+12 °С
Болотло
2024-2025 уҡыу йылдына календарь буйынса Башҡортостан уҡыусылары өсөн яҙғы каникул 29 марттан 6 апрелгә тиклем планлаштырылған.
БР мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль белем биреү программаларына ярашлы мәктәптәрҙә белем биреү уҡыу сиректәре буйынса алып барыла. Каникул 7 календарь көндән кәм булмаҫҡа тейеш. Уҡыу йылының оҙайлығы уҡыусылар өсөн 34 аҙна тәшкил итә. Был беренсе класс уҡыусыларына ҡағылмай, улар йылына 33 аҙна уҡый.