Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы.
Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һәр заманда ла кешеләр рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусыларға һәм тергеҙеүселәргә, киләсәк быуындар өсөн халҡыбыҙҙың иң бай рухи мираҫын ишәйтеүселәргә айырым хөрмәт менән ҡараған. Был маҡтаулы миссия, хөрмәтле мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә йөкмәтелгән. Бөтә талантығыҙҙы, белемегеҙҙе, күңел йомартлығығыҙҙы изге эшкә – әхлаҡлылыҡты, йәмғиәттең рухи яңырыуын үҫтереүгә бағышлайһығыҙ, мәңгелек булған изгелек, матурлыҡ һәм мөхәббәт ҡиммәттәрен кешеләргә илтәһегеҙ.
Мәҙәниәт энтузиастарға, үҙ эшенә ысын күңелдән ғашиҡ булған, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән ижадсыларға таяна. Беҙ ижади коллективтарыбыҙ һәм уларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ!
Яңы ҡаҙаныштар, еңеүҙәр, иң ҡыйыу проекттар тормошҡа ашыуын, ижад һәм илһам теләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, артабан да емешле эш һеҙгә!