Рәсәйҙә 2025 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар йәшәү минимумы дәүмәленең үҫеш темптарына ярашлы 14,5 проценттан ашыуға артасаҡ. Был хаҡта вице-премьерҙар менән оператив кәңәшмәлә РФ хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин хәбәр итте.
Социаль пенсияны инвалидтар һәм ҡараусыһын юғалтҡан кешеләр, шулай уҡ хеҙмәт стажы булмағандар йәки ул страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн етерлек булмағандар ала. Һүҙ 70 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 65 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бара.
Мишустин билдәләүенсә, тағы ла бер нисә категория льготниктар өсөн пенсиялар артасаҡ. Улар араһында саҡырыу буйынса хеҙмәт үткән хәрбиҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм башҡалар. Шулай уҡ летчик-һынаусылар һәм космонавтар өсөн пенсияға өҫтәмәләр артасаҡ.
Бындай индексация 4,2 миллион самаһы кешегә ҡағыла. Был маҡсатҡа бюджетта 85 миллиард һум ҡаралған.