+3 °С
Болотло
Уҙған тәүлектә Өфө эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы тәүлегенә 124 сантиметрға артҡан, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Үткән көн баш ҡала өсөн һирәк була торған күренеш менән билдәләнде: Дуҫлыҡ монументы янында, йылғаның ҡырҡа боролошо алдында, боҙ тығыны барлыҡҡа килде. Кисә кис ул тиҙ арала ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр тарафынан бөтөрөлдө.
Ағиҙел йылғаһының кимәле хәҙер 511 см тәшкил итә, ярҙарынан сығыу кимәле – 600 см.
Фото: Олег Яровиков/”Башинформ”.