-2 °С
Болотло
Бөгөн, 4 мартта, төбәктә бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан уртаса иҫәсәк, көндөҙ урыны менән көслө көсәйеүе ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ –8...–3 градус күрһәтәсәк.
Шаршамбы, 5 мартта, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында буран сығыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа урыны менән ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, уртаса тиҙлектә, ҡайһы бер райондарҙа көслө. Һауа температураһы төндә –11...–6°, көндөҙ –5...–0° тәшкил итәсәк.