ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Март айына хас булмаған һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо һаҡланасаҡ.

Март айына хас булмаған һауа торошо һаҡлана
Март айына хас булмаған һауа торошо һаҡлана

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республикала марттың икенсе декадаһы аномаль йылы булды – ғәҙәти күрһәткестәрҙән 7 градусҡа юғарыраҡ. Алдағы көндәрҙә төбәктә юғары температура режимы һаҡланасаҡ. Һауаның уртаса тәүлек температураһы норманан 4-5 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.  Һауа температураһының төндә –7...–2-нән –4...+1 градусҡа тиклем, көндөҙ +4...+9-ҙан +7,+12 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Уртаса тәүлек температураһы йәнә 0 градустан  юғарыраҡ кимәлгә сыға, был быйыл метеорологик яҙҙың башланыуын билдәләй. Республикала яҡын көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: