Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙ сәскә (Повесть)

Солан ишеген дөбөрләттеләр. Рәүеф тауышҡа тертләп уянды ла, күҙҙәрен ышҡып, тәүҙә өй эсен байҡаны, унан тәҙрәгә күҙ һалды: тышта дөм-ҡараңғы, етмәһә, ямғыр ҙа яуа, буғай. Яҡшы хужа этен дә сығармаҫ бындай төндә кем йөрөр икән? Тимәк, эше етди, тимәк, Рәүефтең ныҡ кәрәге төшкән.

Йондоҙ сәскә
Йондоҙ сәскә

Дөбөрләтеү ҡабатланды: был юлы ишеккә йоҙроҡлап һуҡтылар. «Ҡалай түҙемһеҙ, – тип уйланы Рәүеф, – ут сыҡҡан тиерһең, килгән кеше, ғәҙәттә, йомшаҡ ҡына ҡаға торғайнысы».

– Асығыҙ! – Ҡырҡыу тауыш яңғыраны. Рәүеф салбарын кейеп, аяҡтарын ҡата-һына тыҡты ла ишеккә атланы.

– Кем?

– Полиция.

– Полиция, ти? Төн уртаһында нимә кәрәк булды данлыҡлы тәртип һаҡсыларына?

– Тәүҙә асығыҙ, шунан әйтербеҙ.

Рәүефтең хәтеренән йәшен тиҙлегендә полицияға бәйле булыуы ихтимал ваҡиғалар теҙелеп үтте: ҡайҙа, ҡасан тәртип боҙҙо икән, төн уртаһында артынан юллап килерлек булғас? Әллә күпме хәтерләргә тырышһа ла, үҙенә шик төшөрөрҙәй бер ниндәй ҙә «эш» таба алманы. Һуғышып йөрөмәне, урлашманы, кеше өҫтөнән шикәйәт яҙманы, ғүмер буйы закон ҡоло булып көн итте. Мәктәп балалары ғына берәй төрлө хәл ҡылмаһа?Улай булһа, иң беренсе нәүбәттә директорға барырҙар ине. Хәйер, килгәс-килгәс, сәбәбе барҙыр, төнө менән ел ҡыуып йөрөмәҫтәр, тимәк ҡайһылыр мәлдә күҙҙәренә салынған, ҡайҙалыр эҙ ҡалдырған.

Ҡатыны уянды. Рәүеф һымаҡ бик борсолманы, халатын кейҙе, бәләкәй кара-уатта йоҡлаған ҡыҙы янына барып, өҫтөнә япты, ишек яғына ымлап:

– Кем? – тип һораны ла урынына барып ятты.

– Полиция.

– Полиция, ти? Сәғәт нисә?

Рәүеф кухняға инеп, утты яндырҙы, күҙҙәрен ҡыҫып стеналағы йомро сәғәткә ҡараны.

–Өс.

– Ас һуң, ниңә көттөрәһең кешене?

Рәүефтең солан келәһен ысҡындырыуы булды, ишек шар асылып та китте, әйтерһең, көслө ел тегене тыштан һурып алды. Болдорҙа буйға типә-тиң, өҫтәренә йылтыр ҡап-ҡара плащ, баштарына киң тирәсле ҡара эшләпә кейгән 25-30 йәштәр тирәһендәге таҙа өс кеше баҫып тора. Йөҙҙәре бөтөнләй ят, төҫһөҙ, шыма, хәс тә бешереп әрселгән бәрәңге – ауыҙҙарын да, танау-күҙҙәрен дә һис шәйләрлек түгел. Былар әллә инопланетяндар инде, тип уйланы Рәүеф, ҡурҡып.

– Юламанов, кейен, беҙҙең менән бараһың, – тине алда торғаны. Һүҙҙәре, мылтыҡтан атҡандағы ише, айырым-айырым һәм хәрбиҙәрсә ҡәтғи яңғыраны.

– Ҡайҙа барам? Һеҙ кемдәр? – Рәүефтең тамағы кибеп, теле алҡымына тығылды, арҡаһы үҙәгенән һалҡын тулҡын йүгереп үтте. – Берәйһе менән бутамайһығыҙмы?

– Барғас күрерһең, ә беҙҙең кем булыу һиңә кәрәкмәй. – Алдараҡ торғаны, моғайын, башлыҡтарылыр, ҡыйыу атлап соланға кергәс, өй ишеген асып ебәрҙе. Ҡаршыһына сығып килгән Сәғиҙәне тырма һабы һымаҡ оҙон ҡулы менән еңелсә генә ситкә һирпте лә өй эсенә үтте. Икенсеһе уның артынан эйәрҙе, өсөнсөһө, солан ишеген асыҡ көйө ҡалдырып, болдорҙа һаҡта ҡалды. Алдан кергәне бала карауатын шәйләне лә, янына килеп, йоҡлап ятҡан ҡыҙыҡай өҫтөнә эйелде. Оҙон ҡулдарын артына ҡуйған килеш, ниңәлер уға оҙаҡ итеп текләп ҡарап торҙо. Бала, уның ауыр ҡарашын күтәрә алмай, йөҙөн сирылта, башын борғолай башлағас ҡына, көйәнтә ише бөгөлгән һынын турайтты. Оҙон плащынан, итектәренән иҙәнгә һыу аҡты. Шунан был бөтә кәүҙәһе менән боролоп өй эсен байҡаны, хром итектәрен шығырҙатып кухняға үтте.

– Рәүеф, кемдәр һуң был бәндәләр? Нимә кәрәк? Нимә эҙләйҙәр? Ниңә һорамай-нитмәй астың ишекте? – Ҡатынының кергән кеше ҡылығынан иҫе-аҡылы киткәйне.

– Нисек асмайһың? Үҙең, ас, тинең дә... Кем белгән?

– Ханым, тынысланығыҙ, Юламановҡа бер нисә һорауыбыҙ бар, артынан килдек. – Бәрәңге ише шыма йөҙҙәге төҫһөҙ ике күҙ Сәғиҙәнең баш осонан ҡайҙалыр ситкә ҡараны. – Юламанов, һиңә кейенергә бер минут ваҡыт.

– Һорауҙарығыҙҙы ошонда бирегеҙ, ниңә уны ҡайҙалыр алып китергә? – тине Сәғиҙә.

– Туҡта, ысынлап та, ҡайҙа алып китергә йыйынаһығыҙ? Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Һеҙ кем? Давай, документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ! Мин – уҡытыусы.

– Беҙгә һеҙҙең ҡайҙа эшләүегеҙ мәғлүм. Ниндәй документ күрһәтергә?

– Ордер на арест.

– Беҙ үҙебеҙ – ордер. Ил именлеген һаҡлаусылар.

Шунда ғына башына барып еткәндәй булды был төнгө «ҡара ҡарға»ларҙың – эсенән уларҙы шулай тип атағайны инде – кем булыуы. Эйе, былар менән һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһе юҡ. Ҡаршылашһаң, һыу эскеһеҙ итеп туҡмауҙары, хатта атып китеүҙәре бар. Ҡушҡандарын үтәү хәйерле. Ғәйебе булмағас, нимәһенә ҡурҡырға? Ҡайҙа кәрәк шунда алып барырҙар ҙа, һорау алғастары, ҡайтарырҙар әле.

Рәүеф залда утты тоҡандырайым да кейенәйем тип урынынан ҡуҙғалғайны ғына, арттараҡ торған икенсе «ҡара ҡарға» йәһәт кенә урынынан ҡубып, ҡаршыһына төшөп, кәрәкмәҫ, былай ҙа күренә бит, тине. Рәүеф кейенде, сәғәтен, кеҫә телефонын, паспортын алды. Оҙаҡ тотмаҫтар, тағы нимә алаһың, тип уйланы ла, мин әҙер тигәндәй, ишек төбөнә килеп баҫты.

– Ярай, Сәғиҙә, был – ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, тикшергәс, ҡайтарырҙар. Быларға, – ул «ҡара ҡарға»ларға ишараланы, – беҙҙең алда ғәфү үтенергә тура килер әле. Ҡулға алырлыҡ бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Иҫән-имен тороғоҙ.

– Плащыңды йә курткаңды кей, фуражка... – тине Сәғиҙәһе, – яуа бит.

Рәүеф плащын, фуражкаһын кейеп, болдорға сыҡты. Дөм-ҡараңғы, ямғыр һаман яуа. Ғәжәп, күп йорттарҙа ут бар, ихаталарҙа эттәр өрә, ишек-ҡапҡалар асылып-ябыла, ҡатын-ҡыҙ һыҡтағаны, ҡәтғи бойороҡтар ишетелә. Солан ҡыйыҡтарына эленгән лампаларҙан ихаталарға төшкән яҡтылыҡта оҙон плащлы, киң тирәсле эшләпәле кешеләр шәйләнә. Башта шаҡ ҡатып ҡарап торҙо Рәүеф был төнгө күренештәргә, «ҡара ҡарға»ларҙың береһе «атла» тип арҡаһынан эткәс кенә ҡуҙғалды. Тимәк, уның ғына артынан килмәгән конвой, ауылда унан башҡа ла «бер нисә һорау бирер» кешеләре бар. Был нимә, утыҙ етенсе йыл ҡабатланыуымы, әллә һуғыш сығып, дөйөм мобилизация үткәреүме? Улай тиһәң, радио, телевидение аша иғлан бирерҙәр, гәзиттәргә яҙырҙар ине. Ишетмәгән кешеләргә ауыл хакимиәте хәбәр итер ине. Бер ниндәй мәғлүмәт, бойороҡ, указ булманы, директор ҙа өндәшмәне. Ғәжәп һәм сәйер бөтәһе лә.

– Слушай, иптәш, бер нәмә лә аңламайым, нимә бара ул, ә? – Рәүеф ауылдағы төнгө мәхшәргә төшөнмәй, береһе – алдынан, икенсеһе – артынан, өсөнсөһө уң ҡулдан атлаған «ҡара ҡарға»ларҙың ҡайһыһынан булһа ла яуап алырына өмөтләнеп, шулай тип һорарға мәжбүр булды. – Һуғыш сыҡмағандыр бит?

Яуап бирмәнеләр. «Ҡара ҡарға»лар эшләпәле баштарын, кәүҙәләрен уҡлау йотҡандай тура тотоп, стройҙағы һалдаттар ише өндәшмәй генә атлауҙарын белде. Ҡараңғы, ә яңылышмайҙар, роботтар тиерһең. Үҙенән өс йорт аша ғына йәшәгән физкультура уҡытыусыһы Ғәлим ҡатынының сәрелдәгәне, биш йәшлек ҡыҙҙарының быуылып илауы ишетелде, ҡара плащлыларҙың уҡытыусыны елтерәтеүҙәре күренде. Ауыл уртаһында, мәҙәниәт һарайы, магазин, почта яғында йөк машиналарының яҡтылары баҙлай, эттәр өрә, асыулы һүгенәләр. Унда алданыраҡ килтергәндәрҙе машиналарға тейәйҙәр ҙә шикелле.

Машиналар эргәһенә килеп еттеләр. Кузовтарҙың арты асылған, менер өсөн ҡыҫҡа тимер баҫҡыстар ҡуйылған. Кешеләрҙе этә-төртә кузовҡа мендерәләр. Күптәрҙең ултырғыһы килмәй, «Ҡайҙа алып бараһығыҙ, һеҙ кемдәр, ни өсөн төн йөҙөндә эшләйһегеҙ ҡара эшегеҙҙе?» тип тартҡылаша. Ирҙәрен оҙата килгән ҡатын-ҡыҙ илаша. Сәғиҙәһенең оҙата сыҡмағаны дөрөҫ булды, ошо мәхшәрҙе күрмәүе хәйерле. Ә былай – киттеме-китте, ауылдан ул ғына булмаған бит (таң атҡас, беләсәк), ҡайтарырҙар, тип бер сама тынысланыр.

Рәүеф ҡаршылашмай ғына кузовҡа менде лә, һәрмәнә-һәрмәнә, ике яҡ борттағы таҡта эскәмйәләрҙең береһенә сүгәләне.

Күп тә үтмәй, алдағы машина ҡуҙғалды, башҡалары уға эйәрҙе. Ауылды сыҡтылар, район үҙәгенә барған оло юлға төштөләр. Байтаҡ килгәс, һулға боролдолар, тимәк, район үҙәгенә алып бармайҙар булып сыға? Боролоуға асфальт бөттө, баҫыу юлы башланды, артабан урман эсенән барҙылар. Уныһын инде брезент япмаға ағас ботаҡтары һуғылыуынан, юлдың саҡылт-соҡолтонан самаланы. Килә торғас, Рәүеф йүнәлеште тамам юғалтты. Таң һыҙылғанда ниндәйҙер ауылға (һәр хәлдә бер нисә йорт шәйләнде) туҡтап, яндарына йәнә ике ирҙе мендерҙеләр. Ултырырға урын булмағанлыҡтан, улар аяғөҫтө баҫып, бортҡа тотоноп барҙы. Байтаҡ килгәс, олорағы, түҙмәй, Рәүефтең эргәһенә ҡыҫылды.

Тамам яҡтырғас, машинаны, ниһайәт, туҡтаттылар. Ергә төшһәләр – киң генә йәшел туғайлыҡ. Йәм-йәшел үк түгел дә, шулай ҙа үлән бөтөнләйгә һарғайып өлгөрмәгән. Алыҫта ҡалын урман ҡарайып күренә, урман артында һөҙәк тау һырттары һуҙылып киткән, йылға ла шул тирәләлер – хәлһеҙ генә иҫкән ел дым бөркә. Оҙаҡ байҡап торҙо был сихри иркенлекте Рәүеф, иректә булһа, былай уҡ һағышланмаҫ та, матурлығы күренмәҫ тә ине, моғайын. Үҙенең әлеге хәле тәбиғәттең ошо ирәүәнлеге ҡаршыһында уғата ла меҫкен булып тойолдо, хатта, башҡаса бындай хозурлыҡты күрә алмамдыр, ахыры, тигән хыянатсыл уй ҙа килде башына...

Ҡыҫталышҡан ирҙәр ни, баҫҡыс терәгәнде лә көтмәй, ергә һикерешеп төштө лә машинаны уратып баҫты. Ҡайһылары, тартынып-нитеп тормай, оло ярауын да итте. «Нишләйһең, хәжәткә хөжәт юҡ. Ҡайҙа туҡтарға белгәндәр, хәшәрәттәр, – тип уйланы Рәүеф, – ҡола ялан уртаһы, ҡасыу мөмкин түгел, бар нәмә ус төбөндәгеләй күренеп тора – боҫор, йәшенер урын табырмын тимә». Рәүефтең шулай тип уйлауы булды, алдағы машинала барған бер егеттең алыҫта ҡарайып ултырған урман яғына йүгереүе күренде. Ҡыйыу кешеләр бар барыбер ҙә. Уларҙың машинаһындағы оло ғына бер ир, ай, ҡасһын ине, беҙҙе ҡулға алғандарын кәрәк ергә еткерһен ине, тине, икенсеһе, юҡ менән була, хәҙер атып йығалар, тип әсенде, өсөнсөһө ниңәлер мыҫҡыллы көлдө. Тотҡондарҙың береһен дә таныманы Рәүеф, ауылдаштарынан берәү ҙә юҡ: туҡтаған арала ҡайҙалыр төшөрөп ҡалдыра барғандар, улар урынына икенселәрҙе алғандармы икән?

Ләкин «ҡара ҡарға»лар йәһәт килде аңдарына: ике кеше, оҙон плащ итәктәрен елберҙәтеп, сажиндай эре-эре аҙымдар менән ҡасҡалаҡтың артынан төштө. Шәп йүгерәләр, ҡәһәрең, иң ҡыҙығы, стройҙағы һымаҡ бер тактта, эшләпәле баштарын бер иш тура тоталар, ҡул һелтәүҙәре лә бер иш. Ҡасҡын ни тиклем генә шәп йүгермәһен, йөҙ илле – ике йөҙ метр арауығында ҡыуып еттеләр. Этеп йыҡҡас та, егет тиҙ генә бирешергә теләмәне: йәһәт кенә ҡалҡынды ла тегеләр менән сат та сот һуғышып алып китте. Әйтәһе лә түгел, таҫыллы һуғышты, ҡалала берәй төрлө секция-фәләндә шөғөлләнгән спортсылыр – байтаҡ һелтәүҙәренән ялтанып өлгөрҙө, тибеп тә ебәрҙе. Ләкин көстәр тигеҙ түгел ине, берҙәм ябырылып, конвоирҙар быны ергә йыҡты, ҡулдарына бығау һалды. Шунан елкәһенән һөйрәп аяғына баҫтырҙылар, этә-төртә машинаға килтереп ырғыттылар. Дүрт йөк машинаһында килгән әллә күпме халыҡ шуны тамаша ҡылып торҙо, әммә береһе лә ҡыйыу егеткә ярҙамға барманы. Уйлап ҡараһаң, һаҡсыларға ҡарағанда тотҡондар байтаҡҡа күберәк бит. Араларға теләмәгән хәлдә лә, тырым-тырағай ҡасырға мөмкин ине. Һәр ҡайһыһын берәмләп барыбер тотоп бөтә алмаҫтар ине. Бына шундай күңелһеҙ һығымта яһаны Рәүеф был ваҡиғанан һәм кешеләр араһында берҙәмлек булмауына, башҡаларҙың яҙмышына, тимәк, үҙҙәренекенә лә, битараф булыуына аптыраны. Хәйер, үҙе лә шул хисапта...

Машиналар асфальтҡа төштө, байтаҡ барғас, тағы баҫыу өҫтөнән, унан ташлы-ҡырсынлы юлдан бара башланылар. Туҡтап та алалар, туҡтаған арала кемделер алып ҡалалар, кемделер өҫтәп ултырталар. Тимәк, кемде ҡайҙа урынлаштырыу буйынса үҙҙәре генә белгән пландары бар. Кузовта ҡәнәғәтһеҙлек, һорау биреү, хатта талап итеү ваҡиғалары булып ала, берәү ҡысҡыра, икенсеһе йырлай, күмәкләп аяҡ дөбөрләтәләр, брезент япманы асырға маташалар. Әммә арттағы өс «ҡара ҡарға» уларға ҡыҫылмай ҙа, тыймай ҙа һәм яуап ишетерлек тә түгел – ауыҙҙарына һыу уртлаған кеүек, бер һүҙ өндәшмәйҙәр.

Рәүеф туҡтауһыҙ уйлана, мәсьәләнең айышын эҙләй: ҡулға алыу ниңә шулай ҡапыл, төндә башҡарылды һуң әле? Тарих ҡабатлана торған – утыҙ етенсе йыл ваҡиғаларына кире ҡайтабыҙ, тимәк. Ҡайҙа алып баралар? Дүрт машинаға лыҡа тултырылған халыҡ өсөн урын да кәрәк бит әле. Казарма, лагерь йәки төрмә. Ашатырға тейештәр, кәрәк булһа – медицина ярҙамы күрһәтергә, йыуындырырға. Улар мал түгел, малды ла ҡарайҙар. Күпме киләләр, йотом һыу биргәндәре лә юҡ...

Оҙон юл дауамында бер нисә тапҡыр кеҫә телефоны шылтыраны – Сәғиҙәһе. Әммә, кеше алдында һөйләшкеһе килмәй, кире ябып ҡуйғайны, йәнә шылтырағас, яуап бирергә булды – телефон бар көйө ниңә хәсрәтләндерергә? Былай ҙа ут йотоп ултыралыр. Уның хәл-әхүәлен, иҫән-һау икәнен белһә, бик бөтөрөнмәҫ.

– Эйе.

– Рәүеф, һин ҡайҙа? Ниңә трубкаңды алмайһың? Үҙең шылтыратһаң була бит. Кис төшөп килә, һин юҡ та юҡ. Тиҙ ҡайтарырҙар, тигән кеше... – Ҡатынының тауышы борсоулы. – Бер-бер хәл булдымы әллә?

– Машинала китеп барабыҙ.

– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? – Ҡатыны түҙемһеҙләнә, иламһырай башланы. – Кемдәр менән? Ауылдан һинән башҡа әллә күпме кешене алып киткәндәр бит. Директорҙы, Ғәлимде. Һин улар менәнме?

– Юҡ, мин улар менән түгел. Икенсе машинала ғына булмаһалар. Ҡайҙа алып барғандарын белмәйем. Әйтмәйҙәр. Сәғиҙә...

– Ханым, юҡҡа борсолаһығыҙ. Юламанов менән бер нәмә лә булманы. Бүтән шылтыратмауығыҙҙы һорайбыҙ.

Рәүеф телһеҙ ҡалды. Ғүмерҙә күрмәгән-ишетмәгән хәл: уның шәхси кеҫә телефоны номерынан кемдер Сәғиҙәһенә яуап бирә! Тимәк, эләктерә алалар тулҡынды. Ай, техниканың мөмкинлектәре, мобильнигы ла «ҡара ҡарға»лар ҡарамағында!

– Эйе, ярай, Сәғиҙә, мин иҫән-һау, бүтән шылтыратма, үҙем... Балалар ни хәлдә?

Ҡатыны уның һүҙҙәрен әллә ишетте, әллә ишетмәне, араға йәнә теге тауыш килеп ҡыҫылды:

– Һеҙгә лә шылтыратмаҫҡа кәңәш итәм, Юламанов.

Берәүҙәрҙе төшөрөп ҡалдыра, улар урынына икенселәрҙе тейәй-тейәй килә торғас, эңерҙә Рәүефкә лә сират етте. Оҙон эскәмйәнең осонда ултырған һаҡсы, ҡалҡынып, уның яурынына ҡулын һалды ла башын һелкте һәм, кузовтың артҡы яғын асып, теге тимер баҫҡысты аҫҡа төшөрҙө. Йоҡомһорап килгән Рәүеф, ойоған кәүҙәһен саҡ яҙып, ергә аяҡ терәне. Дүрт машина ла туҡтаған, ләкин береһенән дә бүтән кеше төшмәне, тимәк, бында яңғыҙын ғына ҡалдыралар булып сыға.

Баяғы һаҡсы уны тап үҙе һымаҡ ҡаранан кейенгән, бит-йөҙө, хәрәкәттәре менән үҙенең күсермәһе булған берәүгә тапшырҙы ла кире машинаға менеп ултырҙы. Баҫҡысты тартып алды, яңы һаҡсы шарт та шорт кузовты япты. Машиналар ары китте.

Ауыл мәктәбенә лә, клубҡа ла тартым, буйы 8-9, арҡырыһы 6-7 метр самаһындағы яңғыҙ бер йорт ҡаршыһында торалар ине. Йорт бейек, бетон нигеҙҙә ултыра, башы шифер менән ябылған, уныһы иҫке, йәшелләнеп бөткән. Ҡыйыҡ башында – ҡыҙыл флаг, ҡыйшайған тәпәш антенна, төбө төшкән сыйырсыҡ ояһы, унан хатта һалам, ҡош йөндәре һәлберәп тора. Урам яҡҡа өс тәҙрә ҡарай, өсөһө лә тимер рәшәткә менән көпләнгән, бер йыуанлыҡтағы төҙ ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған, хәҙер инде ямғыр, ҡояш ҡарайтҡан соланһыҙ йорт. Тирә-яғы баҡса – ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге ҡыуаҡтары күренә, бер нисә алма ла бар, ахыры. Һыу мискәләре, көрәк, һәнәк-тырма, сүп өйөмө шәйләнә. Эйе, бында торғандар, йәшәгәндәр, бәлки, әле лә йәшәйҙәрҙер.

Тегеләре һымаҡ бешкән бәрәңгеләй шыма, ауыҙы, танауы саҡ беленгән, баҙлауыҡ күҙле, ҡашһыҙ, һаҡал-мыйыҡһыҙ һаҡсы, уҡлауҙай төҙ һәм нәҙек кәүҙәһен һелкетмәй генә, эшләпәле башын йорт яғына ҡаҡты, йәнәһе, атла, килеп еттең. Рәүеф йортто йәнә бер күҙҙән үткәрҙе лә өҫтөнә ваҡ таш һибелгән тар һуҡмаҡтан яй ғына атлап китте. Теге эҙенә баҫып тиерлек килә. Тубыҡ тәпәшлегендәге штакетник ҡағылған ҡапҡанан инделәр. Ишеккә тиклем егерме метр самаһы ара. Керҙеңме – бикләндең. Әллә мәңгелеккә, әллә бер нисә көнгә. Был – сик, был – бөжәк урынына көн итәсәк меҫкен донъяға күсерәсәк ара...

Рәүеф ҡапыл йәшел яланда ҡасҡан ҡыйыу егетте хәтеренә төшөрҙө. Ҡаса алманы, ләкин маташып ҡараны бит. Ниңә уға ла үҙен һынап ҡарамаҫҡа? Уны ике һаҡсы баҫтырып тотто, ә бында берәү генә. Нишләп ул, ҡайҙа ҡыуалар шунда китеп барған күндәм быҙау ише, үҙе теләп тигәндәй бикләнергә тейеш һуң әле? Ҡасыуы килеп сыҡмаған хәлдә лә, ошо йорттан да ары ебәрмәйәсәктәр, ебәрә алмаясаҡтар, сөнки машиналары ары китте.

Ҡапҡанан өйгә ҡәҙәр шулай уҡ тубыҡ тәпәшлеге штакетник ҡағылған кәртә. Тигеҙ итеп, ентекләп, бер аралыҡта ҡаҡҡандар. Рәүеф шуларҙы, уңышы йыйып алынған түтәлдәрҙе ҡараған булып туҡталды, дөрөҫөрәге, иғтибарын ҡапыл ғына түтәл ситендә ут кеүек янып ултырған йондоҙ сәскә туҡтатты. Ул шул тиклем сағыу, шул тиклем күҙҙең яуын ала, хатта тере сәскә икәненә лә ышаныуы ҡыйын – ҡағыҙҙан ҡырҡып, буяп ултыртып ҡуйған һымаҡ. Ә бит көҙ, тышта хәҙер һыуыҡ, оҙаҡламай ҡар ҙа төшөр. Башҡа сәскәләр өшөп, ҡарайып һулыған, был һаман бирешмәй ултыра. Ғәжәп!..

Рәүефтең күҙе сәскәлә, үҙенең башын туҡтауһыҙ бер уй телә: хәҙерме, ишек төбөнә еткәсме? Ишеккә еткәс һуң була, майҙан тарая, һаҡсы аса ла эткеләп-төрткөләп индереп тә ебәрә. Тимәк, ошонда, хәҙер... Ул күҙ сите менән генә һаҡсыға ҡараны ла бер аҙым алға атланы һәм, шундуҡ артына килеп баҫыуына, тегене бар көсөнә яурыны менән төртөп ебәрҙе. Һаҡсы, әлбиттә, быны көтмәгәйне, әлеге штакетник аша түтәл өҫтөнә мәтәлләп барып төштө. Рәүеф йәһәт кенә боролдо ла, кескәй ҡапҡаны һикереп сығып, урман ауыҙы йүнәлешенә йомолдо. Теге аңына килгәнсе, ҡалҡынғансы мөмкин тиклем алыҫыраҡ китеп өлгөрөргә кәрәк! Тапалып, йыуғыс кеүек уралып-сырмалып ятҡан, урыны-урыны менән бил тиңенә еткән бейек үлән ҡамасаулай, етмәһә, аяҡ аҫтындағы ер ҙә тигеҙ түгел, күрәһең, һаҙлығыраҡ, шуға ла бәғзе урынды сиңерткә ише һикерәңләп үтергә тура килә. Һөрлөгөп тә китә, ҡыйыш та баҫа, әммә бар көсөнә йүгереүен белә. Асыҡлыҡты йәһәтерәк үтеп, урман эсенә инеү кәрәк – ағастар араһында «ҡара ҡарға»нан күҙ яҙҙырыуы барыбер ҙә еңелерәк булыр.

Ләкин ни тиклем генә шәп йүгерһә лә – һәр хәлдә Рәүефтең үҙенә шулай тойолдо – баҫтырыусының ҡыуып етеп килгәнен бөтә тәне менән тойҙо. Үлән йығылғаны, кипкән ботаҡтарҙың шарт та шорт һыныу тауыштары яҡынайғандан-яҡыная барҙы. Урман ауыҙындағы вағыраҡ ағастарға еттем тигәндә генә: «Туҡта, атам!» – тигән ҡәтғи бойороҡ яңғыраны. Ҡолағы төбөндә шартлап ағас һындымы ни, тауышынан уҡ ҡолап китерлек. Башы бар – бешкән бәрәңге тип ҡара шунан һуң, ағастар араһына сумһа, эләктереүе ауырлашасағын самалай.

Нишләргә: туҡтарғамы, әллә ҡасыуҙы дауам итергәме? Туҡтаһа – ябыла, йүгерһә – арҡаһына пуля ҡаҙалып, ошо үләндәр араһында ятып ҡала. Урман иһә ҡул һуҙымында ғына. Тик шул мәл төпһәгәме, әллә үлән араһында ятҡан кипкән ботаҡҡамы эләгеп, һөрлөгөп барып та төштө. Бәлки, «ҡара ҡарға» ҡыуып етеп, аяҡ салғандыр?

Уның аяҡ-ҡулын саҡ йыйып, йыуғыс кеүек ятҡан үлән араһында ҡыбырларлыҡ та хәле ҡалмағанда, һаҡсы, ҡолғалай һерәйеп, янында баҫып тора ине инде. Рәүеф салҡан әйләнде, битараф ҡына күктәге бер-береһен баҫтырышып ҡайҙалыр ашыҡҡан шомло ҡара болоттарға текәлде, шунан ҡарашын «ҡара ҡарға»ға күсерҙе. Ул шулай уҡ шомло, башынан аяғына тиклем ҡаранан кейенгәнгәме, әллә аҫтан өҫкә ҡарағанғамы, – әлеге болоттарҙың бер ялпыһы һымаҡ күренде.

Һаҡсы уны, ниңәлер, ҡабаландырманы, иректә әҙ булһа ла ятып ҡалһын тигәндерме, әрләп бер һүҙ өндәшмәне – Рәүеф тынын тигеҙләп тамам тынысланғас, ҡулы менән ҡалҡынырға ишараланы ла, плащының аҫҡы һиҙәптәрен ысҡындырып, бил ҡайышынан бығау сисеп, бер дүңгәләген уның ҡулына, икенсеһен үҙенекенә кейҙереп, бикләп ҡуйҙы. Ғәжәп, хәле лә бөтмәгән, тын алыуы ла тип-тигеҙ, йөҙөндә, маңлайында тир әҫәре юҡ, әйтерһең, бөтөнләй йүгермәгән, уның янына осоп ҡына килеп төшкән! Хатта башындағы эшләпәһе ҡыйшаймаған! Был ниндәй бәндәләр? Теге егетте ҡыуып тотҡан икәүҙең йүгереүен шулай иҫе китеп ҡарап торғайны, хәҙер бының тәбиғи булмаған ҡылығына тағы ғәжәп итте Рәүеф.

Бейәләй ҙурлыҡ йоҙаҡты еңел генә асты «ҡара ҡарға». Ҡалын, ауыр ишектең уртаһын арҡырыға быуған яҫы тимерҙәгеһен дә асты ла, уны бер яҡҡа ырғытып, ишекте тартты. Үҙе алдан инеп, Рәүефте эскә һөйрәне. Бығауын систе, көн итеүең ошонда, тигәнде белгертеп, ҡарашы менән өй эсен байҡаны.

Өй эсе ярайһы уҡ иркен ине. Ишектән уң яҡлап – иҫке генә ике ағас ултырғыс, буяуы ҡупҡан йомро өҫтәл, ҡашығаяҡ кәштәһе; иҙән уртаһында – ҡалын таҡталарҙан ҡағылған оҙон өҫтәл, күптән ағартылмаған, йүшкә аҫты, плитә алды ҡоромға ҡарайған урыҫ мейесе. Стенаға эленгән йомро көҙгө, иҫке генә кейем элгес тә бар. Төптәрәк киң тимер карауат, диван. Ике тәҙрә төбөндә һулыған ике гөл ултыра, бөтә тәҙрәләр ҙә тыш яҡлап рәшәткәле. Тимәк, элек бында кемдәрҙер йәшәгән, улар бынан бер нәмә лә алмай күсеп киткән йә һөргәндәр ҙә йорттарын тотҡондар өсөн файҙаланғандар, әле лә файҙаланалар, тип фаразларға ҡала.

– Ниңә, ни өсөн? – тип һораны Рәүеф, өй эсен байҡағас. – Бер нисә һорау биреү өсөн мотлаҡ ошонда килтерергә кәрәк инеме ни?

Һаҡсы өндәшмәне.

– Был сәйәси һөргөн тип аталамы?

– Уныһы миңә ҡараңғы. Беҙҙең эш – һеҙҙе килтереп урынлаштырыу. Ҡалғанын белмәйем.

– Ә нимә ҡылдым һуң бында килтереп ябырлыҡ?

– Ярай, Юламанов, диван, карауат, өҫтәл бар, түшәк-фәләнде анау шкафтан табырһың. Ризыҡ, һыу, башҡа кәрәк-яраҡ индерерҙәр. Ҡашығаяҡ, ана, кәштәлә.

Һаҡсы Рәүефтең һорауына яуап бирмәне. Ҡабаланмай ғына сығып китте. Тыштан шарт та шорт тимер һайғауҙы терәүе, унан ишекте бикләүе ишетелде. Рәүеф, иҙән уртаһына баҫып, өй эсен йәнә бер күҙҙән үткәрҙе лә, ултырғысҡа сүгәләп, ҡурғаштай ауыр уйҙарға сумды.

Кисә төн уртаһынан башланып ошо өйгә бикләнеүенә тиклемге ваҡыт арауығындағы ваҡиғалар уға төштә генә булған кеүек. Уяу килеш күргән төштә. Сөнки уларҙың ысынбарлыҡ икәненә һис ышанырлыҡ түгел. Ҡайҙалыр ситтә, әйтәйек, Латин Америкаһының берәй илендә, хатта икенсе планетала булған кеүек барыһы ла. Нишләп улай ҡапыл ғына ҡулға алыуҙар башланды? Ауылда, уҡытыусылар араһында бер нәмә лә ишетелмәне, һүҙ-хәбәр, имеш-мимеш йөрөмәне. Ғәҙәттә, буласаҡ ниндәйҙер үҙгәреш алдынан халыҡ барыбер ҙә һиҙенә, һүҙ йөрөтә, фекер алыша торғайны. Илдә берәй төрлө переворот яһалып, власҡа хәрбиҙәр йәки оппозицияла торған көстәр килдеме? Юҡ, бөгөнгө системала бының булыуы мөмкин түгел. Хәрбиҙәр быны булдыра алмай, оппозицияның реаль көсө юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, оппозиция ла юҡ. «Берҙәм ил» – власть фирҡәһе. Төрлө кимәлдәге етәкселектә күпселек ошо фирҡә вәкилдәре ултыра. Шулай булғас, үҙен шул урынға ултыртҡан, ҡаҙна ҡаҙанынан ашатҡан үҙәк етәкселәренә ҡаршы нисек баш күтәрһендәр? Йәмғиәттә, һәр хәлдә ауыл ерендә, колхоздарҙы бөтөрөү, әммә уның урынына бер нәмә лә төҙөмәү, ерҙәрҙе шикле бәндәләргә һатыу, участка больницаһын, медпункттарҙы, мәктәптәрҙе ябыу һымаҡ яңы Президент үткәргән сәйәсәт менән ҡәнәғәтһеҙлек бар, әммә асыҡтан-асыҡ уға ҡаршы сығыр көстәр юҡ. Забастовкалар, демонстрациялар, стачкалар үткәреү өсөн беҙҙең ил Европа илдәре, АҠШ кеүек демократик булып етлекмәгән. Ул кимәлгә барып етеү өсөн беҙгә Бөйөк Ҡытай стенаһына йәйәү барған кеүек ара үтәһе бар. Яңы етәксе көн һайын тиерлек телевизорҙан, хоҡуҡи, демократик йәмғиәт төҙөйбөҙ, илдә һүҙ ирке, фекер ирке буласаҡ, тип хәбәр һөйләй, халыҡтан ләстит йыйыр өсөн Интернетта үҙ блогын асҡан, йәнәһе, һәр кем үҙ фекерен, илдә барған теге йәки был сәйәси, ижтимағи, криминаль ваҡиғаға, урындағы власть вәкилдәре эшмәкәрлегенә ҡарата мөнәсәбәтен яҙа ала. Әйтерһең дә, шул юл менән илдәге тәртипһеҙлеккә, чиновниктарҙың баш-баштаҡлығына, криминалға сик ҡуйып, ҡайһы бер төпкөлдәрендә феодаль, хатта һаман да тәүтормош йолалары йәшәгән илдә тиҙ генә демократик йәмғиәт төҙөп була. Уның өсөн йөҙәр йылдар кәрәк. Йөҙ йылдан демократия урынлашһын өсөн дә бөгөндән актив эш башларға тейештәр. Бер аҡыллы кеше әйтмешләй, Рәсәйҙе аҡыл менән һис аңларлыҡ түгел.

Ил менән, ярар, уныһы – ҡараңғы, ә Рәүефтең үҙенең яҙмышы менән конкрет кем шаярҙы икән һуң? Ул етәксе түгел, баш ҡаланан йыраҡ ятҡан бер ауыл мәктәбенең ябай уҡытыусыһы. Уның һүҙ-хәбәренән, ҡырыныраҡ әйтелһә лә, ил именлегенә бер ниндәй зыян килмәй. Сөнки уның, уның ише ябай кешеләрҙең «эше» себендең тәҙрә быялаһын ватып тышҡа сығырға маташыуына бәрәбәр. Илдә ябай кешенең бер нәмәгә хоҡуғы юҡ, ул – көтөүҙәге берәмек, һоро масса...

Әллә уның менән берәй тикшереү үткәрергә ниәтләнәләрме? Ғалимдар лаборатория шарттарында сысҡан, ҡуян, башҡа мал менән төрлө тәжрибәләр яһай бит, шуның ише, уны ла һынау объекты рәүешендә файҙаланмаҡсылармы? Йөрөйһөң инде шунан зомби йә маңҡорт һымаҡ. Йөрөһәң ярай ҙа, бөтөнләй аяғыңды һуҙмаһаң...

Тамам ҡараңғы төшкәс кенә ауыр уйҙарынан әҙерәк арына алды Рәүеф, дөрөҫөрәге, ҡапыл алдына килеп баҫҡан мең һорауҙың береһенә лә яуап таба алмаҫын аңлап, ҡул һелтәне лә урынынан ҡалҡынды. Асыҡҡайны, һыуһағайны. «Ҡара ҡарға»ның ишекте йоҙаҡлап китеүен белһә лә, тәүҙә уны этеп ҡараны, унан тәҙрә алдына барып баҫты. Рамдар икешәр ҡатлы, быялалары ябай түгел, ҡалын, бәлки, ватылмай торғанылыр ҙа әле. Тимер рәшәткәләр бармаҡ йыуанлығы арматуранан йәбештерелеп, тыш яҡтан стеналарға ҡаҙаҡланған. Ватып сығып ҡасыу хаҡында хыял да итмә...

Эстәге йыһаз-әйберҙәрҙе ҡарай-барлай торғас, ҡапыл үҙенең донъяһы иҫенә төштө лә, күңеле һыҙылып ҡуйҙы, шунан Сәғиҙәһенә шылтыратып ҡарарға булды. Номерына баҫып, телефонын ҡолағына килтергәйне, ҡатынының түгел, йәнә баяғы ирҙең ҡалын, ҡырҡыу тауышы ишетелде:

– Юламанов, мин һиңә шылтыратмаҫҡа ҡушҡайным бит. Тағы ла йыйһаң, телефоныңды кереп аласаҡмын. Аңлашылдымы?

– Мин һис юғы иҫәнлегемде ғаиләгә белдерергә тейешмендер бит? Нишләп тыяһығыҙ, ни хаҡығыҙ бар? Улар мине ҡайҙа алып киткәндәрен дә белмәй... Улайһа, үҙегеҙ хәбәр итегеҙ...

Бәйләнеш өҙөлдө. Торараҡ мәктәп директорының номерын йыйғайны, шул уҡ яуапты алды. Шымсылыҡ итер өсөн ҡалдырғандар, тимәк, телефонын да, юғиһә, тартып алырҙар ине. Хәрбиҙәрҙең йәки дәүләт именлеге органдарының техникаһы башҡаса һәм юғары кимәлдә, әлбиттә... Бер йөрөй, бер ултыра торғас, асығыуы йәнә эсен борғолай башланы. Ҡашығаяҡ, көрөшкә, үтмәҫ бысаҡ, сынаяҡ урынлаштырылған кухня шкафынан быяла банкыға һалынған тары ярмаһы, әҙерәк он, кибеп бөткән ике баш һуған, лавр япрағы, тоҙ тапты. Иҙәндәге алюмин бидон төбөндә һыу ҙа бар икән. Һыу, күренеп тора, әллә ҡасанғы, буйраҡланып бөткән. Нишләһен, эсте инде, яман сарсағайны. Өҫтәл аҫтында ултырған электр плитәһен алды ла, проводын ҡараштырып, розеткаға тыҡты. Спираль тиҙ арала йылынып, ҡып-ҡыҙыл булды. Иҫке генә алюмин кәстрүлгә әҙерәк һыу ҡойоп, тары ярмаһын төшөрҙө...

Ҡапҡылап алғас, сисенеп тә тормай, түшәк-фәлән дә йәймәй, диванға бөгәрләнеп ятты һәм шундуҡ йоҡлап та китте. Арыуы еңде. Төн уртаһында өшөп уянды. Уянғас, ҡайҙа ятҡанын аңғармай бер булды. Ут яндырыуҙан ниңәлер ҡурҡты. Һаҡсы әйткән шкафтан түшәкте барып алырға иренде. Өшөй-өшөй ятты ла тағы йоҡлап китте. Алама төштәр күрҙе, баҫлығып йонсоно, ҡысҡырҙы, һөрәнләне, Сәғиҙәһен ярҙамға саҡырҙы. Һуң ғына уянды. Ҡырылмаһа-ҡырҡ уянғас, тәне лә, йәне лә ял итмәне, киреһенсә, башы ауыртып килеп торҙо.

«Ҡара ҡарға» килде. Сепрәк сумкала – аҙыҡ-түлек. Алюмин бидонды алып сығып, ҡайҙандыр һыу тултырып индерҙе. «Һыуҙы ҡайҙан алдың, яҡын-тирәлә юҡ таһа?» – тигәнгә яуап бирмәне, «Бер электр бағанаһы күренмәй, ә ут бар», – тип аптырауына ла яурындарын ғына һикертте. Өс көнгә бер шулай ризыҡ индеререн, көнөнә өс мәртәбә – иртән, төш, кис – бәҙрәфкә сығарасағын әйтте. Уның һағында кистәрен ихатала йөрөп кереү мөмкинлеге лә бар икән. Быныһы – тотҡондоң теләгенә ҡарап. Ә бына ҡасанға тиклем тотасаҡтарын, ниндәй ғәйеп таҡҡандарын һәм ни өсөн тап ошонда килтергәндәрен ныҡыһа, шулай уҡ, «белмәйем» тигәнде аңғартып, яурынын ғына йыйырҙы.

Ҡалдырылған ризыҡ – ике буханка ҡара икмәк, көнбағыш майы, тоҙ, ит банкыһы, ҡарабойҙай, дөгө ярмаһы. Тимәк, үҙе бешерергә, үҙенең тамағын үҙе хәстәрләргә тейеш була Рәүеф...

Һаҡсының тағы бер ингәнендә Рәүеф: «Әйт, нимәгә бында ултыртып ҡуйҙылар мине, суд йә тәфтишсе инмәйме ни, һорау алмайҙармы, кемгә мөрәжәғәт итергә һуң?» – тип йәнә төпсөнгәс, теге, талап-үтенестәрегеҙҙе яҙып бирегеҙ, етәкселеккә тапшырырмын, тип бер көн ҡағыҙ, ручка бирҙе. Рәүеф, оҙаҡҡа һуҙмай, ҡулға алыныуының сәбәбен, ниндәй ғәйеп таҡҡандарын, ҡасанға тиклем ултырасағын әйтеүҙәрен талап итеп, асыулы хат яҙҙы. Паспорт мәғлүмәттәрен, ҡайҙа һәм кем булып эшләүен, «минең турала шунан һорай алаһығыҙ» тип мәктәп директорының исем-шәрифен, телефонын, тулы адресын яҙҙы, үҙенең ҡайҙалығын ғаиләһенә хәбәр итеүҙәрен, кеҫә телефонын тыңламауҙарын, өйө менән бәйләнешкә инергә ҡамасауламауҙарын һораны. Икенсе бит ҡағыҙға мотлаҡ кәрәк булған көнкүреш әйберҙәр, кейем-һалым исемлеген теҙҙе. Тотоуҙары оҙаҡҡа һуҙылһа, көндәр һалҡынаясаҡ, өйөнән йоҡа кейенеп килгән...

Яҙғандарын тоттороп сығарғандың бишенсе көнөнә резина итек, ҡалын табанлы ботинка (быларын һорамағайны), эске кейем-һалым, фуфайка, бүрек, буйлы-буйлы арестант пинжәге менән ыштаны, башҡа ваҡ-төйәк, ашанты индерҙеләр, ә яҙмышына ҡағылған бер һорау-талапҡа ла яуап юҡ. Миңә беренсе нәүбәттә шулары кәрәк тәһә, тип һорағайны, һаҡсы, улары минең вазифаға кермәй, мин үтенесегеҙҙе етәкселеккә тапшырҙым, тиеү менән сикләнде. Шулай булырын Рәүеф самалай ине инде, ләкин, был тиклем дә оҙаҡҡа һуҙырҙар, тип уйламағайны. Айға яҡын, бәлки, унан да оҙағыраҡтыр, ваҡыт үтте, яуап һаман юҡ. Булмаҫ та, ахыры...

Шулай итеп, асҡа үлмәҫлек кенә туйынып, көнөнә өс мәртәбә бәҙрәфкә сығып килеп, кистәрен ярты сәғәт самаһы ихатала йөрөп, бер ятып, бер тороп, өй эсендә мөйөштән-мөйөшкә атлап, рәшәткәле тәҙрә төбөндә йондоҙ сәскәгә ҡарап зарығып үтә көндәре Рәүефтең.

Бер көн ҡолағына машина геүләүе салынды. Быға тиклем дә ишетә ине, әммә улар өйҙән йыраҡтан үтте шикелле, тоноғораҡ ине тауыштары. Ә был юлы ап-асыҡ ишетелде. Минең арттан килмәнеләрме икән, тип йүгереп тигәндәй барып тәҙрәгә ҡапланды. Өс «ЗИЛ» машинаһы урман ауыҙына килеп туҡтаны. Туҡтауын-туҡтаны, әммә кабинанан да, кузовтан да төшөүсе оҙаҡ булманы, ниңәлер. Әйтерһең дә, кемде ҡалдырырға белмәй, аптырашып ултыралар. Ниһайәт, иң арттағы машинаның кабинаһынан «ҡара ҡарға» төштө лә, кузовтың артҡы бортын асып, эстән һонолған тимер баҫҡысты алып терәп ҡуйҙы. Өҫтән, Рәүефте тамам ғәжәпкә һалып, йәш кенә ҡатын килеп төштө! Әллә Сәғиҙәһеме? Буй-һыны, хатта пальтоһы, ябынған яулығына тиклем уныҡына оҡшаған. Юҡ, ул түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Ҡайһы аралалыр йәнә бер «ҡара ҡарға» пәйҙә булды – әллә машинанан төштө, әллә машина артынан килеп сыҡты, Рәүеф шәйләмәй ҡалды – ҡатындың терһәгенән тотоп өй яғына әйҙәне. Үҙен ҡайҙа килтереп төшөргәндәрен хәтерендә ҡалдырырға теләгәндәй, ҡатын алан-йолан ҡарана, сырмалсыҡ үләнгә эләгеп бер нисә мәртәбә саҡ һөрлөгөп йығылып китмәне, һуңғы сиктә һаҡсының беләгенә аҫылынып өлгөрҙө. Ҡулында төйөнсөгө лә бар. Өйгә килеп еткәс, һаҡсы шарт та шорт йоҙаҡты асты. Өй эсенә тәүҙә ҡатынды үткәрҙе, унан үҙе килеп инде.

– Юламанов, яңғыҙыңа күңелһеҙ булмаһын өсөн һиңә иптәш ебәргәндәр, – тине «ҡара ҡарға», – ҡатын-ҡыҙһыҙ ҡыйындыр ҙа.

Шыма йөҙөндә бер мускулы ла һелкенмәне, хатта күҙе лә йомолманы, үҙенең һөмһөҙ шаяртыуынан уңайһыҙланыу ҙа кисермәне һаҡсы. Рәүеф уның ике-өс көн аша янына кереп йөрөгән бәндәме, әллә бөтөнләй икенсеме икәнен дә айыра алманы. Сөнки улар барыһы ла игеҙәк һымаҡ бер иш ине.

– Һаумыһығыҙ, – тине йәш ҡатын шым ғына, оялып-тартынып, һаҡсы сығып ишекте бикләгәс. Иҫәнләшеүҙән бигерәк, үҙе килеп инеүҙән тыуған көсөргәнешле тынлыҡты өҙөргә теләп тауыш бирҙе шикелле.

Рәүеф алдында мөләйем йөҙлө, ҡырлас танаулы, ситтәре ҡалмыҡтарҙыҡы ише ике яҡҡа тартылған ҡыҫығыраҡ күҙле, ҡыҫҡа сәсле, тулы кәүҙәле йәш ҡатын баҫып тора ине. Аяғында – ҡыҫҡа ҡуныслы зәңгәр резина итек, өҫтөндә – өй менән мунса, лапаҫ араһында йөрөй торған көҙгө пальто. Әйтерһең дә, көтөүҙән ҡайтмаған мөстән башмағын эҙләп ауыл осондағы әрәмәлеккә сыҡҡан. Ә бына йөҙ-ҡиәфәте бер ҙә ҡайғылы түгел һымаҡ – хәлен тулыһынса һаман аңлап етмәйҙер, ахыры.

– Арыубыҙ әле, – тип иҫәнлекте алды Рәүеф, көттөрөп кенә. – Зинданда ултырғас, арыу тип әйтеп булһа. Әйҙә, үтегеҙ, үт.

– Һеҙ бында күптәнме? – Ҡатын һаман ишек төбөндә тороуын белде. Әйтер-һең, йомошҡа ғына кергән дә хәҙер сығып китә.

– Байтаҡ инде. 23 августа килтергәйнеләр. Бөгөн нисәһе?

– Ун туғыҙынсы сентябрь.

– Тимәк, айға яҡын.

– Шунан бирле яңғыҙмы?

– Эйе.

– Ҡыйындыр бит?

– Рәхәт түгел. Нишләйһең, килтереп япҡастары, ултыраһың инде.

– Оҙаҡ тоторҙармы икән?

– Белмәйем. Сығармайҙар, һөйләшмәйҙәр, допрос-фәләнгә саҡырғандары юҡ. Ғәйеп тә таҡмайҙар. Тулы изоляция. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, – ҡыҫҡаһы, оноттолар. Нишләп алдылар һуң үҙеңде? Кемдең юлын ҡырҡтың, ниндәй түрәгә ҡаршы һүҙ әйттең?

– Минме инде түрә-ҡараға ҡаршы һүҙ әйтә торған кеше? Уйлайым-уйлайым да, бер ниндәй ҙә сәбәп таба алмайым. Берәйһе менән бутап ҡына килтермәһәләр.

– Ҡайһы ауылдан?

Ҡатын ауылының исемен атаны. Ул ауыл Рәүефтәрҙекенән 25 саҡрым арыраҡ. Булғаны бар. Мәктәптәре спортта, бигерәк тә йүгереүҙә, саңғыла уҙышыуҙа, йылдың-йылы районда беренселекте бирмәй, республика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ла алдынғылар иҫәбендә. Уҡыу-уҡытыу эштәре яҡшы ҡуйылған – һәр сығарылыштан кластарының яртыһы самаһы юғары уҡыу йорттарына керә. Ауылдарынан Салауат тигән шағир, Һиҙиәтов тигән йырсы сыҡҡан, бер фән кандидаты ла бар.

– Ниңә улай йыялар һуң халыҡты? Өс ҙур машина башы лыҡа тулы кеше. Килә-килә, берәү-икәүҙе төшөрөп ҡалдыралар, улар урынына икенселәрҙе ултырталар, йәнә туҡтайҙар ҙа тағы төшөрәләр, тағы алалар. Һәр ерҙә уларҙы көтөп, ҡаршы алып торған ҡара кейемле кешеләре лә бар. Ул ҡәҙәре халыҡты ҡайҙа таратып бөтмәк кәрәк? – Ҡатын ихлас ғәжәпләнде.

«Бына быныһы – етди һорау, һөйләшеүҙең төп темаһы», – тип уйланы Рәүеф, уның кем, ҡайҙа эшләүен самаларға тырышып. Уҡытыусы түгел, берәй ойошма, әйтәйек, ауыл хакимиәте тирәһендә эшләгән кешегә лә оҡшамаған. Сауҙа тирәһенәндер, тиһәң, үтә бер ҡатлы күренә. Әллә шулай булып ҡылана ғынамы?

– Ил ҙур, ҡайҙа тығырға белерҙәр. Барыһын да алдан хәстәрләгәндәрҙер – мәктәп һалмайынса бала йыймайҙар.

– Ниндәй мәктәп? – Ҡатын аңламаны.

– Образлы әйтәм. Хөкүмәт уйламайынса бер нәмә лә эшләмәй. Ауылдан, ҡаланан берәмләп йыйып, йыйғанды ҡайҙалыр таратып, ябып йөрөү өсөн алдан уҡ ошо йорт ише урындар әҙерләгәндәрҙер, тим.

– Ауылдан, ҡаланан йыя башлаһалар, ай-яй, яман күп килеп сыға түгелме һуң? – Ҡатын йәнә ғәжәпләнде.

– Күп инде. Илде зинданға әйләндерәләр.

Шуны әйтеүе булды, башына ҡылт итеп бер уй килде: әгәр үтә ябай тип хисаплаған был мөләйем ҡатын уның янына махсус индерелгән шымсы булып сыҡһа? Машиналар өй эргәһенә килеп туҡтағас, уны таба алмай ана нисек оҙаҡ мәшәҡәтләнделәр. Был – бер. Икенсенән, ниңә һаман һорау алырға саҡырмайҙар йәки тәфтишсе инмәй? Тимәк, унан кәрәкле мәғлүмәт һурыу өсөн ошо ҡатынды көткәндәр. Бына килде, алдында баҫып тора. Юҡ-бар менән ҡыҙыҡһынған, һораған булып, тегеләргә мәғлүмәт йыясаҡ... Һаҡ ҡыланырға кәрәк, артығын ләпелдәү ярамаҫ.

Танышыу-һөйләшеүҙең аяғөҫтө өлөшө ошоноң менән тамамланды. Ҡатын пальтоһын, яулығын систе, төйөнсөгөн ултырғысҡа ҡуйып, эсенән күлдәкме, халатмы, унан бәләкәй көҙгө, төҙәнеү-биҙәнеү әйберҙәре сығара башланы. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡала инде, тип көлөмһөрәне эстән генә Рәүеф, һыуға батып барғанда ла сәсен төҙәтер, иренен буяр. Шул уҡ ваҡытта күңеленә инеп оялаған шиге арта төштө: шпион! Кәрәк-ярағын нисек алып өлгөргән? Тимәк, алдан әҙерләнгән, белгән ҡайҙа барырын, тимәк, махсус задание үтәү өсөн ебәрелгән разведчик! Ана, Рәүеф йоҡа ғына плащынан, фуражкаһынан башҡа бер ниндәй кейем дә йыйып өлгөрә алманы. Уныһын да Сәғиҙәһе иҫкәртте, юҡһа, күлдәксән сығып китә ине.

Ҡатын сепрәк-сапрағын ултырғыс башына тәҫләп элде, биҙәнеү-яһаныу әйберҙәрен көҙгө алдына теҙеп ҡуйҙы, шунан, итектәрен сисергәме-юҡмы тигәндәй, аяҡтарына ҡарап торҙо-торҙо ла тилберләнеп эҙләнергә кереште. Ҡата-фәлән ҡарай, тип фекер йөрөттө Рәүеф. Эҙләй торғас, кәрәген тапты бит: диван аҫтынан баштары ҡалтағайға әйләнгән иҫке тапочкалар тартып сығарҙы ла, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, аяҡтарына кейеп тә ҡуйҙы!

– Йә, ағай, танышайыҡ! – тине шунан, күңелле генә итеп. Көлгәндә бит остарында соҡорҙар хасил булды, тигеҙ аҡ тештәре ялтыраны. Килешә ине көлөү ҡатынға! Хәс тә йәш тай инде, өйрәтелмәгән, ҡулға эйәләштерелмәгән тайса! Уның етеҙ хәрәкәттәрен күҙәткән Рәүефтә ҡапыл ирлек теләге уянды, ҡаны ҡыҙҙы. Ҡатын, уның ҡыҙышыуын һиҙгәндәй, эйелеп йәнә аяҡтарына ҡараны, ҡулдары менән күлдәген һыпырып, теүәл буй-һынын белендерҙе, сәстәрен төҙәткеләне. – Былай ҡайғырып ултырыу килешмәҫ, ҡасан сығарырҙары билдәле түгел, тиһегеҙ, шулай булғас, – ҡатын кәрәкле һүҙен таба алмай берауыҡ тотлоғоп торҙо, – донъя көтөргә кәрәк. Ағай, исемегеҙ кем була?

– Рәүеф.

– Рәүеф, ти? – Ҡатындың күҙҙәре маңлайына һикерҙе, үҙе артҡа ҡайҡайып китте лә тотлоғоп-сәсәп көлөргә тотондо. Төрмәлә түгел, әйтерһең, ҡунаҡта ултыра. – Ә мин – Рәүфә.

Хәҙер Рәүеф көлөргә кереште, исемдәренең тап килеүенә аптырауҙан бигерәк, ҡатындың шулай кинәнеп көлә белеүенә һоҡланды. Гел баш баҫып, хәсрәтләнеп йөрөү ялҡытып та киткәйне, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, башты әллә элмәккә тығырға ла ҡуйырғамы, тигән мәлдәре лә булманы түгел, шуға күңеле яңырып, кинәнеп көлдө лә ҡуйҙы.

– Рәүеф плюс Рәүфә тигеҙ була мөхәббәт! Мәктәптә мине шулай тип үсектерә торғайнылар.

– Унда ла Рәүеф бар инеме ни?

– Бар ине шул параллель класта. Тәнәфестә янға килә лә текәлеп ҡарап тик тора торғайны.

– Ә һин иғтибар итмәнең инде?

– Юҡ. Ул маңҡаға нисек иғтибар итәһең? Етмәһә, бәләкәй кәүҙәле, ҡолаҡтары дегәнәк япрағы һымаҡ ҡарпайып тора. Янымдан төрткөләп, әрләп ҡыуа торғайным. Ҡыуһам, күҙ йәше менән илай.

– Меҫкен аҙаш. Һинең мыҫҡыллауҙарға нисек түҙгән, тиң? Мин уның урынында булһам, атылыр ҙа үлер инем. Хәҙер ҡайҙа инде ул маңҡа?

Ҡатын, үкенес белдереп, ҡулын һелкте, йөҙөнә һүрәнлек ятты, нимәлер әйтергә уҡталғайны ла, өлгөрмәне – ишеккә һуҡтылар.

– Иптәшкә өсөнсө кешене лә килтерҙеләр, – тине Рәүфә моңһоу ғына. Үҙе һағайып ишеккә текәлде. – Күңелле буласаҡ.

Әммә ҡағыу ҡабатланманы. Күп тә үтмәй, ете-һигеҙ йәштәр самаһындағы ике малайҙың алмаш-тилмәш тәҙрәнән үрелеп ҡарағаны, унан, шарҡылдап көлә-көлә, йорттан ситкә китеңкерәп, маймыл һымаҡ ҡылана-һикерә урман яғына йүгергәне күренде. Бала-саға йөрөгәс, яҡында ауыл барҙыр, тигән һығымта яһаны Рәүеф. Ололарҙың килеп сығыуы ла ихтимал. Тимәк, бөтөнләй ҙә яңғыҙ түгелдәр, ул ҡәҙәре лә алыҫҡа алып китмәгәндәрҙер. Хәйер, бикле ултырғас, уларҙың булыу-булмауының, йөрөү-йөрөмәүенең файҙаһы юҡ, барыбер асып сығара алмайҙар. Тирә-яҡта тормош бар, кеше йөрөп ята, тип кенә үҙ-үҙеңде тынысландырмаһаң...

Ә бына Рәүфәнең килеүе яҡшы булды. Ул инде, иптәш булыуҙан тыш, эс бошорғос яңғыҙлыҡтан ҡотҡарҙы, һөйләшеп-аралашырға мөмкин, ашарҙарына бешереп-төшөрөр ҙә әле, юҡһа, был эштән тамам ялҡҡайны.

– Йә, Рәүеф ағай, булмаһа, өй йыйыштырып алайыҡ. Һинең, күпме йәшәп, бер нәмә лә эшләмәгәнең күренеп тора. Иҙән бысраҡ, бөтә ерҙә саң.

Рәүефкә уңайһыҙ булып китте. Әлбиттә, бер-ике тапҡыр һепереп сығарҙы иҙәнде, әммә йыуманы, һыуҙы сарыф иткеһе килмәне, саңды ла һөрткөләне, йыйыштырған да булғайны. Былай ул тиклем дә эт ояһы кеүек түгел дә, ярай инде, теләгәс, әйҙә...

– Иң беренсе нимә кәрәк? – Рәүфә тирә-яғын байҡаны. – Һыу, тас, сепрәк. Бармы? Һыу ҡайҙа?

– Бидонда.

– Бидонда. Аңлашылды. Әйҙәгеҙ, Рәүеф ағай, һеҙ карауат, өҫтәл, ултырғыстарҙы күсереп тороғоҙ, мин йәһәт кенә иҙәнде йыуып сығарайым. Шунан урындарына кире ултырта барырһығыҙ. Шулай тиҙерәк булыр.

– Һин ифрат егәрле икәнһең дә! Әллә шулай ҡыланаһың ғынамы? Әйтерһең, төрмәгә килмәгәнһең, ә өйөңдә ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнәһең. Бында әллә бер көн, әллә ике көн тоталар. Һин килгәс, эштәре тиҙерәк тә китер, тип уйлайым – ҡатын-ҡыҙҙы оҙаҡлатмаҫтар бит инде.

– Ҡылансыҡҡа оҡшағанмынмы әллә? – Шыңғырҙатып көлдө ҡатын. – Ҡасып китһәң дә сәсеп кит, ти. Саң-туҙан эсендә ултырайыҡмы ни? Давай, давай!

Бәхәсләшеп тороуҙан мәғәнә юҡ ине. Рәүеф ҡалҡынды ла, ҡатын әйткәнсә, өҫтәл-ултырғыстарҙы, карауатты, диванды иҙән уртаһына күсерҙе. Рәүфә бер ыңғайҙан тәҙрә төптәрен, өҫтәл-ултырғыстарҙы, шкафты һөрттө, унан электр сәйнүгендә һыу ҡайнатты ла кухнялағы ҡашығаяҡты йыуыуға тотоноп китте.

Бер килке Рәүеф, онотолоп китеп, үҙен өйөндә һымаҡ һиҙә башлай, аңына килгәс, Рәүфәне Сәғиҙәһе менән сағыштыра. Ләкин был оҙаҡҡа бармай, ҡатынын һағыныу һағышы йөрәген бороп ала, йөрөй торғас, теге хыянатсыл шиге йәнә килеп йәбешә: инеү менән тигәндәй дәртләнеп эшкә тотонғас, – уның эс-бауырына инеп ышанысын яуларға кәрәк тәһә – был сибәркәй, ысынлап та, уның янына махсус индерелгән шымсылыр. Бында килеп эләккән кеше башын юғалтып ҡайғырыр ине, ә был, өй йыуырға өмәгә килгән күрше кеүек, һеперелеп эшләп алды ла китте.

– Бына, исмаһам, кеше йәшәгән өйгә оҡшап ҡалды. Бысраҡты, саң-туҙанды яратмайым. Өйҙә тәртип, таҙалыҡ булырға тейеш. Саҡ ҡына ял итәйек тә ашау яғын хәстәрләрбеҙ. Һеҙ нисектер, Рәүеф ағай, мин асыҡтым – кисә кистән бирле бер нәмә ҡапмағанмын.

– Минең дә йүнләп ашағаным юҡ инде. Тамаҡ ҡайғыһымы?! Ҡоро-һары менән мөрхәтһенәм шунда.

Рәүфә дөгө бутҡаһы ҡуйҙы, сәй ҡайнатты. Һөтһөҙ генә сәйләп, ҡапҡылап алдылар.

Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылып кис етте. Ҡояш теләр-теләмәҫ кенә алыҫтағы ҡара урман аҫтына сумды. Гөжләп ике «ЗИЛ» уҙҙы, әммә туҡтаманылар – уларҙың икәүһен генә ҡалдырырға булдылар, ахыры; ҡайҙалыр олоп-олоп эт өрҙө, кеше тауышы ишетелеп ҡалды, мылтыҡ гөрһөлдәне, күктә бер-бер артлы йондоҙҙар атылды. Берауыҡ һүҙ-хәбәр тынып ҡалған арала Рәүеф тәҙрә аша тышҡа текләп торҙо, «ҡара ҡарға»ның һәр көндәгесә, дөрөҫөрәге, кистәгесә, өйҙө уратып ҡабаланмай ғына йөрөүен күҙәтте. Ул һәр ваҡыттағыса уҡлауҙай төҙ, теүәл, бер артыҡ хәрәкәт яһамаҫ һәм, әлбиттә, гел уяу. Рәүеф йәнә өйөнә шылтыратып ҡараны, йәнә теге ҡалын тауыш «Мин иҫкәрттем бит, башҡа шылтыратма, юҡһа, телефоныңды тартып алырға мәжбүр буласаҡмын» тип бәйләнеште өҙҙө.

Ошо мәлдә Сәғиҙәһе нишләй икән? Көтөүҙән мал-тыуарҙы ҡаршылайҙыр йәки һыйырын һауып ултыралыр, һауыр ҙа башмаҡты эҙләп сығыр. Табып алып ҡайтҡас, балалары менән киске аш ашар, шунан уларҙы йоҡларға әҙерләр. Улары, атай ниңә һаман ҡайтмай, тип ныҡышыр. Бигерәк тә малайы күңелһеҙләнәлер.

Сәғиҙәһе тынысландырған, ҡайта, оҙаҡламай ҡайта, күстәнәс йә берәй бүләк алып ҡайта, тип алдаған булалыр. Ай, эт талағырҙары, ҡайҙан ғына килеп ҡапты ҡулдарына? Алданыраҡ һиҙгән булһа, сит ауылдағы берәй туған-тыумасаһына йә дуҫ-ишенә барып ятыр ине. Йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән һымаҡ, ҡайҙан ғына беләһең инде «ҡара ҡарға»ларҙың төнөн килеп баҫыуҙарын? Хәйер, ул төн тапмаһалар, иртәгәһенә, иртәнән һуңына барыбер эләктерерҙәр ине – гел генә йәшенеп йәки ҡасып йөрөп булмай. Кеше энә түгел, ҡара исемлектәренә теркәлгәнһең икән, ер аҫтына инһәң дә соҡоп сығарасаҡтар.

Утты тоҡандырҙылар. Рәүеф шкафтан түшәк, одеал, мендәр сығарҙы. Ҡарай-һайлай торғас, тотонолған, ярайһы уҡ керләнгән простынялар, пододеяльниктар араһынан сағыштырмаса таҙаларын табып, ҡатын быға тиклем Рәүеф йоҡлап йөрөгән сеткалы тимер карауатҡа – үҙенә, Рәүефкә диванға урын йәйҙе, керләнгәндәрен, йыуырға тип, ситкә өйөп ҡуйҙы.

– Рәүеф ағай, телевизор бар, радио көләпәһе, ҡарайһыңмы, тыңлайһыңмы һуң?

– Маташтырып ҡараным, икеһе лә эшләмәй.

– Тимәк, насар маташтырғанһың, – тине ҡатын, – бына иртәгә ныҡлабыраҡ маташтыр, бында ятыу оҙаҡҡа китһә, телевизор ҡарамай, радио тыңламай ултырайыҡмы ни? Донъянан артта ҡалып, тамам ҡырағайға әйләнәбеҙ ҙә баһа.

Рәүеф, ысынлап та, иртәгә ныҡлап ҡарарға кәрәк, тигән уйға килде. Был бисәне ниңә элегерәк килтермәнеләр икән, тигән уй ҙа төштө башына, ҡара, килеп керҙе лә донъя көтөп алды ла киттесе. Ай, үткер үҙе, үткер. Шунан күңелен йәнә баяғы шиксел уй ҡаға: ысынлап шпион булһа? Унан һурған бар мәғлүмәтте, ни ҡыланғанын, һөйләшкән бар хәбәрҙе «ҡара ҡарға»ларға ошаҡлап-еткереп торасаҡ. Ошаҡлай-ошаҡлай ҙа, ҡотола алмаҫлыҡ итеп Рәүефте муйынынан батырып,үҙе сығып китә...

Көнө буйы машинала һелкенеп килеп, етмәһә иҙән, ҡашығаяҡ йыуып, өйҙө йыйыштырып, саң һөртөп тамам арыған Рәүфә, ятайым әле, Рәүеф ағай, тине, кис ныҡлап төшөп тә өлгөрмәгән бер мәл. Бәй, ят, тип яуапланы Рәүеф, ҡатын-ды йәлләп. Теге аяғын, өҫтөн сисеп, төнгө кейемен кейҙе лә юрған аҫтына сумды. Һәммәһе лә ябай, ҡәҙимге килеп сыҡты, әйтерһең, үҙ өйөндә. Ә Рәүеф оҙаҡ йоҡлай алмай этләнде, уйланып тик ятты. Бер нисә мәртәбә тороп, ҡыҙыл сәскәгә ҡарап торҙо – ул баҙлауыҡ кеүек яна ине. Арып серемгә киткәндә таң һыҙыла башлағайны.

Бер көндө улар араһында ошондай етди һөйләшеү булды. Ул турала хәбәр көн дә, хатта көндәр буйы бара, әммә нисектер өҙөк-йыртыҡ, өҙөлөп-ялғанып тигәндәй. Ә был юлы...

– Рәүеф ағай, былайтып күпме ятырбыҙ икән?

– Беҙҙең ғәйепте, йәнәһе, иҫбат итеп бөтөнләйгә япҡансы, иҫбат итә алмаһалар, сығарғансы инде.

– Улайһа, ниңә килмәйҙәр йә саҡырмайҙар һуң? Минең килеүгә лә әллә нисә көн үтте.

– Кем белә инде? Закон үҙҙәренең ҡулында, нимә теләйҙәр, шуны эшләйҙәр. Мин һаҡсыға әллә күпме әйтеп ҡараным, талаптарымды яҙып та бирҙем. Яуап һаман юҡ.

– Бәй, нимәлер ҡылырға кәрәк тә инде. Нисек өнһөҙ-тауышһыҙ ултырабыҙ?

– Кәрәк тә бит, тик нимә? Ишек ике йоҙаҡҡа бикле, тәҙрәләрҙә – рәшәткә, стеналарҙы емерерлек, түбәне алырлыҡ түгел. Етмәһә, ҡулда бер ҡорал юҡ.

– Ә баҙ?

Рәүеф телһеҙ ҡалды. Был турала уйламағайны түгел, ҡат-ҡат уйлағайны, тик ғәмәлгә ашыра алмаҫлыҡ әмәл тип ҡарағайны. Телһеҙ ҡалыуы шунан – фекерҙәренең тап килеүе. Ҡара һин уны, барыбер ҙә уйлап йөрөгән!

– Һабы һыныҡ көрәк менән бер үҙем нисек ҡаҙа алырмын икән?

– Көрәк тә бармы ни?

– Әйтәм бит, һыныҡ көрәк. Баҙҙа ята.

– Төшөп ҡараныңмы?

– Ҡараным.

– Көрәк тә булғас... Унан килеп, һин яңғыҙ түгел, хәҙер беҙ икәү. Һиңә ул нигеҙҙе күптән соҡорға кәрәк ине. Мине көтөп ултырҙыңмы? – Рәүфә йәнә көлдө. – Тупрағын ситкә алып булһа ла торормон.

– Башларбыҙ ҙа, тотоп та сығарырҙар.

– Сығарһалар, сығырбыҙ. Рәүеф ағай, һеҙ хәс тә теге әкиәттәге һымаҡ һөйләйһегеҙ. Ҡартайған ата-әсәһе, балаларына, сәсеү етте, әйҙәгеҙ, ашлыҡ сәсәйек, тигәс, оло ҡыҙы көҙгә кейәүгә сығасағы, малайы армияға алынасағы, кесе ҡыҙы уҡырға китәсәге тураһында белдергән. Йәнәһе, уларға кәрәкмәй, көҙгә береһе лә өйҙә ҡалмай. Әммә оло ҡыҙ кейәүгә сыға алмаған, малайҙы армияға саҡырмағандар, кесе ҡыҙ уҡырға инмәгән, һөҙөмтәлә өсөһө лә өйҙә ҡалған, ти... Шул әкиәтте уҡығанығыҙ бармы?

Нишләп белмәһен, белә ул әкиәтте Рәүеф. Һүҙ ҙә юҡ, был юлы Рәүфә хаҡлы: ҡул ҡаушырып, ишекте асыуҙарын көтөп ултырыуҙан фәтүә юҡ, нимәлер ҡылырға кәрәк.

– Үҙең әйтмешләй, «ҡара ҡарға»лар кергәндә ишек асыла бит, бәҙрәфкә лә, һауа һуларға ла сығаралар – ҡаса алыр инең?

– Юҡ.

– Нишләп?

– Һаҡсылар беҙҙең һымаҡ түгел, икенсе тоҡом кешеләре. Үҙең иғтибарлап ҡара: оҙондар, көслөләр, йөҙҙәрендә тамсы нур юҡ. Эргәләге һаҡсынан берәй төрлө күҙ яҙҙырған хәлдә лә, улар күҙәтеү вышкаһынан күрәсәк тә арттан төшәсәк. Ә мин уларҙың нисек шәп йүгергәнен беләм. Вышканан башҡа ла беҙ белмәгән берәй төрлө дозорҙары барҙыр әле. Кеҫә телефонын тыңлағас, үҙең аңла инде. Килтергәндә бер егет ҡасты – тоттолар, ошонда керер алдынан мин дә ҡасып ҡараным – килеп сыҡманы.

Рәүеф ике ваҡиғаны ла ентекләп һөйләп бирҙе.

– Нисек ҡыйыулығың етте улай, Рәүеф ағай? – тип ғәжәпләнде, хатта һоҡланғандай итте уның ҡылығына Рәүфә.

– Бикләнге килмәгәндән инде. Ысҡына алырмын, тип уйлағайным да, булманы. Бәлки, яҡшығалыр ҙа: ҡасырһың, өйөңә ҡайтып етә алмай ҡара урманда аҙашып үлерһең. Бәлки, һине осратыуға булғандыр...

«Рубин» – илдең тәүге төҫлө телевизоры. Артҡы ҡапҡасын асып тотҡолап, һелкеткеләп, тикшереп ҡарағайны, бер сымы ысҡынған булып сыҡты. Тоташтырһа – эшләй, әммә төҫһөҙ һәм һикертеп-һикертеп күрһәтә. Борғослауҙан фәтүә булманы. Рәүфә, ярай, артабан булаштырма, юҡһа сәпсим боҙоп ҡуйырһың, тигәс, туҡтаны – кистәрен шуға булһа ла текәлеп ултырырҙар. Ике тәҙрә араһында элеүле торған радионы алғайны, өнһөҙ – динамигын аҡтарып алғандар. Берәй ергә ырғытып ҡуймағандармы тип, эҙләргә тотондо. Йөрөй торғас, шкаф артына тығылған ҙур бер плакатҡа юлыҡты. Унда рәссам йыһанды гиҙгән кешене төшөрөп ҡуйған. Йәнәһе, совет кешеһе күккә оса, йыһанды үҙләштерә. Бәхетле йылмайған һындың тирә-яғында йондоҙҙар, ҡояш, зәңгәрһыу-аҡ болоттар йөҙә, ракеталар оса. Әйтергә лә түгел – ирек, хөрриәт. Плакатҡа «Вперед – к коммунизму!» тип яҙып ҡуйылған. Был йортта кешеләр ирекле йәшәгәндә, ошо плакаттың стенала эленеп тороуы тәбиғи ҙә булғандыр, өйҙө зинданға әйләндергәс, көлкөнө килтерә, хатта күңелдә нәфрәт ҡуҙғата. Шуға ла берәйһе алып, шкаф артына тығып ҡуйғандыр ҙа.

Бында төртөлөп, тегендә төртөлөп, нимә эҙләгәнен үҙе лә белмәй бер килке йөрөгәс, тәҙрә янына барып баҫты. Тәҙрә – уларҙы тере донъя менән тоташтырыусы, тышҡа ҡарап үҙҙәренең әлегә иҫән икәнен дәлилләүсе берҙән-бер ҡаралты. Шул ваҡыт тәҙрә быялаһына ҡайҙандыр ҙур ҡара себен – быға тиклем күренмәгәйнесе – килеп бәрелде, шаҡ итеп ҡалды, әйтерһең, таш бәрҙеләр. Бәрелде лә, шаңҡыптыр, тупһаға әйләнеп төшөп ятты. Бер аҙ хәл йыйғас, ҡыймылдап, яңынан өҫкә атылды ла тәртипһеҙ рәүештә осорға тотондо. Юҡ инде, килеп ҡаптың минең ише, ярыҡ-фәлән юҡ тәҙрәлә иреккә сығырға, һуңғы көндәреңә тиклем шулай эҙләнергә тура киләсәк. Хәйер, һиңә бында еңелерәктер ҙә, сөнки тышта көҙ, оҙаҡламай һыуыҡтар бәрәсәк, ҡар яуасаҡ.

Себен бер тәҙрәнән икенсеһенә осто, әйтерһең дә, унда ҡотолоу тишеге әҙерләп ҡуйғандар. Әммә алданды мәхлүк: унда ла һис ниндәй ярыҡ юҡ. Тәҙрә рамдары яңаҡҡа лыпын индереп ҡуйылған, быяла ла рамға һауа ла кермәҫлек итеп йымлап ултыртылған. Элек, үҙ өйөндә, оялмай-нитмәй аш өҫтәленә, ризыҡ-тәғәмгә ҡунып йонсотҡан себен, әле килеп, Рәүефкә нисектер йәл тойолдо. Үҙе тотҡонлоҡта ултырғанға шулайҙыр – ул да системаның хоҡуҡтары ныҡ сикләнгән меҫкен себене бит...

...Бер төндө шөкәтһеҙ дөбөрләтеүгә уянды Рәүеф. Өйҙәрен, әйтерһең, ҡайҙалыр һөйрәтә башланылар. Ҡурҡып ҡына күҙен асты ла, башын ҡалҡытып, сәйер тауышҡа ҡолаҡ һалды. Дөйөм геү араһында кеше һөйләшкәне, ат бышҡырғаны, бер-береһенә бәрелгән тимер сыңлауы, «ҡара ҡарға»ларҙыҡы ише ҡырҡа бойороҡтар ишетелгәндәй. Был һис малай-шалай йөрөүе түгел, шау-геү алыҫтан, урман эсенән килә һәм яҡынайған һайын көсәйә бара. «Нимә был?» тип баш ватты Рәүеф, тауыштың айышына һис төшөнә алмай, шунан түҙмәне, тороп, урам яғы тәҙрәһенә барҙы. Йорттарынан ике йөҙ – өс йөҙ метрҙағы урман ауыҙынан колонна-колонна булып теҙелешеп-эйәртенешеп халыҡ ташҡыны үтеп бара! Ҡараңғы булғас, уларҙың кем икәнен һис танырлыҡ түгел, шулай ҙа ай яҡтыһында йәйәүле ғәскәр атлағанын самаларға була. Штыктар ялтлап китә, аксельбанттар, погондар шәйләнә, бейек фуражкалар күренә. Был ни ғәләмәт, тип иҫе китте Рәүефтең, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Форма-амуницияларына ҡарағанда, 1812 йылғы ғәскәр бит! Кино төшөрәләрме, әллә берәй төрлө учение барамы? Әллә күпме пехота үткәс, ауыр пушкалар тартҡан мисәүле аттар, улар артынан ябыҡ повозкалар, ҙур-ҙур төйөнсөктәр, тоҡтар, һандыҡ һымаҡ нәмәләр тейәлгән арбалар үтте. Юҡ, кино төшөрөү түгел был, учениеға ла оҡшамаған, ысын һуғыш бара – дошман шәйләмәһен өсөн төнөн хәрәкәт итеүҙәре йәки позиция алыштырыуҙары. Регуляр ғәскәр артынан, саҡ ҡына ҡалыбыраҡ, арҡаларына уҡ-һаҙаҡ аҫҡан, һөңгө тотҡан, баштарына ҡолаҡсын бүректәр кейгән кешеләр төркөмө ағыла башланы. Эйе, былар – беҙҙекеләр. Ҡана, тәҙрәне ҡағайым, һөрәнләйем, бәлки, ишетерҙәр ҙә килерҙәр, ишекте асырҙар, мин дә улар менән китер инем, тип өмөтләнде, әммә барыбер ишетмәйәсәктәрен, ишеткән хәлдә лә ғәскәр сафынан айырылып сыға алмаясаҡтарын самалап (унан Рәүфә лә йоҡлай), был ярһыу ниәтен көскә ауыҙлыҡланы... Әллә күҙенә күренәме милләттәштәре, әллә Ер шары кирегә әйләнеп, ваҡыт бөгөнгөнән үткәнгә боролдомо?

Оҙаҡламай ғәскәр урман эсенә инеп бөттө, әйтерһең дә, ғибрәт дәү йылан ер ярығына төшөп юғалды. Рәүеф, кино кадрҙары һымаҡ күҙ алдынан үткән күренештән һис тыныслана алмай, оҙаҡ баҫып торҙо ҡараңғылыҡҡа текәлеп. Яҡтыра башланы, күҙенә йоҡо эленмәһә лә, урынына барып ятырға мәжбүр булды.

– Төнөн урман ауыҙынан ҙур ғәскәр үтеп китте. – Иртәнге сәй эскәндәрендә Рәүеф шулай тине, тулҡынланып. Әйтергәме-юҡмы, тип байтаҡ икеләнде әле өндәшер алдынан. Шуға ла хәбәрен сәйгә тиклем һуҙҙы.

– Ғәскәр, ти? Ниндәй ғәскәр? – Рәүфә аптырап уға текәлде. – Кешеләрме ни?

– Ғәскәр булғас, кешеләр инде. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар. Башҡорттар ҙа бар ине.

– Рәүеф ағай, һин нимә? – Ҡатын сәй әсеүенән туҡтаны ла сынаяғын өҫтәлгә ултыртты. – 1812 йылғы ғәскәр икәнен ҡайҙан белдең?

– Кейемдәренән, ҡоралдарынан.

– Ул саҡтағы ғәскәр әле нисек йөрөһөн, ти, ул? 200 йыл ваҡыт үткән. Төшөңә кергәндер.

– Мин төш менән өндө айырмайыммы ни? Аҡылым теүәл әле. – Рәүеф үпкәләгәндәй итте.

– Һин нимәнелер бутайһың, Рәүеф ағай, барыбер. Ултыра торғас, аҡылыңа зыян килмәнеме? Алла һаҡлаһын.

– Ҡуйсәле. Бына һиңә ҡараған ошо күҙҙәрем менән күрҙем. – Рәүефтең асыуы килә башланы. – Беҙҙе ҡалдырып киткән йүнәлештән килделәр ҙә урман эсенә инеп юғалдылар. Күп ғәскәр – полк, дивизия ғына барҙыр, күберәк булмаһа... Мин үҙем да иҫ-аҡыл китеп, ышанмай ҡарап торҙом.

– Ә ниңә мине уятманың? Икәүләп ҡарар инек. – Рәүфә йөҙөндәге ғәжәпләнеү ышанмауға әүерелде. Шуға ла хәбәрҙе шаяртыуға борорға тырышты. – Ҡысҡырып берәйһен саҡырыр инек тә, ишекте астырып, улар менән китеп ҡотолор инек был төрмәнән.

– Йоҡлаһын, тинем шул... Хәйер, мауығып ҡарап онотҡанмын.

– Бер өй эсендәге кешене нисек оноторға була? Ҡыҙыҡ һин. 200 йыл элек йәшәгән кешеләр бөгөн нисек йөрөй алһын? Хәҙер уларҙың һөйәктәре лә сереп бөткәндер инде.

– Ышанмаһаң ышанмайһың инде. Ә мин күрҙем. – Рәүеф урынынан тороп уҡ кит те.

– Ярай, Рәүеф ағай, юҡҡа бәхәсләшмәйек. Һин күргәнһең, мин – юҡ. Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай. Ул ғәскәр, моғайын, кире ҡайтыр, шунда мине мотлаҡ уят, йәме?

АҘАҒЫ ОШОНДА.

Әмир ӘМИНЕВ.

Читайте нас: