Хәмдиниса инәй һуңғы бер-ике йылда ныҡ ҡына биреште. Тиктомалға йә йөрәге дарҫлап тибә башлай, йә ҡан баҫымы күтәрелә. Башы сатнай, күҙ алдары ҡараңғылана. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, үткән ҡыш йүтәл дә аяғынан йыҡты. Өс ай түшәктән тора алманы. Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң, шырау инеп, ҡулы шеште. Уңалыр әле тип, тәүҙә табипҡа күренмәгәйне, ә һуңынан дауаханаға барғас, гангрена башланған, тип шул бармағын киҫеп ташланылар. Ауырыған сағында уйлағанмы әллә күптәнге хыялы булғанмы, – һауығып бер аҙ хәл ингәс, әйберҙәрен барларға тотондо. Өйөнөң иң түрендә, һәр саҡ күҙ уңында торған, семәрләп эшләнгән һандығын асты. Иренең кейем-һалымы – ике киндер күлдәк менән бер ыштан – бәй, былтырғы йәйҙән бирле туҙан йотоп ятҡан. Шуларҙы алып, иркәләп-тәҫләп ҡаҡты. Яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, иренең фотоһүрәттәрен, фронттан яҙған хаттарын барлап, һәр нәмәнең урынын алыштырып, бер аҙ икенсерәк итеп йыйыштырҙы...
Бына һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы алды. Йөкмәткеһен яттан белһә лә, тағы асты... “Һеҙҙең ирегеҙ Фәтих Зыя улы Хамматов ҡаты һуғыштарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғалды...” Хәмдиниса был һүҙҙәрҙе ҡырҡ йыл эсендә ҡырҡ уҡыһа ла, һаман ышанманы: “Нисек инде ул ауырлығы алты бот, буйы ике метрға яҡын әҙәм хәбәрһеҙ юғалһын? Бәдбәхет фашистарға бирешерлек инеме ни ул?” Бөркөт ине, бөркөт! Яҙғы йылы ямғырҙан йәнләнеп киткән тәбиғәт төҫлө хәтере яңырҙы Хәмдинисаның.
Фәтихы, атай-олатайҙары кеүек, һунарсы ла ине. Артелдә (элек ауылдарҙа шундай ойошмалар күп була), совхозда ниндәй генә эш башҡармаһын, һунарға йөрөргә лә ваҡыт тапты. Шуға ла утыҙ беренсе йылғы аслыҡта тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булды. Ире үҙе үҫтергән, үҙе өйрәткән бөркөт менән ауға йөрөргә яратты. Ниндәй генә кейек алып ҡайтмайҙар ине! Бүре лә, ҡоралай ҙа ауланылар, ә ҡуян, төлкөнөң иҫәбе-һаны булмағандыр. Бөркөтө менән Фәтих ныҡ дуҫлашты, бер-береһе өсөн йәндәрен фиҙа ҡылыр кеүектәр ине. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, кемдер ҡошто урланы бит. Күпме тырышмаһындар – бурҙың эҙенә төшә алманылар. Бөркөт юғалғас, Фәтих үҙен ике ҡулһыҙ ҡалғандай хис итте. Һунарҙан буш тоҡсай һелтәп ҡайтһа, эх, бөркөтөм булһа, теге ҡылый күҙ мине алдаштырып ҡаса алмаҫ ине, тип эй уфтаныр, эй көйөнөр ине. Хәмдиниса ирен йыуатҡан була: “Төлкө, ҡуянды бөркөт менән һәр кем тота, ә бына тоҙаҡҡа һинең кеүектәр генә эләктерә”. Бер көн шулай ире башмаҡ кеүек оло күк бүрене һөйрәп ҡайтҡас, бөркөтөм минең, бөркөтөм, тип, үҙе лә иҫләмәҫтән, Фәтихты ҡосоп алғайны. Ирекәйенең шул саҡ ҡабырғалары шығырҙап-шығырҙап ҡуйҙы. Ошо көндән һуң Фәтих, эш менәнме, былаймы, оҙағыраҡ ҡайтмай торһа, Хәмдиниса борсолоп, ҡайҙа юғалдың, бөркөтөм, тип үҙ алдына һөйләнеп тә ала ине. Ә ҡайтып инһә, балаларын тәрбиәләгән инә сыйырсыҡ кеүек осоп-ҡунып, Фәтихын ашатырға-эсерергә тотонор... Бына хәҙер нисәмә йыл инде, борсолоу ғына түгел, илай-илай күҙ йәштәре ҡалманы... Ә теге ваҡыт ҡаҙы имеп ятҡан ат ҡараҡтарын бармаҡ осонда нисек бейеткәйне! “Ий-й, дыуамаллығы булды шул, – тип иренең фотоһүрәтен тағы ҡулына алды, уны бит остарына, ирендәренә тейҙереп: – Ҡайҙа һин, бөркөтөм, ҡайҙа?..” – тип тағы иркәләне, әсе йәшенә сылатты.
...Ҡайныһының ике кесе улы бер юлы өйләнеп, йорт ҡыҫыҡланғас, йәш ғаилә ауылдарынан биш саҡрым тирәһе генә ятҡан игенселек совхозына күсенде. Фәтих, бында килгәс, һөт заводынан Бәләбәйгә май-ҡаймаҡ ташырға тотондо. Китер ине, малай, өс ат мисәп, әйтерһең, оло бер түрә. Күсерҙә ултырған ҡылыс танаулы, үткер ҡарашлы мөһабәт ирен Хәмдиниса һәр саҡ һоҡланып, моңһоуланып оҙата торғайны. Юл йөрөп ҡайтҡас, тегеһе һис арыным тип тормаҫ, йорт эштәрен емертеп эшләр ине. Дүрт-биш көндә ишек алдында ҡоҙоҡ ҡаҙып, бура төшөрҙө. Аҙбар-ҡураларҙы нығытты.
Сентябрҙең ҡара бер төнөндә, Бәләбәйҙән ҡайтышлай, Көрмәҙе урманы аша үткәндә, ниндәйҙер бәндәләр туҡтата уны.
– Иҫән-имен бисәң ҡуйынына ҡайтайым тиһәң, йөгөңдән төш тә һыпырт ауылыңа! – ти ҡарлыҡҡан тауыш.
– Һеҙ кем? Көрмәҙе батшаһымы әллә?
– Ха-ха-ха! Батшаһы һәм хужалары... Беҙ дүртәү... Хи-хи-хи!
Ғыжылдауыҡҡа ҡушылып, тағы бер нисә кеше көлөшкән була. Нисек инде бейеп торған һыу һөлөгөндәй өс атыңды, тауар тулы йөгөңдө, ниндәйҙер берәҙәктәр осраны тип, ташлап китәһең? Һабантуй батыры тигән даның бар. Арбаңда ҡуш көбәкле мылтыҡ ята. Бәлки, шаярталарҙыр... Ғыжылдауыҡ тауыш таныш кеүек... Теге... Фәтих икеле уйының осона сыға алмай, әлеге лә баяғы бәндә, ҡаты һүгенеп, мисәү аты алдына сыға.
– Тиҙ бул, нимәгә бызмырлайһың?!
Бәй, был Ҡаныҡайтамаҡ ауылынан Мәгәрәйсолтан исемле ат ҡарағының тауышы ла баһа. “Төрмәнән сыҡҡан икән, тип һөйләйҙәр ине. Дөрөҫ, ахырыһы... Нишләргә?” Фәтихтың башынан секунд эсендә төрлө уй үтә. Мылтыҡҡа тотонһа, төн ҡараңғы, күҙенә төртөлһәләр ҙә, бер нәмә күренмәй... Яңылыш үҙ атыңа атыуың бар. Бына ике юлбаҫар, ике яҡтан килеп, уның арбаһына һикерә. Фәтих береһен йәшен тиҙлеге менән эләктереп ала ла сыбыртҡыһын муйынына урап ситкә ташлай, ә икенсеһен күтәреп ат башында торғанына, өсөнсө яуызға – көлтә осорғандай бәрә. Юлбаҫарҙарҙың “ых” иткән йән өҙгөс тауыштары ғына ишетелеп ҡала. Был саҡта дүртенсеһе ҡайҙа юғалғандыр, әммә Фәтихтың күҙенә салынмай. Ауылға ҡайтып, булған хәлде милицияға һөйләгәс, тегендә кире барып өс мәйет кенә алып ҡайталар.
– Дыуамал ине, дыуамал. Совхоз малы – дәүләт байлығы тип, үлемгә барған бит. Сос булмаһа, үҙен һис шикһеҙ дөмөктөрөрҙәр ине. Шундай тәүәккәл кеше ни эшләп эҙһеҙ, хәбәрһеҙ юғалһын, ти... Ҡайҙа һин, бөркөтөм, ҡайҙа?..
Хәмдиниса инәй ошо уйҙар менән иренең һуңғы хатын ҡулына алды. “...Сталинградтан дүрт-биш саҡрым төньяҡта урынлашҡан Вязьма ауылы янында оборонала ятабыҙ. Ҡоторонған Гитлер эттәре көнө-төнө һөжүм итә. Әммә хәҙер артҡа сигенгән юҡ һәм сигенмәйәсәкбеҙ ҙә. Мин бында Силәбе егете Урал Сафиуллин менән дуҫлаштым. Үтә ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ кеше. Һуғыштан һуң бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөргә һүҙ ҡуйыштыҡ. Күстәнәстәреңде әҙерләберәк тор, фашистарҙы дөмөктөрөп, илебеҙҙән ҡыуып сығарғас, Силәбе вареньелары менән сәй эсергә китербеҙ... Сентябрь, 1942 йыл.”
Эйе, быйыл артығы менән ҡырҡ йыл! Әйтеүе генә анһат, ә көткән кешегә күпме түҙемлек, ихтыяр көсө кәрәк. Тәүге мәлдәрҙә Хәмдиниса ҡайғыһын әллә ни тышына сығарып, белгертеп йөрөмәне. Үҙенсә сабырлыҡ менән, бөгөн берәй хәбәре килер йә иртәгә үҙе ҡайтып төшөр, тип көттө. Өс бала тәрбиәләү ҙә, совхоз йөгөн – ирҙәр фронтҡа алынып бөткәс, үҙен бригадир итеп ҡуйғайнылар – ҡарт-ҡоро, бала-саға менән алып барыу ҙа ныҡ йонсота. Ҡара таңдан ярты төнгә саҡлы эшләп ҡайтҡас, мендәргә башың тейҙеме, йоҡлап киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Уйға, хискә бирелергә форсат та тәтемәгән шул. Бына фашистарҙы дөмөктөрөп, Берлин рейхстагына Еңеү байрағы ҡаҙап, һалдаттар илгә ҡайта башланы. Биш йыл буйы етемһерәп, һыҡтап торған ауыл уйын-көлкө, шатлыҡҡа күмелде. Тәүлек әйләнәһенә яңғыраған шаян йырҙар, гармун моңдары Хәмдинисаның йөрәген, утҡа кәрәсин һипкәндәй, ярһытты ла ебәрҙе. Ул Фәтихын яу ҡырынан ҡайтҡан һәр кемдән һорашты. Үҙ ауылын ғына түгел, тирә-яҡтарҙы ла йөрөп сыҡты. Улар араһында Сталинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡандар ҙа, ҡамауҙа ҡалып партизан отрядтарында һуғышҡандар ҙа, фашист тотҡонлоғонда – тамуҡ утында янып, кешелек тарихында булмаған вәхшилекте еңеп иҫән ҡалғандар ҙа бар. Әммә Фәтихты береһе лә күрмәгән, береһе лә осратмаған.
Күршеһе Үрге Бикҡолға ҡунаҡҡа барып ҡайтҡайны. “Һеҙҙең ауылдан Фәтих Хамматов менән бергә һуғыштым, үтә ҡыйыу егет, ҡайттымы?” – тип мәжлестә берәү һорашып ултырғайны, тигәс, Хәмдиниса шунда уҡ юлға йыйынды.
– Етмеш саҡрым араны нисек үтмәк булаһың? Ҡоҙа, бәлки, үҙе лә килеп сығыр, бер аҙ көт. Уларға һабан туйына ла барырға иҫәп юҡ түгел, элек үтә күңелле була торғайны, – тип күршеләре өгөтләп ҡарағайны ла, тыйылманы. Ни йәнең менән көтөп тораһың! Әллә килер, әллә килмәҫ кешене! Ире тураһында берәй хәбәр, һүҙ булһа ла ишеткеһе килә лә баһа уның. Ниндәй булһа ла! Икенсе көндө Хәмдиниса Үрге Бикҡолға ауыл халҡы киске ут алыуға барып еткәйне.
– Мөмкинме?
– Рәхим итегеҙ... Кем тип әйтәйем... Таныш кешегә оҡшамағанһығыҙ.
– Мин... Миңә... – Әллә арыуҙан, әллә тулҡынланыуҙан һүҙен башлай алмай торҙо Хәмдиниса.
– Һеҙгә кем кәрәк?
– Зәбир ошонда торамы?
– Эйе, мин булам. – Погонһыҙ гимнастеркаһына орден һәм бер нисә миҙал таҡҡан ир, ҡыйыуһыҙ ғына килеп, уға ҡулын бирҙе. – Ултырығыҙ.
– Мин Имәнлетау ауылынан, Фәтихтың йәмәғәте...
Зәбир, ҡаршыһындағы сырайы борсоулы, бер үк ваҡытта өмөт сатҡылары сағылған зәңгәр күҙле ҡатындың юҡҡа ғына шул саҡлы ерҙән килмәгәнен һиҙеп:
– Әсәһе, сәй ҡуй, ҡунаҡ бар, – тине һәм үҙе уңайһыҙланып ҡына Хәмдинисаның ҡаршыһына ултырҙы.
– Фәтих менән Ростов ҡалаһына яҡын бер станцияла осраштыҡ. Беҙ ҡырҡ икенсе йылдың яҙында алынып, хәрби хеҙмәткә барғайныҡ, уларҙың часына өҫтәмә итеп ҡуштылар. Күп юғалтыу кисереп, ялға сыҡҡайнылар. Командирҙар һәм бергә һуғышасаҡ яугирҙар менән танышҡас та, алғы һыҙыҡҡа киттек. Фәтих менән икебеҙҙең окоптар йәнәш ине, төндә һөйләшеп ултырғанда:
– Ун ай фронттамын, фашистар менән күп тапҡыр ҡул атакаһында алышҡан бар, пуля тейгән йә штык сыйған ер ҙә юҡ. Башҡорттарҙы Гитлер ҡоралы ала алмай икән, – тип миндәге һәр яңы һалдатҡа хас ҡурҡыу ғәләмәтен һүндереп, күңелде күтәреп ҡуйҙы. – Дөрөҫөн әйтәм: беҙҙең кеүек йәш һалдатҡа һуғышта, бигерәк тә атакаға барғанда, дошмандың еңәсәгеңә ышанмайһың икән, ул һине, икенләнгәнеңде, ҡаушағаныңды һиҙеп, шунда уҡ юҡ итәсәк. Иң тәүҙә һалдатта ныҡлы рух, ихтыяр булырға тейеш. Үлем тураһында һис уйларға ярамай!
Бына Фәтихтың шул төндә әйткән ябай һүҙҙәре. Ә минең өсөн сихри ғәйрәткә эйә. Иҫән ҡалыуым да, бәлки, ошо һүҙ серендәлер. Хәйер, беренсе үлемдән үҙе үк ҡотҡарғайны мине. Икенсе көндө ҡояш кискә ауышҡас, беҙҙең тылдан немец танкылары килеп сыҡты. Күрше подразделениеның оборонаһын өҙөп үткәндәр, ахырыһы. Аңғармаҫтан булғанға, йүнләп ҡаршылыҡ ойоштора алмай ҡалдыҡ. Бына бер саҡ фашист машинаһы туп-тура минең өҫкә килә бит. Фәтих нимәлер ҡысҡыра – аңлап булмай. Ике граната бәйләмен ырғыттым да, күҙҙе йомоп, окоп төбөнә яттым. Өҫкә шыбыр-шыбыр балсыҡ ҡойолғанын һәм бер нәмәнең “ба-ах-ба-ах” итеп шартлағанын ғына ишеттем. Һушты юғалтҡанмын. Уянып китһәм, Фәтих:
– Тыны бөтөп кенә иҫенән яҙғандыр, ҡулынан башҡа яраланған ере юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә, санитарҙарға ярҙамлашып, мине күтәрешеп бара ине. Күҙҙе асҡанды күреп: – Бына, батырға ла йән керҙе, – тине. – Ишетәһеңме?
– Ишетәм, тик баш шығыр-шығыр килә. Әйтерһең, тумыртҡа мейене соҡой.
– Әллә ни зыянлы түгел, шәбәйерһең.
– Мин әле ҡайҙа?
– Санчасҡа барабыҙ.
– Ә теге...танк?
– Ниңә гранатаңдың чекаһын алмай ырғыттың?
– Ҡурҡыуҙан онотолғандыр...
– Онотолған, имеш... Хамматов булмаһа, әлеге мәлдә... хур ҡыҙҙары ҡосағында ятыр инең. – Санитар ҙа һүҙгә ҡушылды. – Ожмахта...
– Нисек?
– Немец танкыһы блиндажды “үтекләп” үткән. Күптәрҙең аяҡ йә ҡулдарын ғына таптыҡ. Ә һине Фәтих окоп төбөнән тиҙ генә ҡаҙып алған. Бер аҙ һуңлаһа, тонсоғоп үлер инең. Окобыңды ла тәрәнерәк ҡаҙығанһың, ахырыһы, бындай хәлдә иҫән ҡалғандар һирәк. Бик һирәк.
– Ә танк?
– Уны Хамматов шартлатҡан, – тине санитар.
Зәбир, һөйләүенән туҡтап, һыуынған сәйен һемерҙе лә һүҙен дауам итте:
– Фәтихҡа рәхмәт тә әйтә алмай ҡалдым. Атакаға күтәрелергә приказ булды. Ул китте. Ә мине санбатҡа, унан тылға оҙаттылар. Һауығып сыҡҡас, икенсе часҡа эләктем...
Үрге Биҡҡолдан ҡайтҡас, Хәмдиниса тағы ла нығыраҡ дәртләнеп ирен эҙләһә лә, юллатып хаттар яҙһа ла, бер үк яуап килде. Көн артынан көндәр үтеп, ҡырҡ йыл да булған, йә Хоҙай. Хәмдиниса инәй Сталинградтан килгән ошо һуңғы хатты тағы бер уҡыны ла икенсе төйөнсөгөнә һалды. Фәтихтың фронттан килгән фотоһүрәттәрен һәм “ҡара ҡағыҙҙы” ла бергә төрөргә онотманы. Иренең һуңғы көндәре үткән Сталинград еренә Башҡортостандың, тыуған төйәге Имәнлетауҙың тупрағын һалырға өмөтләнеп, юлға йыйынды.
Атаһы киткәндә яңы ғына тыуып ҡалған улыҡайы Ғәлләметдин менән Волгоградҡа килгәндә, бөйөк Сталинград эпопеяһының ҡырҡ йыллығын билдәләп үткәйнеләр. Улар һуғыш хәтирәләрен һаҡлаған музейҙарҙа, скверҙарҙа, һәйкәлдәр янында, данлыҡлы Мамай курганында булды. Ҡайҙа ғына, кем менән генә һөйләшмәһендәр, Фәтихты күреүсе лә, белеүсе лә осраманы. Герой-ҡаланың күп урынына барҙылар. Туғандар ҡәберлегендә яҙылған исемдәр араһында “Бында билдәһеҙ һалдат ята” тигән һүҙҙәрҙе уҡып, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, ошонда ғына яталыр беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, тип тере сәскәләр һалды әсә менән ул.
Һораша-һораша барып, Вязьманы ла таптылар. Снаряд һәм бомбалар менән көлө күккә осоролған ауыл урынында хәҙер, йәшеллеккә күмелеп, ике-өс ҡатлы йорттар, асфальт урамдар һуҙылған. Дәһшәтле һуғыш барған ерҙә туҡ башаҡлы бойҙай баҫыуы тулҡынлана. Бында ҡан ҡойғос алыш майҙаны булған, тип һис уйламаҫһың. Ваҡыт үтеү менән, ер яралары танымаҫлыҡ уңалған. Тәбиғәт үҙ законы менән йәшәүен дауам итә. Баштарын эйеп, бер-нисә минут ошо яланда торҙолар ҙа автобус туҡталышына ыңғайланылар. Ғәлләметдин шунда өс ҡатлы урта мәктәп бинаһына ҡарап, “Крайҙы өйрәнеү музейы” тигән яҙыуҙы уҡыны ла:
– Әсәй, әсәй, әйҙә, бында инеп сығайыҡ, ваҡытыбыҙ бар бит, – тине.
Хәмдиниса инәй, йәнебеҙ күп бимазаланды, эҙләнеүебеҙҙән туҡтайыҡ булмаһа, тигәндәй, күңелһеҙ генә уның артынан эйәрҙе. Бында уларҙы көтмәйҙәр ине.
– Йөрөйҙәр шунда аҡса туҙҙырып, ваҡыт уҙҙырып... Үлгән – бөткән, нимәһен эҙләйһең хәҙер... – тип һөйләнә-һөйләнә, тәмәке төтөнөнә һарғайып бөткән һаҡал-мыйыҡлы ауыҙын кәүшәйтеп, ҡарауылсы ҡарт музей йоҙағын асты. – Бысраҡ аяҡтарығыҙ менән тапамай тороғоҙ, хәҙер экскурсовод килер, – тине лә эскә уҙҙырманы.
Быны ишеткәс, Хәмдиниса инәйҙең былай ҙа аҙна-ун көн буйы тынғы белмәгән йөрәге леп-леп тибә башланы. Ә ҡарттың һаҫыҡ салыш ауыҙы ҡырҡ бишенсе – илленсе йылдарҙа ҡомһоҙ ирҙәрҙең бысраҡ ҡулдарынан нисек ысҡыныуҙарын, түлһеҙ, ғәйбәтсе бисәләрҙең ағыулы һүҙҙәренә әсенеүҙәрен, Ғәлләметдиненең урамдан йәберләнеп, туҡмалып ҡайтып, илай-илай атаһын таптырыуҙарын йәшен тиҙлеге менән иҫенә төшөрҙө. Ул йәшле күҙҙәре менән, ниңә индек әле бында, тигәндәй, улына ҡараны. Ғәлләметдин нәфрәтле йөҙөн ҡарауылсы ҡартҡа йүнәлткәйне лә, көлөшөп, музей хеҙмәткәрҙәре килеп инде. “Алыҫтан килгән ҡунаҡтар бар икән”, – тип итәғәтле генә иҫәнлек-һаулыҡ һораштылар. Яҡты йөҙлө кешеләрҙе күргәс, Хәмдинисаның йөрәге бер аҙ баҫыла төштө.
Экскурсовод ҡыҙ яғымлы тауышы менән уларға музейҙың һәр стенды, һәр документы тарихын тасуирлай башланы. Ҡарауылсы ҡарттың йүнһеҙ һүҙе һәм экскурсоводтың яғымлы тауышы ҡолағында берсә зыңлап, берсә шыжлап торғанға, күңелһеҙ генә ҡаранып килгән мәлендә Хәмдиниса быяла аҫтына һалынған, ситтәре янған фотоһүрәттәрҙе күреп ҡалды.
– Улым, ҡара әле, кем ул? – тине лә, ҡулдарын болғай-болғай, янтайып китте.
– Әсәй, әсәкәйем! – Улы Ғәлләметдин мәлендә күтәреп алды үҙен.
...Сентябрь. Фашистарҙың ҡотороноп Сталинградҡа һөжүм иткән сағы. Фәтихтарҙың батальоны икенсе аҙна инде немецтарҙың көнөнә унар тапҡыр һөжүмен кире ҡаға. Юғалтыуҙар күп. “Контратакаға күтәрелеп, гитлерселарҙан уңайлы ҡалҡыулыҡты алырға һәм төп көстәр килгәнсе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа!” Бойороҡ шундай. Батальон ҡуйылған бурысты үтәй, әммә күрше подразделениеларҙың хәле бик мөшкөл була, урындарынан да ҡуҙғала алмай, кире окоптарына сигенәләр. Шулай итеп, бәләкәй генә подразделение фашистар ҡамауында ҡала. Тиң булмаған алыш ике тәүлек самаһы дауам итә. Сафтар һирәгәйә, батальонда егермеләп кенә кеше иҫән...
Тағы төн етә. Ҡараңғылыҡтан файҙаланып, ҡамауҙағылар нисек тә үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға уйлай. Тура һыпыртыр инең, асыҡ яланда аяуһыҙ немецтар “һә” тигәнсе юҡ итәсәк. Яңы һөжүмдәрен көтөп ятыу ҙа үлем менән бер. Аҙыҡ та, патрон да бөтөп бара. Бер аҙ бәхәсләшкәс, немецтарҙың тылына – һаҙлыҡ аша урманға ыңғайлайҙар. Фашистарҙың окобы янында ҡыҙыу ҡул һуғышы башлана. Фәтих өс-дүрт немецты дөмөктөрә лә Урал Сәфиуллиндың муйынын быуып торған немецтың башын яра һуға. Улар был алыштан урманға бишәү – Урал, ҡалҡыулыҡта барған һөжүмдә машиналары янған өс танкист һәм Фәтих ҡына килеп инә, етмәһә, танкистарҙың береһе яралы – ҡулына һәм кендек аҫтына снаряд ярсығы тейгән. Былар артынан көскә-көскә өлгөрә алған, ахыры. “Зинһар, ярҙам итегеҙ”, – тигән тауышҡа туҡтатыуҙары була, теге һушынан яҙып, тәгәрәп тә китә. Күмәкләшеп яраһын бәйләп, салҡан ятҡыралар. Ял иткәс, Сәфиуллин, йәшкә иң өлкәне булараҡ, был биш кешенән торған төркөмгә етәкселекте үҙ өҫтөнә ала.
– Өс кеше өс яҡҡа разведкаға китә, ә Фәтих яралы янында ҡала, – тип команда бирә Урал.
Улар төнгө ҡаранғылыҡҡа кереп юғалғас, Фәтих танкисты асыҡ урындан алып, ҡуйы ҡыуаҡлыҡ араһына индереп һала. Ә үҙе биш-алты аҙым ситкәрәк урынлаша. Ни өсөн тигәндә, яралының ыңғырашыуы арҡаһында яҡынлашып килгән кешене һиҙмәй ҡалыуың бар. Кем белә, тегеләрҙең берәйһе йә фашистар эйәртеп килер, йә үҙҙәре һатлыҡ йән булып сығыр. “Уяу булыу бер ҡасан да зыян итмәҫ”. Шулай эстән генә һөйләнә-һөйләнә, тирә-йүнде күҙәтә. Аҙмы-күпме ятҡас, танкист уянып, һыу һорай башлай. Фәтих флягаһынан тегегә ике-өс йотом һыу эсергәс, ул ыңғырашыуынан туҡтап, күҙҙәрен аса:
– Беҙ әллә икәү генәме?..
– Юҡ. Бишәү.
– Ҡалғандар ҡайҙа?
– Хәҙер килерҙәр, тирә-яҡты ҡарарға киттеләр.
– Мин дә бит карта бар... Планшетта...
– Ҡаранғыла күренмәй бит.
– Шырпың, зажигалкаң юҡмы ни?
– Бар ҙа... Тегеләрҙе көтәйек инде, мин картала әллә ни аңлап та етмәйем. Һеҙ офицермы ни?
– Эйе, лейтенант... Иптәш һин ҡайһы яҡтан?
– Башҡортостандан.
– Ә мин Донбастан. Фашистар беҙҙең шахтерҙар ҡасабаһынан фронт полосаһы яһап, ер менән тигеҙләп ҡуйған. Хәҙер ҡатыным, балаларымдың ҡайҙа икәнлеген дә белмәйем Ә бәләкәс ҡыҙымды шул тиклем һағындым, күҙемде йомһам, муйынымдан ҡосоп алған кеүек. Ҡыҙҙарым, ҡыҙҙарым...
Яралы танкист тынып ҡалды. Фәтих та тауыш-тынһыҙ бер аҙ ултырҙы ла, был йоҡлап киткәндер тип, баяғы урынына күсергә уйлап ҡалҡынды. Тегеһе уяу ятҡан, күрәһең, уның ҡыштырҙағанын һиҙеп өндәште:
– Ҡайҙа бараһың? Мине ташлап китергә самалайһыңмы әллә? – Танкистың тауышы ҡалтыранып сыҡты.
– Ю-юҡ! Тирә-яҡты ҡарап килмәксе инем, иптәштәр оҙаҡланы бит.
– Килерҙәр... Яра ҡысыта, бая һыҙлай ине.
– Ҡана, яңыртып бәйләйек әле.
Фәтих үҙенең эске күлдәген йыртып, тегенең ҡулын бәйләне, ә башҡа еренә танкист тейҙермәне, түҙәйем, йә эсәктәр ҡойолоп китер, тине. Үҙ янынан ебәрергә теләмәгәндәй, тағы өндәште:
– Исемеңде әйтмәнең бит әле? Ә мине Артур тиҙәр.
– Фәтих.
– Ни ҙә булһа һөйлә әле, дуҫ. Күңел нимәлер һиҙә, йоҡлап китһәм, уянмам төҫлө...
– Һөйлә тип ни...
– Ҡатының, балаларың...
– Бар...
Фәтих түш кеҫәһенән Хәмдинисаның фотоһүрәтен алып, танкисҡа тотторҙо, тик тегенеһе күрмәй. Плащ-палатка ябынып, зажигалка тоҡандырҙылар.
– Сибәр, һай, сибәр, беҙҙең украинкаларға оҡшап тора. Минең бәләкәсем дә шулай уҡ ҡарағусҡыл бит... Һинекеләр нисәү әле?
– Өсәү. Ике ҡыҙ, малайым тыуып ҡына ҡалды...
Һәр кем үҙ яҡынын уйлай. Бер нисә минуттан әллә аңын юғалтты, әллә йоҡлап китте – ыңғыраша, һаташа башланы. Разведкаға китеүселәр таң беленгәндә генә, береһе артынан береһе тиерлек, әйләнеп килде. Шул асыҡлана: урман әллә ни ҙур түгел, тирә-яҡта танк частары тора. Нимә эшләргә? Етмәһә, яралы бар!
– Һеҙ немец машинаһын йөрөтә беләһегеҙме? – тип һорай Фәтих, бер аҙ ултырғас.
– Училищела өйрәнгәйнек, әллә ни айырма юҡ. Тик ул танкыны беҙгә кем бирә?
– Башҡа юл юҡ, фашистарҙың танкыһын ҡулға төшөрәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең яҡҡа ысҡынабыҙ.
– Мин дә шулай уйлайым. – Урал да ҡеүәтләй тәҡдимде.
– Бик ауыр мәсьәлә.
– Ә яралы?
– Яғыулыҡ һуң...
– Арабыҙҙан немец телен белеүсе юҡмы?
Улар ошолай оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, шул ҡарарға килделәр: яҡын-тирәлә землянка яһап, яралыны урынлаштырырға! Фашист танктары яғына күҙәтеү ойошторорға! Медикамент һәм аҙыҡ табырға! Кем нимә эшләргә тейеш, тип бүленергә генә торалар ине, кинәт ярлы танкистың йән өҙгөс тауышын ишетеп, эргәһенә йүгерҙеләр. Урал уның ауыҙына һыу тамыҙҙы, тик меҫкен эсә алманы. Һыу кире ағып сыҡты ла бөрсөк-бөрсөк булып ергә тәгәрәне...
Фәтих кесе лейтенанттың документтарын алып, үҙ кеҫәһенә һалды. Һуғыш бөткәс, ҡыҙҙарын табып, аталары тураһында һөйләргә, уның нисек һуғышыуын, нисек һағыныуын әйтеп, танкист өсөн уларҙы ҡосаҡлап һөйөргә ант бирҙе. Һалдат анты... Һәм шул саҡ уның күҙ алдына Хәмдинисаһы килде. Нисектер моңһоу ғына, ҡайҙа һин, бөркөтөм, тип йылмайып тора һымаҡ. «Сабыр, түҙемлеһең инде, һөйөклөм». Балаларым ҡайҙа? Әллә... Юҡ, юҡ... Йоҡлап яталарҙыр... Аталарын күрмәй ҡалалар ҙа баһа! Уның ошо уйынан тәндәре сымырлап ҡуйҙы. Түш кеҫәһенә ҡулын тейҙереп алды, ҡатынының фотоһүрәте йөрәген эҫе таба баҫҡандай ҡыҙҙыра кеүек тойолдо уға. Танкисты ерләгәс, ике кеше землянка яһарға ҡалды, ә икәүһе немецтарҙы күҙәтергә уңайлы урын эҙләп китте.
Улар ниндәй генә план ҡормаһын, фашист танкыһын тиҙ генә ҡулға төшөрә алманылар. Ике көн күҙәткәндән һуң, тағы ынтылып ҡаранылар – тағы уңышһыҙ. Танкистарҙың береһе – еңелсә, ә Урал ҡаты яраланды. Фәтих күреп ҡалмағанда, Сафиуллин немецтар яғында ятып та ҡалыр ине. Ул һаҡсының артынан килеп, ауыҙын ҡаплап, бысағын ҡаҙап өлгөрә алмай, фашист, ҡәһәрең, көслөрәк булып сыға. Уралды күтәреп танкыға ҡуша бәрә һәм бысағы менән сәнсә, тик, ҡабаланғанға, ахырыһы, ҡулбашына ғына тейҙерә. Ошо мәлдә фашистар автоматтан ут аса. Фәтих иптәштәрен эҙләй, тик береһе лә күренмәй. “Ул-был булһа, урманға сигенергә!” – тип һөйләшкәйнеләр ҙә, нисек иптәштәреңде ташлап китәһең! Ул йүгереп танкының икенсе яғына сыға һәм, Уралды елкәһенә һалып, урманға шыуыша. Ике-өс сәғәттән һуң ғына ике танкист землянкаға ҡайтып ауа. Улар төнгө ҡаранғылыҡта яңылыш икенсе танк янында һуғышҡан икән.
Ике-өс көн хәл алғас, тағы күҙәтеү ойошторалар. Хәҙер алмаш-тилмәш Фәтих менән танкист йөрөй, теге икәү – землянкала. Күҙәтә торғас, улар күпте асыҡлай: фашистарҙың постары ҡасан алышына, ҡайҙа йоҡлайҙар, һөжүм алдынан танктарын нисек әҙерләйҙәр. Дөрөҫөрәге, операцияға ныҡлы, һәр аҙымды, буласаҡ ситуацияларҙың төрлө вариантын күҙ алдына килтереп әҙерләнгәндә генә уңыш көтөргә мөмкин. Һуғыша-һуғыша өйрәнәһең икән! Ниһайәт, немецтар һөжүмгә әҙерләнгән төндө улар фашист машинаһын баҫып ала һәм түҙемһеҙлек менән таң һыҙылғанды көтәләр. Һәр кемдең башында икһеҙ-сикһеҙ уйҙар. Фәтих, ни эшләптер, әллә ҡасан онотолоп бөткән ат ҡараҡтарын иҫенә төшөрҙө. Һабантуйҙарҙа бер кемгә лә бил бирмәүе, һәр саҡ еңеүсе булыуы... Дим туғайында хуш еҫле бесән сабыуҙар... Күңелле, эх, күңелле заманалар...
Урал иһә мөһабәт ҡарағастарҙы, ағастан ағасҡа һикерешкән тейендәрҙе, ҡатынын, балаларын, һәр саҡ килененә мыжып торған әсәһен, хатта күршеләге һаҡау тимерсе ҡартты күҙ алдынан үткәрҙе... Уны оҙатҡанда нимә тигәйне әле.
– Һин, Урал, миҙал өсөн ҡыҙма, фашистарҙы дөмөктөрөп ҡайтһаң, ниндәйен теләйһең, үҙем сүкеп бирермен!
Был һүҙҙәр шаярып әйтелһә лә, ҙур мәғәнәне аңлата шул: “Дан артынан ҡыума! Кәрәкһә, ул һине үҙе эҙләп табыр!”
Танкистарҙың да йөҙҙәре моңһоу... Сәғәт биштәр тирәһендә немецтарҙың пушкалары телгә килде. Күккә самолеттары күтәрелә. Бер нисә минуттан танкылары, пехота эйәртеп, һөжүмгә ҡуҙғала.
Бына ситтәрәк килгән бер немец танкыһы, көтмәгәндә, үҙҙәренең алғы машинаһын атып туҡтата. Фашистар иҫ-аҡылдарына килеп өлгөргәнсе, икенсеһен, өсөнсөһөн яндыра. Танктың пулемет уты фашистар пехотаһын ҡыра. Немецтар, совет һалдаттары баҫып алған танкыны таранға алып, саҡ туҡтата. Машина яна, ә эсендәгеләр фашистарҙы яҡын ебәрмәй, пулеметтан уларҙы һаман дөмөктөрә генә.
Һөжүм туҡталып ҡала. Ошо мәлде файҙаланып, бүтән сталинградсылар контратакаға күтәрелә. Немец танкыһынан дүрт кәүҙәне һөйрәп сығарғанда, уларҙың документтары янып бөткән була.
...Экскурсовод һөйләүенән тынып ҡалды. Хәмдиниса инәй, йөрәген тотоп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, үҙенең фотоһүрәтенә ҡарап тынып ҡалған. Ғәлләметдиндең йөҙөндә нәфрәт һәм һағыш. Һаҡал-мыйығы һарғайған теге ҡарауылсы ла, стакан менән һыу, төрлө дарыуҙар тотоп, ғәфү ит мине, ҡарт ишәкте, тигәндәй, Хәмдиниса янында итәғәтле генә баҫып тора.
– Ә фотоһүрәт нисек янып...
– ...бөтмәгән, тиһегеҙме? Фәтих, немецтар танкыны таранлап туҡтатҡас, һөйкөмлө ҡатынының йөҙөн һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға теләптер, ахырыһы, уны гимнастрка кеҫәһенән алған һәм усына ҡыҫып тотҡан килеш үлгән... Шуға ла фотоһүрәттең ситтәре генә янған. Үлемһеҙ батырҙар... Бөркөттәр...
Хәмдиниса инәйҙең йөҙөн аяҙ сентябрь ҡояшы яҡтырта. Ул дәһшәтле алыш майҙанына тағы бер тапҡыр ҡараны ла моңһоу һағыш менән:
– Хәбәрһеҙ юғалырға тейеш түгел ине ул, түгел ине минең бөркөтөм, – тине.
Ҡайтып барышлай, поезда, Хәмдиниса инәй төш күрҙе: имеш, Фатихы әүәлгесә, бөркөтөн алып, һунарға барырға әҙерләнә...
Фәнис ЯНЫШЕВ.