Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Февраль , 16:57

"Яҡындарың янына иҫән-һау ҡайт!"

Бер нисә минуттан яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ылау ҡуҙғаласаҡ. Беҙ - ейәнсуралар тағы ла бер тапҡыр үҙебеҙҙең берҙәм, әүҙем икәнлегебеҙҙе иҫбат иттек.

"Яҡындарың янына иҫән-һау ҡайт!"
"Яҡындарың янына иҫән-һау ҡайт!"

Иҫәнғол ауылынан Зәлиә Зарипова яҡташтарыбыҙға 10 пар йылы нәски бәйләп, изге эшкә ҡушылды. Һәр пар янына үҙ ҡулдары менән хат та яҙып һалды.

"Ҡәҙерле һаҡлаусыбыҙ! Ауырлыҡтарға ҡарамай, беҙҙең Рәсәйебеҙ ерҙәрен ҡурсалауың өсөн һиңә ҙур рәхмәт! Һин минут һайын ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың. Район халҡы менән бер рәттән, фашизмды Еңеүгә үҙемдең бәләкәй генә өлөшөмдө индерергә булдым. Ошо йылы нәскиҙәр аяғыңды оҙаҡ йылытһын. Үҙеңде һаҡла. Беҙ һине иҫән-һау килеш көтәбеҙ! Тиҙерәк ата-әсәйең, яҡындарың янына ҡайтырға яҙһын! Зәлиә Зарипова."

Битараф булмауығыҙ, изге эшегеҙ өсөн рәхмәт, Зәлиә апай! Үҙегеҙ ҙә иҫән-һау булығыҙ! Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: