Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘ СӘСКӘ (Аҙағы)

Соҡор төбөндәге байтаҡ һөйәкте өҫкә, баҙ эсенә, ырғытып, артабан ҡаҙыу ниәте менән көрәген ергә төрткәйне, тоҡ бүҫелеп игене ҡойолған һымаҡ, соҡор төбөнән шауҙырлап һөйәктәр өҫкә ҡалҡып сыға башланы. Баш һөйәктәре, ҡабырғалар, аяҡ, ҡул суҡтары.

Повестың башы ошонда 

Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, Рәүеф, бәлки, ысынлап та, күҙемә күренгәндер ул ғәскәр, мираж булғандыр, тип шикләнә башланы. Сөнки бының булыуы мөмкин түгел: 1812 йылғы Ватан һуғышы XXI быуат башына нисек әйләнеп ҡай та алһын?

Төштән һуң, кискә ҡәҙәр, «ҡара ҡарға»ның ныҡлы күҙәтеүе аҫтында баҡсаны сүптән таҙарттылар, уны өйөп яндырғас, ер ҡаҙҙылар. Был эш Рәүефкә лә, Рәүфәгә лә танһыҡ ине, шуға ла кинәнеп эшләнеләр, әйтерһең дә, үҙҙәренең баҡсаһы. Баҡсаның исеме генә ҡалып бара, ташландыҡ хәлгә еткән. Күрәһең, байтаҡтан бирле кеше ҡулы теймәгән, тейгән хәлдә лә хужаларса ҡыланмағандар. Шунда Рәүеф Рәүфәгә бикләнеүенең тәүге көндәрендә үк иғтибар иткән һәм тәҙрәнән гел ҡарап-күҙәтеп торған йондоҙ сәскәне күрһәтте. Өшөмәһен өсөн төбөнә ҡалын итеп кипкән япраҡ һалдылар. Быға Рәүефтән бигерәк Рәүфә ҡыуанды. Ғөмүмән, ул шаярҙы, көлдө, Рәүефкә тупраҡ киҫәге, кипкән ағас ботаҡтары бәрҙе, унан оҙаҡ итеп һынсыл ҡарап торҙо, йүгереп китте. Хәс тә ҡолонсаҡ, әсәһе эргәһендә булғанға, йәшел үләнгә, иркенлеккә ҡыуанған ҡолонсаҡ! Рәүеф тап бөгөн, баҡсала эшләгән арала, уның быға тиклем күрмәгән-шәйләмәгән кешелек сифаттарын асты, һоҡланды, оҡшатты.

Кистән һәр ҡайһыһы үҙ урынына ятты. Ләкин бының бөгөн әҙәп һаҡлау өсөн генә икәнен икеһе лә аңлай ине. Рәүфә, хәйерле төн, матур төштәр теләп, бөгәсә йәнә кеше-фәлән күрһәң, Рәүеф ағай, үҙең генә ҡарама, мине лә уят, тип шыңғырҙатып көлдө лә, мут йылмайып, юрғаны аҫтына сумды...

Һәр ҡайһыһы борғоланып, әйләнеп-тулғанып, уфтанып оҙаҡ ятты. Төн уртаһы еткәс, Рәүеф түҙмәне – күпме түҙергә мөмкин, тимерҙән яһалмаған, тере кешеләһә – ҡомарына хужа була алмай, ҡалҡынды ла карауатҡа ынтылды. Йөрәге күкрәген бүҫеп сығып бара, тәне пружиналай ҡыҫылып, шартлап ысҡыныр хәлгә еткән, әйтерһең дә, быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙы бер ҙә татымаған үҫмер сағы.

Рәүфә уның уй-ниәтен аңлап, үҙе лә көтөп ятҡан, ахыры: Рәүеф дивандан ҡалҡыныу менән, юрғанын төпкә һирпте лә ҡулдарын һуҙҙы – ирендәр ҡушылды, тәндәр ҡауышты, тын алыуҙары туҡталды, гүйә...

Һабантуйҙа сапҡан аттар шикелле арып-талғас, бер килке өндәшә лә алмай яттылар. Ярһыуҙары яйлап үҙ ярҙарына ҡайтып, хәл йыйғас, Рәүфә стенаға боролдо, һыҡтағаны ишетелде.

– Бәй, аҙашбикә, ни булды? – тине Рәүеф, ҡулын уның яурынбашына һалып. «Аҙаш» тип беренсегә әйтте. Яҡын күреп әйтте. Ҡатын өндәшмәне, шулай ҙа һыҡтауынан туҡтаны.

– Гонаһ ҡылдыҡ бит, – тине, байтаҡ һүҙһеҙ ятҡас.

– Үкенәһеңме әллә? Үкенмә. Беҙ ир менән ҡатын араһында була торған тәбиғи эште башҡарҙыҡ.

– Ҡалай эгоист икәнһең дә. Тәбиғи эш, имеш... Тәбиғи эш – һыйыр һауыу, балалар, өй ҡарау, бесән сабыу. Ә был... бер-береһен яратҡан кешеләр араһында ғына...

– Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тип иҫәпләйек, улайһа. Ҡасандан бирле бергә, бер ҡыйыҡ аҫтындабыҙ, йоҡлап йөрөгән урындарыбыҙ йәнәш. Күпме түҙергә була? Аҡылдан яҙа яҙҙым бит. Ғәфү ит. – Рәүеф бушанды, уға еңел һәм рәхәт. Әммә үҙендә ғәйеп тә һиҙҙе: ҡатын янына үҙе барҙы һәм көсләгән һымағыраҡ килеп сыҡты – ир теләгенә ҡатын ҡаршылашып тора аламы? – Ярай, улай йөрәгеңә яҡын алма, һин ҡатын кеше... Ҡыйын булмағандыр бит...

Рәүфә уның яғына әйләнде, муйынынан һығып ҡосаҡланы.

– Кәнтәй теләмәһә, арлан киләме? – тине, йәнә һыҡтап, унан тәрән көрһөндө лә Рәүефтең ирендәренән, күҙҙәренән үпте. – Ир менән күпме йәшәп, бындай ҙа рәхәтлекте кисергәнем юҡ ине. Үләм икән тип торам. Килтереп япмаһалар, ғүмер буйы бының ниндәй ләззәт икәнен белмәҫ инем.

Ошо ҡайнар төндән һуң ике төн йәнә айырым йоҡланылар. Рәүеф, ҡатынды рәнйетермен, тип тә уйланы, Сәғиҙәһе алдында ғәйеп тойғоһо кисереүе лә бар ине. Тормош шундай шарт алдына килтереп ҡуйғас, нишләйем, малай түгелмен, тип үҙенең ҡылығын аҡланы ла. Өсөнсө төнөнә, түҙмәй, йәнә карауатҡа тартылды... Бынан ары, ирле-ҡатынлы кеүек, кистән үк бергә яттылар. Яҡынлыҡтары тәүге тапҡырҙағы ише ҡойон, дауыл, ғәрәсәт үк булмаһа ла, һаман да ләззәтле байрам ине.

– Балағыҙ юҡмы ни?

Ҡатындың кәүҙә төҙөлөшө, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек тығыҙ тәне бала тапмағанына ишаралаһа ла, ҡыҙыҡ өсөн генә һораны бер төндө Рәүеф.

– Юҡ шул.

– Нисә йыл йәшәйһегеҙ һуң?

– Өс. Дүртенсегә китте.

– Бишәр, унар йыл балаға уҙмағандар ҙа була. Көтөргә, өмөтләнергә...

– Ундайҙар ҙа осранымы? – Тимер зыңы яңғырап китте ҡатын тауышында. Рәүеф, ирекһеҙҙән, көнләшә лә башланы был, тип уйланы. Ҡатын-ҡыҙ ирен һәр саҡ үҙенең шәхси милке иткеһе килә, хатта зинданда ла.

– Булды, тимәйем бит. Уҡып, ишетеп беләм. Кеше араһында йәшәйем дәһә. Ана, беҙҙең ауылдағы йәш уҡытыусыларҙың һигеҙ йыл балалары булманы. Ниндәй генә санаторий, курортҡа йөрөмәне ҡатыны, больницаға ла ятып ҡараны, әбей-һәбей име тиһеңме. Туғыҙынсы йыл тигәндә генә сабыйҙары тыуҙы. Ә минән ҡалһаң, нишләрһең?

– Һинеке, тим инде. Үҙеңсе? Ҡатыныңа ни әйтерһең?

– Мин бит ауырға ҡалмайым.

– Ауылыңа бала күтәреп барһам йәки ҡатының һин ҡайтҡансы бала табып торһа?

Башына килтереп һуҡтылармы ни! Шаҡ итеп ҡалды. Сөнки был турала Рәүеф, ғөмүмән, уйламай ине: башҡа бисәләр йөрөй, ә һинеке – юҡ. Ирҙәр, ғәҙәттә, шулай уйлай. Эйе, ул да, күҙ ҙә йоммай, Рәүфә кеүек, бәй, бала ни – һинән инде, тип яуаплаясаҡ. Туғыҙ ай эсендә булһа, ышанырһың, унан да оҙаҡҡа китһә... Вәт, мәҙәк була инде! Рәүфәнең һорауына яуап бирә алманы Рәүеф, һүҙ тапманы. Шунлыҡтан асыуы килде лә хәбәрҙе тиҙерәк икенсе юҫыҡҡа төшөрҙө, дөрөҫөрәге, ҡатындың үҙенә ябырылды:

– Һин минең янға махсус ябылған шымсы түгелме ул?

– Аңламаным. – Ҡатын ихлас аптыраны. – Нисек махсус ябылған?

– Ултырған кешенән кәрәк мәғлүмәт алыу, ҡылған енәйәтте фашлау өсөн енәйәтселәр янына икенсе кешене, йәғни «утка» ултырталар. Ул тегенең эс-бауырына керә, ышанысын яулай ҙа ҡылған эшен быға һөйләй.

– Һин әллә шундай ҙур енәйәтсеме? – Рәүфәнең күҙҙәре ҙур асылып, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. – Ә мине ниңә шпион тип уйлайһың? Әйттем бит, төн йөҙөндә өйөмдән инеп алдылар ҙа һинең яныңа ҡалдырып киттеләр.

Рәүеф үҙенең шиге нигеҙһеҙ булыуын аңланы. Рәүфә алдамай, эсе таҙа, күңеле балаларҙыҡы һымаҡ керһеҙ. Ай, уйламайыраҡ әйтте, ахыры.

– Юҡ, мин былай ғына, һине һынар өсөн генә... – Ғәйепле йылмайҙы Рәүеф. Күпмелер ваҡытҡа ҡатындың аптырау ҡатыш үпкәле йөҙө үҙгәрмәне, һалҡын көйө ҡалды. Рәүеф ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫҡас ҡына, йомшарғандай итте.

– Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, Рәүеф ағай... Рәнйеүем бар. Ошаҡ йөрөтөү, кенә ҡыуыу, кеше артында һөйләү ғәҙәтем юҡ. Шундай яратышҡандан һуң да бындай уй нисек башыңа килгәндер?

– Әйттем бит, юрамал ғына, тип. Ярай, ғәфү ит.

Ҡатын өндәшмәне. Ир кешенең шулай аҡланыуына ышандымы, әллә барыбер ҙә шиге ҡалдымы – Рәүеф быны аңлай алманы. Шиге ҡалған хәлдә, бер уйлаһаң, йәтеш тә, сөнки ул биргән һорауҙы Рәүфә иҫенән сығармаясаҡ, тимәк, Рәүеф һалған ҡармаҡҡа эләккән көйө йөрөйәсәк. Тәүге мәлдә ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, бер аҙҙан был уйынан арынды, хатта, дөрөҫ эшләнем, тигән ышаныс килде. Ҡатындың кәйефен кире ҡайтарыу өсөн, тел осонда ғына йөрөгән икенсе һорауын бирҙе:

– Ә теге параллель кластағы минең маңҡа аҙаш артабан ҡайҙа булды һуң?

– Үәт, бер нәмәне лә онотмайһың, ә, һин үҙең шпион түгелме икән әле? – Рәүфә йылмайғандай итте. – Ҡайҙа булһын, һыйыр ҡойроғона йәбешкән дегәнәк һымаҡ бер аҙым да арттан ҡалмай йөрөгәс, кейәүгә сығырға мәжбүр булдым мин уға.

Саҡ йығылып китмәне Рәүеф. Рәүфәнең хәбәре буйынса, бер нәмәгә лә эшкинмәгән бүкән тип күҙ алдына килтергәйне ирен. Ошо сибәр ҡатынды ризалата алғас, улай уҡ бешмәгән түгел, тимәк. Ныҡышлығы, әрһеҙлеге, түҙемлеге менән еңгәндер.

– Да-а-а, – Рәүеф тышҡа баҡты. Интриганың шулай ябай ғына тамамланыуы ғәжәпләндерҙе уны, хатта ниңә һорағанына үкенеп тә ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһынмаған булһа, сер һаҡланыр, был татлы йәш ҡатынды ҡосоп ятҡан бәхетле ир кем икән, тигән көнсөл уй телгеләр ине күңелен. Хәҙер бөтәһе лә асылды, сер ҡалманы. Хәйер, төптән уйлап ҡараһаң, уға телгеләнергә урын да юҡ: был ҡатын менән ваҡытлыса ғына бергә. Рәүеф – үҙенең Сәғиҙәһенә, Рәүфә Рәүефенә ҡайтҡас, бер-береһен мәңгегә онотасаҡтар. Барыһы ла йылы хәтирә генә булып ҡаласаҡ. Шулай булыуы хәйерлелер ҙә...

Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тигән һымаҡ, ашауҙары, ысынлап та, буштан булып, хөкүмәткә бер тинлек тә хеҙмәт күрһәтмәй ятһа ла, бынан ҡасыу уйы бер минутҡа ла Рәүефтең башынан сыҡманы. Ишекте асып, дүрт яғың ҡибла, тип әйтеүҙәрен көтөү мәғәнәһеҙлек ине хәҙер. Күпме ваҡыт үтте, береһенең бер кергәне юҡ, ниңә килтереп япҡандарының сәбәбен аңлатыусы, ғәйеп тағыусы ла юҡ. Билдәһеҙлек – иң ауыр яза. Әллә тамам оноттолар, әллә тәүҙә шулайтып рухтарын һындырырға самалайҙар, белмәҫһең. Телефоны һүнде, яҙған талаптарына һаман яуап бирмәйҙәр. Тимәк, үҙенә, үҙҙәренә бер сараһын табырға кәрәк. Тик нисек, ни рәүешле? Берҙән-бер юл – баҙҙы ҡаҙыу. Ул фекер Рәүефтең башына тәүге көндәрҙә үк ингәйне-инеүен, тик һаман тотона алмай ҙа ҡуя. Йорттоң ҡайһы мөйөшөнән ҡаҙырға? Ишек яғынан ярамай – аңлашыла, баҡсаға ҡараған ике стена ла – вышка күҙәтеүе аҫтында. Бер яҡ ҡына ҡала. Бура ултырған бетон нигеҙ ер өҫтөнән ярты метр самаһы бейеклектә, ер аҫтында ла шул самалыр, күберәк булмаһа. Ана шул бетон аҫтынан үтеп, һаҡсы йөрөгән маршруттан ун – ун биш метр уҙып ергә ҡалҡырға тура киләсәк. Шунан да кәм ярамай, сөнки вышканан күренәсәк, унан килеп, «ҡара ҡарға» йөрөп ята. Уйылып төшмәһен өсөн алға хәрәкәт иткән һайын таяуҙар менән терәтеп барырға тура килер әле, өҫтәүенә.

Рәүфә тәүҙә Рәүефте оҙаҡ уйлауҙа ғәйепләгәйне, ошо хаҡта яңынан һүҙ ҡуҙғатҡайны, ҡурҡты ла киттесе. Бәй, үҙең әйттең дәһә, тигәс, берауыҡ өндәшмәй торҙо, унан, булашма, күңелем һиҙә: оҙаҡ тотмаҫтар, йонсоуың ғына булыр, тине. Рәүеф, үҙ сиратында, йәнә, был мине сығармаҫҡа самалай, һаман мәғлүмәт һауа, шпионлыҡ итә, тип уйларға мәжбүр булды.

– Көтөп ултырыу үлемгә тиң. Бөтөнләй сығармаһалар?

– Быға тиклем нишләп ултырҙың һуң? Мин килгәйнем, ҡаҙам да ҡаҙам... Ҡаҙ!

– Бәй, һине көттөм, – Рәүеф шаяртырға маташты.

– Улай булмай ул. Ҡасан да иҫтәренә төшөрөрҙәр. Мин, тикшерәләрҙер, справка-фәлән йыяларҙыр, кәрәкле кешеләрҙән һорашаларҙыр, белешәләрҙер, тип уйлайымсы. Кеше – энә түгел. Тейешле мәғлүмәт йыйғас, ултыртып ҡуйырлыҡ бер ниндәй ҙә енәйәт юҡлығын күрерҙәр ҙә бер көн, ишекте асып, сығығыҙ, ғәйебегеҙ юҡ икән, яңылыш япҡанбыҙ, тип әйтерҙәр...

– Ҡалай бер ҡатлы икәнһең дә. Беҙҙең менән бер кем дә шөғөлләнмәй, шөғөлләнһәләр, ғәйеп тағырҙар ҙа күптән судҡа оҙатырҙар ине. Нисә аҙна, какуй аҙна, ай, бер нисә ай ваҡыт үтте, һаҡсынан башҡа берәйһе индеме? Юҡ. Йә яңылыш, йәғни берәйһе менән бутанылар, йә райондан төшөрөлгән разнарядка буйынса ултырттылар. Так что, урыҫ әйтмешләй, спасение утопающих – дело рук самих утопающих.

– Әллә инде, Рәүеф ағай. Кешенең исем-фамилияһы, пропискаһы, йәшәгән ере, эше, күршеләре бар, ауылы, районы һәр ҡайҙа теркәлгән. Шулай булғас, ул нисек юғалырға тейеш? Мине ирем, һине ҡатының, – исмаһам, улар барыбер эҙләйҙер бит?

– Эҙләйҙер эҙләмәйсә. Тик беҙҙең бында икәнде улар ҡайҙан белһен? Ул мәғлүмәт бер ҡайҙа ла юҡ, бер кем дә әйтмәйәсәк уларға. Бындай учреждениеларҙың барыһы ла, хәрби частар кеүек, номер-һандар менән йөрөтөлә, ә уны юғары етәкселектәге бер нисә кешенән башҡа бер кем дә белмәй.

Рәүфә өндәшмәне, тәҙрә аша ҡайҙалыр текәлгән килеш шымтайҙы. Бер килке Рәүеф, был туңбашҡа нимә тип аңлатамдыр инде, аңлайһы кеше түгел, тип уйланы.

– Утыҙ етенсе йылда миллион-миллион кешене әлегеләй төндә алып китеп япҡандар. Япҡандар ҙа, йүнләп тикшереп тә тормай, атҡандар. Уларҙы 60-сы йылдарҙа ғына аҡланылар. Береһенең дә ғәйебе юҡ. Беҙҙең менән дә шул тарих ҡабатланыуы бар.

– Атырҙар микән ни шулай? – тип һораны Рәүфә, ҡурҡып.

– Бик ихтимал. Шуға, давай, мин ҡаҙайым, һин тәҙрәнән ҡарап ултыр – «ҡара ҡарға» күренеү менән хәбәр бирерһең. Ул ингәнсе миңә баҙҙан сығып, ҡапҡасын ябып өлгөрөргә кәрәк.

Баҙ стенаһы бер ҡат кирбес менән уратылғайны, тупраҡ убылып ҡойолоп тормаһын, тигәндәрҙер. Йылыны ла һаҡлай. Кирбес стенанан бетон нигеҙгә тиклем метр ярымлап барҙыр. Тимәк, нигеҙгә барып етеү өсөн генә лә кирбес стенаның бер өлөшөн аҡтарырға, унан ерҙе соҡорға тура киләсәк. Нигеҙҙең ер аҫты өлөшөнөң күпме икәнен белеп булмай, бәлки, ярты метрҙыр, күберәк тә булыуы ихтимал. Өй ҙур бит. Һабы яртылаш һыныҡ көрәк менән кирбескә төрт-көләү бер һөҙөмтә лә бирмәне. Унан Рәүеф кирбес стенаны үҙенә тартып ҡараны, һелкенмәгәс, этәрҙе – ҡуҙғалырға уйламаны ла. Цементты йәлләмәгәндәр. Емереү өсөн кувалда, кирбесен берәмләп аҡтарып алам тиһәң, лом-фәлән кәрәк. Ә ул ҡоралды ҡайҙан алаһың? Ихатаға сыҡҡанда һиҙҙермәй берәй нәмә генә тотоп кермәһәң. Әммә унда бер нәмә лә таба алманы Рәүеф. Ағас бар, тимерҙе һиңә кем әҙерләп ҡуйһын? Тапҡан хәлдә лә, «ҡара ҡарға»нан йәшереп индерә алмаҫ ине. Шуға ла ул ярҙамға Рәүфәне саҡырҙы. Икәүләп тартҡайнылар, стенаның бер өлөшө емерелеп төштө, саҡ өҫтәренә ишелмәне.

Тупраҡ ныҡ баҫылған, етмәһә, дымлы, көрәк саҡ-саҡ керә. Әҙләп кенә соҡоған тупрағын Рәүеф, йыйылып китеп, йөрөгәндә ҡамасауламаһын өсөн, баҙҙың икенсе мөйөшөнә ырғыта барҙы. Иртәнге сәйҙе эсә лә төшә, Рәүфә төшкөһөнә ашарға саҡырғансы хәл ала-ала соҡоуын белә. Тирләй, устарының тиреһе ҡабарып-һыҙырылып төштө, биле, аяҡ быуындары талды.

Бер көн, ниһайәт, нигеҙҙең аҫтына төшөп етте. Һөҙөмтә төҫмөрләнһә лә, эшләүе ҡыйынлашты: ҡырҡҡа бөгөлөп, көрәк осона эләккән еүеш тупраҡты, хәҙер инде балсыҡты, боролоп артына ырғытыуы ифрат йәпһеҙ. Яйлап уныһына ла күнекте, һәм мөйөштәге тупраҡ өйөмө ҙурая барҙы, ҙурая барҙы. Ә Рәүфә был эшенән уны һаман тыя, юҡ менән булаһың, берәй ҡасан сығарырҙар әле, ана, машиналары йөрөп тора, берәйһе туҡтар ҙа алып китер, тип өгөтләй. Ләкин башлаған эшен Рәүеф туҡтата алмай инде. Кистәрен, сәй эсеп алғас, Рәүфәнең шул туралағы хәбәрен йә уйынға һабыштыра, йә сәйәси тотҡондарҙың әлеге ише ябай ағас йорт түгел, нигеҙенән ҡыйығына тиклем таштан һалынған ҡәлғәнән ҡасҡандарына тарихтан миҫалдар килтерә. Бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң Рәүфә уйға ҡала, күңелһеҙлеккә бирелә, илап та ала, юҡтан ғына мәрәкә табып көлә лә... Шулай көн артынан көн үтә тора. Өй эргәһенән элеккесә ауыр машиналар уҙа, төнөн уратып һаҡсы йөрөй, һирәкләп булһа ла урмандан сыҡҡан йәки урманға ингән кешеләрҙе күреп ҡалалар.

Бер мәл «ҡара ҡарға» өс көн ашарҙарына индермәне. Астан ҡырылдырырға булдылар, ахыры, тип аптыраштылар тәүҙә, унан ҡурҡыуға ҡалдылар. Индергән ризыҡты Рәүфә былай ҙа самалап тотона ине, шуға ла запастары етте әлеге өс көнгә, дүртенсе көнөнә һыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы. Һаҡсы бишенсе көнөнә генә пәйҙә булғас, Рәүеф түҙмәне, әйтте:

– Астан үлтерергә булдығыҙмы?

Һаҡсы өндәшмәне, дөрөҫөрәге, ишетмәмешкә һалышты, сепрәк сумканың эсендәген йомро өҫтәлгә бушатып, сығыу яғына боролғас:

– Мин – һаҡсы, нимә килтерәләр, шуны индерәм, – тине ҡырыҫ ҡына.

– Тимәк, онотмаһындар өсөн начальствоны иҫкәртеп торорға кәрәк. Беҙ мал түгел, улар һымаҡ уҡ кеше. Әгәр улар әҙәм икән...

Ишек төбөндә уны махсус көтөп торған Рәүеф артындағы ултырғысты алып һелтәп ебәрҙе. Әммә һаҡсы тотҡондоң ниәтен алдан һиҙендеме, бесәй етеҙлеге менән ултырғыстан ялтанып өлгөрҙө лә ни аралалыр суҡмарҙай ҙур йоҙроғон тотҡондоң эсенә килтереп тә төрттө. Төртөү ифрат ҡаты булды, Рәүеф һынған кеүек уртаға бөгөлдө, эсен тотоп иҙәнгә ҡоланы. Ҡолап барғанда оҙон ҡара плащтың салғыйҙары ярғанат ҡанатылай елферләп киң йәйелеүен, ултырғыстың иҙәнгә бәрелеп ватылыуын шәйләне. Рәүфә әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе, шарт итеп ишек ябылды, йоҙаҡ бикләнде...

Тупраҡты көрәктең осо менән генә алһа ла, эше яйлап барҙы. Мәктәптә балаларға йыш ҡына, белем алыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тигән әйтемде ҡабатлай торғайнылар. Бында белем алыу юҡ, булғанын юғалтмаһаң бик һәйбәт, ә бына «энә менән ҡаҙыу» тигәне бик тә тура килә. Ай, ауыр бөксәңләп тә туңҡаңлап соҡоуы! Соҡорҙан сығарғаныңды баҙ өҫтөнә ырғытыуы ла ҙур этлек. Ҡабаланып йә онотолоп китеп уяулыҡты ла юғалтырға ярамай, үтә һаҡ булашырға кәрәк: «ҡара ҡарға» кергеләп тора, өй уратып та йөрөп ята. Рәүефтең күҙ ҡарашынан, үҙ-үҙен тотошонан, хатта һөйләшеүенән шикләнеүе бар, иҙәндә ятып ҡалған тупраҡ, сүп-сар, баҙ еҫе, тирле кейеме уны шулай уҡ хыянатсыл рәүештә «һата» ала.

Бер көн иртәнсәк эшен дауам итеү өсөн төшһә, нигеҙҙең бер нисә урындан, үрмәксе ауы шикелле, тирә-яҡҡа ярылыуын шәйләне. Кистән улай түгел ине, уныһын Рәүеф теүәл хәтерләй. Тимәк, нигеҙ бигүк ҡалын түгел. Йә иҫкерә, йә йорт ауырлығына түҙә алмай сүгә. Ҡаҙыуҙың касафаты ла булыуы ихтимал.

Ике көндән һуң йәнә ғәжәпкә ҡалды: соҡоп бетон аҫтына төшкәйне, тупраҡ еңел сыға башланы! Рәүефтең уйынса, ерҙе ҡалын бетон ҡатламы баҫып торғас, тупраҡ, киреһенсә, тығыҙ баҫылып ятырға, шунлыҡтан тағы ла ауырыраҡ соҡолорға тейеш ине. Бер яҡтан яҡшы, сөнки эше еңелләште, хәҙер икенсе ауырлыҡ килде: сығарған тупраҡты өҫкә, баҙ эсенә, ырғытыуы ҡыйынлашты. Ҡырҡҡа бөкләнеп аҫҡа эйелә, бөксәнләп, тубыҡланып көс-хәлгә көрәк осо менән аҡтара ла өс бөртөк дымлы тупраҡты алюмин сеүәтә менән һоҫоп өҫкә һирпә. Бына ҡайҙа ул балаларға әйткән «энә менән ҡойо ҡаҙыу!»

Бер кис нигеҙҙең өҫтән аҫҡа ҡарай ҡыҫҡа ғына ярығы иртәнсәккә күҙгә күренеп оҙонайҙы, киңәйҙе, – әйтерһең дә, ярыҡты төн эсендә кемдер нимә менәндер ҡайырған. Ҡаҙа килә, ул һаман киңәйә, оҙоная барҙы, нигеҙҙең башҡа урындары ла сатнаны.

Бер көн уның көрәге ниндәйҙер ҡаты нәмәгә төртөлдө. Рәүеф тәүҙә, йә фундаменттан кителеп төшкән бетон, йә нигеҙ ҡорғанда ырғытылған таш киҫә-гелер, тип уйланы. Аптырап, туҡтарға мәжбүр булды, икеләнде, шунан йәнә төрттө, был юлы нығыраҡ итеп. Теге әйбер әллә һынды, әллә ярылды – көрәге төпкә үк инеп китте. Эйелеп, баяғыны тартып сығарғайны – һөйәк. Кеше һөйәге! Ҡурҡышынан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Сәстәре үрә тороп, арҡаһы буйлап һалҡын зымбыр үтеп китте. Ул көн эшен дауам итә алманы. Ҡурҡты.

Төнөн оҙаҡ йоҡлай алмай ятып, таң һыҙыла башлағас ҡына серемгә китеп бара ине, теге төндәгесә, урман яғынан ауыр гөрһөлдәү ишетте лә тороп тәҙрәгә ҡапланды. Урман ситенән йонсоу аттарға атланып, – күрәһең, төнө буйы киләләр – әллә күпме хәрбиҙәр төркөмө китеп бара, улар артынан мисәүле ат егелгән оҙон арба, арбаны оҙатып – йәнә бер төркөм һыбайлы. Арбала әллә тимерҙән, әллә нәҙек ағастан яһалған ситлек, ситлек эсендә кеше һыны шәйләнә. Ул арба хәрәкәте ыңғайына бәүелә, сайҡала. Аяҡ-ҡулы бығаулы, тимер бығауҙар сыңлап китә. Тотҡондоң кейем генәһе лә йыртыҡ-йортоҡ, тәнендә селтәр кеүек һәленеп тора...

Был ни хәл, әллә, теге төндәге кеүек, йәнә күҙемә күренәме, тип Рәүеф күҙҙәрен йомғолап, ҡул һырты менән һыпырғылап алды, әммә арыған һалдаттар, йонсоған аттар, ситлеккә бикләнгән кеше һыны юғалманы. Ышанды ла, ышанманы ла был күренешкә. Тәүге ваҡиғаны һөйләгәс үҙен көлкөгә ҡалдырған Рәүфәне уятырға ла ниәтләнде, уятһа, йә барыбер күрмәҫ, йә кешеләр юҡҡа сығыр, тип кире уйланы.

Бер мәл бойороҡҡа оҡшаш ҡырҡа тауыштар яңғыраны. Халыҡ тулҡыны яйланы, оҙаҡламай бөтөнләйгә туҡтаны. Арыған аттар, бышҡырып, баштарын эйҙе, һыбайлылар ергә төштө, барыһы ла арбалағы ситлек янына йыйылды. Арбаның алғы өлөшөндә барған берәү ситлектең ҡапҡасын асып эскә керҙе. Тотҡондоң аяғындағы бығауын систе һәм тегене эткеләп-төрткөләп ергә төшөрҙө. Оҙон кәүҙәле берәү, командирҙарылыр, күрәһең, нимәлер әйтте, эргәһендәгеләр меҫкендең өҫтөндәге һәләмә кейемен систереп, оҙонса бүкәнгәме һуҙып һалдылар. Ҡораллы һалдаттар уны уратып баҫты. Шунда Рәүеф тотҡон тирәләй һалдаттар ғына түгел, саҡ ҡына ситтәрәк әллә күпме ябай кешенең дә баҫып торғанын шәйләне. Улар, баштарын эйеп, тотҡонға баҡҡан. Ҡараштары нәфрәтле, йоҙроҡтар төйнәүле. Тирә-яҡ ауылдарҙан ҡыуып килтерелгән халыҡтыр, ахыры. Тағы баш күтәрһәгеҙ, һеҙҙең менән дә шулай буласаҡ, тип ғибрәт өсөн ҡаратып торалар, күрәһең. Бер нәмә лә ҡыла алмайҙар шул, бахырҙар. Ҡорал юҡ ҡулдарында... Һәм Рәүеф бында алып килгән саҡтарында ҡыйыу егеттең йәшел яланда ҡасырға маташыуын, «ҡара ҡарға»ларҙың уны ҡыуып етеп, ҡулдарына бығау һалып машинаға килтереп ырғытыуҙарын шулай күмәкләп ҡарап торғандарын хәтерләне...

«Салаватке – 150 кнутов, Юлаю – 100», – тип сәрелдәне оҙон... Бәй, Салауат батыр менән атаһы Юлайҙы һуҡтыралар түгелме һуң? Ҡәбәхәттәр, йыртҡыстар! Рәүеф шырпы һымаҡ ҡапыл янып-ярһып китте лә, үҙ-үҙен белештермәй, тәҙрәгә һуҡты. «Туҡтағыҙ, һеҙ нишләйһегеҙ, сволочтар! Ул бит Салауат!» Йән асыуына һөрәнләне, иланы, үкһене, тотҡондарҙың арҡаһына шыйылдап ҡамсы төшкән һайын үҙенә һуҡҡан һымаҡ үрһәләнде, тәҙрә тупһаһына менде, рамға йәбеште, быялаһын селпәрәмә һуғып төшөрҙө лә тимер рәшәткәне һелкетергә тотондо. Унан икенсе, өсөнсө тәҙрәгә ҡапланды, ситлеккә бикләнгән йыртҡыс ише, өй буйлап сапты, ишекте типте, унан, үҙенең һүҙҙәренә үҙе тонсоғоп, шартлар сиккә етеп иҙәнгә ҡоланы...

Тауышҡа ҡурҡып уянған Рәүфәнең «Ни булды ла ни булды?» тип үрһәләнеүен дә, тынысландырырға тырышып башын күкрәгенә ҡыҫыуын да, ашығып килеп кергән һаҡсының эргәһенә килеп баҫыуын да шәйләмәне. Бөтә тәне ҡалтырана, йөҙөн тир ҡаплаған, ҡулы быялаға йыртылып ҡанаған, ара-тирә: «Салауат, Салауат! – тип өҙлөкһөҙ ыңғырашыуын, – ғәфү ит, бер нисек тә ярҙам итә алмайым, үҙем зинданда ултырам», – тип күҙ йәштәрен түгә-түгә шыбырҙауын ғына белде. Уның тартышҡан, дерелдәгән, пружина ише бер көсөргәнгән, бер бушаған кәүҙәһен ҡосҡан Рәүфә уны «һаташа» тип, ә һаҡсы «ултыра торғас был бәндә, ниһайәт, аҡылынан яҙҙы» тип уйлай ине...

– Рәүеф ағай, концерт бара бит, ниңә ҡарамайһың? – тине Рәүфә бер кисте. Тауышы күңелсәк яңғыраны – кинәнеп тыңлайҙыр, ахыры. Рәүеф боролдо: экранды тултырып ул сәхнәлә тотошон да, тауышын да үҙ итмәгән, әммә телевизорҙан «төшмәгән» халыҡ артискаһы йырлап маташа ине. Тауышы бар, ә көйө-моңо юҡ.

– Ҡарайымсы, – тигән булды Рәүеф, ҡатынды рәнйетмәҫ өсөн генә.

– Ҡарамайһың шул. Концерт башланһа, телевизор алдынан китәһең дә бараһың.

– Әллә, йыры ла оҡшамай, телевидениеның ошоноң ише концерттарҙы үтә йыш биреүҙәрен дә өнәмәйем. Әйтерһең дә, тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл, беҙҙең бер ниндәй проблемалар, етешһеҙлектәр юҡ, аяҡ һәлберәтеп шоу ҡарарға ғына ҡалды.

– Аңламаным. Концертһыҙ нисек була инде ул?

– Концерты ла кәрәк, ләкин үтә йыш түгел, аҡыллы, проблемалы тапшырыуҙар иҫәбенә булмаһын. Юҡһа, күр, кис һайын концерт, шау-шыу, уйын-көлкө, йыр ҙа бейеү. Халыҡты тамам йоҡлаталар бит, алдайҙар, киҫкен сәйәси, социаль, ижтимағи темаларҙан ситкә алып китәләр. Был беҙҙә генә түгел, Үҙәк телевидениеһы ла шулай. Ҡайһы каналды асма – Америка боевиктары, атыш, үлтереш, көсләү, Сталлоне ла, Ван Дам, терминатор, Задорнов, Петросян, кулинар училищеһы студенты. Ә беҙҙекеләр һуҡырҙарса шуны ҡабатлай.

– Ҡуй, Рәүеф ағай, концертһыҙ булмай барыбер ҙә. Сәйәсәте лә, башҡаһы ла кәрәкмәй, миңә – концертты ғына бир.

– Шулай икәнен күптән аңланым инде. Концерт башландымы, йәшник эсенә инерҙәй булып ултыраһың. Юҡ, шәхсән һине ғәйепләүҙән әйтмәйем, беҙҙең барыбыҙҙы ла шуға күнектерәләр.

– Һин уҫал барыбер ҙә, Рәүеф ағай, оҡшамай, тиһең дә...

– Илдә ябай кешенең эшен, эш хаҡын, көнкүрешен яҡшыртыу өсөн бик аҙ эшләнә, түрәләр үҙҙәрен генә ҡарай, урлаша, алдаша. – Шулай тине лә телен тешләне – артығын һөйләне. Тәҙрә янына килеп, тышҡа баҡты. Күпмелер ваҡытҡа юғалып торған ҙур ҡара себен ҡолағы төбөнән шыжлап осто ла шап итеп быялаға килеп ҡаҡлыҡты. Ныҡ бәрелеүҙән шаңҡып, тәҙрә тупһаһына килеп төштө. Бер нисә минут ятҡас әйләнде һәм рам буйлап өҫкә үрмәләй башланы.

Рәүфә өндәшмәне, кинәнеп, йотлоғоп концерт ҡарауын белде.

Көн артынан көн үтте, улар аҙнаға, айға йыйылды. Буранлап ҡар яуҙы, унан иреп бөттө, унан йәнә яуҙы. Елләп алды, сыуаҡ көндәр торҙо. Сыуаҡ көндәрҙе суйындай ауыр болотло күңелһеҙ тәүлектәр алыштырҙы. Һауа торошона ҡарап тотҡондарҙың кәйефтәре үҙгәрҙе. Әрләшеп тә киттеләр, яраштылар ҙа, донъяларын онотоп яратыштылар ҙа. Рәүфә илап та алғылай. Һауа торошона ҡарап торлаҡтары бер һыуынды, бер йылынды. Йөрөргә сығарған саҡта, утын тиһәң хәтере ҡалыр, сереп ауған йәки ҡороған алмағастарҙы, кипкән ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник ботаҡтарын өйгәйнеләр бер нисә урынға, хәҙер шуларҙы индереп яғалар мейескә. Йылыһы сыҡмай тиерлек; арҡа, ҡул йылытырлыҡ ҡына, өҫтәмә рәүештә юрған-маҙар индер, тигәйне лә Рәүеф, «ҡара ҡарға» ҡолағына ла элмәне. Һорай торғас, бер йөк машина утын ғәләмәте килтереп ауҙарҙылар ауҙарыуын, тик ағас сей, уны көн дә тигәндәй үҙҙәренә бысып, ярып индерергә тура килә. Индергәс, мейес башына һалалар киптерергә. Ҙур өйҙө йылытыр өсөн ҡаты һәм ҡоро утын кәрәк, тик уныһын ҡайҙан алаһың? Былай ҙа, һаҡсы күрмәгәндә – күрһә лә күрмәмешкә һалыша – ихатаны уратып тотолған штакетникты кәртәһенән һурғылап индерәләр. Штакетнигы ҡаты, күпселектә ҡайындан, йылыһы бар. Мейескә тәүҙә шуны һалалар бер-ике бөртөк, өҫтөнә – сей утынды. Быҫҡылдап-быҫҡылдап ята инде шунда, әҙ-мәҙ йылыһын сығарып.

Аҙна-ун көнгә бер мунсаға йөрөтәләр. Уныһы күҙәтеү вышкаһының артында, ваҡ ҡайынлыҡ араһында. Тәүҙә – Рәүефте, ике сәғәттән һуң – Рәүфәне. Ҡара мунса бәләкәй, таҡта солан менән, әммә һәр саҡ һыуы күп була, эҫе итеп яғалар. Кем яға, кем ҡарай – уныһын Рәүеф белмәй. Кергәндә лә, сыҡҡанда ла берәйһен күрермен-осратырмын тимә. Мөғжизә инде торғаны бер. Кейем, түшәктәрен дә һаҡсы алыштырып сыға билдәле-тәғәйен көндәрҙә, нишләп башҡа кеше, әйтәйек, берәй ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнмәй был эштәр менән – шулай уҡ сер.

Гәзит-маҙар, таба алһаң, китаптар ҙа индер әле, уҡып ятайыҡ, ваҡыт үткәреп булмай ҙаһа, тип әйтеп ҡарағайны ла Рәүеф, тыңламаны һаҡсы. Нишләһен, ара-тирә радионы аса, һирәкләп телевизорға күҙ һала. Ләкин оҙаҡ ҡарай, тыңлай алмай, тиҙ ялҡа, сөнки хәбәр, мәғлүмәттәре мөһим түгел, бер үк һәм гел «ура», оптимистик рухта. Баҡһаң, тормоштары телевизорҙан күрһәткәнсә ал да гөл, бөтә нәмә хәл ителгән, мейес башына менеп аяҡ һелкеп ултыраһы ғына ҡалған...

Уҡыу йылы башланды, директорҙы, Ғәлимде, уны алып китһәләр ҙә, дәрестәр төҙөлгән расписание буйынса үтәлер. Улар юҡ тип кенә балаларҙы уҡыуҙан туҡтатмаҫтар. Ҡыҙыҡ, ауыл халҡы улар тураһында нимә һөйләй, улар юҡлығын уҡытыусылар балаларға нисек аңлата икән? Моғайын да, район мәғариф бүлегенә лә, администрацияға ла еткергәндәрҙер. Аптырашып ултыралармы, әллә юғарыраҡ инстанцияларға хәбәр итеп, эҙләү ойошторҙолармы? Бәләһенән баш аяҡ тип, бер ҡайҙа йөрөмәүҙәре лә ихтимал. Беҙҙең халыҡ барыбер бер-береһенең яҙмышына битараф ҡарай бит...

...Кеше һөйәге сыҡҡан көндән һуң байтаҡ ваҡыт үткәс кенә төштө Рәүеф яңынан баҙға. Унда ла ҡурҡа-ҡурҡа ғына. Шәмен соҡорға мөмкин тиклем яҡыныраҡ килтереп ултыртты ла тубыҡланып шомло ҡараңғылыҡҡа текәлде. Көрәге соҡор төбөнә ташланған көйө ята, башҡа һөйәк күренмәй. Төштө лә бер килке һағайып торҙо. Соҡор өҫтө бушлығында яртылаш аҫылынып торған бетон нигеҙҙәге элекке ярыҡтар тағы оҙонайған, яңылары барлыҡҡа килгән һымаҡ. Рәүеф эйелеп көрәген алды, йәнә стенаның төрлө өлөштәренә ҡарап торҙо, унан еңелсә генә тупраҡҡа төрттө. Көрәк осо бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ еңел инеп китте. Был тынысландырҙы Рәүефте. Тимәк, һөйәк берәү генә булған һәм бында осраҡлы ғына килеп эләккән.

Ял иткәс ни, ул көн ифрат һөҙөмтәле эшләне Рәүеф: нигеҙҙең бер өлөшө, ике текә тау араһына һалынған күпер һымаҡ, соҡор тәңгәлендә аҫылынып ҡалды. Кисен, өҫкә сыҡҡанда, бетондағы ярыҡтар йәнә оҙонайған һәм киңәйгән, яңылары барлыҡҡа килгән кеүек тойолдо уға. Кем белә, бәлки, арығанға, көнө буйы тигәндәй ярым ҡараңғыла эшләгәнгә шулай күренгәндер? Бетонға ултырған иң аҫҡы имәндә ярыҡтар, ваҡ ҡына аҡ бәшмәк ҡаплаған еүеш урындар бар икән. Тәүге төшкәндә Рәүеф уларҙы күрмәгәйне...

– Мин ауырға ҡалдым шикелле, – тине бер кис Рәүфә. – Күңелем болғана, баш әйләнә.

Рәүеф терт итеп ҡалды. Әлбиттә, зина ҡылыуҙарының шуның менән тамамланырын самалай ине, ләкин былай тиҙ булыр тип һис көтмәгәйне. Ире менән өс йыл йәшәп ауырға ҡалмағанды, бынан һуң да ҡалмаҫ, тигәнерәк уйҙа ине. Баҡһаң, улай түгел, булмышы өйҙәге хәләленекен түгел, сит-ят Рәүефтең орлоҡтарын көткән булып сыға.

– Нисек... шикелле? Ҡалғаныңды-ҡалмағаныңды теүәл генә белмәйһеңме ни?

– Ҡайҙан беләйем? Быға тиклем ҡалып ҡарағанмы ни?

Шулай тиһә лә, тауышы һис ҡайғылы түгел, киреһенсә, шатлыҡлы ине Рәүфәнең. Сөнки өс йыл түлһеҙ йөрөгәндән һуң көтмәгәндә-уйламағанда балаға уҙыуы уның өсөн ҡыуаныс, хатта бәхет, күрәһең. Һуңғы көндәрҙә нисектер күңелләнеп, һүҙе күбәйеп, шаянланып, йөрөшө талғынланып киткәйне шул. Бына нимәгә булған икән ул үҙгәрештәр.

– Да-а-а! Шуны теләгәйнең бит, ҡабул булды, тимәк?

– Ниндәй ҡатындың әсә булғыһы килмәһен, Рәүеф ағай? Ә һин үҙең шат түгелме әллә?

– Шат, һинең өсөн шат. Тик нисек аңлатырһың икән һуң был хәлеңде иреңә?

– Ул турала мин бөтөнләй уйламайым әле, ҡасан сығарыуҙары хаҡында ғына уйлайым. Ултырыу оҙаҡҡа һуҙылһа нишләргә? Балаға тегеһе кәрәк буласаҡ, быныһы...

– Бәй, ауырлы ҡатынды нисек тотһондар? Әйтербеҙ. Врач килеп тикшерер ҙә сығарырға ҡушыр. Хаҡтары юҡ артабан да һине бында тоторға.

Бер яҡтан, әлбиттә, шатлыҡ – һинең балаң, икенсе яҡтан насар – сит ҡатындан. Хәйер, Рәүфә Рәүефкә һис сит ҡатын түгел хәҙер. Үҙ итә, ярата уны. Бергә ултырғандан ғына яралмаған ул тойғо, енси яҡынлыҡтан да тыумаған, кеше булараҡ та оҡшай уға Рәүфә, хужабикә булараҡ та. Уның менән нисектер еңел, яҙмыштарына яҙған фажиғә лә ҡасан да булһа үтә торған ваҡиға итеп ҡабул ителә. Ул булмаһа, Рәүеф, моғайын, аҡылдан яҙыр йә үҙ-үҙенә ҡул һалыр ине. Әлбиттә, хаҡ ҡайғыра Рәүфә: артабанғы тормош-көнкүрештәре ниндәйерәк юҫыҡ алыр. Сөнки, һаман да тотһалар, проблемалар тыуа башлаясаҡ бит. Иртәме-һуңмы сығарырҙар, балаһын өйөндә табыр, иренә уныҡы икәнен иҫбатлай ҙа алыр. Ә Рәүеф үҙе Сәғиҙәһе алдына ниндәй йөҙ менән ҡайтыр һуң? Йәшерен мөхәббәт емеше тураһында ғүмер буйы өндәшмәй йөрөй алырмы? Өндәшһә, оло ғауға ҡубасаҡ. Ғауғала ғына туҡтаһа. Айырылышыуға ла барып етеүе ихтимал. Ул сағында үҙенең малайы менән ҡыҙын әлеге балаға алыштыра булып сыға. Ҡапыл үҙен ҡулға алырға килгән төндә «ҡара ҡарға»ның бәләкәй карауатта йоҡлаған ҡыҙына оҙаҡ итеп текәлеп тороуы иҫенә төштө. Ниңә шулай оҙаҡ ҡараны һуң ул? Бала яратҡанға түгел бит инде. Берәй уйы, ниәте, моғайын да, булғандыр. Йөрәкһеҙ, бөтөнләй эмоцияһыҙ, робот рәүешендәге ул кешенең ниндәйҙер хис-тойғоға бирелеүе ғәжәп...

Бер көндө, оҙаҡ ҡына яуған ямғырҙарҙан һуң, урман ауыҙына еңел машина килеп туҡтаны. Эсенән тәүҙә 7-8 йәштәрҙәге малай һикереп төштө, артынса ҡабаланмай ғына йәш сибәр ҡатын менән йыуантыҡ ир сыҡты. Фырт кейенгәндәр, өсөһөнөң дә аяҡтарында – резина итектәр, өҫтәрендә – кәпәс, курткалар, ҡатындың ҡулында – кәрзин. Тимәк, бәшмәк йыйып йөрөүҙәре. Малайға ни мәҙәк кәрәк, алан-йолан ҡаранды ла, шөкәтһеҙ өйҙө шәйләп, шунда йүгерҙе. Рәүфәнең шкафтан тапҡан сепрәк-сапраҡтан үҙенә нимәлер тегеп, Рәүефтең нигеҙҙе ҡаҙып сығып, тәҙрә төбөндә берсә тышты күҙәтеп, берсә һаман да теге ҙур ҡара себендең тәҙрә быялаһы өҫтөнән ярыҡ эҙләүен ҡарап ултырған сағы ине.

Малай, йыуғыс ише ятҡан үләнгә эләгә-йығыла, өй янына йүгереп килде лә тәҙрәнән эскә ҡарарға маташты, әммә, нигеҙ бейек булғанлыҡтан, ҡарай алманы, шунан ҡашағаға йәбешеп нигеҙгә менде һәм өлгөгә ҡапланды. Рәүеф уға ҡулдары менән ишаралап, ишеккә бар, атайыңа әйт, тигәнде аңлатырға тырышты. Тик, ғәжәп, малай уның хәрәкәттәрен дә, уның үҙен дә күрмәне шикелле – бер ниндәй реакцияһы булманы. Башын тегеләй-былай борғолап, бер усын маңлайына ҡуйған килеш өй эсен байҡауын белде. Шунан икенсе тәҙрәгә, унан өсөнсөһөнә күсеп ҡапланды. Рәүеф уның артынан йөрөп алдында ымишара яһауға, өндәшеүгә, хатта ҡысҡырыуға ҡарамаҫтан, малай бөтөнләй ҙә иғтибарһыҙ ҡалды. Дүртенсе тәҙрәнән һикереп төшкәндә, ахыры, яңылыш баҫып аяғын ауырттырҙы – аҡһай-туҡһай машиналары яғына һыпыртты. Атаһы янына барып, ҡулдары менән йортҡа ишаралап нимәлер ләпелдәне. Әммә атаһы малайының хәбәренә лә, яңғыҙ йортҡа ла битараф ҡалды, етмәһә, иламһыраған улы арыраҡ йөрөгән әсәһе янына киткәс, курткаһының түш кеҫәһенән ялпаҡ ялтыр һауыт сығарып, бер нисә йотом нимәлер эсте. Бер аҙҙан улы менән ҡатыны уның янына килде, нимәлер һөйләшеп алдылар ҙа машиналарына ултырып китеп барҙылар. Был тирәлә бәшмәк таба алманылар, күрәһең. Машина күҙҙән юғалғас, түтәлдәге йондоҙ сәскәгә күҙ һалһа, уны малайҙың ергә һеңдерә яҙғансы тапап киткәнен күрҙе Рәүеф. Уның йөрәге әрнене – сәскә күтәрелә алмаһа, уның бынан сығыу өмөтө тамам һүнәсәк...

«Донъяла нимә бара ул, ниндәй ғәйебем бар икән һуң?» тигән уй Рәүефте бер минутҡа ла ташламаны. Ятһа ла, торһа ла. Бындай эш осраҡлы башҡарылмай, икенсе кеше менән бутауҙары мөмкин түгел, йә уны күрә алмаған берәй ауылдашы ошаҡлаған, йә үҙе түрә-ҡараға ҡаршы һүҙ әйткән. Икенең бере. Кем ошаҡлауы ихтимал да кемгә ниндәй ауыр һүҙ әйтеүе бар һуң, улайһа? Директор менән дә, уҡытыусылар менән дә аралары арыу булды, ауылдаштарының, күрше-күләндең үс тотҡаны тойолманы, сәйәси темаларға лаҡап йә анекдот һөйләп йөрөгәне юҡ. Һөйләһә лә – гәзиттә уҡығанды, телевизорҙан ҡарағанды ғына. Уны кем һөйләмәй, хәҙер бөтәһе лә сәйәсмән, фекер алышыу юҫығындараҡ бара, ғәҙәттә, ундай гәпләшеүҙәр. Хәйер, теләһәң йәки ҡушһалар, йомортҡанан да йөй табып була инде...

Туҡта, Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан район мәғариф бүлеге мөдире Хәбибуллин мәктәптәренә килеп осрашыу үткәргәйне бит. Шунда тыуған бәхәстә ҡатнашыуы сәбәп булманымы икән ҡулға алыуҙарына? «Күрһәтермен әле мин һиңә», – тип янап киткәйне ләһә. Моғайын, шуның ғына «күрһәтеүе»...

«Берҙәм ил» фирҡәһен Дәүләт Думаһына үткәреү буйынса эш ҡыҙа барған саҡта килгәйне мөдир уларҙың мәктәбенә. Тәүҙә район мәғариф бүлегенең эше, ниндәйҙер ҙур ҡаҙаныштары хаҡында оҙаҡ итеп һөйләне, башҡарылып бөтмәгән, әммә тиҙ арала мотлаҡ эшләнәсәк эштәр хаҡында шыма ғына әйтеп үтте, уларҙың мәктәбенә лә туҡталды. Маҡтаны, оло бурыстар ҡуйҙы, унан төп темаға – һайлауҙарға күсте. Ялҡтырғыс оҙон хәбәренең төп мәғәнәһе шул ине: тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшеү өсөн һеҙгә, уҡытыусыларға, мотлаҡ «Берҙәм ил» фирҡәһе кандидаттарына тауыш биреү фарыз. Йәмғиәт үҫешендәге артабанғы еңеүле аҙымдарҙы тик улар ғына башҡарып сыға аласаҡ, йәнәһе.

Сағыштырмаса йәш булһа ла – педагогия институтының физик культура факультетын бөтөп район үҙәге мәктәбендә бер нисә йыл ғына эшләгән еренән тәүҙә директор, ике йылдан әлеге вазифаһына ултыртҡайны дуҫ-ише, ағай-энеһе – элекке партком секретары һымаҡ оҙон-оҙаҡ һөйләне, аҙаҡтағы әлеге өндәү-өгөтө лә тупаҫ килеп сыҡты. Уҡытыусылар аудиторияһында бындай лозунг һымаҡ асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт, етмәһә, үҙен дә һөйһөнөп етмәгәс, сәйер, хатта тыңлаусыларҙы әҙәмгә һанамағансараҡ яңғыраны. Осһоҙло кәнфитте йылтыр ҡағыҙға төрөп бирә белмәне. Әҙәмгә һанамау уҡытыусыларҙың намыҫына тейҙе. Физкультура уҡытыусыһы Ғәлим, район буйынса ярыштарҙа мөдирҙең, физкультурник сағында, төп дәғүәсеһе булған һәм йыш ҡына, уҡыусылары тегенекенән яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп тә, еңелгән, мөдир, судьялар менән әшнәлегенән файҙаланып, «еңгән». Шуға үс алырға теләптер, ахыры, бәхәсте Ғәлим башлап ебәрҙе.

– Хәбибуллин, һеҙ беҙгә ҡасан кәрәк булабыҙ, шул саҡта ғына киләһегеҙ. Килгән һайын тауҙай вәғәҙәләр бирәһегеҙ, ләкин береһен дә үтәмәйһегеҙ. Был юлы ла шулай буласаҡ. Мәктәптең утыҙ биш уҡытыусыһы һеҙҙеңсә тауыш бирәсәк, һәм һеҙ, еңеүҙе тәьмин иткән триумфатор булып, район администрацияһы тарафынан маҡталасаҡһығыҙ. Ә мәктәпкә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ. Күрше ауыл балаларын, исмаһам, ҡыш көндәре автобус менән йөрөтөргә кәрәк, тип нисә йыл әйтәбеҙ, һеҙ килгән һайын, ярар, ойошторорбоҙ, тиһегеҙ ҙә ауылдан сығыу менән онотаһығыҙ. Формалар, саңғы, спортзалға матылар, башҡа кәрәк-яраҡ һорайбыҙ. Улар һаман юҡ, сөнки районға бүленеп килгәне һеҙҙең элекке мәктәбегеҙҙән уҙмай. Иң мөһиме – мәктәпкә капиталь ремонт кәрәк, уныһын да әйтә киләбеҙ.

– Директор йөрөһөн, йөрөмәй бит, – тип яуапланы Хәбибуллин, иҫе лә китмәй.

– Как йөрөмәй? – Директор урынынан һикереп үк торҙо. – Кергән һайын «надоел» тип ҡыуып сығараһығыҙ. Заявкалар күптән һеҙҙә ята!

– Һайлауҙарҙан һуң хәл итербеҙ барыһын да. «Берҙәм ил» фирҡәһенә тауыш бирегеҙ ҙә...

– Тағы «итербеҙ». Тәүҙә – һеҙҙең эш, шунан ғына балаларҙыҡы. – Быныһы йәнә Ғәлим. – Әлбиттә, теләгәндә автобус та алып була, директор Өфөгә барып, мәғариф министрлығына керә ала, ныҡлап йөрөһә, капиталь ремонтҡа аҡсаһын да юлларға, спорт инвентарын, башҡаһын хәстәрләргә лә мөмкин. Әммә иң насары – һеҙҙең беҙҙе эш үгеҙе тип һанауығыҙҙа. Власть яратмай был көтөүҙе, унан ерәнә, сирҡана, уның проблемаларынан алыҫыраҡ йөрөргә тырыша. Ул үҙҙәренә кәрәкле сәйәсәттәрен үткәргәндә генә хәжәт. Халыҡ хәл итте, тип әйтер өсөн.

Шунда Рәүеф торҙо:

– Хәбибуллин, һеҙ беҙҙең мәктәпкә бына нисә тапҡыр киләһегеҙ – килгән һайын һоранып та ялбарып. Үҙ мәнфәғәтегеҙҙә. Ә былай аяҡ та баҫмаҫ инегеҙ. Сөнки әпәт һораналар, талап итәләр, шулай бит? Ҙурҙан ҡупҡанда, эш бит бында Ғәлим Мөхәмәткәримович күтәргән мәсьәләләрҙә лә түгел. Беҙ нығыраҡ булһаҡ, һеҙ гел генә ҡаршы төшмәһәгеҙ, ауыл хакимиәте ярҙам итһә, автобусты ла, ремонтҡа аҡсаһын да табып була. Бында эш демократик принциптар боҙолоуҙа, мәктәп коллективына баҫым яһауҙа, халыҡты һарыҡ итеп күреүҙә. Үҙәктән күрмәксе, республика, район, ҡала кимәлендә лә власть органдары, шул иҫәптән һеҙ ҙә, Хәбибуллин, ябай ер кешеһен сүп күреп ҡарауҙа. Һоро масса, пластилин – нисек теләйем, шулай әүәләйем, тип.

– Рәүеф Рәшитович, һеҙ ябай ғына мәсьәләне үтә ҡатмарлаштыраһығыҙ. Үҙәк өсөн мин яуап бирә алмайым, минең компетенцияла түгел, үҙем, күреп тораһығыҙ, – район мәктәптәре тип йән атып йөрөгән кеше. Ярай әле, һаулыҡ бар, спорт менән шөғөлләнеү ярҙам итә, юҡһа, һеҙҙең алда хәлем бөтөп йығылыр инем.

– Харап ҡына була күрмәгеҙ инде. – Ғәлим мыҫҡыллы көлдө. – Халыҡты зар илатырһығыҙ.

– Һеҙ, һәр ваҡыттағыса, бөгөн дә яуаптан ҡасаһығыҙ, Хәбибуллин. Етди йыйылышты шоуға әйләндереп, халыҡтың аңын томалайһығыҙ. Һеҙ власть фирҡәһенә тауыш бирергә өгөтләргә килгәнһегеҙ, тимәк, беҙ, ошонда ултырған уҡытыусылар, үҙебеҙ тауыш биреүҙән тыш, ауыл халҡын да шуға өгөтләргә тейеш булабыҙ, шулаймы?

– Рәүеф Рәшитович, сөнки уҡытыусы – ауыл интеллигенты, алдынғы ҡарашлы, сәйәси яҡтан аныҡ позицияһы булған идеология фронты һалдаты. Һәр командала лидер була, бына һеҙ ауылда лидер, капитан. Эйе, һеҙҙең айырым фекерегеҙ булыуы ихтимал, ләкин власть фирҡәһе үҙенә тауыш биреүҙе талап итә икән, һеҙ уға буйһонорға тейеш.

– Нисек буйһонорға? Мин бит фирҡә ағзаһы түгел. Шуға күрә ул мине һис мәжбүр итә алмай.

– Ағзаһы булмаһаң ни, һин ошо илдә йәшәйһең, фирҡә ил етәксеһе булараҡ ҡуша.

– Это мы уже проходили, Хәбибуллин. Буйһоноп күп йәшәнек һәм уның нимәгә килтергәнен бик яҡшы беләбеҙ. Ярай, теорияға бирелмәйек, ергә төшәйек. Бына беҙ, агитаторҙар, ауыл халҡын йыйып һеҙҙең фекерҙе алға һөрә башлаһаҡ, улар шундуҡ әлеге лә баяғы – күпер, балалар баҡсаһы, медпункт һораясаҡ, күрше ауылдар балаларын беҙҙең мәктәпкә йөрөтөр өсөн автобус талап итәсәк. Уларға «Берҙәм ил» дә, «ғәҙел»дәр ҙә, коммунистар ҙа, «алма»лар ҙа түгел, ә мин һанаған көн дә кәрәкле иң ябай уңайлыҡтар кәрәк. Улар сәйәсәттән алыҫ, ниндәй депутат һайланһа ла ярай, тик әлеге һораған уңайлыҡтарҙы эшләһен. Ә беҙ нимә тип яуапларбыҙ уларҙың һорауына? Хәбибуллин вәғәҙәләй, типме? Халыҡ буш вәғәҙәләрҙән туйҙы, «Берҙәм ил» рүлдә күпме ултыра, берәй нәмә үҙгәрҙеме? Егерме йыл элек нисек йәшәһәк, һаман да шул кимәлдә.

– Да, һеҙҙең дәғүәләргә ҡаршы тороу ҡыйын, Рәүеф Рәшитович, болғауыс инегеҙ, һаман да шулай икәнһегеҙ.

– Нисек бар – шулай инде, Хәбибуллин. Һеҙҙе лә үҙгәртеп булмай бит. Халыҡҡа, ниндәй әсе булһа ла, хаҡты әйтергә кәрәк, алдарға, күҙ буярға ярамай. Бер алда – икенсе ваҡыт ул һиңә ышанмаясаҡ. Шуға күрә халыҡты хәҙер «Берҙәм ил» өсөн өгөтләүҙән файҙа булмаҫ, сөнки власть, шул иҫәптән һеҙ ҙә, халыҡ алдында ышанысты юғалттығыҙ.

– Һайлауҙарҙан һуң хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк, – тине Хәбибуллин.

– Үҙгәрмәйәсәк, уға нигеҙ юҡ, предпосылка. Барыһы ла сираттағы пиаркампания...

Бына шул рухта башланып, шул рухтараҡ барҙы һүҙ ул осрашыуҙа. Әлбиттә, бүтән мәсьәләләр ҙә күтәрелде, Ғәлим, мәктәп директоры, башҡа уҡытыусылар ҙа һөйләне, талап итте, туған телде уҡытыу, милләт, мәктәп, ауыл яҙмышы, уҡытыусыларҙы штаттан ҡыҫҡартыуҙар, ЕГЭ, хеҙмәт хаҡтарының наҡыҫлығы һымаҡ мәсьәләләр ҡалҡып сыҡты. Элекке физкультура уҡытыусыһы күпселек һорауҙарға яуап таба алманы: был һиңә туп һуғыу, йүгереү йәки һикереү түгел – асыҡлармын, һорармын, белешермен, тиеү менән сикләнде. Һуңынан хатта, мәсьәләләрҙең сиселеш-үтәлеше һеҙҙең, ауыл халҡының һайлауҙарҙа нисек тауыш биреүенән тора, тип әйтеүҙән дә тартынманы. Осрашыу тамамланғас, сәхнәнән төшөп, директор кабинетына йүнәлгәндә, Рәүефте үҙе артынан әйҙәп индерҙе лә «Күрһәтермен әле мин һиңә! тип ыҫылданы. «Бәй, мин генә түгел, барыһы ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне лә», – тип бер ҡатлыраҡ яуаплағайны ла, «Ә һин тәрәнерәк һөрәһең, һин башланың, тимәк, ойошторғанһың, тимәк, фирҡәбеҙгә ҡаршы» тип ҡаҙарынды... Бына шул «тәрәнерәк һөргән»е өсөн үс алғандыр ҙа Хәбибуллин Рәүефтән.

Власть фирҡәһе ауылдан барыбер үтмәне – һөҙөмтәлә район хакимиәте уларҙың биләмәһенә яуаплы итеп тәғәйенләгән мөдирҙе эшенән алды. Мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып кире ҡайтырға мәжбүр булды элекке түрә. Үсләшеп, ярыштарҙа төрлө юлдар менән ҡамасаулап, быларҙы нисек тә артта ҡалдырырға тырышып йөрөй әле лә... Кем белә, Рәүефтең бында ябылыуында уның ҡыҫылышы ла юҡтыр, бәлки, – аптырағандан фараз итеүе инде...

Бетон нигеҙҙең үрмәксе ауы ише төрлө ерҙән ярылыуына ғәжәпләнә Рәүеф. Ул, өңгән, аҫҡа төшкән һайын, күҙгә күренеп тармаҡлана һәм киңәйә бара. Соҡор ҡаҙған яҡлап ҡына түгел, дүрт яҡлап та. Өй хатта сүккән дә һымаҡ. Ә бер көн йәнә һөйәк килеп сыҡты. Уны өҫкә ырғытып, көрәген йәнә төрткәйне, ап-аҡ баш һөйәгенә юлыҡты. Быны алырғамы-юҡмы, күтәрһәм аҫтан тағы килеп сыҡмаҫмы, тип шөрләп тора ине, йәнә бер һөйәк шәйләнде. Уныһы әллә тупраҡ аҫтынан табылды, әллә нигеҙ эсенән тәгәрәп төштө – Рәүеф аңғарманы. Юҡ, былай булмай, сығырға кәрәк, тип тубыҡланған көйө боролдо ла, таянып, аяғына баҫты. Көрәген, сеүәтәһен баҙ эсенә ырғытты. Шул арала йөҙлөгөнә йәнә бер нисә һөйәк убылып төштө. Соҡорҙан өҫкә күтәрелгәндә терһәге менән ҡағылып шәмен ҡолатты, уныһы тәгәрәп аҫҡа төшөп китте лә һүнде. Уны алайым тип эйелгәйне, һәрмәнгән саҡта бармаҡтары утын ағастары ише өйөлөп ятҡан һөйәктәргә төртөлдө. Шәм ҡайғыһымы – ҡото алынып баҙға атылып сыҡты, баҙҙан – өйгә.

Тура килһә килә бит: баҙҙан сығып, ҡапҡасты япҡайны ғына, һаҡсының ишек йоҙағын асҡаны ишетелде. Тупраҡ тулған, мәте йәбешкән галошын, бысранған курткаһын йән-фарман сисеп баҙ эсенә быраҡтырҙы ла тәҙрә янына барып баҫа һалды. Бер ниндәй хилаф эш эшләмәй, зарығып тышҡа ҡарап тора, йәнәһе. Сепрәк сумка менән ашарға индергән «ҡара ҡарға» уның ҡурҡыуҙан саҡ-саҡ тын алып тороуын, йыраҡ булғанлыҡтан, шәйләмәне шикелле. Әммә ул кергән һайын нимәлер һораған Рәүеф был юлы ла өндәшмәй ҡала алманы, тулҡынланыуын нисек тә баҫырға тырышып: «Минең сәйәси талаптарға нишләп яуап юҡ? – тине. – Һаман да шулай ҡалһа, аслыҡ иғлан итәсәкмен».

Һаҡсы өндәшмәне. Боролоп та ҡараманы хатта. Рәүеф уның бер мәсьәләне лә хәл итмәҫен яҡшы белә, «Иң отошло һаҡланыу сараһы – һөжүм» тигән принциптан сығып, өндәшмәй торһа, берәй нәмә һиҙенеп үҙенә бәйләнеп ҡуймаһын, тип өндәште. Сумкаһындағы ҡойто ғына ашантыны йомро өҫтәлгә бушатты ла һаҡсы сығып китте.

Соҡор төбөндәге байтаҡ һөйәкте өҫкә, баҙ эсенә, ырғытып, артабан ҡаҙыу ниәте менән көрәген ергә төрткәйне, тоҡ бүҫелеп игене ҡойолған һымаҡ, соҡор төбөнән шауҙырлап һөйәктәр өҫкә ҡалҡып сыға башланы. Баш һөйәктәре, ҡабырғалар, аяҡ, ҡул суҡтары. Көтөлмәгән был ғәләмәттән Рәүеф шаңҡып ҡалды, кәүҙәһен дә ҡуҙғата алмаҫлыҡ хәлгә килде, аңһыҙҙан батҡаҡҡа йәки шыйыҡ тиҙәккә баҫҡандағы ише, әле бер аяғын, әле икенсеһен күтәрҙе. Аяҡтарын алыштырғанда мәтегә түгел, утын ярҡалары ише тәртипһеҙ рәүештә ыуалып-таралып ятҡан серек һөйәктәргә баҫты. Баҫҡан һайын, ташҡын һыу кәмәне өҫкә күтәргән һымаҡ, һөйәктәр өҫкә күтәрелә барҙы, күтәрелә барҙы. Шулар араһында күмелеп ҡалыу ҡурҡынысы тыуҙы, шуға ла туңҡанлап соҡорҙан баҙға күтәрелде. Артына боролғайны, соҡорҙоң һөйәктәр менән тулғанын шәйләне. Һөйәктәр үҙе соҡоған соҡорҙоң төбөнән түгел, ә бетон нигеҙҙең ярыҡтарынан сыға тиһә, нигеҙ үҙе шау һөйәктән тора һәм ул, шығырҙай-шығырҙай, яйлап төрлө урындан ярыла, ишелә, ватыла һәм һөйәккә әүерелә бара, имеш.

– Сәғиҙә! – тип һөрәнләп ебәрҙе Рәүеф, был күренештән ҡото алынып. Ҡурҡыуы шул тиклем ҙур ине, «Рәүфә» тимәне, ҡатынының исемен атаны. – Нигеҙ емерелә, нигеҙ! – Үҙе ултырған көйө асыҡҡа, баҙ ҡапҡасына, шыуыша.

– Сыҡ тиҙерәк! Иҙән һелкенә, стеналар ҡуҙғала башланы... Күмелеп ҡалаһың хәҙер, сыҡ, тим! – тип асырғанып һөрәнләй Рәүфә.

Ә Рәүеф ҡалҡына алмай хитлана. Аяҡ-ҡул быуындары ҡамырға әйләнгән дә ҡуйған. Шунан бар көсөн йыйып, көскә тубыҡланды – өйҙән баҫылып ятып ҡалғыһы килмәй ҙәһә – дүрт тағанлап, тәнтерәкләп баҙ ауыҙына саҡ килеп етте. Йәнә артына боролһа, ул соҡоған яҡтың ғына түгел, дүрт яҡтың да нигеҙе ҡуҙғала, ярыла, ишелә... Күҙгә күренеп өй аҫҡа сүгә, аҫҡы бүрәнәләр шомло шығырҙай. Рәүеф баҫҡыстың иң аҫҡы таҡтаһына түгел, ҡабаланып, иң өҫтәгеһенә баҫты, йәнәһе, тиҙерәк сыға, күтәреләйем тип ерҙән этәнеүе булды, баҫҡыс шыуып китеп, ул баҙ эсенә ҡолап төштө.

– Мен тиҙерәк! – тип һөрәнләне йәнә Рәүфә. – Хәҙер иҙән аҫтында ҡалаһың бит! – Ҡулын һондо.

Рәүеф ҡалҡынды ла йәнә баҫҡысҡа тотондо һәм Рәүфәнең ҡулына йәбешеп, ниһайәт, өҫкә сыға алды. Ул күтәрелгәнсе дүрт яҡ нигеҙ ҙә тамам емерелеп, һөйәктәр баҙҙы тултырғайны инде. Өҫкә ҡалҡа күрмәһендәр тип, баҙҙың ҡапҡасын яптылар ҙа икәүләшеп өҫтөнә баҫтылар.

Байтаҡ торҙолар шулай, әммә һөйәктәр ҡапҡасты төртмәне, өҫкә сығырға маташманы, иҙән шылыуы ла баҫылды, стеналар ҙа ишелеүҙән туҡтаны...

Ул төн йоҡлай алманылар. Мейес емерелеп төшөр тип, кистән яҡманылар – төнөн һыуыҡ булды. Йоҡламауҙары өшөүҙән генә түгел, ҡурҡыуҙан ине. Уфтанышып ауыр машиналар уҙҙы, ҡайҙалыр эт олоно...

Таң атҡас, йорттарының нигеҙе бөтөнләй емерелгәнен, бүрәнәләренең ерҙә лыпа ултырғанын шәйләнеләр – элекке бейек тәҙрәләр ныҡ түбән төшкәйне. Бәшмәк йыйған теге малай йәнә килһә, ерҙә баҫып торған көйө генә эсте байҡай аласаҡ. Емерелер, хәҙер емерелер, тип ҡурҡып, байтаҡ тик кенә ултырғайнылар ҙа, өй емерелмәне, стеналар таралманы, мөйөштәр ысҡынманы. Әммә хәүеф бар, ул бөтмәгән һәм уның тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә ҡабат ҡубыуы ихтимал.

Артабанғы көндәр шулай уҡ борсолоуҙарҙа үтте. Бер ултырҙылар, бер йөрөнөләр, аптырашып тәҙрә төбөндә баҫып торҙолар. Рәүфә иланы, ҡарынындағы бала өсөн борсолдо, йыш ҡына Рәүефкә асыуланды. Рәүеф тә бала өсөн борсолдо, Сәғиҙәһе, малайы, ҡыҙы менән хушлашып-бәхилләшеп бөттө, тормошоноң шулай үтә аяныслы осланасағына әсенде.

«Ҡара ҡарға» инмәне, ризыҡ та наҡыҫланды, бидондағы һыуҙары ла аҙайҙы. Өйҙә өсөнсө йән эйәһе булған ҙур ҡара себен мөйөштәге үрмәксе ауына эләкте, баҡсалағы йондоҙ сәскә һулыны, өйҙәре һыуынды – мейес башындағы сей утын оҙаҡҡа барманы.

Бер көндө, аптырағандан, Рәүеф ишекте эткәйне, бәй, асылды китте! Элекке һымаҡ шығырламаны ла хатта. Был ни хәл, нишләп бикле түгел һуң? Ғәжәпләнеүенең иге-сиге булманы. Нигеҙ таралып төшкәндә, ишек ҡайырылып китеп, йоҙаҡтары йолҡоноп сыҡҡанмы? Әллә һаҡсы бикләргә онотоп киткәнме? Рәүеф һағайып ҡына тышҡа сыҡты, тикшерҙе – йоҙаҡтар юҡ, ә ишек төҙөк, ҡайырылған-ҡыйшайған ере күренмәй. Ғәжәп һәм сәйер ине ишектең шулай бикһеҙ тороуы.

– Рәүфә, ишек асыҡ таһа! – Үҙ-үҙен белештермәй һөрәнләне Рәүеф.

– Асыҡмы? Булмаҫ! – Ишеккә арты менән диванда ултырып нимәлер ямаған ҡатын, эшен ташлап, йүгереп килеп тә етте. – Ә һаҡсы ҡайҙа?

– Күренмәй.

– Ҡасан асып китте икән һуң? Йоҙаҡ тауышы ишетелмәне ләһә?

– Кем белә инде? Ишетелмәне шул. Ә йоҙаҡтар юҡ.

– Улайһа, беҙ иректәме?

– Ҡабаланма. Тикшерәйек, ҡарайыҡ әле. Ҡапыл килеп сыҡһа, ирек булыр һиңә.

Тирә-яҡҡа ҡарана-ҡарана, һаҡ ҡына баҫып өйҙө уратып сыҡтылар. Бәҙрәфте тикшерҙеләр. Һаҡсы юҡ ине. Вышкалағы күҙәтеү пунктында ла, мунса тирәһендә лә күренмәне. Киткәндер, посты алғандарҙыр – үҙҙәренә инмәүенән, төндәрен өй уратып йөрөмәүенән уның юҡлығын шәйләгәйне инде Рәүеф. Ниңә элегерәк ишекте төртөп ҡарамаған – бына хикмәт. Юҡлығын һиҙенгәс үк асып ҡарарға тейеш булған да бит...

Төнөн йәнә ҡар яуған, тирә-йүн ап-аҡ, эҙ-маҙар юҡ. Ҡыйыҡ башындағы ҡыҙыл флаг теткеләнеп, селтәргә әйләнгән, бына-бына таяғынан ысҡынып таралырға етешкән. Өйҙәре, ысынлап та, ерҙә ултыра, бетон нигеҙ юҡ һәм аҫҡы ике-өс ниргә ҡайһы аралалыр серей ҙә башлаған. Йәнә ишек алдына килеп, тирә-яҡҡа, унан аптырашып бер-береһенә ҡараштылар. Үҙҙәренең азат икәнлектәренә һаман ышанмайҙар ине.

– Нишләйбеҙ, ҡайтабыҙмы? – тип һораны Рәүфә.

– Ҡайҙа ҡайтабыҙ?

– Бәй, өйгә инде, ауылға.

– Нисек ҡайтабыҙ, йәйәүләпме ни? Ҡайһы яҡтан килгәнеңде хәтерләйһеңме? Мин, мәҫәлән, иҫләмәйем.

– Мин дә – юҡ. Табырбыҙ. Сығып эҙләп ҡарамайынса табып булмай инде. Һаҡсы юҡ, тимәк, ҡарауыл алынған, бер нисә көн машиналар үткәне лә һиҙелмәне. Бынан тиҙерәк ысҡынырға кәрәк. Яңынан пәйҙә булмаҫтары элек.

Рәүеф Рәүфә менән килеште. Ысынлап та, һаҡ юҡ икән, нимә тип бында улты-рырға тейештәр? Эйәртенешеп инделәр ҙә, булған ғына кейемдәрен кейеп, кире сыҡтылар.

– Урман ауыҙына барайыҡ, юл шунда бит, – тине Рәүфә.

Ләкин унда бер ниндәй ҙә юл юҡ ине. Ҡасандыр булған ул, үләне тапалып, батыбыраҡ ята, әммә ҡар өҫтөндә бер кемдең дә эҙе юҡ. Урман эсенә инделәр. Унда ҡар, ни ғәләмәттәндер, ҡалыныраҡ булып сыҡты – тубыҡтан. Барҙылар-барҙылар ҙа кире боролорға мәжбүр булдылар, сөнки былай ҡар гөрөп алыҫ китә алмаясаҡтар. Урман эсенән машинала ярты төн, ярты көн үткәнде йәйәүләп, етмәһә, юлһыҙ ерҙән ҡар кисеп күпме генә бара алалар инде?

– Кире керәбеҙ, – тине Рәүеф, Рәүфәгә ҡарамай ғына. – Юл юҡ, был йоҡа кейемдәр, резина итек, калуш кейеп, ишшу ас көйө нисек юлға сығаһың? Хәҙер өшөп туңабыҙ. Йә аҙашабыҙ. Һин ауырлы...

– Өйҙә ятып үлдең ни, урман эсендә аҙашып үлдең ни?..

– Урманда йыртҡыс тырнағына эләгеүең бар, ә бында карауатҡа һуҙылып яттың да... вәссәләм. Хәйер, үлергә ашыҡмайыҡ әле.

– Тәҙрәләге рәшәткәләрҙе алһаң ине, исмаһам...

– Торһон, алмайыҡ, беҙгә рәшәткәһеҙ һис ярамай.

Ир менән ҡатын өйгә инде...

...Мөҙҙәте еткәс, тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, уларҙың улдары тыуасаҡ. Әммә йылдан-йыл бүрәнәләре сереп сүгә барған ошо йорт-төрмәлә көн итеп, үҙҙәренең бер-бер артлы гүргә инәсәктәрен, егет ҡорона еткән Салауатты дөм ҡаранғы быҫҡаҡ ямғырлы бер төндә ҡара кейемле оҙон өс һаҡсының ябыҡ машинаға ултыртып, билдәһеҙ тарафҡа алып китәсәктәрен улар күҙ алдына ла килтерә алмай ине...

Әмир ӘМИНЕВ.

Читайте нас: