Бөйөк Еңеүҙең түңәрәк датаһы алдынан яугирҙәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу тураһында радио-телевидение, гәзит-журналдар аша кемуҙарҙан шауларға тотондолар. Баштараҡ ышанып та етеңкерәмәгәндәр ине ул хәбәргә, әммә тиҙҙән бер нисәүгә район үҙәгенән фатир бүл-енеүе хаҡында урыҡ-һурыҡ яңылыҡ ишетелде, шунан ауылдарына ла сират етте, уларҙан ике өй аша йәшәгән, түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ныҡлап ятҡан Бүкән Шәрифйәнгә, йәнә Таңатарына йылмайҙы аңғармаҫтан күктән төшкән бәхет. Үҙ хәле үҙенә саҡ, йәшәүҙән ваз кискән, ярауы аҫтында ҡалған Шәрифйәнгә яҡындары был һөйөнөс хаҡында еткергәндәрмелер-юҡмылыр, билдәһеҙ, мәгәр тегенең иҫ белгәндән үк ҡалаға китеп олағып әле шунда йәшәп ятҡан, ауылда фәҡәт һуғым һуйыу осоронда ғына күренгеләргә күнеккән алыпһатар ейәне был юлы бик ҡабалан ҡайтып төштө лә кәрәкле документтар юллап, йүнәтеп, ҡаланан ғына түгел башҡаланың үҙенән фатир даулап, силсәүит юлын таҡырлап егәрле сабыулай башланы, әйтерһең торлаҡ ҡартатаһына түгел, берҙе өскә тәгәрәтеп һатыусы зам-ана йылғырына бүленгән!
Уға ҡалһа ғүмер буйы ҡәҙерләп ҡорған йылы донъяларын ҡалдырып, берәмтәләп йыйған йорт ҡаралтыһын, хужалыҡ әйберҙәрен туҙҙырып бер ҙә генә ҡуҙғалғыһы килмәгәйне лә бит, ҡарты уны аптырауға һалып ят та-рафҡа үрһәләнеп ашҡынғас, район үҙәгендәге түрәләр ҙә өҙмәй ҙә ҡуймай димләгәс, ни хәл итһен, кәрәк тирәкте йыҡтыра, тигәндәй күнде һуңғы сиктә. Бынан ары ауылда ҡалыуҙан мәғәнә лә самалы ине шул: мал бағыу, ҡош-ҡортто ҡарау йылд-ан-йыл ауырлашты, ер аяғы ер башында ятҡан, тау түбәнендәге ҡоҙоҡтан һыу килтереү үҙе бер этлеккә әүерелде, эргәләрендә күҙ терәр яҡын туғандары юҡ йәнә, өҫтәүенә Хоҙай Тәғәлә бала һөйөргә насип итмәне. Шуға күрә, нимәгә юҡҡа ымһынып, ҡыҫыр-ҡуңалтаҡҡа терәлеп өңөлөргә, ҡуҙғалырға иттеләр. Дөрөҫ, йәшәй барып ереккән төйәкте, эҫенгән йорт-ҡураны, аралашып йәшәгән ауылдаштарҙы ҡалдырып китеүе еңелдән түгел ине. Төйнәнеүгә килгәндә уныһы артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы; кейенер-яҫтаныр, йорт эсен йәмләгән сигеүле сепрәк-сапраҡ, һауыт-һаба күпме генә инде, ҡаралты тигәне лә өҫтәл, ике ултырғыс, шифонер, комод та донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы йылылай ғына еткереп, тауышланып ултырыусы аҡлы-ҡаралы телевизор. Ун литр һыу һыйҙырмалы, ата-әсәһенең төҫө итеп һаҡлап тотонолған ҡомартҡы - йоморо эсле еҙ самауыр ҙа ошоғаса ҡәҙерле нәмәгә иҫә-пләнеп, килгән-киткәндең тәне-йәненә ҡайнарлыҡ өҫтәп табындары түрен йәмләне. Беләләр, ҡала ерендә ҡуҙ самауырына хәжәт ҡалмаясаҡ, иллә уны ла үҙҙәре ме-нән алырға иттеләр, ни йөҙ менән яҡындарыңды хәтерләткән нәмәне яттар ҡулына ташлап ҡалдырмаҡ. Быҙауларға етешкән тананы күрше, Иҫәнбәттән килгән йәш ғаиләгә етәкләтеп ҡайтарҙылар, дүрт баш һарыҡты осһоҙ ғына хаҡҡа ике яҡ күршеһе һатып алды, ике тиҫтәнән ашыу тауыҡты, ҡышҡы селләлә тәпәйҙәрен өшөтөп тупысланып ҡалған ҡарт әтәсте, аталығы менән шешәк ҡаҙҙы ваҡланып тормай ян-тирәләренә бушлай өләштеләр. Ә бына күҙгә генә ҡарап тороусы, шауҡал ғына булһа ла үтә лә һөтлө Аҡбашты артыҡлап һатыулашмай ғына күрше Владимировка ауылынан килгән белешенә тоттороп ебәргән саҡта ҡартының өтөрөй ҡаштары бергә тоташып төйөлөп, маңлай һырҙары бураҙналанып тәрәнәйеп китте, ә уның йөрәге әрнеп һыҡраны. Аҡбаш та айырылышыуҙы тойоп әллә сүс арҡан менән тәртәгә шаҡарып бәйләгән муйынын быуылдырып, ошоға саҡлы уға миһы-рбанлы мөғәмәләлә булған хужаларынан яҡлау өмөт иткәндәй үҙәләнеп баҡырып алды, ауыл осона еткәнсе дүрт аяғын үрә терәп атларға теләмәне. Белешенә эйәр-еп килгән, сей һарынан бөткән һипкелле малай, яһилланып, һәүкәште сыбыртҡы менән ярырға тотонғайны, йәндәре урынынан ҡупты, әйтерһең һигеҙҙән үрелгән ҡаты ҡайыш меҫкен мал һыртын түгел, уларҙың арҡаһын ҡайыҙлай.
Таңатары сыҙаманы булыр, ҡауҙырлығы ҡалҡып, аҫҡаңлап йүгерә-атлай сыбыртҡыға барып йәбеште лә белекһеҙ үҫмерҙе уҫал киҫәтте: «Не бей ее, она хорошо понимает человеческий язык. - Инәлеүле тауыш менән һыйырҙы өгөтләп һөйләнде.- Ни хәл ит-мәк, башҡа сара юҡ, Аҡбаш, бар инде, ҡаршылашма, беҙ ҙә һинең артыңдан ҡуҙғалабыҙ оҙаҡламай … Нисә йылдар дауамында бәрәкәтле ағыңдан өҙмәнең, түлеңдән яҙҙырманың, рәхмәт һиңә… Берүк рәнйемә инде беҙгә, ҡарт елғыуарҙарға!»
Бәхилләшкәндәй шау тарамыш ҡулын һыйырҙың арҡаһында шапылдатҡайны, тегеһе ниһайәт, аяныслы яҙмышының асылына төшөнгәндер, ылдый атлап китте, башҡаса тиҫкәреләнмәне, мәгәр күҙ күреме ер киткәс мәңгегә хушлашҡандай ба-шын артҡа борҙо, һәм уларҙың ҡатҡан ҡолаҡтарына яңынан сыбыртҡы шыйлауы салынды…
Фатир алып бирешеүгә күҙҙәре сысҡандыҡылай былтайып хәйләкәр янған, етеҙ хәрәкәтле, гелән өтәләнеп-ашыҡҡанғалыр әйткән һүҙҙәренең яртыһын йотоп һөй-ләүсе урта йәштәрҙәге бер үтембей ирҙе ялланылар, алыш-биреш ҡағыҙҙарын уға ышанып тотторҙолар. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тигәндәй был ир ҙә ауылдарында көтмәгәндә пәйҙә булды, теге Шәрифйәндең ейәненең инома-ркаһына һағып килеп төштө лә кейек еҫен һиҙеп эҙ ҡыуалатҡан бурҙай эттәй тура уларға йүнәлде. Ҡултығына ҡара дермантин папкаһын ҡыҫтырып ике аҙна тирәһе ауыл менән ҡала араһында йүгергәләгән шул ир ситтәрәк, ҡарауһыҙ кварталд-арҙың береһендә урынлашҡан, халыҡ телендә «хрущевка» атамаһында йөрөгән ошо иҫке харабанан ике бүлмәле фатир табып бирҙе. Таңатары менән бергәләп барып ҡарағанда был ҡойто торлаҡ бушаған ине инде, элекке хужанан мөйөшкә тауҙай өйөлгән араҡы-һыра шешәләре, һәм бүлмәләргә елләтмәҫлек итеп һеңешкән тәмәке һәм сысҡан һыҡраһы еҫе ҡалғайны. Фатирға торлаҡ төҫө индереүгә лә аҙна самаһы ваҡыт китте. Юғын юллап, яҡшырағын таптырып ҡыялманылар, барына шөкөрана ҡылдылар.
Өлөшкә төшкәненә мөрхәтһенмәй, нәфселәнеп ҡайҙа ғына барһындар, үҙҙәре тотонһалар йүнле эш ҡыра алмай һемәйеп ҡалырҙар ине әле. Көйрәгән сыра көл-күмергә ҡалырҙан әүәл, яҡтыраҡ яна башлай ғәҙәттә, шуның ише ҡарты ла һуңғы йылдарында буштан тәккә елкенмәгән икән, килеп урынлашып, бер йыл тигәндә ҡапыл ғына үлеп китте. Ҡапыл, тип әйтеүе лә дөрөҫ үк булмаҫ, ике-өс ай самаһы һиҙҙермәҫкә тырышып һыҙып ауырып йөрөнө ул башта, ғүмере буйы көсәнеп йөк тартып алға ынтылған ҡыртыш алашалай һуңғы мәлгә тиклем бирешергә генә теләмәне. Дауахана юлын тапап табиптарға ла бәләһен һалманы, иллә яйлап бәҫтән сыға барыуы кәүҙә торошонда һиҙелде, бит-йөҙөндә асыҡ сағылды. Иренә сәйерерәк яңғыраған исемде тикмәгә генә ҡушмағандарҙыр, йөҙө ҡуңыр, сәстәре шөмөрт ҡара булһа ла күҙҙәре төпһөҙ көмбәҙҙәй инеләр, тимәк уны иртәнге шәфәҡ ҡыҙыллығының дауамы баҙыҡ зәңгәрлек тыуҙырған. Шул күҙҙәрен дә ҡара, шыҡһыҙ көҙгө төндөң сәхәргә ялғанған мәлендә йомдо.
Кискеһен хәленең мөшкөллөгөн һиҙеп әллә, йоҡоһо килеүенә һылтанып аҡшамда уҡ ятты. Ул да тотҡарланмай эргәһенән урын алғайны,Таңатары ғәҙәтенә килешмәгән һалҡынлыҡты күрһәтеп, көңгөр-ҡаңғыр гәпләшеп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп хәт-ер яңыртаһы урынға боролоп ҡырғыстай арыҡ арҡаһын ғына ҡуйҙы. Шулай шымтайышып бер килке яттылар, ул һүҙ башлағыһы килеүен белгертеп тамаҡ та ҡырғылағайны ла, тегеһе ауыр уфтанып ҡуйыу менән генә сикләнде. Шулай ята торғас ойоп киткән, ире һаҡ ҡына ҡабырғаһына төрттө:
– Һин йоҡлайһыңмы ул?
– Атаҡ, йоҡламай ни, ете төн уртаһы ла… – Иҙерәп әүелйеүенән арына алмай йыбанып ҡына яуапланы.
– Шуны әйтмәксе инем, сабынлығыбыҙҙан аҡҡан Яманташ инешенең һыуын эскем килә, ҡарсыҡ…
Төшөнөп етеңкерәмәгәнгә ҡабаттан һорай һалды:
– Ни тинең, шыпа аңламаным, ҡарт, әллә һаташаһың инде?
– Һаташмайым, уйлап ятам. Нишләптер Аҡҡондоҙға ҡайтҡым килеп китте ошо мәлдә…
– Бынағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тигәндәй, үҙең дәртләндең түгелме?
– Бер яҡтан һинеке лә дөрөҫ… Алып-һуғып, боларып, йыйғанды сәс-
баш итеп зерә ҡуҙғалдыҡ шикелле ауылдан, башҡалар күргәнде күреп нисек тә йәшәр инек әле… Ыһ-һ-һ-һһ, – телен көрмәлдереп шулай тине лә, ауыр уфтанып ҡуйҙы, – ауыҙ ҡорғаҡһыны ҡапыл ғына, йөрәк тә сабып барған аттай дөбөрҙәп ал-ҡымға килеп тығылды. Тын алыуы ауыр…
– Валентинаға күтәрелеп телефундан скурый саҡыртайыммы әллә?
– Кәрәкмәй, тәүге тапҡыр түгел бит, үтер…
– Улайһа хәҙер жибы-жибы ғына сәйнүк ҡуйып ебәрәм уны, – ҡартының сәйхурлығын белгәнгә әйтте быны, – ирәүәнләп сәй һөрпөлдәтеп алырбыҙ. Һин тыныс ҡына ятып тор…
Тамам йоҡоһо асылып түшәктән яйһыҙ туйтаңлап шыуып төшкәс утты ҡабы-ҙып аш бүлмәһенә йүнәлде, ҡабаланып газ плитәһен тоҡандырҙы, сәйнүк ҡуя һалды ла крандан ҡырлы стаканға һыу тултырып кире килеүенә зәңгәр күҙҙәрен тү-шәмгә терәгән ире шул арала мәңгелеккә тынып ҡалғайны. Тетрәнде, албырғаны, ҡаушаны, ҡайҙа барып төртө-лөргә, ни ҡылырға белмәй тораташтай ҡатты ла ҡалды шул мәлдә, ҡулындағы стакан төшөп китеп сағыу тауышланып селпәрәмә килде, үҙе стенаға барып терәлгән еренән яй ғына иҙәнгә сүгеп төштө. Әле генә, түңәрәк, бөтөн яҙмышын ҡап урталай сатнатҡан ҡот осҡос фажиғә уны ысынбарлыҡҡа алып ҡайтманы, һиҫкәндереп ебәрәһе урынға киреһенсә, һеңгәҙәтеп кәүҙәһен түбәнгә баҫты, зиһенен сыуалтты. Имгәкләп, эске күлдәгенә тышалып карауат эргәһенә килде, салланған башын түшәк ситенә терәне лә иҫен юғалта барған кешеләй тынып ҡалды, ә мейеһен ауырттырып һулҡылдаған йүгәнһеҙ уйҙары ихтыярынан тыш ағылды ла ағылдылар: «Таңатары уны ҡалдырып китте, һәм кемгә ҡалдырҙы?.. Йыш ҡына, икебеҙ бер төптән киткәндә, арыу булыр ине, ти торғайны ла баһа, һүҙендә торманы, китте бит ташлап. Инде халҡы мыжғыған был үгәйҙәй ят, өшәндергес һалҡын ҡалала яңғыҙы ҡайһылайтыр, кемдән ярҙам өмөт итер, терәк булырҙай арҡаланыу эҙләр? Ни тиһәң дә ауылда ҡурҡыныс түгел ине: сурайып һерәйгән һәр ҡая-ташы, ауылды уратып үҫкән барлыҡ ағас-ҡыуағы таныш, хәленә инеп эргәһендә йөрөп ятҡан ауылдаштары тураһында әйтеп тораһы ла түгел…»
Көтмәгәндә өҫтөнә тауҙай аҡтарылған ҡайғы тәнен һенағасҡа әүерелдереп кенә ҡалманы, боҙ һулышын өҫтәп йәнен дә ҡорошторҙо, илап ебәрһә еңеләйеп ҡалыр ине лә бит, булмышының аҫтын өҫкә килтергән юғалтыу күҙ төптәрен ҡоротоп өлгөргәйне шул, тағы ҡылығына сарғалыҡ хас түгел. Әсәһе лә йыш ҡына: «Ҡуй инте, ирҙәүкә ҡылыҡлыһың бигерәк, ҫин, илай беләҫеңме ул, юҡмы? », тип шелтәләй торғайны яйы сыҡҡанда. Һуғыш йылы бер төптән үлеп киткән ата-әсәһен ерләгән саҡта ла күҙҙәренә йәш килмәй быуындары бәлкелдәп аяҡтан яҙғайны. Ҡайһылайтһын, илай белмәй шул. Белмәй. Былайтып туғарылып, онотолоп ултырып бер ни ҡыла алмауын төшөнгәс әкрен генә ҡуҙғалып тәнтерәкләп урынынан ҡалҡты ла аяныслы, һыҙланыулы ҡарашын ҡартында туҡтатты, шунан йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡыймылдатып, ләхәүләһен әйтеп усын балауыҙ төҫөн ала барған маңлайға баҫҡайны өшәндергес һалҡынлыҡ тойоп ҡулын тартып ала һалды. Араларына фанилыҡ менән баҡыйлыҡты сикләгән күҙгә күренмәҫ шаршау тартылып өлгөргәйне.
Унан башҡа кем генә тотонһон инде, быялаланып һүнгән күҙҙәрҙе йомдорҙо ла өркә-ҡурҡа үтә лә ят һәм күнегелмәгән, һәм шул уҡ ваҡытта һис тә күнеп булмай торған шөғөлгә тотондо: ирен урынынан ҡуҙғатып ике-нсе урынға шылдыра алмаҫы билдәле, шуға ағас карауаттан яҫтыҡтарҙы юрғанды алып, түшәнер түшәкте генә ҡалдырып урын йүнәтте, эске кейемдәрҙән ҡайсы яр-ҙамында ҡотолғандан һуң, баяғы ҡайнап сыҡҡан сәйнүккә һалҡын һыу өҫтәп йыл-ымыслатып, көлһыуаллаһын өҙлөкһөҙ ҡабатлай-ҡабатлай еүеш таҫтамал менән ҡата башлаған кәүҙәне һөртөп алды, тотонолмаған простыняны үлсәп бесеп кәфенлек әтмәләп ыҙалай-йонсой шуны урын-еренә еткерҙе. Быларҙы әйтерһең дә ул түгел, ниндәйҙер ят кеше атҡара: хәрәкәттәре көсөргәнешле, яһалма.
«Ғүмере буйы бәпес ҡабул итергә күнеккән тилбер ҡулдарына ҡотһоҙ шөғөл атҡарырға ла сират етте… » Залдағы һәм йоҡо бүлмәһендәге көҙгөләрҙе аҡ япма менән ҡапла-ғас карауат янына ултырғыс тартып шунда суҡайҙы.
Мәйетте яңғыҙын ҡалдырыу килешмәгән эш һаналһа ла, ни хәл итһен, бер аҙ ултырғас кейенеп өйөнән алыҫ түгел урынлашҡан мәсеткә барып әйләнергә итте. «Бәлки мулла килеп ясин сығыр, шунһыҙ ярамаҫ… » Тик мәсеттең ауыр тимер ишеген күпме генә шаҡып ҡыялһа ла уға асыусы табылманы. Кире боролдо. Ҡуй инде, мәсеттең мәсетенә бик һала башланылар, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип һаҡланыу сараһын күреүҙәрелер. Хәҙер бит һис тартыныуһыҙ дин әһелдәренә һөжүм итәләр, изге йорттарҙы шартлатыу ҙа бәғзеләр өсөн бер ни түгел. Юлбаҫарҙар, йәнҡыярҙар самаһыҙ ишәйҙе шул һуңғы йылдарҙа.
Ҡайғыһын таратып урам ҡыҙырып йүгергеләй алмай бит инде, бында ауыл ере түгел, шуға юҡтың көнөндә бер подъезда йәшәгән күршеләренә өндәшергә итте. Төрлөсә ҡабул итте тегеләре; кемеһе аяҡ тауыштарын ишеттереп ишеге төбөнә килә лә быяла күҙлектән шаҡыусыны ентекләп ҡараған-тикшергәндән һуң аяҡ остарына баҫып кире юрғалай, бәғзе береһе асҡанына үкенгәндәй сәйерһенеп, бер һантыйға ҡарағандай текә-леп тора ла ишек сынйырын шауҙырлатып бикләнә һала, өсөнсөһө өн дә тын да сығармай, ә быҙауҙай этен өрҙөрөп килеп сыҡҡан урта йәштәрҙәге бирән ҡорһаҡ түбәнһетеүле ҡиәфәттә:«Ты, деревенская дура, только сегодня родилась что ли? », тип кәмһетеүҙән дә тартынманы хатта. Ауылда бит берәре мәрхүм була ҡалһа, әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, эркелеп зыяратҡа сыға торғайнылар.
Ошоғаса һин дә мин йөрөп ятҡан кешене әле килеп рөхсәтһеҙ-ниһеҙ ер ҡуйынына алып барып тыға алмай бит инде, шуға поликлиникаға һуғылып, ҡартының үлеме тураһында участка табибына еткереп, рәсми документ юллауҙан башларға йыйынды ерләү хәстәрен. Поликлиника коридорында ла иреш-талаштан хасил һыу буйы сират икән, инерен сабыр ғына көтөп ситкәрәк баҫты. Урта йәштәрҙәге, өрөп тултырылған туптай тумалаҡ, тәбәнәк буйлы, бытырлаҡ тауышлы ҡатын ҡабул итеү эштәре менән булашһа ла ҡайҙалыр ашыға ине шикелле, инеүсене бик рыя ҡиәфәттә тыңлағандан һуң нәҙек итеп йолҡолған ҡаштарын туғарландырып юғарыға сөйөп шикләнгәндәй төбәлде:
– Күреп тораһығыҙ, - эргәһенә өйөлгән, йәнә тәҙрә янындағы өҫтәлдәге шә-фҡәт туташын яртылаш күмгән ҡағыҙҙар өйөмөнә ымланы, - министерствоға квартальный отчетты тамамлап ебәрәһе бар, өҫтәүенә һеҙ без конца маҙаһыҙлайһығыҙ! – Алдына һалынған паспорттың пропискаһына күҙ һалып ысынлап та был кешенең уның участкаһында икәнлегенә инанғас әсе ҡапҡандай ризаһыҙ сирылды. – Барып тикшереп, асыҡлап йөрөргә ваҡытым юҡ, һуңғы сиктә, теләйемме-юҡмы һеҙҙең һүҙҙәргә генә ышанырға ҡала, ҡартығыҙҙы әйтәм, точно умер? Вообще-то ул миңә бер тапҡыр ҙа приемға килмәне.
– Ғүмере буйы кешегә бәләһен һалырға яратманы шул. Әлләсе, миңә ҡалһа, ул үлмәгән һымаҡ…
– Постойте, постойте, нимә юҡ-бар һөйләп башты ҡатыраһығыҙ тағы? Вы для чего пришли сюда?
– Таңатарым үлеп ҡалды… – Әсе төйөр тын алырға ирек бирмәй тамағына килеп тығылғанлыҡтан тауышы быуылып сыҡты, ул тулҡынланыуын баҫырға тел-әп шау тарамыш ҡулдарын тыңлауһыҙ дерелдәгән тубыҡтарына һалды ла йоҡа кәүҙәһен бәүелдереп тынып ҡалды.
Был хәл дә күпте күргән, ауырыуҙарҙың аһ-зарын ишетә барып бәғере ҡатып бөткән табипты иретмәне, ул һаман да дорфа тонда төпсөнөүен белде:
– Кем ул Таңатар?
– Һуң, ҡартым, ирем…
– Ярай, ирең дә икән, ти, һин конкретно әйт, ул үлгәнме, әллә юҡмы?
– Үлде шу, тәне һып-һыуыҡ, күҙҙәрен дә көслөк менән йомдорғайным, кире асманы, кәүҙәһе лә ҡатып бара инде… Бәлки барып тикшереп ҡарарһығыҙ, ә?
– Некогда, тинем бит! Значит все нормально, все признаки совпадают, старик – действительно окочурился. Шуға күрә уны һуңлатмай, көнөндә һәйбәтләп күмеп ҡуйырға кәрәк! – Үҙе өсөн үтә лә мөһим мәғлүмәт алыуҙан ҡәнәғәт ҡалған табип еңел һулап ҡуйҙы һәм, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, алдан мисәт баҫып әҙ-ерләнгән бланкыға яҙырға керешеп китте – Умерли, значит умерли, испустил дух, крякнул, так и запишем… – Паспорттың тыуған йыл графаһына күҙ һалғас аптырап китте. – Ҡара, ҡара, нисә йыл артыҡ йәшәп ташлаған ҡартлас, а у нас ведь средняя продолжительность жизни мужчин чуть более пятидесяти… Вы говорите у него сердце болело, поставим диагноз – общирный инфаркт… – Яңылыштан терелеп ҡуймаһын был, тигәндәй иҫкәртте. – Әбекәй, һуңынан чтоб все было нормально, по-честному, пожалуйста не подводите!
Поликлиника алдына сығып баҫты ла ары ҡайҙа барырын иҫенә төшөрөп ҡала хакимиәтенә юлланды. Унда ла әле, әллә ниндәй өҫтәмә мәғлүмәттәр таптырып кабинеттан кабинетҡа ҡыуҙылар, шунан кискә ҡарай ултырғысына ҡалҡмаҫ өсөн һеңеп ялпашҡан, солоҡ умартаһылай төптән йыуан ханым ерләүселәрҙең иртәгә киләсәктәрен әйтеп адресын алып ҡалды.
Фатирына инеүгә артында аяҡ тауыштары ишетелде. Өсөнсө ҡатта, унан өҫтә йәшәүсе Валентина икән, бая ишеге асылмағайны, эшенә китеп өлгөргән сағына тура килгәндер, хәҙер уның хәлен һиҙгәндәй үҙе инергә иткән. Уҡытыусы булып эшләй ул, пенсияға сығыр ваҡыты ла еткән. Валентина яңғыҙы көн иткәнлектән йыш ҡына уны сәйгә саҡыра, һөйләшеп-сөкөрәшеп ултыралар, башҡортсаны һыу кеүек эскән күршеһе менән һүҙҙәре лә, кәңәш-төңәштәре лә берегә.
Ҡайғыһын уртаҡлашырға ингән күршеһе оҙаҡ тотҡарланманы, мәктәптә өҫтәмә дәрес үткәрергә кәрәклеген әйтеп, таң менән эшкә барасағын иҫкәртеп, хәйер-саҙаҡалыҡ аҡса ҡалдырып, ғәйепле төҫтә сығыу яғына йүнәлде. Күңеленә йылы йүгерҙе: « Ни тиһәң дә был ҡалала яҡшы кешеләр бөтмәгән әлегә, ана бит ауыр мәлендә яңғыҙлатмай килеп етә һалған» Ҡартының эргәһенән урын алды ла хәтер ебен һүтергә кереште.
Һай, татыу йәшәнеләр ҙә һуң Таңатары менән, таныш-тоноштарын, ауылдашта-рын һоҡландырып, өнәп бөтөрмәгәндәрҙе көнләштереп матур, йәмле йәшәнеләр. Һуғыш бөткәндең икенсе йылына өйләнештеләр, Таңатары егерме биш йәшлек, дошман менән фронттың алғы һыҙығында алышып утты-һыуҙы кискән, яу юлда-рынан етди яралар алып ҡайтһа ла һис бирешмәҫ достоин егет, ә ул егермеһе тул-ып өлгөрмәгән ҡыҙ ине. Киске уйынға йыйылғанда танышҡайнылар. Ауыр эш кө-нөнән һуң бар халыҡ, бигерәк тә йәш-елкенсәк бер нимәгә ҡарамай клубҡа эркел-еп йыйыла торғайны ул заманда. Еңеү шатлығынан иҫереп-тилергән, яҡты, бәхет-ле киләсәккә ҡарап елкенгән осор ине шул. Йәштәр, урта йәштәгеләр күмәк бейе-үҙә әйләнә, өлкәнерәктәр ситтәрәк ултырып күҙәтеүҙән дә оло кинәнес таба.
Йыйылыусылар ҡулға ҡул тотоношалар ҙа гармунсы Сәйфетдиндең тальян сыңына эйәреп түңәрәк буйлап китәләр, үҙҙәре ыңғайы бер таҡмаҡ әйтәләр:
Наза, Наза,
Наза матур ҡыҙ бала…
Әҙерәктән дәртле таҡмаҡты икенселәре алмаштыра:
...Талы, талы,
Бөгөлөп тора.
Уны гел күрәһе килеп,
Үҙәге өҙөлөп тора.
Тәҙрә астым, емдәр һиптем,
Аҫыл ҡоштар ашаһын.
Мул тормошҡа алып барған
Компартия йәшәһен!
Үҙенең «таяҡ»ҡа эшләп йөрөүе, аслы-туҡлы көн итеүе, дөрөҫөрәге тереклек итеүе, алдағы көндәрҙә тетрәнеүҙәр кисерәһе хаҡында уйлап та ҡарамай халыҡ, уның өсөн уйын-көлкөгә ҡоролған ошо мәл күпкә ҡиммәтерәк һәм ҡәҙерлерәк. Иртәгеһ-ен таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан тағы ҡырға сығырҙар: ир-ат, быуынға ултырған, егет-елән ҡоласлап бесән сабыр, һайтылдап йөрөп кәбән ҡойор, ҡатын-ҡыҙ ҡулдарын ҡанатып баҫыуҙарҙан билсән йолҡор, мәгәр һәр кемдең күңелен, кис, клубта үтәсәк ошо бейеүҙәр, телдәрҙән төшмәгән, аяҡтарҙы талдырмаған «Наза» өҙлөкһөҙ ҡытыҡлап торор.
Йәш саҡ дәртле саҡ, тиле саҡ шул. Нурбикәләр үҙҙәре лә ер аяғы ер башында ятҡан сабынлыҡтан арманһыҙ булып йәйәүләп ҡайтып килгәндәрендә ауыл яғы-нан, клуб башына беркетелгән табаҡса радионан бейеү көйөн ишетеп ҡалһалар юл туҙанын борхотоп бейергә төшөп китерҙәр ине. Тальян моңдарына сорналған таҡмаҡҡа тыпырҙаған мәлдә уң аяғына аҫҡаңҡыраһа ла клуб иҙәнен һығылдырған буйсан егет теҙелешеп баҫҡан ҡыҙҙар араһынан ҡарашы менән фәҡәт уны ғына эҙ-ләп табып ҡаршыһына килде, шул саҡ төпһөҙ зәңгәр күҙҙәргә арбалып юғалды ла ҡалды. Яҙмыш уларҙы, шулайтып осраштырҙы, ҡулдарын ҡулдарға һондороп, йөҙҙәрен бер-береһенә бороп яп-яҡын итеп баҫтырҙы. Күрше ауыл егете ара йыр-аҡ, тип тормай, эңер төшөүгә ашҡынып килеп етер булды. Ике ай тирәһе осраш-ып йөрөнөләр ҙә оҙаҡҡа һуҙмай, уңыш йыйып алып малдар ҡураға ингәс өйлән-ешеп тә ҡуйҙылар. Ата-әсәһе ҡырҙа ҡышлаған ашлыҡтан ағыуланып бер төптән үлеп киткәнлектән ул яңғыҙы көн итә, йыл әйләнәһенә колхозда төрлө эштә йөрөй ине. Ҡан ҡойош, ауыр юғалтыуҙар, емереклектәр алып килгән һуғыштан һуң-ғы йылдар ҙа ауыр килгәнлектән көҙ туйҙар мәле, тиһәләр ҙә, йолаларҙы еренә ет-кереп атҡарыу ҡайҙа инде, ул етем, егетенең дә яҡын туғандары юҡ. Йоманан һуң Таңатары бригадирҙарының атын һорап алып оҙон арба егеп килде лә уның һый-ыр мөгөҙөнә генә элмәле мөлкәтен тейәп оҙатып алып ҡайтты. Ата йортонан кит-кәнендә яңғыҙ көн иткән күрше әбей генә, барған ереңә һыуға ырғытылған таштай бат, тип теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалды. Ҡәйнә йортонда ла мәжлес йыйып тормай ике яҡ күршеләрен алып, шуларҙың боронғоса уҡыуҙың рәт-сүрәт белгәненән ижаб уҡытыу менән генә сикләнделәр. Киске йома сәйе ише табынды үңгәр, бер юлы тәпәнсе, һүҙгә мәрәкәсел Бүкән Шәрифйән алып барған булды. Һитә балынан әсетелгән балдан йөҙҙәре ҡыҙарған ир-ат, таҡта сәйҙән ауыҙ иткән ҡатын-ҡыҙ йәнләнеп киттеләр. Уларҙың икеһенә лә күңелле, бик күңелле ине.
Никахҡа ла ярты йыл үткәс кенә инделәр, дөрөҫөрәге эштән ҡайтышлай ире ауыл Советына һуғылып мисәтле танытма алып ҡайтты, хәйер ул рәсми ҡатырға ай-ырылмаҫ өсөн ҡауышҡандар өсөн мөһим дә түгел ине. Яңы урынға оҙатылып килгәс оло йәштәге ауырыу ҡәйнәһен икәүләшеп баҡтылар. Йоҡлар урындары сымы-лдыҡ менән бүленгән, тәғәмләнер урындары урындыҡ менән генә сикләнгән тар өйҙә көн итһәләр ҙә ҡыҫынҡылыҡты тоймай татыу, берҙәм йәшәнеләр. Риза булып, фатихаһын биреп китте ҡәйнәһе. Бергә йәшәй башлағас Нурбикә иренең күп кенә яҡшы сифаттарын асты: тырыш, эшһөйәр, тағы кәйефе килгәндә баҫалҡы ғына тауыш менән моңло итеп йырлай ҙа ине. Ул йырлағанда Нурбикәнең йәненә илаһи моң эркелә торғайны. Хәлбүки ауыҙ күтәреп йыр йырларға хирес түгел ине ире, сөнки ҡара таңды киске эңергә ялғап көнө эштә үтте.
Таңатар тракторсылар курсын бөтөрөп ҡайтып тракторға ултырҙы, үҙе ауылда-рҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәгәнлектән районда курстар асҡайнылар, шунда уҡып медпунктта акушер эшендә йөрөнө. Медпунктта яңғыҙы эшләгәнлектән килгән ауырыуҙарҙы ҡабул итә, дауаһын тәғәйенләй, уколын ҡаҙай, төн етһә саҡырыуҙарға сығып китә. Бер һүҙ менән әйткәндә ике ҡулына ҡырамалай ҡырҡ эш. Ҡайһы берәүҙәр юғарыраҡ уҡыу йортонда белем алһалар ҙа эштең асылын, нәғезен белеп еткермәйҙәр, ә Нурбикәгә был һөнәр Алла тарафынан тәғәйенләнгәйне, инселәнгәйне, шуға уның ҡарамағындағы күрше ауылдар ғына түгел, яҡын-тирәләгеләр ҙә көн тимәй, төн тимәй ярҙам һорап килеп етер булдылар. Ел-ямғыр, буран тимәй, йәйен батҡаҡҡа батып, ҡышын бил быуарынан көрт йырып халыҡты хеҙмәтләндерҙе шулай, ылауға ултырыуынан күберәк йәйәү йөрөнө. Икеһенең дә шөғөлдәре изге ине: ире ер һөрҙө, сәсте, урҙы, ҡышын колхоз малына ҡырҙан бес-ән ташыны, ә ул көн әйләнәһенә ауырыуҙарға ярҙам күрһәтте, яҡты донъяға балалар ҡабул итте.
Тормошонан ҡәнәғәт Таңатары: «Йәшәүемдең нуры һин – Нурбикәм! », тип ҡабатлай торғайны йыш ҡына. Ҡырғындан һуң тыуым арта, ул йылдарҙа ла тап шулай булды. Район үҙәге йыраҡ булғанлыҡтан төп ауырлыҡ уның иңенә төшә. Бәпес ҡабул итеүгә белеп тотонған, шөғөлөнә сымры, ҡулы еңел кендекәйҙе күпме өйҙәр дүрт күҙ менән көттө заманында. Башҡаларҙы бәпес ҡабул итеп ҡыуандырһа ла, шул ҡот үҙҙәренә йоҡманы нишләптер. Ул ғәйепте үҙенән эҙләне, сөнки һуғыш сыҡҡан йылы бөйөрөнә һалҡын алдырып оҙаҡ ҡына район дауахан-аһында ятып та алғайны, Таңатары түлһеҙлектәрен үҙенә япһарҙы шикелле. Тик бер ваҡытта ла был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып, йөҙ йыртып тәмһеҙләшмәнеләр, китек көнитмештәрен бөтөн итергә тырышып, яттарға һыр бирмәй йәшәнеләр шулай. Нисек кенә булмаһын барған ерендә нурлы йылмайыуын, йәнә танһыҡ бала ауазын ҡалдырып сығып, эш дәүерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғаиләләрҙе ҡыуандырҙы. Ҡыуандырҙы ғынамы? Бер ваҡиға, серле лә, шауҡымлы ла төнгө ваҡиға, онотолмаҫлыҡ булып аңына уйылды.
Етмешенсе йылдар уртаһы ине булһа кәрәк, эйе, эйе, теге, бар донъяны кип-тереп, көйҙөрөп ҡоролоҡтән әлһерәткән йәйҙе алмаштырып, һуңлап яуған ямғы-рҙары менән йонсотоп килгән көҙ айы ине. Төн уртаһы ауышҡас сабырһыҙланып ишек һуҡтылар, бызмырҙаңҡырап ҡуҙғалыуҙы көтөргә теләмәй тәҙрә быялаһын тыптырлаттылар. Ундай шаҡыуҙарға күнегеп бөткәнлектән кем килгәнен белешеп тормай асты. Тупһа ауыҙында ҡиммәтле күн куртка кейгән, ваҡ ямғырлы ыҙғыр-ыҡта яланбашындағы ҡуйы сәстәре маңлайына һылашҡан таныш түгел кешене күрҙе. Ят әҙәм усы менән биттәрендәге ямғыр тамсыларын һыпырҙы ла әҙәпле иҫ-әнләшкәндән һуң һөйләшергә теләүен әйтеп инергә рөхсәт һораны. Таңатары өйҙә булғанлыҡтан тегене шик-шөбһәһеҙ эскә үткәрҙе лә халатын кейеп ут яндырылған аш өйгә сыҡты, өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа ултырып инеүсегә ҡаршыһынан урын тәҡдим итте.
Ир ҡарап тороуға илле йәштәр самаһында. Урта буйы, көрәшселәргә тартым ныҡ, беше кәүҙәһе, йомро баш ултырған көслө елкәһе тотош фиғеленә эске ыша-ныс, көс-ҡеүәт бирә, ҡуйы, бөҙрә сәстәрен, оҙонса биттәрен япҡан ҡупшы һаҡал-мыйыҡтарын сыбарлап ҡунған сал йөҙөнә олпатлыҡ, абруй өҫтәй төҫлө. Тура, яҫы ҡаштар аҫтына боҫҡан, көрәнһыу сливаға тартым күҙҙәр тыныс, ҡайһылыр кимәл-дә моңһоу ҡарайҙар. Бөркөттөң ҡыу суҡышын хәтерләтеп бер яҡҡа кәксәйеңкерәгән ҡырлас танау ғына күрмәлеклегә иҫәпләнер йөҙҙө йәмһеҙләп урынһыҙ ҡалҡ-ып сыҡҡан суйырташтай сысайған. «Һабан төрәнендәй йәмшәйгән бынау танау ҡайһылай мәрәкә!» Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы, күҙәтеүсәнлеге еңеп шулай уйланы.
Һынамсыл ҡарашты бар тип тә белмәгән төнгө ҡунаҡ һөҙөп ҡарап ауыл өйөн күҙҙән үткәрҙе лә өҫтәлгә терһәкләнеп башын артҡа ташланы. Ҡурылдайынан алып ҡолаҡ һыртына тиклем ялтасланған ҡалҡыу яра йөйө бермә бер асыҡ күр-енде. «Әллә салып маташҡандар инде быны. Абау, ҡайһылай ҡурҡыныс!»
– Тыңлайым һеҙҙе! - Тулҡынланыуҙан тауышы ҡалтыранып сыҡты.
Ир көттөрә биреп үтенесен әйтте:
– Һеҙгә бында яҡын ятҡан ҡаланан килдем. Ҡатыным кискә ҡарай бәпескә ауырып китте. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
– Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ? – Ғәжәпләнеп һораны.
– Быныһы әлеге мәлдә мөһим түгел, – тип ҡырт киҫте һаҡалтай, – һөнәрегеҙ акушеркамы?
– Эйе, акушерка. Тик һеҙ бит сит өлкәгә ҡараған ҡаланан килгәнһегеҙ. Унда бала табыу йорттары берәү генә түгел, хеҙмәтләндереү кимәле лә ауылдыҡына ҡа-рағанда күпкә юғары.
Теге тағы ҡәтғи бүлдерҙе:
– Быныһы ла мөһим түгел. Әгәр акушерка икәнһегеҙ, ҡатыныма бала табырға ярҙамлашырға бурыслыһығыҙ. -– Ауыр күҙ ҡабаҡтарын яҙып ебәргән слива күҙҙәр төмһәреп, осҡон сәсеп баҙлап киттеләр, яндырайланыуҙандыр йәмшек та-нау кәксәйгән яғына тартыла биреп ҡуйҙы.
Сая ҡылыҡлы Нурбикә лә ебеп ҡалғандарҙан түгел:
– Мин үҙемә беркетелгән ауылдарҙа эшләргә бурыслымын, шуның өсөн эш хаҡы түләйҙәр. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең был мөрәжәғәтте яңылышлыҡ тип ҡабул итәйек. Хушығыҙ. Төпкө яҡта ирем йоҡлай… – Ҡурҡыуҙан бигерәк был сәйер һөйләшеүҙән, бәйләнсек тәҡдимдән тиҙерәк ҡотолорға теләй ине ул.
Ир тамсы ла ҡылъяйманы, иҫе лә китмәне, күңелһеҙ йылмайып, һаҡал-мыйығын, теге салынған яра йөйөн һыпырып ҡуйҙы бары, шунан тиҙ китергә йыйынма-уын белгертергә теләгәндәй куртка төймәләрен ысҡындырып, пинжәге кеҫәһенән тәсбих сығарҙы ла, бармаҡтарында әүәләргә кереште. Төймәләргә эйәреп ауыҙын йыбырлатып биниһая ваҡыт ултырып ташланы, көрәктәй устары менән хуш ҡылғас ҡына дауам итте:
– Ирегеҙҙе әйтәм, йоҡлаһын, төн бит выждандары таҙа кешеләр өсөн ял итеү, минең һымаҡтар өсөн уйланыу, өҙгөләнеү мәле. Ҡурҡмағыҙ, баҫҡынсы ла, юлбаҫар ҙа түгелмен, һеҙгә зыяным теймәҫ, бары әле әйткән үтенес менән генә килдем. Эйе, хаҡлыһығыҙ, был донъяла һеҙҙең ише кендек әбейҙәре лыҡа тулы, һәм шул иҫәптән мин йәшәгән ҡалала ла. Яҙмыш тигәнең бер килеп таныш түгел кешегә лә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Аллаһы Тәғәлә әле мине һеҙгә төбәп ебәрҙе, уның ҡөҙрәте киң һәм сикһеҙ. – Ыжғыр ел олоуын һағайып тыңлай биргәс һорап ҡуйҙы – Көҙгө елдең әлеге мәлдә бына ошолай иҫерен алдан фаразлай алыр инегеҙме? Юҡ! Мин дә кисәге көн һеҙҙең ҡаршыла ултырырымды күҙ алдына ла килтермәнем. Бына нисек!
Тороп ике бүлмә араһындағы ишек ауыҙына барып баҫырға өлгөргән Нурбикә кире урынына килеп ултырырға мәжбүр булды. Ҡырыҫ ҡарап төрпө башланы:
– Исем-атығыҙҙы белмәйем…
– Һәм белергә тырышмағыҙ ҙа!
– Һеҙгә ни кәрәк?
– Әйттем дә. Ҡабатлайым, минән ҡурҡыу урынһыҙ. Хәҙер ҡалаға барабыҙ ҙа һеҙ коттеджда ҡалған ҡатыныма бала табырға ярҙамлашаһығыҙ. Бары шул ғына. Бынан беҙгә тиклем бер сәғәтлек юл, бөтәһе лә ыңғай тамамланһа шундуҡ килте-реп тә ҡуйырмын Тик бер шарт – был хаҡта бер кем дә белмәһен!
– Ирем…
Башҡаларҙың фекерен аҙағынаса тыңларға күнекмәгән был үҙһүҙле әҙәм үсеккәндәй ҡулын һелтәп бүлдерҙе:
– Хәләлегеҙ ауыр эш көнөнән һуң иҙерәп ял итә бит. Әйҙә йоҡлаһын, маҙа-һыҙлама. Хәбәрҙар булыуға килгәндә әле әйткәндәремде хатта ирегеҙгә лә еткереү кәрәкмәй!
– Әгәр баш тартһам? Мин дә ҡабатлайым, үҙ участкам өсөн генә яуаплымын, тағы әллә ниндәй шикле саҡырыу артынан төн уртаһында сығып китә алмайым. Ситтә йөрөгән арала, үҙемдекеләрҙең саҡырыу ихтималлығы ла бар бит әле.
– Ризалашырға тура килер. Ҡөҙрәтем киң, ҡулымдан күп нимә килә, тағы һине юҡҡа ғына һайламаным…
– Әйтеп бөтөрөгөҙ?
– Һөнәри ярҙамыңды күрһәт тә тыныс ҡына йәшәй бир, һиңә зыян итмәҫтәр. Тик зинһар быны янау, тип ҡабул итмә, һәм мине һуңғы сиккә этәрмә… – Күптәнге танышылай күреп «һин»дән һалдырҙы ла эргәһенә ҡуйылған портфелдән бер төргәк аҡса сығарып өҫтәл ҡырына һалды. – Быныһы әжерҙең тәүге өлөшө.
Эш хаҡынан юғарыраҡ аҡсаны күреп өйрәнмәгәнлектән күҙҙәре түңәрәкләнде. Уның хәл-торошон аңғарып өлгөргән һаҡалтай элә һалып алды:
– Мин етеш, һеҙҙең бейеклектән ҡарағанда үтә лә бай көн итәм, тик ҡәнәғәт-ләнеү килтермәгән байлыҡ, хәжәтһеҙ ҡағыҙ хисабындағы аҡса бер кемде лә бәхет-ле итә алмай. Кеше был донъяға шыр яланғас тыуа, һәм шыр яланғас китеп тә ба-ра, хатта үҙе менән ус аяһылай әйберен дә ала алмай. Әҙәм балаһы ана шул ябай хаҡиҡәтте аңларға ғына теләмәй. – Юғарынан ҡарап аҡсаға ымланы. – Быны хеҙм-әтегеҙгә бүләк итеп ҡабул итегеҙ.
– Ниндәй хеҙмәткә?
– Ошоға саҡлы халыҡҡа күрһәткән изге хеҙмәтегеҙгә. Һеҙҙе бит эш дәүерег-еҙҙә хәйерсе тиндәре генә түләп алдаштырҙылар, байрамдарҙа маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп әүрәттеләр, бәлки түшегеҙгә значок та ҡаҙағандарҙыр әле? Шул тиндәр менән саҡ осто осҡа ялғанығыҙ, ә матди яҡтан нығытылмаған ҡағыҙҙарҙың, тимер-томорҙоң кемгә хәжәте бар? Йә, яуап бирегеҙ, мин бит хаҡлы! Маҡтаулы хеҙмәт һәм сифатлы эш һәр ваҡытта ла йомарт түләнергә тейеш.
– Аҡсағыҙҙы хәҙер үк алығыҙ һәм…
– Һәм юлға йыйынайыҡ. – Һаҡалтай урынынан торҙо. – Ярай, мәйелегеҙ, бүләкте һуңынан да тапшырырға форсат сығыр. – Төргәкте усында һәлмәкләп һелкетте. – Быны ысынында һеҙгә тәғәйенләп алып килдем. Бәлки алырһығыҙ? Хатта былай ғына ла ҡалдыра алам. Саҙаҡа итеп.
– Мин хәйерсе түгел!
– Яңылышаһығыҙ, беҙ бөтәбеҙ ҙә хәйерсе был донъяла: кемгәлер аҡса етмәй, кемдер бер һыныҡ икмәккә мохтаж, байлыҡтары ашып-ташҡандар ғәҙәттә тыныс йәшәү һәм әҙәмсә мөнәсәбәт көҫәй. Теләмәйһегеҙ икән, сараһыҙламайым. - Аҡса-ны портфеленә һалды.
– Барырға теләмәйем, тинем бит!
– Барырһың. – Һаҡалтай һаман үҙенекен тыҡыны – Ҡатыным тәүгә бәпәйл-әй. Һин бит уның үлемен теләмәйһең, шулай бит? Тағы медицина хеҙмәткәре теләһә кемгә, теләһә ҡайһы ерҙә ярҙам итергә бурыслы. Гиппократ антын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ ҙә, ҡуҙғалайыҡ. Тышта машинала көтәм.
Сәйер һәм серле һөйләшеүҙән аңҡы-тиңке булған Нурбикә төпкө яҡҡа үтеп юлға йыйынып кейенде лә тиҙ ярҙам сумаҙанын ҡулына алғас иҫ белмәй тәгәрәп йоҡлаған ирен һелкетте:
– Ауырыу янына саҡырҙылар, мине юғалтма.
– Ҡайҙа тинең? - Көнө буйы тракторы кабинаһынан сыҡмай арманһыҙ ар-ып ҡайтҡан Таңатар йоҡоло күҙҙәрен аҡшайтты.
– Ауырып киткән берәү, шунда барам.
– Кем тинең?
– Ҡаланан килгәндәр, тим.
Йоҡоһона иҫергән ире ирендәрен сәпелдәтеп тамшанып ҡына ҡуйҙы:
– Э-э-э, ярай, түлке оҙаҡлама.
Сығып ҡапҡа ауыҙында көткән «Волга»ның арт яғына инеп ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр. Һаҡалтай башҡаса һүҙ ялғаманы, ауыҙына һыу уртлаған да фаралар һәрмәп яҡтыртҡан юлға тишерҙәй итеп төбәлгән. Бер сәғәт тирәһенән алыҫта утта-ры балҡыған ҡала күренде, мәгәр машина тау битләүен балҡытҡан нурҙарға сум-ырға теләмәне, йылға аша һалынған күпергә етәрәк һулға ҡайырылып тигеҙ рәт-тәргә теҙелгән коттедждарҙы теүәлләп китте лә шуларҙың ҡыҙыл кирбестән һал-ынған ике ҡатлыһының тимер ҡапҡаһына килеп төртөлөп туҡтаны. Ниһайәт Һа-ҡалтайҙың ҡыҫылған дүрткел эйәге яҙылды:
– Ошонда йәшәйем.
Улар машинанан сығыуға ҡапҡа ауыҙында йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа сибек кәүҙәле үҫмер күренде. Ул йүгерә-атлай яҡынланы.
– Тынысмы? – тип һораны Һаҡалтай.
– Тыныс, тип… хужабикә… Ҡапҡаны асайыммы?
– Юҡ. Әйҙәгеҙ. – Һуңғы әйтелгәндәр уға төбәлгәйне.
Коттедждың беренсе ҡатындағы зал эсе зауыҡ менән йыһазландырылғайны: иҙәндә йомшаҡ келәм, түшәмдә тоноҡ янған, әммә бәлләүерен әллә нисә төҫтә ба-лҡытып йылҡылдаған затлы люстра, ҡаршыла йомшаҡ мөйөш, ян-яҡта ҡыҙыл ағ-астан эшләнгән, эсенә ҡиммәтле вазалар урынлаштырылған шкафтар. Бөтә нимә урынында, артыҡлыҡ, йә етешмәгәнлек күҙгә ташланмай. «Ә-ә-ә, аңлашылды, бы-на ни өсөн бая Һаҡалтай уларҙың өй эсен түбәнһетеп күҙәткән икән…» Бындай бай торлаҡҡа тәү тапҡыр ингәнлектән юғалыңҡырап ҡалып туҡталғайны йорт ху-жаһы икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫҡысҡа ымланы:
– Ҡатыным унда, әммә эшкә тотонорҙан алда һеҙҙең менән ҡайһы бер нимәләр хаҡында һөйләшеп алаһы бар, кабинетыма рәхим итегеҙ. – Кимәленә шартын тап килтереп был еңел генә «һеҙ»гә күсте.
Стена ҡырлауындағы кәштәләренә ҡалын китаптар теҙелгән, уртаға өҫтәл, уны тирәләп йомшаҡ ҡәнәфиҙәр ҡуйылған бүлмәгә алып инде. Урынына һеңеп ҡайҡа-йғас бер быуа һынап текәлде:
– Бына күрҙегеҙ, - ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе, – һеҙ уйлағансы ҡурҡыныс кеше түгелмен, әҙәмсә көн итәм.
Сумаҙанын ҡайҙа ҡуйырға белмәй урынында тапанған Нурбикәгә урын тәҡдим итмәне хужа һәм ул ғына ла түгел уның барлығын онотҡандай сикәләрен ҡушус-лап ойоп киткәндәй итте. Тегеһе сабырһыҙланып һорарға мәжбүр булды:
– Миңә эшемде башларғамы?
– Юҡ! – Шыбырҙап тиерлек әйтелгән тауыш ҡырыҫ һәм ҡырҡыу яңғыраны. – Ҡабаланмағыҙ. Тыңлағыҙ башта. Ҡатыным минән егерме йәшкә йәшерәк. Хата ебәрҙем был тормошта, хата…
(Аҙағы бар).
Хәйҙәр Тапаҡов.