Бөтә яңылыҡтар

Хәсрәтле хәтер. Хикәйә

Әхирәте әллә ни ынтыла алманы. Сәғирә нығыраҡ һуҙылғайны, үҙе башы менән ҡәбергә барып төштө. Әммә ыһ та итмәй тороп, Зәйнәпте тартҡыслап, сүкәйтеп булһа ла ултыртты. Күтәреп ҡарағайны, булдыра алманы. Быуынһыҙ кеше ныҡ ауыр икән шул.

Хәсрәтле хәтер. Хикәйә
Хәсрәтле хәтер. Хикәйә

Аҙағы. Башы ошонда

Йәне бар ҡыбырламай тора алмай икән шул. Иртүк уянып, Сәғирә ҡарсыҡ күтәрмәне һеперҙе, аяҡ кейемдәрен тәртипләп теҙҙе. Һыу индерергә ниәтләгәйне, биҙрәләр тулы булып сыҡты. Инде нишләргә тигәндәй, тирә-яҡҡа ҡаранды һәм тышта утыҙ градустан да ашыу эҫе икәнен иҫкәрмәй, йәнә утын ярҡаларын уң ҡулына һалды, тураям тигәндә артҡа аунап китте. Ҡыҙы яҡынлағанын күреп:

– Бәй, йығылып ятам да, – тигән булды.

– Әйткәнде аңламағас, тәгәрәп ятаһың шул, – тип, Ғәлиә инәһен торғоҙҙо ла соландан йөн сығарып бирҙе.

– Эшһеҙ торалмағасһың, бына һиңә йөн тет, илә, сират, бәйлә.

Әйткәндәй, йөн эше – Сәғирә ҡарсыҡтың иң яратҡан шөғөлө. Ул бәйләгән бәшәйҙәрҙең, бейәләйҙәрҙең, кейәмдәрҙең, шәлдәрҙең иҫәбе юҡ. Заманында балаларын да шәл бәйләп һатып уҡытты. Ә һуҡҡан келәмдәре... Күҙҙен яуын алып тора, барыһын да хайран итә, урындыҡтарҙы, дивандарҙы хозурлап тора. Башҡорттоң ғәжәп биҙәге, тип, Тәлғәт кейәүе сағыу келәмдәрен машинаһының ултырғыстарына ябып йөрөтә. Музейға ла алдылар, телевизорҙан да күрһәттеләр күҙ, күңел нурын һалған ҡул эштәрен, сит тарафтарҙан да һорап килделәр.

Тәлгәш ҡайын аҫтына ифрат та йыуан түмәр ҡуйып, өҫтөнә ҡорама һалып, Тәлғәт ҡәйнәһен ипләп кенә шунда ултыртты.

– Бында күләгә, еләҫ, сәскәләр хуш еҫ аңҡыта, ҡоштары сутылдап һайрап тора. Саф һауа һулап, урман моңон тыңлап, үҙең дә көйләп, йөнөңдә илә лә илә әйҙә.

– Йәнемде иретеп ебәрҙен әле, еҙнә. Аҫылташ һыу төбөндә, аҫыл һүҙ күңел төбөндә шул, телең йөрәгемә дарыу булды ла ҡуйҙы.

Тәлғәт кейәүе Сәғирә ҡарсыҡҡа йә уҡытыусыһы, йә еҙнәһе, ҡыҙы Ғәлиә иһә ҡәйнәһе, ҡәйенбикәһе һымаҡ күренә. Әкиәттәрҙә йолҡош ҡына егеттәр һоҡланғыс батырға, ҡыҙҙар өйрәккә, аҡҡошҡа әйләнгән кеүек, балалары, туғандары башҡа затҡа әүерелә. Улы Ғәбит башҡаланан килеп төшкәс, Сәғирә ҡарсыҡ ҡулдарын ҡош ҡанаттарылай һоноп? уға табан алҡынды:

– Йәүҙәт ағаҡайым, ҡайҙан ғына килеп сыҡтың? Ниңә бик оҙаҡ күренмәнең? Еңгәм ҡайҙа? Ҡоҙаш именме?..

– Инәй, мин бит Йәүҙәт ағайың түгел, улың, Ғәбит улың. Йәүҙәт а3ай күптән зыяратта инде.

– Ләхәүлә... Йә Алла, тәүбә, тәүбә. Белмәй йөрөймен шул ғазраил йәнен алғанын.

Кис еткәс, ҡарсыҡ йәнә хафаға төштө:

– Бөгөн кемгә генә барып ҡунырбыҙ икән? Ғәзимдәргә барайыҡ, индерер, моғайын. Ул беҙҙең зат та баһа.

– Инәй, Ғәзим аҡай – мәрхүм, әллә ҡасан мәрхүм.

– Шулаймы ни?..

Таныш йөҙҙәрҙе күреү, төҫмөрләү ҡасандыр белгәндәрҙе иҫенә төшөрә, буғай. Бала-сағалар, ейән-ейәнсәрҙәр күмәк булып килгәс, Сәғирә ҡарсыҡ ҡунырға кесе улы менән өйөнә ҡайтты. Йоҡлар алдынан улына яғымлы ғына өндәште:

– Әғләметдин, тим, Әғләметдин! Нишләп айырым ятаһың, минең янға ят, бергә йылыраҡ булыр.

– Инәй, мин – һинең улың. Атайым үлгән.

– Ниңә бушты һөйләп тораһың. Һин – Әғләметдин!

– Мин атайыма оҡшағанмын ғына. Ул иҫән булһа, хәҙер уға һикһән һигеҙ йәш тулыр ине. Ә миңә – ҡырҡ биш кенә. Ҡырҡ биш кенә, инәй!

– Йә инде, яңғыҙ башым, юҡ юлдашым. Йә инде... Үлемһеҙ бәндәләй был донъяла мин генә тороп ҡалғанмын икән...

Ҡыҙҙар, кейәүҙәр машиналарында йә тауға, йә һыу буйына, йә магазинға елә. Сәғирә ҡарсыҡ йәнә тыныслығын юғалта, ахырыһы, бер үҙем генә ҡалам тип ҡурҡа:

– Ниңә мине лә ултыртмайҙар, үҙҙәре менән алып китмәйҙәр? Сәпсим урыҫлашып, ҡырыҫайып бөткәндәр, мәлғүндәр.

– Ҡайҙа китмәксеһең, ҡәйнәм? Силәбегәме, Мәскәүгәме, әллә Ҡаф тауғамы? – ти Тәлғәт шаяртып.

– Ҡайҙа инде ул – Мәскәү, Ҡаф тау! Ҡоҙашҡа барһам да бик хуш.

Тәлғәттең ҡыҙы менән кейәүе Өфөгә алып ҡайтырға йәш ҡайын баҫҡан әүәлге иген баҫыуынан багажниктарын тултырып япраҡ килтереп бушатты. Сирәмгә һәр ваҡ ботаҡты рәтләп һалып, миндек бәйләргә керештеләр. Был шөғөлдө күреп, Сәғирә ҡарсыҡ ынйы тапҡандай ҡыуанды, эйелгән килеш ярты сәғәттән ашыу ейәнсәренә булышты. «Нисек биле ауыртмай?» – тип аптыранылар. Япраҡ бәйләү ҡарсыҡтың күңеленә сихри ҡөҙрәт, ғүмеренең күҙ асып йомғандай бер мәленә ғәжәйеп тынлыҡ бирҙе.

Сәғирәнең үҙенән ике йәшкә оло ағаһы Йәүҙәт ете синыфты бөткәс, Аҡтауға уҡырға юлланғайны. Һуғыш сығып, көнитмеш мөшкөлләнгәс, ҡайтып килде. Уны шунда уҡ йылҡы көтөргә, тибендә йөрөтөргә ҡуштылар. Тора-бара һайланмыш аттарҙы яуға оҙаттылар. Ир-ат менән бергә ауылдан ҡот та китте, йорт-ҡура етемһерәп ҡалды. Яу булып осоп, үҫемлектәрҙе кимергән, тәбиғәтте ҡоротҡан ҡара сиңерткә һымаҡ, һәр кемде тиерлек аслыҡ аймап, ҡармап алды. Һыйырҙары юҡтар, бәрәңге сәсмәгәндәр ҡоро һөйәккә ҡалды, әкәм-төкәм тәғәмдән шешенеп, ҡараңғылыҡҡа сумды. Шул хәсрәтле замандың күңел йылытыр өсөндөрмө сығарылған бер өн-өндәшен Сәғирәнең ҡәрҙәштәре әйтешер булды: Ғәйникамал, Шәмсикамал,

Сәй эсергә беҙгә бар.

Әпәй апар, май ҙа апар,

Сәй үҙебеҙҙә лә бар.

Ас ҡорһаҡ, тәненә үләт, зәхмәт ҡайғылырын оноттороп, әүәл сикәнеп морон борғанды көҫәтә. Күмәк хужалыҡ йомоштары менән йөрөгәндә, Сәғирә йән тетрәткес хәлдәрҙе йыш күрә. Ана, уның йәшендәге өс үҫмер үлгән эттең тиреһен һыҙырып маташа, йәнә бер-нисәһе, усаҡ яғып, күгәрсен өтә. Сирҡаныс, ытырғаныс... Бәләкәс кенә бер малай: «Сәпсек бешереп ашайым тигәйнем, сүмес бирмәйҙәр», – тип сеңләй...

Абау... Эт, янут, йомран, бесәй, һайыҫҡан, ҡоҙғон итен ашайҙар. Ерәнә Сәғирә. Үлеп асыҡһа, кем әйтмешләй, эсендә бүреләр олоһа, ул да сирҡанмаҫ ине. Ярай әле уның Йәүҙәт ағаһы сос, отҡор: бабаһынан ҡалған мылтыҡ менән һунар итә, ҡор, сел, һуйыр, ҡоралай килтерә, күрше-күләнгә лә өлөш сығара. Яҙын, йәйен йылғаға мурҙа һалып, балыҡ та тота. Мәгәр йәше тулыр-тулмаҫтан уны ла һуғышҡа алдылар. Үҙе лә яуға китергә атлығып тора ине.

Эй, һуғыштың яманы! Эй, уның бәндәләрҙе ҡанхур, кәм-хур иткән, бахыр иткән касафаты!.. Ҡышын, ҡаты һыуыҡтар мәлендә, мәрхүмдәрҙе ерләргә, йола буйынса һуңғы юлға оҙатырға әмәл юҡ, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ мөсһөҙ. Сәғирәнең серҙәш әхирәтенең өләсәһе лә иртән тороуға һүнеп ҡуйған. Ейәнсәре менән икәү генә көн итәләр ине. Уны, кешегә ғәжәп мәрхәмәтле ҡарсыҡты, үләкһә кеүек соҡорға бырағытыу килешмәй.

Илап шешенеп бөткән әхирәтен йәлләп, тиҫтерҙәрен эйәртеп, Сәғирә зыяратҡа китте. Уның ҡәберҙе нисек ҡаҙығандарын күргәне бар ине. Малайҙар ҙа юҡ, исмаһам. Эшкингәндәрен эшсе һөнәрҙәренә өйрәтергә Аҡтауға ФЗО мәктәбенә алдылар.

Шыҡрайып туңған балсыҡ тапсыҡтай ғына кителеп сыға. Кәйлә менән соҡой-соҡой, тумыра-тумыра һындары ҡатты. Бөгөлгән бармаҡтары тураймай, ҡатҡан да ҡалған. Ыңғыраша-ыңғыраша ҡәберҙе тәрәнәйттеләр алмаш-тилмәш. Күҙ алдары ҡаранғыланып, тупраҡҡа ауҙылар. Зәйнәп төшкәйне, соҡорҙан сыға алмай ҙа ҡуйҙы. Тырмаша торғас, бөтөнләй хәлдән тайып йығылды. Инде теле көскә әйләнә:

– Барыбер үүләм. Ризыҡ юҡ бер тәғәм. Өләсәйем менән бергә... Бергә күмегеҙ ҙә ҡуйығыҙ.

– Юҡты һөйләмә, Зәйнәп. Тор!

– Яҙ етһә, үлмәбеҙ.

– Һөтләгән, ҡуҙғалаҡ, бетлекәй ашарбыҙ.

– Кәзә кәбеҫтәһе, йыуа...

– Йә инде, ятма...

Мәгәр Зәйнәп ҡалҡынырлыҡ хәлдә түгел ине. Кәүҙәгә барыһынан да ҡалыныраҡ, буйға оҙонораҡ Сәғирә ергә һуҙылып ятты ла, аҫҡа һонолоп, асырғанып ҡысҡырҙы:

–Ҡулыңды бир! Бир, тим мин һиңә!

Әхирәте әллә ни ынтыла алманы. Сәғирә нығыраҡ һуҙылғайны, үҙе башы менән ҡәбергә барып төштө. Әммә ыһ та итмәй тороп, Зәйнәпте тартҡыслап, сүкәйтеп булһа ла ултыртты. Күтәреп ҡарағайны, булдыра алманы. Быуынһыҙ кеше ныҡ ауыр икән шул.

– Ҡыҙҙар, шәлдәрегеҙҙе һалып, ялғағыҙ! – тип фарман бирҙе Сәғирә.

Шәл бау менән Зәйнәптен биленән уратып бәйләне лә, осон ҡыҙҙарға һондо һәм үҙе бар көсөнә әхирәтен өҫкә этте:

– Тартығыҙ! Әйҙә, әйҙә, әйҙә...

* * *

Зәйнәптен нурлы йөҙө һарғайған, кәүҙәһе ҡурай һымаҡ кипкән, еңел генә булып ҡалған өләсәһен гүргә һалғас, Сәғирә алты саҡырымда ятҡан Ҡаратауға күмәк хужалыҡ идараһына йәйәүләне. Эшен атҡарғансы, ҡаранғы ла төштө. Арып, арманһыҙ булғайны, йығылыр хәлгә еткәйне. Шуға ла нәҫел тейеш апайҙа ҡуна ҡалды. Мәтрүш сәйен һемергәс, үлек кеүек йоҡоға талды. Иртәнсәк кейенәйем тиһә, берҙән-бер күлдәге лә, сөйҙә эленеүле көпөһө лә юҡ.

– Бына тағы башҡа бер ҡаза, – тине хужабикә көрһөнөп. – Ишекте элмәй ятҡанмын шул, хәйерсе. Сихырсы Шәмсинур ҡарсыҡҡа өндәшмәй булмаҫ. Беҙҙән өс өй аша ғына тора ул. Ҡана, йәһәт кенә барып киләйем.

Әштер-өштөр итеп, әпсен-төпсөн әйтеп, ап-аҡ сәсле әбей килеп инде. Һикелә сепрәк бөркәнеп ултырған Сәғирәнең йөҙөнә баҡты ла:

– Балам, һин әллә Сәлих хәлфәнең ҡыҙымы? – тип һораны.

– Эйе, Шәмсинур әбей.

– Затлы нәҫел, аҫыл ир. Халыҡты белемгә әйҙәүсе изге йәнгә халыҡ дошманы тигән ғәйеп таҡтылар нахаҡҡа. Ҡуй инде, ҡуй... Хоҙай Тәғәлә сабырлыҡ бирһен үҙегеҙгә. Ҡалғандарға йәшәү фарыз, тормош дауам итә, балам.

– Рәхмәт! Тик бына яланғас ҡалдым.

– Борсолма, ҡыҙым, баш һау булһа, кейем табылыр. Анау Аҡһаҡ Һарундың ғына эшелер?.. Иманын уҡытайыҡ әле беҙ ул уғрының. Апайыңдың көпөһөн кей ҙә, ауыл осондағы балсыҡ сығарған соҡорға барып әйлән. Унда ерләнмәгән мәйеттәр ятыр. Уларҙы этме, бүреме тартҡыслаған. Шунан тарамыш алып кил. Ҡурҡма, ер ирегәс, үлектәрҙе ер ҡуйынына бирерҙәр.

Сәғирә, ҡото алынһа ла, баш тарта алманы, ҡушҡанды үтәне. Сихырсы мейес алдында сыра тоҡандырҙы ла, әкиәт батыры кәрәк саҡта ҡылын өтөп атын саҡырған һымаҡ, ниҙер һамаҡлап, тарамышты утҡа тотто. Күптә үтмәй, тыны бөтөп, ҡобараһы осоп, уғыры килеп керҙе. Үҙе, ҡулдарын һуҙып, ялбара:

– Харап ҡына итмә инде, Шәмсинур апай! Зинһар, харап итмә! Күлдәген дә, көпөһөн дә хәҙер үк ҡайтарып бирәм. Башҡа кеше әйберенә ҡағылмам...

Һуғыш бөтөр саҡта ғына ҡара ҡайғыға һалып, өсмөйөшлө хат килде: «Улығыҙ, туғанығыҙ март айынан минең менән бергә һуғышта булды. Алышҡа ингәндә бер-беребеҙгә адрестарыбыҙҙы бирештек, кем иҫән ҡалһа, шул хат яҙыр тип. Ун өсөнсө апрелдә уны дошман снайперы һәләк итте. Бик яҡшы егет ине Йәүҙәт. Вена ҡалаһына етергә күп тә ҡалмағайны. Австрияла бейек тау итәгендә ҡәбер ҡаҙып, һәйбәтләп ерләнек. Улығыҙҙы наградаға тәҡдим иткәйнеләр. Ҡыйыу һуғышҡан өсөн орден бирергә тейештәр ине. Уны ошо адрес буйынса юллап алырға кәрәк: Полевая почта, 71293Т. Мин үҙем Яңауыл районынан. Улығыҙҙы ерләгәндән һуң ике көн үткәс, яраландым. Әле госпиталдә ятам. Хушығыҙ! Гвардеецтар сәләме менән Барый Абраров. 18 апрель, 1945 йыл.»

Сәғирә лә, инәһе лә, башҡа туғандары ла ныҡ өҙгәләнде. Бөркөт сөйгән сая егеткә ниңә генә йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтырға насип булманы икән?.. Тыуған иленән ҡоштар осоп етмәҫ ерҙә исемһеҙ-ниһеҙ яңғыҙ яталыр. Ҡәбере ҡайҙа икәне лә билдәһеҙ...

Сәғирә, ҡарсыҡ булғас та, ағаһын ун һигеҙ йәшлек егет итеп иҫләй, тере һымаҡ күҙаллай, уның төҫ-ҡиәфәтен үҙ улында күрә, Йәүҙәт ағайым ҡайтҡан да баһа, тип ҡыуана. Эй, хәтер... Хәсрәтле хәтер...

* * *

Ҡайҙалыр сәфәр ҡылыу, кемдәрҙелер күреү тураһында Сәғирә ҡарсыҡ асыҡ зиһен менән аныҡ ҡына уйламай, әлбиттә, Ниндәйҙер сихри көс уны әле әҙәм заты төшөнмәгән илаһи ҡөҙрәт менән билдәһеҙлеккә тарта. Йән тартмаһа, ҡан тарта, тигән кеүек. Әллә асыһын да, сөсөһөн дә бергә татыған, йәш саҡта ебәк булып ишелгән Әғләменең рухымы?.. Бәлки, хәләленен иҫһеҙләнеп йөрөүен күктән күрәлер, уны йәлләп, аҙап-ғазаптан азат донъяға саҡыралыр? Оҙаҡ, хәтһеҙ оҙаҡ ҡартын күргәне, уның менән күңеле бушағансы рәхәтләнеп һөйләшкәне юҡ.

Көн ҡыҙыуы хәлде бөтөргәс, манма тиргә төшөргәс, бала-сағалар һыу инергә китте, ҡарсыҡ бер аҙға яңғыҙы тороп ҡалды. Ҡапыл ғына ул тынысһыҙланды:

– Мин бында хушланып ағас күләгәһендә ултырам, ә Әғләм янып-бешеп, арып-талып көтөү көтәлер. Тамағы кипкәндер, сарсағандыр, сәй эскеһе киләлер...

Йәһәт кенә өйгә инеп, Сәғирә ҡарсыҡ шешәгә сәй ҡойҙо, шәкәр ҡомо һалып болғатты, икмәк телеп, май һыланы, был шөғөлөнән ләззәт кисерҙе. Шунан төйөнсәген тотоп, аръяҡҡа, борондан мал утлаған урынға, атлыҡты. Ҡайын араһындағы ҡалҡыулыҡта ҡыҙарып бешкән еләктәрҙе шәйләп, эреләрен өҙөп ҡапты, ҡартына тип, бер-нисә тәлгәш тә алды. Шул саҡ инәһенән ишеткән, инде онотолоп бөткән бер йыр үҙенән-үҙе теленә килде:

Их, дуҫҡайым, еләк аша,

Һарына ашағансы.

Их, бер күреп һөйләшергә,

Эстәрем бушағансы.

Ҡулымдағы балдағымдың,

Ҡалды бер ҡашы ғына.

Сер сисергә юҡ серҙәшем,

Был башым яңғыҙ бына.

Тау битләсенә һибелгән мал-тыуар күҙенә салынғас, эҙләүсе күптән юғалтҡан әйберен тапҡандай, ифрат ныҡ ҡыуанды. Тана-торпо утлап йөрөй, бәғзе һыйырҙар көйшәп ята. Мал – ауыл ерендә күңелгә рәхәтлек биргән ырыҫ-ҡот, ырыҫ-бәхет. Мәгәр әле ошо ырыҫ-дәүләтте һаҡлаусы ғына күренмәй.

– Әғләметдин! Һин ҡайҙа? Һин ҡайҙа?..

Тауышҡа үлән араһынан берәү килеп торҙо. Бәй, бөтә ауыл төн уртаһында ла танып белер һармаҡ Һаҙый ҙа баһа.

– Улым, Әғләм бабайың ҡайҙа? – тип һораны Сәғирә ҡарсыҡ. – Көтөүгә киткәйне лә, ризыҡ алып килдем бына.

– Әғләм бабай юҡ шул бында. Элек көтөүҙе күп көттө инде. Хәҙер анауында, ҡарт ағастар араһында, ял итеп ята, – тип, сауыллыҡҡа бармаҡ төртөп күрһәтте һармаҡ. – Көн һайын иртәнсәк таштар араһынан ҡарап ҡала мине.

– Бигерәк шөкәтһеҙ урын. Бабайым шишләп ята икән бында, өйгә ҡайтмай, – тип, үҙ алдына һөйләнде Сәғирә ҡарсыҡ. – Әғләметдин! Әғләметдин!.. Исмаһам, тауыш та бирмәй, шымаҡай...

Эҙләй торғас, эсенән әҙәмдәр баҡҡан һынташтар янына барып сыҡты. Береһенән, кеше оҙонлоғо ҡара таштан, серле генә итеп Әғләметдине ҡарап тора. Тап үҙе! Уның һыны, ҡарашы! Шаҡ ҡатты Сәғирә ҡарсыҡ. Ошо урында ер упҡан тигәндәй, ҡартын таш йотҡан да баһа, әстәғәфирулла тәүбә! Нисек кенә итеп ҡотҡарырға уны? Нисек? Таш эсендә тороп, йонсоғандыр, асыҡҡандыр. Былай әллә ни арығанға оҡшамаған оҡшауын. Сәғирә ҡарсыҡ ҡартына тәлгәш-тәлгәш еләген, майлы әпәйен, сәйен һондо. Мәгәр ҡарты тәғәмен алманы.

– Әғләметдин, сыҡ таштан, сыҡ! – тип саҡырҙы. – Мине күрмәйһеңме ни? Яңғыҙлыҡтан тамам туйҙым бит, ялҡтым бит. Аҙыраҡ йәлләмәйһең дә мине.

Ҡарсыҡ әҫәрләнеп, ҡасандыр тиң күргән, иш иткән ҡушының сәсенән, битенән һыйпамаҡсы итте, усы һынташтың ҡыҙыуын ғына тойҙо.

– Әғләметдин, әллә ауырыйһың инде, маңлайың ҡалай эҫе...

Һынташ ҡыймылдағандай тойолдо, ҡарсыҡтың зиһененә иһә ҡартының сихриәтле тауышы яғылғандай булды:

– Сәғирә, һин шуны бел: бер йән үлмәй, бер йән тыумай. Үҙем фани донъянан китһәм дә донъялыҡта улдарым, ейәндәрем ҡалды, атым да, затым да юғалманы. Минең дауамым – балаларҙа...

– Миңә үҙен кәрәк, үҙең! Сыҡ таш ҡыуышынан! – тип ялбарҙы Сәғирә ҡарсыҡ.

Мәгәр һынташ башҡаса ҡыймылдаманы ла, һелкенмәне лә, бабайы ла сыҡманы. Сәғирә ҡарсыҡ асырғанып тораташты төйөргә тотондо:

– Ярыл, таш! Ярыл!..

Ғәлиә менән Тәлғәт уны юллап, зыяратта тапҡанда, Сәғирә ҡарсыҡ тораташты ҡосаҡлап: «Әғләм, бергә булайыҡ. Сыҡ таш эсенән!» – тип, һаман да һыҡтай, һулҡылдай ине.

Көн менән төн алмашынған мәлдәй генә тойолдо Тәлғәткә йәйге ялы, ҡайтыр ваҡыты ла етте. Ғәлиәнең иһә уҡыу йылы башланғансы мәшәҡәтһеҙ, ығы-зығыһыҙ көндәре бар әле. Өфөгә юлға әҙерләнгәс, Сәғирә ҡарсыҡ ниндәйҙер әрнеү-рәнйеү, әллә һары һағыш менәнме әйтте:

– Һигеҙ бала үҫтереп, тома йәтим ҡалдыммы инде? Ниңә әжәлем килмәй икән?..

– Үҙең әйтмешләй, әжәл әйтеп килмәй шул, ҡәйнәм, – тине Тәлғәт. – Һаулығың һәйбәт, йөҙгә етербеҙ әле. Ҡан баҫымың минекенән дә яҡшы.

Күңеле тулышып, Ғәлиә илай, йәштәре субыр-субыр аға ла аға. Өҫтәүенә, йәнде әллә нишләтеп, Рәми һүҙҙәренә Тәлғәте йырлай:

Мин тағы ла бер яҙҙы күрһәм,

Тәгәрәһәм йәшел үләнгә.

Тын да алмай ятһам күккә ҡарап,

Иҫәпләмә мине үлгәнгә.

Субыр-субыр күҙҙән йәшем аҡһа,

Аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа.

Уйлама һин, ҡайғы күтәрмәй тип,

Күтәрәм мин, сабыр ул яҡҡа.

Ярай әле Тәлғәтем тормошҡа өмөт менән ҡараған, донъяны һөйөп туймаған, күңеле изгелек тойғоһонан һуғарылған, ҡыйын саҡтарҙа ла рухы һүрелмәгән кеше, тип уйланы Ғәлиә һәм иренә һис ҡасан һиҙҙермәгән йомшаҡ тауыш менән өндәште:

– Тәлғәт, инәйҙе Өфөгә алып ҡайтабыҙ инде, әлегә башҡа сара юҡ. Бәлки, өйрәнер. Сабырлыҡ, түҙемлек кенә кәрәк.

– Өйрәнһә, уңай булыр ине лә. Мин ни, ҡушҡуллап риза. Аллаға шөкөр, ҡәйнәм менән ҡайнымдан гелән яҡшы һүҙ генә ишеттем. Изгелеккә изгелек ҡылыу фарыз. Тик ҡәйнәм түҙә алмаҫ шул ҡалала.

Инәһенең ҡала тормошона күнегеренә үҙе лә икеләнә Ғәлиә. Йәшерәк саҡтан йәшәһә, ерегер ине лә бит. Ҡаны ла, йәне лә йәнтөйәгенә тарта ла тора шул. Туйға саҡырғастары былтыр ҡышын һеңлеһе Ғәбиҙә уны ике көнгә ҡалала Илбәктәрҙә ҡалдырған. Кисен ҡайтам, тип, әйбер-һәйберен төйнәгән, төндә тороп, тышҡа сыҡҡан. Ишек шаҡылдағанға ярай әле Илбәк уянып киткән. Мөлдөрәмә тулы хискә бирелеүҙәнме, инәһенең шундай хәлгә тешәүенә уның йөрәге әрней. Эйе, еңел түгел шул хәтер юғалтыу аҙаптарын кисереү. Фажиғәле күренештәр ҙә күҙәтелә.

Улы менән килене ауылдан алып килгән ауырыу әбейҙе фатирҙарына бикләп эшкә киткән. Ҡарсыҡ балконға сығып, ҡотҡарыуҙарын ялбарып ҡысҡырып тороп, эттән алып һүгеп, бишенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Ни әйтәһең, бындайы күп беҙ фәҡирҙең. Һөнәрҙәше һөйләүенсә, хәтере бөткән инәһен көндөҙөн эшһеҙ ҡалған ире ҡарай. Ҡәйнәһе нимәгәлер ҡотороп китеп, яһилланып, кейәүенең бот араһына типкән. Көсөргәнешле хәлдән бер аҙ арынайыҡ, ял итәйек, тип, ҡарсыҡты һеңлеһенә алып барғандар. Бер көндө ул телефондан һөйләшеп торған арала инәһе фатирҙан юҡ булған. Ә урамда – сатлама һыуыҡ. Эҙләйҙәр, таба алмайҙар. Ихатала өшөп, ҡатып торған әбейҙе шәйләп, мәрхәмәтле бер апай фатирына индереп, сәй эсереп, йоҡларға һалған, шунан милицияға шылтыратҡан.

Нишләйһең, халыҡ әйтмешләй, ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, бәғзеләргә – хәсрәт, михнәт, ғазап. Ярай әле Ғәлиәнең инәһе тыныс, баҫалҡы, эшсән, башҡалар менән сағыштырғанда – бер тигән.

Ҡалала Сәғирә ҡарсыҡ ике-өс көндән үк бойоҡто, күҙҙәре моңһоуланып, йөҙөнә һары һағыш яғылды. Ғәлиә уны һүҙ, хәбәр менән албырғатып, фотолар, юбилейҙарҙа, осрашыуҙарҙа төшөрөлгән видеофильмдар күрһәтеп әүрәтергә тырыша. Лоджияға сығып, урамды ҡарап, береһенән-береһе бейек йорттарға бағып һөйләшеп торалар.

– Был Мәскәүме әллә? – тип һорай ҡарсыҡ.

– Юҡ, – ти Ғәлиә. – Беҙ Өфөлә йәшәйбеҙ.

– Ҡайһылай машина күп, кеше күп, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек. Бынан сығыр юл, ҡотолор әмәл юҡтыр инде ул. Ҡарурманда аҙашҡандай аҙашырһың. Эҙләп тә тапмаҫтар.

Ҡала геүләй, ҡала ҡайнай. Бында шау-шыу, ығы-зығы, буталыш. Бында кеше мәхшәр эсендә йәшәгәндәй тойола Сәғирә ҡарсыҡҡа. Урамда, йәнәһе, саф һауала йөрөгәндә, еҫ-ҡоҫо танауына бәрелә, күңелен болғата. Үткән-һүткәндәргә текәлеп ҡарай ҙа, эс бушатырлыҡ таныш-белештәр юҡлығына бошона. Тәлғәткә иһә күрше фатирҙа йәшәгән табип асыулана:

– Ни уйлап ғүмере ауылда үткән әбейҙе бында алып килдең? Ҡала фатиры уға – таш диуар, төрмә! Бөтөнләй диуанаға әйләндерәһең бит.

Ғәлиә инәһе эргәһенән бер-нисә минутҡа ла ситкә китә алманы. Ҡарсыҡ үҙе лә уны һағалап ҡына торҙо. Көн һайын туалеттан файҙаланырға өйрәтте. Әммә инәһе гелән тышҡа, коридорға ыңғайланы, күршеләренең ишеген шаҡыны. Төндә лоджияға сығып, ҡоттарын алып бөттө. Йоҡо аралаш осоп төшһә, ғүмер буйы битәр ишетерһең, үртәлерһең. Йоҡоға һаҡ Тәлғәт ҡатынын биш-алты тапҡыр уятты:

– Тор, тор, инәйең туалет эҙләй.

Ғәлиәнең йоҡоһо ҡасты, башы әйләнде, күҙ алды ҡараңғыланды. Әллә күпме өйрәтеп маташһа ла, инәһе ҡала көнитмешенә күнегерлек түгел ине. Тора-бара быға үҙе лә инанды. Ауылдағы йортонда инәһе ҡанына, зиһененә һеңгән һиҙем менән дөм ҡараңғыла ла үҙаллы йөрөй, бында ул – тере үлек.

– Бәлки, уҡытыуҙан китерһең, өйҙә инәйеңде генә ҡарап ултырырһың. Һинең эш хаҡың да, инәйеңдең пенсияһы ла берүк, – тип ҡатынына кәңәш, өгөт биреп ҡараны Тәлғәт.

– Эш аҡсала ғынамы ни?.. Мин әле тормошомдо мәктәптән, коллегаларымдан башҡа күҙ алдымда ла килтермәйем. Өйҙән сыға алмай егерме көн эсендә үҙем ауырыуға һабыша яҙҙым.

– Улайһа, Нәрәлегә алып ҡайтырға, ҡарарға, күҙ-ҡолаҡ булырға кеше табырға тура килә инде.

* * *

Бер туған апаһы энеһе менән киленен етмеш йәшен билдәләргә тыуған еренә ҡунаҡҡа саҡырҙы шәмбе-йәкшәмбегә ҡарай. Бармайынса булмай инәһеләй үҙен ҡарап үҫтергән туғанына. Ныҡ үпкәләр. Йома көн кис Тәлғәт ҡәйнәһенең вазифалы урын биләгән улына шылтыратты. Трубканы уның ҡатыны алды.

– Хәйерле кис. Бер үтенес бар ине. Ҡәйнәмде ике көнгә генә һеҙҙә ҡалдырып торайыҡсы? Апайым юбилейына саҡырғайны.

– Юҡ, юҡ, алып ҡала алмайбыҙ. Мин үҙем ауырыйым, – тигән ҡоро тауыш ишетелде. – Ҡыҙымдың бала-сағаһының шау-шыуынан башым былай ҙа ҡатып бөткән.

Бына һиңә, мә... Бына һиңә Сәғирә ҡарсыҡ улына тиң үә хуш күргән нәфис, нәзәкәтле килен. Ҡатын ир тупрағынан яратылған, тиҙәр. Әммә ул, киреһенсә, сибәркәйенең һүҙенән сыға алмай, уның фарманы буйынса йәшәй.

Тәлғәт йәне көйөп торҙо-торҙо ла, аптырағандың көнөнән Ғәбиткә өндәшеп ҡарарға булды. Уның ҡатыны ла кире. Баштан уҡ теҙгенен ҡулға көрмәкләмәгәс, яһалдырыҡ һалмағас ни... Бәлки, имән тамырындай ирен бөтөнләй бойҙай ҡамыры итә алмағандыр... Ни тиер, һынап ҡарайыҡ.

– Һин минең «татлы сир»ҙең холҡон беләһең бит инде... Хатта үҙ туғандарын да һыйҙырмай, – тип әсенеүле тауыш менән хәбәрен теҙҙе Ғәбит.

– Беләм, беләм. Ләкин фатирыңда инәйеңә ике көнгә лә урын тапмағас, һин ниндәй ир?

– Ирлектәме ни эш! Ниңә мыҫҡыллайһың? Оят та, ҡыйын да. Тешемде ҡыҫып йәшәйем.

– Диңгеҙҙең дә төбө бар, сабырҙың да сиге бар. Алама ҡатындан дейеү пәрейе лә ҡасҡан.

– Мин дейеү пәрейе түгел шул...

Ниһайәт, Тәлғәт Сәғирә ҡарсыҡтың дөйөм ятаҡта йәшәгән ейәнен саҡырҙы. Ул шунда уҡ риза булып, ҡатыны менән Тәлғәттәргә килеп, өләсәй янында ҡалды.

Был хәл тәрән уйҙарға һалды Тәлғәтте. Әүәл килен кеше – кәм кеше, көнлөксөгә тиң кеше, тиһәләр, хәҙер бөтөнләй башҡаса. Әлбиттә, элек тә ундай күренештәр булғылаған. Юҡҡа ғына килен яһиллығына бәйле риүәйәт тыумаған.

* * *

Борон-борон заманда үҙенең яңғыҙ ғына улы менән бер ҡатын йәшәгән. Ул үҙенең һаулығын да, көсөн дә йәлләмәгән, улын әҙәм итергә, уға етемлек күрһәтмәҫкә тырышҡан. Малай бер ауырлыҡ та күрмәй үҫеп еткән. Йәше еткәс, күрше ауылдан кәләш алған.

Килен килгәс, ҡарсыҡҡа көн бөткән. Ҡартайып, тик аяҡ юлын ғына күргән ҡәйнәһен килене һыйҙырмай башлаған. Ҡарт ҡәйнә көнө-төнө эшләгән: абына-һөрөнә иҙәнен дә йыуған, һөйәлле, тарамыш ҡулдарын талдырып, көндәр буйы йылғала кер сайҡаған, төнөн ейәнен ҡараған. Ейәне уны бик яратҡан. Бер аҙым да өләсәһенән ҡалмай, әкиәттәр, йырҙар тыңлаған. Әбей ҙә ейәнен яҡын күргән, күкрәгенә ҡыҫып, күҙ йәштәрен күрһәтмәй генә илаған. Килене ажғырынып, яҡты йөҙөн дә күрһәтмәгән. Үҙ улы ла хәҙер уға ят булып күренгән. Бер саҡ әбей бөтөнләй күҙҙән яҙған. Әбейҙе алты йәшлек ейәне генә тәрбиәләгән: бит-ҡулдарына һыу һалған, тышҡа алып сыҡҡан, йәшереп кенә ашарға биргән. Ҡәйнәһенең эштән сыҡҡанын күреп, йәш ҡатын бер көн иренә:

– Әбейҙе урманға алып барып ташла, – тип бойорған.

Ире риза булмаһа ла, өгөтләй торғас, бисәһе күндергән. Шунан һуң ир урманға барып, яңғыҙ ҡайын төбөнә соҡор ҡаҙыған. Соҡорҙоң өҫтөн сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплай ҙа ҡайтып, инәһенә:

– Инәй, мин һине ҡоҙағыйҙарыңа ҡунаҡҡа алып барам, – ти.

Ҡунаҡҡа тигән һүҙҙе ишеткәс, малайы:

– Өләсәйем менән мин дә барам, – тип даулаша башлай. Атаһы бер ҙә риза булмай. Улы күҙ йәшен түгеп илағас, уны ла ултыртып ала. Улар урманға юл ала, килен шатланып, ҡәйнәһенең артынан көл һибеп ҡала. Теге ҡайын төбөнә килеп еткәс, егет:

– Инәй, килеп еттек, төш, – тигән.

Әбейҙең бер-ике атлауы була – соҡор эсенә төшөп тә китә. Быны күреп торған малай атаһына:

– Атай, өләсәйем соҡорға төштө бит, тиҙерәк сығар! – тип ҡысҡырып ебәрә.

Тик атаһы ашыҡмай. Көрәк ала ла инәһенә:

– Инәй, мин һине шунда күмеп китәм, – тигән.

Шул саҡ малай атаһының көрәгенә йәбешеп, йән өҙгөс тауыш менән:

– Күммә өләсәйемде! Теймә уға! Әгәр күмер булһаң, үҫкәс, үҙеңде лә ошонда күмәсәкмен! – тип ҡысҡырып иларға тотона.

Атай кеше малайҙы тыңламай, уны ситкә этеп ебәрә. Бер көрәк тупраҡ ташлауы булған – унан ап-аҡ бер күгәрсен осоп сыҡҡан. Ул ҡарт инә булған. Ул ейәненә аҡ бәхеттәр теләп, улы менән килененә ҡарғыш әйтеп, осоп киткән. Шуға ла малай бөтә ғүмере буйы бәхетле булған, мәрхәмәт белмәгән инәһе менән атаһы, ҡарт инә ҡарғышынан донъялыҡта бәхет күрмәйенсә, үлеп киткән. Инәһен рәнйетеп, ҡарғыш алған кеше йәлсемәй шул.

Ҡарсыҡты кем ҡарамағына ҡалдырыу мәсьәләһе көтмәгәндә еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы. Өй алдында хәбәрләшеп торғанда, Ғәлиәнең ҡыҙҙары менән йәйҙәрен бергә уйнап үҫкән Нәфисә яндарына килде лә:

– Әбейемде ҡарарға кеше эҙләйегеҙ икән, тип ишеткәйнем, хуш күрһәгеҙ, мин риза, – тине.

– Ҡыйын булмаҫмы?

– Ниңә ҡыйын булһын. Әбейем түшәктә ятмай, үҙ аяҡтарында йөрөп ята. Үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ, мин инәйемде лә, атайымды ла ҡараным. Өйрәнгәнмен, сабырмын, түҙермен.

Һөйләштеләр, килештеләр. Ҡарсыҡтың пенсияһынан тыш, Ғәлиә тағы ла бер-нисә мең түләйәсәген әйткәс, Нәфисә тағы ла нығыраҡ ҡыуанды. Биш-алты башмаҡ аҫрап хитланғансы, баҙарға йөрөгәнсе, бер әбейҙе ҡарау отошло, ай һайын ярты һуғым малы хаҡы кереп тора. Пенсия алған ҡарт-ҡороноң баһаһы юғары хәҙер ауыл ерендә.

* * *

Яңы йылдан һуң ҡышҡы ялда, Тәлғәт тыуған яғына ыңғайламай, Ғәлиә менән Нәрәлегә ҡәйнәһе янына ашҡынды. Хәл-әхүәлен күрерҙәр, Нәфисәне лә ун көнгә булһа ла бушандырып торорҙар. Балаларым килеп тә китмәйҙәр тип, ҡарсыҡ рәнйемәҫ, был хаҡта әсе телдәр ҙә әллә ни тел сарламаҫ. Ғүмер ҙә үҙенекен итә, ҡарсыҡты көндән-көн ҡартайта. Оло йәше әле маңлайҙағы күҙен, бурбайҙағы биҙен алмаһа ла, уртындағы тешен, башындағы һушын алды, һикегә йығыуы ла ихтимал.

– Аҙашып килеп сыҡтығыҙмы әллә? – тип ҡаршыланы Сәғирә ҡарсыҡ ҡыҙы менән кейәүен. Күк ҡабағы асылғандай, зиһене яҡтырғанда көткәндер, моғайын.

– Һине һағынып, үҙеңә тауҙай шатлыҡ алып килдек, – тине Тәлғәт ҡушҡуллап күрешеп.

Ҡарсыҡ ифрат ныҡ ҡыуанды, ни ҡылырға белмәне. Йә сәйнүккә, йә кәстрүлгә тотондо, өҫтәлгә сынаяҡтарын теҙҙе. Ғәжәп итерлек киң күңелле, алсаҡ, йомарт! Бар янында бар яҡшы, сәй янында бал яҡшы тигәндәй, Ғәлиә инәһе менән Нәфисәне тән һәм йән аҙығы ла булған күстәнәстәрҙе ауыҙ итергә ҡыҫтаны. Сәй эсеп алғас, ҡаҙан тултырып аш һалды.

Туған-тумасалар, бала-сағалар ҙа Нәрәлегә юлланғас, Тәлғәт үҙ өйөн дә йылытты, ҡар тауы яһап, һыу һибеп, ейәндәргә һырғалаҡ-шылғаяҡ яһаны. Ҡунаҡтар алмаш-тилмәш килә торҙо, ҡайта торҙо. Ғәлиә менән Тәлғәт һис тә тыңғы белмәне: һыу ташыны, мунса, мейес яҡты, аш бешерҙе, табын әҙерләне, һәр кемдең күңелен күрҙе, айырыуса Сәғирә ҡарсыҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.

Ата-инәгә бала бәғер, алтын бағана булғанғалыр, Сәғирә ҡарсыҡ башҡаларға ҡарағанда үҙ балаларын яҡыныраҡ күрҙе, уларҙы нығыраҡ ҡайғыртты. Бигерәк тә өлкән улы Ғәбитте. Алтмыштан уҙһа ла әле лә Ғәбит тип өҙөлә:

– Элмәктәреңде эл, өшөрһөң.

– Йоҡа кейендең, һалҡын тейҙерерһең.

– Шарфыңды һалырға оноттоң.

– Аш – ашҡа, урыны – башҡа. Ҡаҙылығын ҡап...

Арынымы, талдымы, йәнә иҫ-һушы буталдымы, бер кис ултырғанда Сәғирә ҡарсыҡ Ғәбиткә үтә сәйер рәүештә иҫкәрмәләр яһарға тотондо:

– Һинең йөрәгең насар, башҡа араҡы эсмә. Етәр, әйҙә ҡайтайыҡ.

Төнөн өйгә ҡайтып, утты ҡабыҙғас, Ғәбит тышҡа сығырға булды.

– Ҡайҙа бараһың? – тип өтәләнде инәһе.

– Йондоҙҙар ҡарап, саф һауа һулап инәм.

– Мин дә ҡалмайым.

Сәғирә ҡарсыҡ улын йәнә ире менән бутаны. Ғәбит ауыр һуланы, зиһене томалана ла китә, тип уйланы. Мәгәр ғәжәп – ҡайһы ваҡыт әңгәмәләшеп ултырғанда бик тә мәғәнәле, уйландырырлыҡ яуаптар әйтеп ҡуя. Тәлғәт уйынсалап:

– Рәсәй батшаһы әҙәмдәрҙең ғүмерен йөҙ илле йәшкә тиклем оҙайтырға вәғәҙә итә. Яңынан етмеште һүтәрһең әле, ҡәйнәм, – ти.

– Эй кейәү, кейәү... Ныҡ ҡартайғас, ыҙалап ете йыл йәшәгәнсе, ете көн йәшәү хәйерле.

Тормош көтөлмәгән хәлһеҙ, күренешһеҙ булмайҙыр инде. Ул бер алдын, биш артын күрһәтә, тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Туғандарын күрергә килгән Ғәбиҙә лә ҡапыл ғына хәбәр һалды:

– Мин инәйҙе йәнә алып ҡайтырға булдым. Ғәббәс тә ҡаршы түгел.

Иҫке ауыҙҙан был ниндәй яңы һүҙ, әллә яңылыш ишетәбеҙме тигәндәй, барыһы ла шаңҡыбыраҡ ҡалды. Сәбәбе ниҙә?.. Бәлки, ҡараштары үҙгәргәндер? Инәй бит, алтын һөйәк бит!

– Һеңлем, – тине Ғәлиә. – Әбейем һау ғына булһын, тип торған Нәфисә алдында уңайһыҙ бит әле. Кем әйтмешләй, килешеү – аҡсанан ҡиммәт. Нәфисә яҙға хәтле ҡараһын, унан күҙ күрер.

Ғәбиҙәләр ҡайтып китте. Ғәлиә менән Тәлғәт, Ғәбит тә юлға әҙерләнде. Сәғирә ҡарсыҡ күңелһеҙләнеп:

– Мин тағы бер үҙем ҡаламмы инде? – тине.

– Нәфисә ҡыҙың менән ҡалаһың, инәй.

– Ул минең балам түгел...

Ҡул болғап машина артынан моңһоу ғына ҡарап ҡалды Сәғирә ҡарсыҡ. Уның: «Ҡартайҙым, ҡайҙа барайым? Ҡайҙа минең хәләлем? Булһамсы ҡанатлы ҡош...» – тигәне генә Тәлғәттең ҡолағына салынды һәм ул ныҡ тетрәнеп, хис-тойғоһо ҡуҙғып, бер инәнең зарыҡҡаны тураһындағы хикәйәтте иҫенә төшөрҙө.

* * *

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Булған, ти, уларҙың дүрт балаһы. Һәйбәт кенә йәшәп ятҡанда, әбей ҙә, бабай ҙа ауырыша башлаған. Оҙаҡ та ятмай бабай донъя ҡуйған. Әбейе һаман ауырый ҙа ауырый, түшәктән ҡалҡып тороп ултырыр хәле юҡ. Инәләре шундай хәлдә булһа ла, дүрт балаһының, исмаһам, береһе уны ҡарамай, көнө-төнө уйнап тик йөрөй, ти. Ҡарсыҡ һыуһап, тамағы кибеп, бер тамсы һыуға зар булып ятҡанда ла, береһе-бер килеп хәлен белмәне, ти, дүрт моңһоҙҙоң.

Көн артынан көн үткән, әбейҙең хәле көндән-көн ауырайған. Бер көндө ул хәлһеҙ генә тауыш менән балаларын саҡырып алған да:

– Балаҡайҙарым, мин күп ятмам. Донъя үҙегеҙгә ҡалыр... Шуға тиклем һыу килтереп эсереп торһағыҙсы! – тигән, инәлеп.

– Мә, эс! – тип береһе бер сүмес һыу бирә лә, инәһен онотоп, йәнә уйынға тотона.

Көҙ етә. Инәй һаман зарығып түшәктә ята. Ҡоштар теҙелешеп йылы яҡтарға китә башлай. Шундай көндәрҙең береһендә ҡарсыҡ күккә ҡарап ята-ята ла: «Мин дә ошо ҡоштар кеүек бер хәсрәтһеҙ осалһам ине... Улар осор-осорҙар ҙа берәй күл буйына ялға туҡтарҙар... Шунда туйғансы емһенеп, һыу эсеп алырҙар... Шунан тағы осоп китерҙәр,» – тип уйланды, ти. Шулай ҡоштарға ҡарап зарығып ятһа, ҡолағына шундай тауыштар ишетелгәндәй тойола:

– Кил, әйҙә беҙҙең менән! Ятма зарығып, осайыҡ бергәләшеп!

Аңғанса бының өҫтөнә бер тун килеп төшә. Инә, ауырыуын онотҡан кешеләй, ҡалҡып тороп шул тунды кейә – ҡошҡа әүерелеп, тәҙрәнән осоп сыға ла китә, ти. Донъяларын онотоп уйнап йөрөгән балаларының береһе, был хәлде күреп:

– Инәйебеҙ ҡош булып осто! – тип ҡысҡырып ебәреүгә, ҡалғандары ла иҫтәренә килә, ти.

– Инәй! Китмә, ҡалдырма беҙҙе! Мә һыу, мә һыу эс туйғансы!.. – тип, ҡайһыныһы сүмес, ҡайһыныһы күнәк тотоп инәләренең артынан йүгерҙе, ти. Инәләре туҡтаманы, ергә төшмәне, ти. Бары күк йөҙөнән:

– Һуң инде, балаҡайҙарым, бәхил булығыҙ! – тигән моңһоу тауышы ғына ҡайта, ти, балаларына.

Дүрт малай дүрт урында тәгәрәп йөрөп илаған, баштарын ташҡа бәреп, ҡанатып бөтә, ти. Тик бик тә һуң ине...

* * *

Инәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек, ваҡытында беләйек. Аҙаҡ үкенмәҫлек булһын, үкенмәҫлек! – тип, Тәлғәт, Урал тауҙарына, күккә бағып оран һалды. – Инә бит – һөт имеҙгән, инә бит – им, инә бит – алтын ҡанат! Ғәйептәрем булһа, зинһар өсөн, кисер мине, инәй! Кисер, ҡәйнәм! Кисерегеҙ, туғандарым!

Үҙ инәһе, Тәлғәтте йәйендәй күргән инәһе, яман сирҙән алтмыш йәшенә лә етмәй мәрхүмә булғайны. Шуға ла ул ҡәйнәһе менән ҡайныһын инәһе-атаһы һымаҡ күрҙе, йыл һайын бесәндәрен дә сапты, эҫкерттәрен дә ҡойҙо, утындарын да ярҙы, бәрәңгеләрен дә алды, башҡа эш-йомоштарын да ихлас үтәне.

Кисерелгән хәл-ваҡиғаларҙы барлап, Тәлғәт тормош-йәшәйеш, яҙмыш тураһында тәрән уйға сумды. Тәҡдир, күрәсәк һәр кемгә, яҙмышҡа төшкән өлөш. Сәғирә ҡарсыҡ, уның туғандары, балалары, Тәлғәт өсөн дә. Әҙәм заты ғаләмдең, тәбиғәттең айырылмаҫ бер бөртөгө. Фани донъяла кеше яҡшылыҡ, яманлыҡ, ауырлыҡ менән дә һынап ҡарала, һынауҙар йәнде таҙалау өсөн ебәрелә. Әле һәммәһе лә һынау үтә кеүек.

Яҡшылыҡҡа, изгелеккә, мөхәббәткә ынтылған иманлы үә инабатлы кеше генә тормош йәмен тойоп йәшәй, күңел, рух бөтөнлөгөн һаҡлап ҡала. Был донъяға һәр кем үҙенең яҙмыш юлынан үтергә килә. Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәте менән тыуғанһың, ерҙә нәҫелдәштәрең менән йәшәйһең икән, рәхмәтле бул, изге ғәмәлдәр ҡыл, берҙе биш итеп ғәйбәт һөйләмә, ҡотҡо таратма, ата-бабаларыңдың, үҙеңдең ҡылыҡтарың өсөн дә яуап тотҡаныңды онотма. Бер нәмә лә тиктомалдан ғына булмай. Әммә ҡәрҙәштәр иң элек үҙҙәрен уйлап, был хәҡиҡәтте төшөнөп етмәй, көнитмештә, һәр кем белһә лә, етешһеҙлектәрен бар тип тә белмәй, кемдер фәһем өсөн булғанды асыҡтан-асыҡ әйтһә, үлә яҙып үпкәләй, уны ҡан дошман күрә башлай. Халыҡ һүҙенсә, ҡарға тиреҫтән – ем, яман әҙәм емдән тиреҫ эҙләй.

Бәхетле булыр өсөн әҙәм балалары үҙҙәрен һәр саҡ ыңғай яҡҡа үҙгәртергә, эстән алтын кеүек таҙа, башҡаларға бал кеүек шифа булырға, Илаһ ҡанундары буйынса ғүмер итергә тейеш. Тәлғәттең дә төп вазифаһы – кешеләрҙең йәнен таҙалау һәм һауыҡтырыу. Хоҙай биргән ҡөҙрәт, һәләт менән уларҙың рухи донъяларын киң, хис-тойғоларын саф итеү өсөн көрәшә. Һис шикһеҙ, иң бөйөгө – Хоҙай, артабан -инәй. Ожмахҡа юл инәйҙең аяғы аҫтынан үтә. Ошо олуғ хәҡиҡәткә инанып, әле Тәлғәт кешеләрҙең мең хәжәтен үтәр, яман һүҙҙәрҙән һаҡлар, ғәйептәрен кисерер, иртән-кисен рәнйетеүгә юл ҡуймаҫ, ғүмереңә бәрәкәт бирер Салауат Кәбирә доғаһын уҡый башланы һәм «Ҡәрҙәштәремдең, атам-инәмдең, туғандарымдың үә үҙемдең гонаһтарымды ғәфү әйлә. Амин. Амин. Амин.» – тип тамамлап ҡуйҙы.

Нәҡ ошо мәлдә ниндәйҙер илаһи сың Ғәбиҙәне һиҫкәндерҙе. Үткәндә, ҡайтанан алып ҡайтам тигәндә, инәһенең: «Инде минең һеҙгә ни кәрәгем ҡалды?» – тигәне әле килеп йөрәген тағы бер тетрәтте, күҙҙәрен йәшләндерҙе. Ул медпунктҡа килгән, ҡулдарың йомшаҡ, имле, ауыртыу ҙа тоймайбыҙ, тигән рәхмәтле әбейҙәргә укол ҡаҙап бөттө лә, донъяһына ут ҡапҡандай, өйөнә йүгереп ҡайтты һәм йәһәт кенә машинаһын тоҡандырып, Нәрәлегә елдерҙе.

Сәлимйән Бәҙретдинов.

Читайте нас: