ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль өлкә
4 Март , 10:55

Әсәлек капиталына торлаҡ һатып алыу шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда быйылдан әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Әсәлек капиталына торлаҡ һатып алыу шарттары үҙгәрҙе
Әсәлек капиталына торлаҡ һатып алыу шарттары үҙгәрҙе

Хәҙер бының өсөн Рәсәй Социаль фонды бүлексәһенә күсемһеҙ милектең торошона баһа тапшырыу талап ителә.

Башҡортостан Социаль фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡағиҙәләр буйынса әсәлек капиталы иҫәбенә торлаҡты йәшәү өсөн яраҡлы тип табылған һәм торлаҡ бинаһына ҡуйылған талаптарға тап килгән осраҡта ғына һатып алырға мөмкин. Яраҡлылыҡ тураһында документты муниципалитеттарҙа ойошторолған ведомство-ара комиссиялар бирә.

Бинаны баһалау милексенең ведомство-ара комиссияға ғаризаһы буйынса үткәрелә, ғаризаны ҡарау ваҡыты – 30 көн. Торлаҡ йорттоң талаптарға тап килеүе тураһында баһа һәм һығымта биреү процедураһы бушлай.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: