

Был көндәргә инде күп йылдар үткән. Егет әрмегә барып ҡайтҡан, үҙ тормошон ҡорған, күп һыуҙар аҡҡан... Бөгөн ул – махсус хәрби операция яугире. Ҡасандыр әрмелә хеҙмәт итергә ашҡынып торған ир-егет илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡала буламы инде?
Зиннәт Күсәрбаев 2023 йылдың 15 авгусында үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Алмаз Сафин исемендәге башҡорт батальоны составында илде һаҡларға йүнәлә. Саҡырыу исемен “Һүрәм” тип ала.
Яугир ялға һирәк ҡайта, әммә һәр ҡайтыуында яҡындары менән матур осрашыуҙар ойошторған. Тәүге ҡайтҡанында барлыҡ туғандарын кафела йыйып алһа, икенсе юлы әсәһен һәм бер туғандарын, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәрен саҡырған. Был осрашыуға этәргән тағы ла бер шәп сәбәп – ағайҙың ейәне Реналь тыуыуы ла.
– Туғандар, айырыуса балалар, уларҙың балалары бер-береһен белеп, аралашып йәшәһен, берҙәм булһын, тигән маҡсатта ойошторҙом был байрамдарҙы. Барыһы ла, айырыуса әсәйем бик ҡыуанды, – ти Зиннәт ағай.
Ә был юлы “Һүрәм” тыуған ауылына яраланғандан һуң ҡайтҡан. Ваҡытты бушҡа уҙғарып, ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Әле өйөнә тулыһынса ремонт эшләтә, газ үткәрергә ниәтләй.
Әйткәндәй, хәрби заданиела яра алғандан һуң, яу яланынан ете көн буйына шыуышып сыҡҡан яугирҙең ихтыяр көсө, һис шикһеҙ, ҙур. Аҙым һайын хәүеф. Бер генә һаҡһыҙ хәрәкәт, шул арала “ҡошсоҡ” осоп килеүе мөмкин. Балалары Әлфирә, Алмаз, Мәликә, Тимур хаҡына тырышҡан яугир был юлды үтеп сыға. Ә артабан – биш ай госпиталь, протез аяҡ...
– Күргәндәр ҡабатлап күрмәһен, ә күрмәгәндәр бөтөнләй күрмәһен. Бар теләгем шул. Мин оҙаҡ йылдар колхозда комбайнсы булып эшләнем, техникаға көнөнә йөҙ тапҡыр менеп төшә инем. Етеҙ кәүҙәле булыу, шәп йүгереү тегендә бик ныҡ ярҙам итте, – ти Зиннәт ағай. Ул күргән-кисергәне тураһында һөйләргә яратмай, ә бына ир-егеттәргә физик әҙерлек һәр йәштә лә, һәр заманда ла мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Ил тыныслығы өсөн үҙҙәрен аямаған яугирҙәр барыһы ла иҫән-һау тыуған ерҙәренә аяҡ баҫһындар. Беҙ уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ һәм Еңеү менән көтәбеҙ.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.