәнсура районында ҡыштың һуңғы көндәренә һауа торошо прогнозы

Бер аҙ йылыта
Бер аҙ йылыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыраҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 февралдә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –8...–7, төндә –16...–11 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 27 февралдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –10...–4, төндә –9...–7 күрһәтә. Ел көнсығышта, талғын.

Календарь ҡыштың һуңғы көнөндә, 28 февралдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –6...–3 градус күрһәтһә, төндә –16-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: