

- Хис-тойғоларға алданып, аҡыл түгел йөрәк ҡушыуына буйһоноп фәхишәгә өйләндем. Йәнәһе лә гөнаһһыҙ сәскәне бысраҡлыҡтан аралайым инде. Әшәке-лек, хаяһыҙлыҡ, хашшаҡ киреһенсә үҙемә килеп һылашты. Кейәүҙә була тороп ҡатыным минең өҫтән йөрөп уйнаш иткән, ауырға ҡалды. Был беҙҙең милләт өсөн ауыр гөнаһ ҡына түгел, ирҙе һанламау, уның юғарылығын түбәнһетеү ҙә. Элегерәк ундай һеперткеләрҙе башҡалар фәһем алһын өсөн башта урам буйлатып йөрө-төп, һуңынан таш менән бәргесләп үлтергәндәр. Йәл, элекке заман түгел. Ҡыҫҡаһы, хәҙер төп бурысығыҙҙы еренә еткереп башҡараһығыҙ, һәм бала… үле килеш тыуа! – Ошо ергә еткәс бирешкәндәй тештәрен шығырҙатты.
– Ни…нимә тинегеҙ? – Көтөлмәгән бойороҡто аңламағандай тотлоғоп ҡалды.
– Һеҙ яңылыш ишетмәнегеҙ, бала үле тыуырға тейеш.Ҡурҡмағыҙ, ҡалғаны минең эш, кәрәкле, аҡларлыҡ документтар юллауҙы яйлармын. Әйттем бит, был бала уйнаштан яралған зат.
Тамам шаңҡыны Нурбикә, төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡҡандай ҡулындағы сумаҙ-анын һаҡ ҡына иҙәнгә ҡуйҙы ла быуынһыҙланып эргәһендәге ҡәнәфигә һаҡты.
– Мин… мин… кеше үлтерә алмайым! Был… был… мөмкин түгел!
– Уйнаштан яралған зат үҙен әҙәмгә иҫәпләй алмай.
– Донъяға тыуһа тимәк ул кешегә әүереләсәк… - Көтөлмәгән бәләгә тарыу-ын асыҡларға теләгәндәй ҡабатланы. - Мине ҡайҙан эҙләп таптығыҙ?
– Эй, бер ҡатлы йән, әйттем бер тапҡыр, осраҡлы ел алып барҙы мине һеҙгә. Йә, ризамы, ошо эште еренә еткереп атҡарһаң ҡарт көнөңә ҡәҙәр мохтажһыҙ йә-шәрһең. Үлтереүгә килгәндә, муйынын быуып тонсоҡтор, тимәйем дә баһа, тап яйын, һәм бөттө китте, һеҙ бит медицина хеҙмәткәре!
– Ҡатынығыҙ алдында гөнаһҡа бата алмайым…
– Өндәшмә ары. Беҙ, мосолмандар өсөн ҡатын ирҙең күләгәһе генә, шуға хаҡ мосолмандың ҡатыны фәҡәт ҡаранан ғына кейенеп йөрөргә бурыслы! Бер ҡа-тлы йән, шул күләгәмде яраттым, уға ышандым… Ир булараҡ иң әүәл уйнашсы-ны үлтерергә тейешмен дә бит, ҡулым бармай. Зөләйхәһеҙ нисек йәшәрмен… һәм һатлыҡ йән менән ары нисек көн итермен, эш бына нимәлә. Ә теге, мине мә-схәрәгә ҡалдырған ир йораты язаһын алды, тулыһы менән алды. Үлтермәнем уны, бары ирлек сифаттарынан ғына яҙҙырҙым. Әйҙә бестерелгән үгеҙ фиғелендә ыҙа-ланһын ғүмере буйы. - Һаҡалтай бер аҙға ғына тынып ҡалды ла яралы йыртҡыстай ыңғырашты… - Донъялағы иң ҡиммәт нимә тоғролоҡ, ул аҡсаға һатылмай!
– Бая Гиппократ анты тураһында әйттегеҙ, эйе, бирҙек беҙ уны. Һәр медиц-ина хеҙмәткәренең иң беренсе бурысы - ауырыуҙы үлтереү түгел, уға ярҙам ҡулын һуҙыу, ғазаптарын еңеләйтеү. - Миһырбанлыҡҡа, шәфҡәтлелеккә ҡайтарырға теләп өҫтәне. - Һеҙ бит дини кеше!
– Эйе, дини! Изге китапта ла теләһә ниндәй гөнаһ, көфөр Аллаһы Тәғәлә тарафынан язаһын аласаҡ, тип яҙылған.
Был мәлдә Нурбикәлә иҫен йыйып өлгөргәйне. Урынынан торҙо, күлдәк итәк-тәрен тартыштырҙы:
– Төнгө ел һеҙҙе яңылыш килтергән, мин һеҙҙең йомошто үтәр кеше түгел-мен. Хәҙер үк кире илтеп ҡуйығыҙ!
– Килешә алманыҡ әләйгәс?
– Юҡ!
– Мәйелегеҙ… - Һаҡалтай урынынан ҡалҡты.
– Һеҙ…һеҙ… минән үс аласаҡһығыҙмы? - Баштағы янауҙы онота алмай һо-раны.
– Ҡулымдан күп нимә килә тинем түгелме? - Һаҡалтай һорауға һорау мен-ән яуап ҡайтарҙы.
Шул мәлдә залда улай-былай йүгереп үткән аяҡ тауыштары ишетелде, береһе кабинет ишегенә яҡынланы. Ҡабалан шаҡынылар. Һаҡалтай һиҫкәнеп китһә лә, ығы-зығының сәбәбен төшөнөп алды шикелле, һыртын ҡуйҙы.
Ҡара күлдәк кейгән, ҡара шәл ябынған урта йәштәрҙәге ҡатын күренде. Йөҙө борсоулы.
«Тапҡан бит хеҙмәтсене лә. Торғаны шәүлә, күләгә… », тип уйлап ҡуйҙы Нур-бикә.
– Ниңә рөхсәтһеҙ индегеҙ? - Ҡапыл ҡайырылған хужа ҡаштарын төйөп асыулы екерҙе. Баяғы ише кәкес танау тартыша биреп ҡуйҙы - Күрмәйһеңме, миндә бит ҡунаҡ бар!
– Хужабикәнең, ҡатынығыҙҙың хәле ҡырҡа насарланды. - Баҙнатһыҙ яуап ишетелде.
– Насарланһа, бында минең ни ҡыҫылыш, бала табыу йортона алып бары-ғыҙ, икенсе машина гаражда тора.
– Мөмкин түгел, толҡаттың һыуы китте. Акушерканы бында саҡыртайыҡ. Зинһар…
– Бар сыҡ!
Ҡатын тауыш-тынһыҙ ғына баҫырға тырышып ишек артында юғалғас Һаҡал-тай тишерҙәй итеп Нурбикәгә төбәлде.
– Мин барыбер һеҙ әйткәнде эшләмәйәсәкмен! - Нурбикә баҫҡан урынынан ҡымшанманы.
– Бар, туранан-тура бурыстарығыҙҙы башҡарығыҙ. Шуның өсөн алып килд-ем бит!
– Баланы ҡабул ғына итәм…
– Ни сәбәптән юлыҡтым әле һеҙгә?! Теләһәгеҙ ни ҡылығыҙ, тик мине тыныслыҡта ҡалдырығыҙ берүк! Үтенәм… - Һаҡалтай ярһыған үгеҙҙәй үкерҙе лә арты менән боролоп ике ҡолағын томаланы.
Икенсе ҡаттағы йоҡо бүлмәһендә йүгергеләгән теге, хеҙмәтсе-күләгә кәрәк-яр-аҡты әҙерләп бөткәйне. Ул инеп күп тә тормай тулғаҡ ғазабынан ҡара тиргә төш-өп тырпырап ятҡан ҡатын ауырлыҡһыҙ бушанды.
Кендек бауын эшкәртеп киҫеп баланы ҡулына алды ла, арҡаһынан еңелсә генә ҡаҡҡылағайны теге нәҙек тауыш менән тызылдап та ебәрҙе. Тағы шуға иғтибар итте, баланың маңлай тапҡырының яртыһын һоро миң япҡайны.
Йәш ҡатын шул арала бәпкәһен ҡурсыған инә ҡаҙҙай бышылдай һалды:
– Баламды эргәмә һал, апай…
– Әҙерләнгән урын бар бит, бәлки шунда…
– Юҡ, юҡ, эргәмә һалығыҙ… һәм хушығыҙ. Рәхмәт һеҙгә… - Һылыу йөҙө аҡ ҡағыҙҙай ағарған, маңлайын бөрсөк-бөрсөк тир япҡан йәш ҡатын шулай тине лә арығандай ойоп китте, үҙе һаман йоҡо аралаш бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы. - Бал-амды эргәмә һалығыҙ… эргәмә… эргәмә…
Йыйынып сығыуға ҡулынан тәсбихен төшөрмәгән Һаҡалтай уны ишек төбөн-дә көтә ине. Алдан атлап барып һүҙһеҙ генә машина ишеген асып ултырырға ярҙ-амлашты. Ҡуҙғалып киттеләр. Юлда баяғылай һүҙ башлаусы булманы. Ауылға ет-еп, өйҙәре тапҡырына туҡталғас бер кемгә лә тәғәйенләнмәгән һорау бирелде:
– Кем?
– Малай.
– Был ҡәһәрле заманда тағы ла бер иманһыҙ артты.
– Яңы тыуған бала гөнаһһыҙ.
– Яңылышаһығыҙ. Гөнаһ бер ваҡытта ла изгелек яралта алмай, бысраҡлыҡ әшәкелек ҡалдыра. Тимәк гөнаһтан гөнаһ яралды. - Сәстәрен бармаҡтарына арал-ап, рулгә терһәкләнеп өндәшмәй ултырҙы ла уның яғына боролдо. Был юлы арығ-ан, талсыҡҡан ҡараш баштағылай ҡырыҫ та, тәкәббер ҙә, уҫал да түгел ине. - Хәҙер ҡайһы бер нимәләргә асыҡлыҡ индерәйек. Һеҙҙе нисек эҙләп таптыммы? Ҡалала серемдең тиҙ асылыу ихтималлығын иҫәпкә алып акушерканы тирә-йүн ауылдар-ҙан эҙләргә керештем. Ә ауылығыҙ беҙгә иң яҡын ятҡандарҙың береһе. Беренсе өйгә туҡталып һеҙҙең турала белештем: бик тә маҡтанылар, оҫта, тәжрибәле икән-легегеҙ хаҡында әйттеләр.
– Аңлашылды. - Нурбикә урынынан ҡуҙғалырға итте.
– Әйтеп бөтөрмәнем әле. - Һаҡалтай туҡтатты. - Башта ҡурҡытырға маташ-ыуым өсөн кисерегеҙ, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан үс алыу ғәҙәте юҡ. Һеҙгә теймәҫтәр. Тураһын әйтәм, миңә оҡшанығыҙ: аҡса, тип иҫегеҙ китеп бармай, ғәҙел йәшәргә тырышаһығыҙ. Ҡыйыуһығыҙ, хатта өҫтәр инем, саманан тыш ҡыйыуһығыҙ. Ундай ҡатын ире өсөн хазина, бүләк. Тағы үҙ бәләмде нишләп һеҙҙең өҫкә һалырға тейе-шмен әле? Тыныс ҡына йәшәгеҙ. Сумаҙанығыҙҙы бирегеҙ әле?
– Ниңә?
– Бирегеҙ, бирегеҙ. - Кеҫәһенән аҡса алып иҫәпләп тормай ғына шунда һал-ды. - Быныһы һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн. Бәхәсләшмәй генә алығыҙ. Шулай кәрәк.
Машинанан сығыр мәлдә артынан кинәйәле иҫкәртеү ишетте:
– Изгелекле ҡатын, - ауыр ҡарашы менән йәнде баҫырҙай итеп ҡараны, - бер генә нимәне иҫегеҙҙән сығармағыҙ, киләсәктә яҡты донъяға ҡабул иткән теге тыу-ма, иманһыҙ зат менән осрашырға яҙмаһын. Ул һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ. Шака-лды, сел бүреһен тирә-яҡҡа бәләһен һалмаҫ элек сей сағында юҡ итәләр. Ә һеҙ ҡулығыҙҙы тапларға теләмәнегеҙ. Юҡҡа һеҙ быны эшләмәнегеҙ, юҡҡа... Уның бер килеп һеҙҙең муйынығыҙға килеп йәбешеү ихтималлығы бар. Тағы, был малай тыуыу менән ғаиләбеҙгә оло ҡаза килде һымаҡ, шуны һиҙәм. Оя хужалары- сәпсек балаларынан ҡотолорға теләп уларҙы ситкә этеп төшөргән килмешәк кәкүк себе-ше ише был уйнаштан тыуған нәмә иң башта минең башты ашаясаҡ. Быны тойом-лау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй. Йә, ярай, биғәйбә, ошо ерҙә һаубуллашайыҡ. Имен йәшәгеҙ.
Китә биргәс ҡайырылып ҡараны, уты һүнмәгән машинаның салонындағы ир йомшаҡ ултырғысҡа таш балбалдай һеңгәйне.
Нурбикә урынында тапана биргәс тәүге тапҡыр иргә үҙе башлап һүҙ ҡушты:
- Һеҙ… һеҙ нишләп ҡуҙғалмайһығыҙ?
Һаҡалтай ойоуынан арынып уға ҡараны:
– Минме? - Ҡабатлап аныҡланы, әйтерһең дә һорау уға түгел, ят берәүгә би-релгән. - Һырты йөнтәҫ устары менән йөҙөн һыпырҙы. - Ҡайтҡым килмәй, йорто-мдан биҙҙем… Күпме көс түгеп ҡорған донъям бөгөн боҙ һарайын хәтерләтә… Ә ҡуҙғалыуға килгәндә сәйер һорау бирәһегеҙ. Был фанилыҡта әҙәм балаһы һәр ва-ҡыт ҡайҙалыр ашыға, ҡабалана, ҡарһалана, юҡты бар итергә тырыша… Киләсәктә уны фәҡәт бер генә нимә - әжәл көтә. Шуны аңламай кеше, хатта аңларға ла телә-мәй. Әлеге мәлдә өтәләнмәүемдең әтнәкәһе шунда - әжәл менән йәшәү араһын оҙонайтырға теләйем. Бары шул ғына…
Нурбикә ҡарсыҡ уйҙарынан арынып ҡымғырлай биреп ҡуйҙы, ыңғайы бер уға ҡушылып иҫке ултырғыс ауыр шығырҙаны.Ҡолаҡ һалып тыңланды. Тышта иҫерек йәштәрҙең сит ил музыкаһын яман аҡыртып шул иләмһеҙ көйгә ҡушылып мо-ңһоҙ буҙлауҙарын ишетте. «Ҡайҙа бара был замана тигәнең? Йәшәүҙән мәғәнә ҡа-сты, ул ҡиәмәт көнө алдынан ҡоторонған пәрей туйын хәтерләтә… Уларҙың аҫтындағы ҡатта яңғыҙаҡ ҡатын менән еткән ҡыҙы йәшәйҙәр ине. Шул ҡатынға бер ир кеше килеп йөрөй торғайны. Бер нисә тапҡыр уларҙы ҡултыҡлашып китеп барғ-андарында ла осратты. Яңыраҡ шул ҡатындың ҡыҙы әлеге ирҙән ауырға ҡалыуы асыҡланды. Ғәрлегенән теге ҡатын фатирын ташлап ҡайҙалыр сығып олаҡты, хәҙ-ер теге ҡыҙ был ирҙе хәләл яртыһылай күреп ҡултыҡлап урамда йөрөй. Ата улын, әсә ҡыҙын танымаған ләғнәтле көндәр килде…» Бүлмә һалҡынлығы тәненә үтте әллә, ҡалтыранып ҡуйҙы, ултырғыс артынан алып яурынына дебет шәлен һалды. Кәфенлекте ҡайырып Таңатарының тартыла төшкән йөҙөнә төбәлде, уны ла йыл-ытырға теләгәндәй һалҡын маңлайға усын баҫты. Был юлы ҡулын тартып алырға ашыҡманы. Ошоға саҡлы сырхап киткән мәлдәрендә ҡартының йылы усын маңл-айында тойһа ауырыуы һыпырып алғандай юҡҡа сыға торғайны. Бында килгәс һуңғы тапҡыр дауаханала ятҡанында Таңатары шыраулы усын уның маңлайына һалды ла былай тине: «Беҙ барыбер бәхетле кешеләр, ҡарсыҡ, сөнки - икәүбеҙ, ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙгә таяныс-терәкбеҙ. Һине дауалаған табип һөйләп тор-ҙо, күрше, ирҙәр палатаһында бына айға яҡын бер ҡарт үлемен көтөп ята икән, туғандары, яҡындары тарафынан ташланған, онотолған әҙәм. Ваҡытында бик бай ҙа булған икән, хәҙер торлаҡһыҙ ҡалған, бында ҡарттар йортонан килтергәндәр үҙен.» Таңатары ҡайтып киткәс коридорға сыҡҡайны, теге ишеге ярым асыҡ күр-ше палатанан тамаҡ төбөнән ғырылдап сыҡҡан үтенеү ишетте: «Алла хаҡы өсөн һыу бирегеҙ, һыу, ауыҙым кипте, янам, һыу…» Аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре шунда тарттылар. Карауаттары ике рәткә теҙелгән дүрт кешелек палатаның тәҙрә төбөн-дәгеһендә ятҡан яңғыҙ ауырыу саҡыра икән. Палата эсенә оло ярау, һәм әсе һыҡра еҫе тулған, тын алыуы ауыр. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған тире лә һөйәк, һаҡал-мыйыҡ япҡан күрмәлекһеҙ йөҙ яҫтыҡ өҫтөндә ҡалҡып күренә, ә одеялға төрөлгән кәүҙә түшәгенә һеңгәндәй бөтөнләй беленмәй, әйтерһең унда кеше фиғелендәге көңгөрт шәүлә ята. Ҡыйыуһыҙ ҡыймылдап карауат эргәһенә килде лә өҫтәлдәге графинд-ан стаканға әҙерәк һыу сайпылтып ауырыуҙың ауыҙына яҡынлатты. Теге яртыһы ирендәре ситенән һарҡырға өлгөргән һыуҙың ауыҙына эләккәнен ғурҡылдатып йотто ла хәлһеҙ шыбырҙаны: «Рәхмәт һиңә, изге күңелле кеше…» Ул тағы ла бер тапҡыр ауырыуға һирпелде… һәм ҡырлас, бер яҡҡа йәмшегерәк танауға, муйын-дағы яра йөйөнә ҡарап сырамытты, ул теге Һаҡалтай ине. Әле бик күп йылдар эл-ек шул төнгө мосафирҙың әйткән иҫкәртеүе ҡолағында бермә-бер асыҡ яңғыраға-ндай итте: «Яҡты донъяға ҡабул иткән иманһыҙ затығыҙ менән ҡабаттан осрашыр-ға яҙмаһын, ул һеҙҙең файҙаға булмаясаҡ!» Яңылышты Һаҡалтай, ошоға саҡлы, ауылда йәшәгәнендә кендеген киҫеп яҡты донъяға ҡабул иткән балаларынан тик игелек кенә күрҙе, улар ауыҙынан тик йылы һүҙҙәр генә ишетте, йәнә теге төндә тыуған баланы бөгөн осратһа танымаҫ та ине. Бишектәге бала бит бишкә төрләнә, утыҙ биш йыл элек бер тапҡыр ғына ҡараш атҡан йөҙ ҡайһылайтып хәтерендә ҡа-лһын ти. Улай тиһәң… Ҡаршы яҡ урамда аҙыҡ-түлек һатҡан оло супермаркет ас-ып ебәрҙеләр, көндәлеген ҙур машиналарға тултырып тейәп ҡайҙандыр килтереп өлгөртөп кенә торалар. Бындай һатыу нөктәләре ҡалала бер нисә урында булһа, ил буйынса бихисап икән. Шул көйгә, яйға һалынған эште ойоштороусы Мәскәү-ҙең үҙендә, әкиәттәгеләй бай йәшәй икән, тигән хәбәр ҙә ишетелде, урындағы маг-азиндар хужаһы ла моғайын да ярлы кеше түгелдер. Хәйер, байлыҡтың кимәлен кем билдәләгән тиһең, әҙәм балаһы яҙғанына ҡәнәғәтләнә белмәй, гелән булдырғ-анына өҫтәгеһе килә, ҡомһоҙлоҡтоң сиге юҡ. Үткәндә уйламағанда осратты шул, ҡалалағы магазиндар хужаһын. Икмәккә, тип сыҡҡайны, магазин ауыҙына ҡара төҫтәге хәтәр шәп машина килеп туҡтаны ла унан сыҡҡан текә түрә эргәһенә өлт-өрәп, йүгерә-атлай килеп еткән ярҙамсыһын һуңғы һүҙҙәр менән тиргәргә тотондо, ни эшләп супермаркеттың тирә-яғын йәмһеҙләп, аҡса теләнселәп бомждар те-ҙелгән, фәлән дә фәсмәтән. Ҡуйырҙан ҡуймай лауылданы ла һуңғы сиктә тупһаға баҫып ҡулдарын болғап аҡырҙы: «Икенсе килгәнемдә майҙансыҡты тере сүп-сарҙарҙан таҙартмаһаң үҙең асарбаҡҡа әүерелеп ошонда хәйер теләнселәп ултыраса-ҡһың!» Шулай тине лә ҡара күҙлеген һалып ситтәрәк торған уға ҡараны. Ул да иғтибарын йәлеп итте: пеләшләнә төшкән сөрәкә баштың текә маңлай өлөшө ҡойо һылағандай һоро миң менән ҡапланғайны. Тертләй биреп ҡуйҙы ла ҡарашын ас-фальтҡа төшөрөп ҡайтыу яҡҡа тәнтерәкләне. Мейеһен икеләнеүле уй телеп үтте: «Әллә теге малай булдымы был?» Хәйер, миңле баштар бөткән тиһеңме был до-ньяла, ана, ҡеүәтле дәүләтте яҙғы боҙҙай ватып ҡырҡҡа тарҡатҡан хужаның башы ла мөһөрлө ине лә баһа. Шулай уйлап үҙ-үҙен тынысландырҙы…
Иртәнсәк ҡорғанды тартып тәҙрә аша тышҡа күҙ атты: өй ҡыйыҡтарын, ҡаршыл-ағы балалар майҙансығын, төнгөлөккә ҡалдырылған машиналарҙың башын, трот-уарҙы мамыҡтай ап-аҡ ҡар япҡайны. Бар тирә-яҡ пакланып, сафланып киткәнд-әй. Күңелен яҡты уй йыбырлатты: «Таңатары изге күңелле, ярҙамсыл кеше ине, ана бит, Хоҙай Тәғәлә уға аҡ кәфенен әҙерләп тә ҡуйған…» Аш бүлмәһенә үтеп газ плитәһендә сәйнүген ҡайнатып алды, ашағыһы килмәһә лә шулай тейеш булған-лыҡтан өҫтәленә ризығын теҙҙе. Уңарсы ишекте дөбөрҙәттеләр, һиҙемләүенсә үк-сә менән типтеләр шикелле. Инеүсе икәү рөхсәт тә һорап тормай арҡыры баҫып төп яҡҡа үттеләр. Ҡураныс кәүҙәле, өтөрөй сәсле, өркәк ҡарашлы йәшерәге кәфенгә төрөлгән һынды шәйләгәс тә шымтайып залдың мөйөшөнәрәк тартылды, ҡулын ҡаушырып арҡыры баҫҡан өлкәнерәге ҡылъяймай ҙа битараф ҡиәфәттә мәғәнәһеҙ һорауын ҡатты:
– Ваш покойник к транспортировке готов?
– Әйткәнеңде аңлап етеңкерәмәнем бит әле, балам.
Аң әҫәре сағылмаған ташбыҡ күҙҙәрен секрәйткән мәнеһеҙ әҙәм аҫтары сейләнгән осло танауын ыуып, ҡутырлы ирендәрен ҡул һырты менән һыпырғандан һуң әйткәненә аныҡлыҡ индерергә теләп әсе сыйылданы:
– Мәйетте ерләргә өлгөрттөңмө, ҡортҡа?
– Әҙер, тип хәлемдән килгәнсе тәрбиәләнем инде…
– Беҙ ҙә ҡара таңдан һинең проблемаң артынан йөрөйбөҙ. Администрация позвонила коммунальщикам, они - нам, короче, эт эткә, эт ҡойроҡҡа инде. Соҡ-ор…
– Ҡәберҙер? - тип ҡабаланып төҙәтте Нурбикә.
– Какая разница, әйҙә һинеңсә итеп әйтәйек, сүмесле трактор табыуға, ҡәб-ер ҡаҙҙыртыуға әллә күпме аҡса китте, хәҙер бульдозерын хәстәрләнем. Так что, с тебя причитается кругленькая сумма. - Күҙ ҙә йоммай хаҡты бескән Өлкән шулай тине лә нәфсе ҡарашын залдың түренә эленгән орден-миҙалдар тағылған пинжәк-кә атты.
Нурбикәнең ғәме был мәлдә икенсе нимәгә йүнәлгәнлектән ҡабаланып һорай һалды:
– Эттергес менән күмергә ирем емтек түгел дә инде.
– Бабуля, твоего старика можем похоронить как царя, были бы деньги. - Ҡа-ҡашып ҡатҡан болонья курткаһының замогын ысҡындырып ебәреп үрле-ҡырлы йөрөп алған һөмһөҙ ир, йүгерек һирпелеп ҡабаттан пинжәк яғына ҡарап алды.
– Әҙәмсә ерләйек инде, улым, - көнө ошондай әтрәгәләмдәргә ҡалһа ла әҙә-пле үтенде, - ләхет таҡтаһын хәстәрләгеҙ, өҫтәп ерләүсе кешеләр табығыҙ.
– Айн момент! – Теремекләнгән Өлкән өҫтәл артына ултыра һалып, түш ке-ҫәһенән блокнот, авторучка сығарҙы ла иҫәпләргә керешеп китте. - Ярай, таҡтаны коммунальщиктарҙан алырбыҙ, улары ла бушлай түгел әлбиттә. Живые цветы, то есть, тере сәскәләр кәрәкме?
– Кәрәк. Ул сәскәләр яратты. Раузаларҙы алығыҙ.
– Вижу, бабуля, ты щедрая! - Маҡтап алды. - Күрәм, ирегеҙ ветеран, - пин-жәк яғына баш ҡаҡты, - имею ввиду участник войны.
– Эйе, ябай һалдаттан әфисәргә тиклем үрләп, Мәскәү янынан Берлинғаса һуғыш юлын үткән кеше. Ауылыбыҙҙа, районда абруй, хөрмәт ҡаҙанған ветеран ине ул. Шуның өсөн бит ошо фатирҙы бүләк иттеләр.
Мөйөштәре дымланып күгәргән төҫһөҙ стеналар, рамдары сереп салшайған, быялалары ҡоршалып бөткән тәҙрәләр, ярыҡтары беленеп, баҫҡан һайын әсе шы-ғырҙаған иҙән һынамышлы күҙҙән үткәс кинәйәле һығымта яһалды:
– Слов нет, за свои заслуги старик получил сполна! Пенсияны ла министерс-кий түләгәндәрҙер әле?
– Шәкәр-сәйгә еткәс шөкөр итеп йәшәнек.
– Вот видишь, как страна печется о своих героях. От гордости слезы наварачиваются в глазах. – Өлкән әрһеҙ ҡиәфәтен хәсрәтләндереп маташты ла эргәһен-дәге теге Ҡуранысҡа хужаларса йомошон ҡушты. - Ты че стоишь как припадоч-ный придурок, бар, ерләшергә брательниктарыңды эҙләп тап. Хаҡын после выпо-лнения заказа сам скажу. - Тегеһе тыңлаусан малайҙай еңел баҫып сығып киткәс дауам итте. - Ҡартыңдың ҡәбере өҫтөндә залп бирҙереү военкоматтың компетен-цияһы, уға тығыла алмайым. Әйткәндәй, бабайығыҙҙың үлеме хаҡында уларға хә-бәр иттегеҙме?
– Нимәгә ул?
– Похороны ветеранов обязаны организовать они. Зря этого не делали, да ладно, мы сами как - нибудь. - Башҡараһы мәшәҡәттәрен ҡағыҙға ары теҙҙе. -Ал-ек-сандров исемендәге армия оркестрын саҡыртыу ҙа ҡиммәткә төшөр, но местн-ый духовой оркестр могу соорудить, организовать!
– Нимәгә ул оркестр?
– Ну, чтоб чин чином было: классно, красиво, весело…
– Кеше ерләгәндә нимәгә ул шайтан туйы?
– Все молчу, ато по шею получу. Гроб кәрәкме?
– Беҙҙең халыҡты бит икенсерәк ерләйҙәр.
– Улайһа ҡайһылай итәбеҙ?
– Тигеҙ, матур итеп йышылған, ҡушарлатып ҡатылған таҡта табығыҙ. Уны-һы ла ҡәбер янына алып барғансы ғына...
– Булды! - Өлкән яҙғандарын хисапларға керешеп китте лә баҡыр күҙҙәрен хәйләкәр ҡыҫып түңәрәкләгәнен әйтте.
– Ундай аҡсаны ҡайҙан табырмын икән?
– Әләйһә ниңә, лыбырҙауҙарың менән бер сәғәт буйы башты ҡатыраһың, көн теге техникаға, йәғни бульдозерға ҡала!
– Үтенәм, эткес түгел, әҙәмсә ерләйек. Әйҙә, күпме аҡса бар, шуны бирәм.
– Күпме инде?
Нурбикә ҡарсыҡ йоҡо бүлмәһенә үтеп комодтағы йыуылған керҙәр араһынан ҡулъяулыҡ төргәген килтереп сығарып ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаны иҫәп-ләй башлағайны тулҡынланыуынан буталды ғына.
Артынан эйәреп сыҡҡан Өлкән аҡсаны тартып тиерлек алып ҡағыҙ һумдарҙы күҙ бәйләүсе ише ҡулдарында йүгертте:
– Деньги, бабуля, любит счет, притом точность. Миңә һеҙҙең аҡсағыҙ кәрәк, тиһеңме, ундайҙарҙан түгелмен, моя душа чиста как стеклышко! Тәк, бобуля, - иҫәпләгәс елкәһен тырнаған булды, - аҡсаң етеңкерәмәй бит, ярай, мин добрый кеше, үҙемдекен өҫтәрмен. - Ҡулындағын ҡабаланып түш кеҫәһенә йәшерҙе. - Бу-дьте готовы, покойника будем выносить к обеду!
Төшкә ҡарай фатирға алам-һолам кейенгән бер нисәү килеп керҙе, ҡулдарында алдан хәстәрләп индерелгән, күгәненән һурып алынған ишек. Юғалып ҡалды:
- Был, нимә?
- Һуң аяҡ-ҡулынан тотоп сығара алмайбыҙ ҙа инде, - тип ҡабаландырҙы-
лар тегеләр, - һеҙҙән башҡа тағы ике урынды хеҙмәтләндерәһе бар!
- Йүнлерәк башҡа нимә табылманымы ни?
- Слушай, әбекәй, һинең менән церимониться итергә ваҡытыбыҙ юҡ тин
ек бит, ҡартыңды ерләргә теләйһеңме, әллә юҡмы?
Ары ҡайымлашыуҙың файҙаһыҙлығын төшөнгәнгә күрә башҡаса һүҙ көрәш-термәне, ашыҡ-бошоҡ кейенә һалып тыш та быш килеп тар подъезд әйләнмәләр-ендә теге ишек йоратын уңға һулға ҡайырып түбәнгә төшөүселәрҙең артынан эй-әрҙе. Сәбәпһеҙ ҡурҡыуын еңә алмаған Ҡураныс ошо мәшәҡәттәрҙе ойошторорға тырышып егәрле ҡыланып унда-бында йүгергәләһә лә төп эшкә ҡағылманы, ә Өл-кән осто-гүҙе юҡҡа сыҡҡайны. Тышта көткән «Белорусь»тың тимер арбаһына ал-ып сыҡҡандарын утын тейәгәндәй ашыҡ-бошоҡ урынлаштырҙылар ҙа уны трак-тор кабинаһына ултыртып ҡуҙғалдылар.
Зыяратта уларҙы көтәләр ине инде. Биттәрен йөн баҫҡан, спорт кәпәсен күҙҙәре-нә тиклем батыра кейгәне трактор килеп туҡтау менән алама, күреге тишек хром-каһын ҡоласлап һуҙып ниндәйҙер иләмһеҙ көйҙө уйнап ебәрҙе, уға тере һөлдәгә тартым, ҡолға буйлы кәлберләк кәүҙәлеһе скрипкаһы менән ҡушылды, өсөнсө-һө, пионер ойошмаһынан ҡалған барабанды муйынына элгәне, таяҡтарҙы дәртле бейетеп дөңгөр ҡағырға тотондо. Хромка хужаһы әҙерәктән урынға тап килмәгән йырҙы моңһоҙ һуҙып ебәрҙе. Бүре олоуына тартым сыйылдауға кемуҙарҙан тегел-әре ҡушылды:
Шумел камыш, деревья гнулись,
А ночка темная была.
Одна возлюбленная пара,
Всю ночь гуляла до утра...
Нурбикә ҡәбер ситенә баҫты ла насар төш күреп һаташҡан кешеләй бәүелеп тик торҙо. Асарбаҡтар, тырышып, ихлас эшләне. Барыһы ла тамамланғас Ҡураныс ҡайҙандыр өс бөртөк ҡәнәфер сәскәһе килтереп сығарып түмәләс өҫтөнә һалды, үҙе ғәйепле кешеләй мығырҙаны: «Почему то сегодня розы не продают, ладно, по-том принесем…» Нурбикә әҙерләп килтергән хәйерен өләште. Шуны ғына көткән төркөм йүгерә-атлай күҙҙән дә юғалды. Оҙаҡ торҙо баҫҡан урынында ҡатып, күҙ алдынан Таңатары менән йәшәлгән йылдар кинокадрҙарылай ағылды. Тағы ла ябалаҡлап ҡар яуырға тотондо ла түмәләсте аҡ ҡосағына алды. Ҡәнәферҙәр, уттай янған ҡәнәферҙәр шул аҡлыҡҡа күмелергә теләмәй тере ҡуҙҙай көйрәп яндылар ҙа яндылар…
Ә Нурбикәнең ҡолағына Таңатарының моңло йыры сағылғандай итте:
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә,
Юлаусынан ҡалған бер күмер…
Ҡар тағы ла көслөрәк итеп, көрәп яуырға тотондо. Йәйәүләп иҫкән ел көсәйә барып ер өҫтөндәге ыуыҙ ҡарҙы күккә олғаштырып ойоҫҡотто ла ҡабаттан аҫҡа быраҡтырып күҙ асҡыһыҙ буран хасил итте. Шул ажғырған дауыл эсендә елбер-ләгән аҡ шаршау эсенә йорттар, ағастар, фараларын яғып елгән машиналар, ҡы-рмыҫҡалай йыбырлап ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләр инеп буталды. Донъя бутал-ды. Шул ғәрәсәттең көмбәҙен тәшкил иткән болоттар көтмәгәндә ҡап урталай ярылып араһынан ҡояш нуры ялтырап күренде. «Таңатарҙың керһеҙ яҡты йәне асманға ашты…»
Бер нисә көн үткәс һуң ғына ишек шаҡынылар. Подъезда теге, Таңатарҙы ерлә-гән көндә юғалған Өлкән тора ине.
– Ни кәрәк? - Килеүсене эскә үткәрергә теләмәй ишеккә арҡыры баҫты.
– Слушай, баб… инәй, һиндә ине бит әле йомош…
– Йомошоғоҙҙо үтәр кеше түгелмен. Аҡса һораһаң да бирә алмайым.
– Бирәсәгеңде әйтәһеңме, - әле генә һөмһөрө ҡойолоп торған Өлкән тере-мекләнеп китте, - кәрәкмәй, улар хаҡында оноттом инде, списал их, так сказать.
– Һуң?
– Һөйләшәһе һүҙебеҙ һинең ҡартың хаҡында. Батыр һуғышҡан бит ирегеҙ, юбилей миҙалдарын иҫәпкә алмағанда ғына ла хәрби орден-миҙалдары әллә күп-ме!
– Эйе, ҡурҡаҡтарҙан булманы.
– Эш шунда, шул наградалар кәрәкһеҙгә эленеп тора бит хәҙер.
Тегенең тел төбөн аңлап алды:
– Шулар артынан килдеңме?
– Улай уҡ түгел. Һатығыҙ миңә уларҙы. Һәр береһенең тәғәйен хаҡы бар. На ходу орден Боевого Красного Знамени, медаль «За отвагу». За эти награды можно сорвать большие деньги. Все по-честному, так сказать, по рыночной цене.
– Ордендарҙы ил һаҡлаған өсөн бирәләр, улар һатылмай.
– Ниндәй ил хаҡында һүҙ алып бараһың, бабуля! - Ошоғаса сөсө ҡыланған Өлкән әрһеҙләшә башланы. - Күрһәт миңә томандай таралған, юҡҡа сыҡҡан илде, ҡайҙа ул? Кисә бар ине, бөгөн юҡ!
– Һин баҫып торған ер ул тыуған ил!
– Мин баҫып торған ер башҡалар һанға һуҡмаған, иҫәпләшмәгән, теге емерелгән илдән ҡалып бөгөн хәйерсегә терәлгән бер ярсыҡ ҡына, бик беләһегеҙ кил-һә! Унда урланыры күптән урланып бөткән, таланыры таланған. Так что лови мо-мент, яҡшы аҡса тәҡдим итәм!
– Бар, кит янымдан! - Нурбикә күҙҙәрендә хәтәр осҡондар уйнатты. Ветерандарҙың намыҫын таларға юл ҡуймам! Мин яңғыҙ түгел! - Ышандырырға теләп һуңғы һүҙҙәренә баҫым яһаны.
– Дура, кому ты нужна?! Тебе подобные не только одни, но и жалки и нечто-жны. Ты одна, одиношенька, запомни это, богом забытая старушка. Твоего стари-кашку, похоронили хоть по-человечески, тебя некому будет даже закопать, подо-хнишь как последняя сучка!.. – Өлкән ҡаты һүгенә-һүгенә, баҫҡыстарҙы аша-төшә баҫып төшөп китте.
Теге ваҡыт яңғыҙ түгелмен, тип шәптән һалдырһа ла Нурбикә япа-яңғыҙы то-роп ҡалды. Әйтерһең дә Таңатары үҙе менән донъяның нурын, йәшәүҙең мәғәнә-һен алып китте. Фатир бөләңгертләнде, унан ҡот-бәрәкәт ҡасты, үҙе лә һиҙелдер-еп, күҙгә күренеп миктәне. Ошоға тиклем абайламаған да, тәҙрәләрҙән, фанера ишектән һалҡын үтәнән үтә бәреп өрә икән дә баһа. Ул ғына ла түгел, баҡтаһы йолҡолоп яртылаш ҡойолған үшән аттай тыш яҡтан штукатуркаһы урын-урыны менән ҡубып төшкән стеналарҙағы ҡомға әүерелеп таралырға әҙер иҫке кирбестәр бына-бына ишелеп төшөр ҙә йорт емерелер төҫлө. «Әй, емерелһен дә, бөтә донъя ҡыйралһын, аҫты өҫкә килһен, Таңатарһыҙ йәшәүҙән йәм дә, тәм дә ҡалманы…»
Хәҙер уның көнө бер төрлө башлана - иртәнсәк тора ла ҡала зыяратына барып Таңатарының хәлен белә. Ерләгәндән һуң ҡалған аҡсаға мәсеткә барып иренең өсөн, етеһен уҡытып хәйер ҡалдырҙы, шунан тимер рәшәткә, аҡ мәрмәргә фотоһын йәбештереп ҡәбер ташы эшләткәйне, хәҙер иренең һуңғы төйәге, башҡа әрүәхтәрҙекенән кәм түгел, йыйнаҡлығы менән үҙенә саҡырып ҡаршы ала. Һалҡын тимер-гә эйәген терәп, аҡлыҡ эсенән мөләйем йылмайып ҡараған яҡынына төбәлә, уны тере килеш күргәндәй булып күңеленә йыуаныс таба. Зыяратҡа килеүенең тағы бер әтнәкәһе бар – Таңатарының эргәһенә ят берәүҙе ерләп ҡуймаһындар, тип, ҡурсып та йөрөүе, сөнки күҙҙәрен мәңгелеккә йомһа эргәһенә ҡушарлап ятасаҡ. Урынды Валентинаға күрһәтте, теләген еткерҙе. Уның уйы бойомға ашыр, ашмай ҡалмаҫ, хәҙер бит үлгәндәрҙе яңы зыяратҡа ерләй башланылар. Оҙаҡ тора бер ур-ында ҡатып, йоҡа сепрәктән тегелгән итек кейгән аяҡтары сәңкей башлауын той-ғас ҡына ҡайтыр яҡҡа борола. Шәүләләй ҡыймылдап ҡала урамы буйлап атлай, уны күҙгә лә элмәйҙәр, әйтерһең ул донъяла юҡ, әйтерһең ул күҙгә күренмәҫ өрәк. Ҡайтып инә лә өҫтөндәге кейемен сисә, залға үтә, аяҡтарына йылы шипатайын ҡатып, телевизор тоҡандырып диванға ултыра ла экранға төбәлә. Телевизор был йортта донъя менән аралашыр, уны яңғыҙлыҡтан аралар берҙән бер сығанаҡ. Ба-шҡа эштәр менән шөғөлләнгән мәлдәрендә лә телевизорҙы һүндермәй: әйҙә фат-ирына йәм-ҡот бирһен. Мәгәр ниндәй генә йәм инде, әүәле яңылыҡтар сәсеү, ур-ып-йыуыу, төҙөлөш хаҡында бара торғайны, хәҙер үлтереш, йә талау тураһынд-ағы хәбәрҙән башлайҙар, ҡалған ваҡытта тауарҙарҙы маҡтаған бөтмәҫ рекламалар-ҙы әйләндерәләр, йә бай йәшәп, май кикергәндәрҙең йәшәйешен күрһәтеп эсте бошоралар. Ә уның көнө ярты түтәрәм икмәк тә ҡоро һыуға ҡалды. Пенсияға тик-лем дә егерме көндән ашыу ваҡыт бар әле, ә үтескә кемдән генә һораһын һуң, күр-шеһе Валентинаны тикшерелергә Өфө дауаханаһына ебәргәндәр икән. Телевизор-ҙан тыуған көн кисәһен үткәрергә саҡырып хәтәр шәп залды күрһәтергә тотондолар - әйтеп тораһы түгел, килештергәндәр, батшалар тәғәмләнер күрмәлекле мө-йөш төҙөгәндәр. Ошо ерҙә кинәт зиһене нурланып киткәндәй итте: һуң иртәгә бит уның да, Таңатарының дә тыуған көндәре! Улар бит икеһе лә бер көндә тыуғандар, тик айырма шунда ғына Таңатары унан биш йәшкә олораҡ ине. Ике тантананы бер көндә билдәләйҙәр, тантана тигәс тә олонан ҡупҡаны түгел, ғаилә өсөн хәстәр-ләнгән табын. Бер-беренә күрһәтмәй генә бүләк әҙерләнә, тик улар бер ваҡытта ла үҙгәрмәй: ул Таңатарына йылдың-йылы бәйләп йылы ойоҡбаш бүләк итә, ә ул ун-ың яурындарына сәскәле яулыҡ яба. Бер иш бүләктәргә лә тәүге тапҡыр ҡабул иткәндәй ҡыуанып китәләр, ире ойоҡбашты кейеп алып таҡмаҡ әйтеп ебәрһә икәүләп бейергә төшәләр. Өй эсе күңелле ауаздарға тула. Бик тә илһамланып-дәртләнеп китһә Таңатары йырлап та ала. Шунан ике кеше өсөн генә тәғәйенләнгән ҡор-лауға етешәләр. Көн дә ашалған ризыҡ тимәй Таңатары етештерелгәнде маҡтарға тотоноп китә, ауыҙын тултырып ашай, ә ул ҡәнәғәт йылмайып, ҡулын эйәгенә те-рәп ирен күҙәтә…
Зиһенен ҡуҙғытҡан яңылыҡ уға тынғылыҡ бирмәне, тыуған көндәренә һыйлы өҫтәл әҙерләргә теләп аш бүлмәһенә үтте, һыуытҡысын асып ҡарап, өҫтәлгә күҙ йүгертеп ризығын теүәлләне: һыуытҡысында әҙерәк май, еләк ҡайнатмаһы, йәнә ярты банка һөт, өҫтәл өҫтөндә теге, бер аҙ ҡата төшкән түтәрәм икмәк ҡалған. Бар һый шунан ғибәрәт. Бының менән генә табын ҡорормон, тимә. Тағы ла берәй ни-мә табылмаҫмы, тигәндәй әйләнгеләне лә кире урынына барып ултырҙы. Телевиз-орҙан ҡабатлап теге тыуған көн үткәреү табынын маҡтайҙар, өйрөлтөп йөрөп һы-ғылып торған өҫтәлде күрһәтәләр. Эсе бошоп тороп китте лә ҡорғаны тартылма-ған тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты. Ундағы сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән тимер һа-уытты аҡтарып ике асарбаҡ соҡона, ҡулдарындағы тимер ырғаҡҡа эләккән йүнле нәмә пакетҡа һалына. Бына ҡыҫҡа буйлы йыуантығы нимәнелер эләктерҙе, уны күреп ҡалған оҙон буйлыһы иптәшен этеп ебәреп бәхәсәшергә тотондолар. Теге, табылдыҡ хужаһы киҙәнеп һонторға тондорҙо, китте талаш, китте сыр-сыу. Ары нимә булғанын күрергә теләмәй ҡорғанды тартып стенаға барып һөйәлде. Был мәлдә телевизорҙан билдәле кәмитсенең яңы һалған йортон күрһәтергә тотондолар. Ике ҡатлы ҡыҙыл кирбестән һалынған коттедж боронғо байҙарҙың бейек диуарын хәтерләтә, йәнәһе лә теге кәмитсе төҙөрҙән алда ошо һарайҙы төшөндә күргән! «Төш күреү менән генә аҡсаң булмаһа төҙөрһөң төҙөмәй ҙә!» Стенаға барып һөйәлде. «Ниндәй замана китте, ҡаты-ҡото, алам-һолам өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙерҙәр, күптәр хәйерсе хәлендә тереклек итә, кәмитселәр батша ҡоронда нужа күрмәй йәшәй…» Тәҙрәнән, йәнә телевизорҙан төшкән яҡтылыҡтан мөйөшкә ҡуйылған еҙ самауыр тоноҡ ҡына балҡый. Әүәле шул балҡыштан өй эс-енә байманлыҡ, ҡот-бәрәкәт ағыла һымаҡ ине, хәҙер һарғылт нурҙар зәғиф сырха-улыҡ ҡына тарата. «Был донъяла әҙәм балаһы ғына түгел, әйберҙәр ҙә ҡартаялыр күрәһең. Килгәндән алып булмышын ҡуҙ-күмер йылытмаған, ҡапҡасынан ҡайнар боҫ бөркөлмәгән бынау еҙ самауыр ҙа үлем сигенә етте бит…»
Һалҡын түшәгенә ятҡас та йоҡлап китә алмай бошаланып әйләнгеләне. «Ирт-әгә Таңатарының тыуған көнө… Әгәр тере булһа һикһән бишен тултырыр ине… Ҡайһылай ҙа сыҙамлы булған ул, һуғыш яраларына бирешмәй ошо көнгә килеп етте бит. Шунда ла әле етеҙ хәрәкәтләнеп, йор һүҙе менән күңелгә йылы өҫтәп йө-рөп ятты. Аҙаҡҡы көндәренә тиклем түшәккә ятманы, аһ-зарын тышҡа сығарма-ны… »
Һуңғы тыуған көндө бында килгәс, ошо фатирҙа үткәрҙеләр. Магазин һыйын алып үҙенсә өҫтәл хәстәрләне. Табын артына ултырғас Таңатар түш кеҫәһенән алдан әҙерләгән бүләген сығарҙы. Усында матур көмөш балдаҡ ине. «Нурбикәм, бергә йәшәгәнебеҙгә быйыл 60 йыл да булып киткән, шуға йоланы боҙоп ошоно алдым да ҡуйҙым », тине ғәйепле төҫтә. Ә ул баҙарҙан барып дебеттән бәйләнгән ойоҡб-аш алғайны. Ире шундуҡ кейеп алды, тик ғәҙәтенсә бейеп китмәне, күңелһеҙ йыл-майҙы ла, һүрәнке тауышланып өҫтәне: «Рәхмәт… ҡайһылай йомшаҡ, йылы…» Өҫтәлдәге һыйға ла ҡағылманы нишләптер, бары ҡалағының осона ғына эләкте-реп татлы эремсектән ауыҙ итте лә хәбәргә әүрәтеп ашау-эсеүҙе онотторҙо…
Һалҡын түшәге йылынғайны, күҙ ҡабаҡтары ла ауырайҙы, төшөнә ап-асыҡ төҫмөрләнеп Таңатары инде. Аҡтан аҡ костюм-салбар кейеп алған, түшенә барлыҡ орден-миҙалдарын таҡҡан, ҡулында инәнән-тыума яланғас, яңы тыуған бала, үҙе һүҙҙәрҙе асыҡ итеп һөйләй: «Ҡарсыҡ, алай ҙа теге килмешәккә орден-миҙалдарҙы һатманың, улар бит күрһәткән батырлыҡтарым ғына түгел - беҙҙең илдең үткәне, тарихы, минең, һинең яҙмыш. Йәнә иртәгә бит тантана, икебеҙҙең тыуған көн, ал әле кибеттән теге мәлдәге эремсекте, шуның тәме һаман да тел осомда тора. - Шу-лай тине лә ҡулындағы бәпесте уға һондо. - Тыуған көнөңә бүләккә ошо баланы ал…» Таңатары уға ҡарап ынтыла, ә ул уға, ә ике арала теге бәпес. Тәки үрелеп етә алманы… Һиҫкәнеп уянып китте, эргәһендәге тумбочка өҫтөндәге өҫтәл шәмен ҡабыҙҙы. Төшөн үҙенсә юраны: «Таңатары уға бәпес бүләк итергә теләгән дә бит, ғәйеп унда булған. Әгәр эргәләрендә балалары йөрөп ятһа был хәлгә лә төшмәҫ-тәр ине. Уртаҡ бәхетһеҙлектәре уның намыҫында, тимәк…» Кәшелүген табып ун-ың төбөндә сылтыраған тиндәрҙе усына һалып әүәләне, унда хатта икмәклек тә аҡсаһы юҡ ине. «Фәҡирлек, хәйерселек, ниндәй көнгә ҡалды ул…» Яралы инә ҡо-штай иңрәү тауышы сығарып күҙ йәшһеҙ генә үкһене, шул килеш түшәгенә ҡыр-ын ауып бөгәрләнеп ятты.
Иртәгеһен ниндәйҙер еңеллек менән килеп торҙо, ваннала йыуынып, таҙарын-ып алды, байрамда ғына кейгән матур күлдәген кейҙе, Таңатарының бүләге - яратып ябынған сәскәле яулығын ябынды,ҡоролай ғына булһа ла, сәй ҡайнатып эсте. Ишеген бикләп ярым ҡараңғы подъезға сыҡты ла хәле бөткәндәй стенаға һөйәлде. Ары ҡайҙа юлланырын тоҫмалланы: «Хәҙер зыяратҡа барам, ары магазинға…» Тик ни өсөн унда барасағы һәм аҡсаһының юҡлығы хаҡында ғына уйламаны.
Сығыу менән өҫтөндәге пальтоһы аша үҙ хакимлегенә ингән сасҡау ҡыш һалҡ-ынлығын тойҙо. Ошо нәмәне бында, ҡалаға килгәс алған булғайнылар, ни тиклем маҡтап һатһалар ҙа яһалма сүс-мамыҡтан тегелгәс шыпа йылы тотмай. Төҫө лә алған мәлдә сағыу күренә ине лә, бер нисә тапҡыр кейеү менән буҙарып ҡалды. Арзанлы, сифатһыҙ кейем хәҙер сисеп ырғытҡыһыҙ булып кәүҙәһенә һылашҡан. Ошоно кейһә үҙен ҡабырсаҡҡа инеп йәшеренгән ҡусҡарҙай итеп тоя. Ул ғынамы, анау һалҡында ҡожорайып ҡатҡан һорғолт йорттар ҙа, вайран килеп сүп -сар һи-белгән урам да, эргәһенән кейем яғаларын торғоҙоп, йә көләпәрә эсенә баштарын йәшереп үткән-һүткәндәр ҙә, хатта баш осонда насар йыуылған керҙәй аҫылынған төҫһөҙ болоттар ҙа уның ише шыҡһыҙ, сисеп ырғытҡыһыҙ кейем кейгәндәр төҫлө. Сараһыҙлыҡ-өмөтһөҙлөктән, битарафлыҡ һәм нәҫ баҫыуҙан туҡылғандыр был ке-йем…
Иренә зыярат ҡылғанда ла, кире боролоп ҡайтыу яғына атлағанда ла, халҡы мы-жғыған супермаркет эсенә ингәндә лә мейеһен күңелһеҙ уйҙар игәне. Иртәнге ең-еллеге ҡайҙалыр юғалды, сәбәпһеҙ күтәрелгән кәйеф-дәрте һүрелде.
Күптәр ҡабыр тәғәм эҙләп сүп-сарҙа соҡона, бында затлы ризыҡтарҙан, әллә ҡайҙарҙан килтерелгән тәм-томдан, тамылйып бешкән емеш-еләктәрҙән хасил ҡа-тлы-ҡатлы, оҙон кәштәләр араһы ожмах юлын хәтерләтә, теләгәнеңде һайлап ал, аҡсаң ғына булһын. Уның Таңатары бына ошо мул тормош өсөн һуғышманымы ни? Ул ғынамы, миллионлаған ир-егет яҡты киләсәк өсөн яу яландарында ҡан ҡо-йоп ҡорбан булды, ә тылдағылар йоҡоһоҙ төндәр, ас-яланғаслыҡ, емереклектәр аша, тындары менән тартып алырҙай булып еңеү таңын яҡынайттылар. Ә тормош һуң кемдәр ҡулына ҡалды? Йылғырлыҡ, әрһеҙлек, оятһыҙлыҡ өҫкә ҡалҡты бөгөн, ғәҙел йәшәргә ынтылыусылар һантыйҙар хисабына индерелеп эт типкеһендә йөр-өй. Нурбикә рәттәр буйлап атланы, үҙе етеҙ ынтылып йәне тартҡан ризыҡты этеп йөрөтмәле арбаға тултырҙы: «Бөгөн Таңатарының тыуған көнө, тыуған көнө… тыу-ған көнө…» Ошо мейеһен сүкегән үҙһүҙле уй уның аныҡ фекерләү ҡеүәһен тома-ланы, сая алабарманлыҡҡа этәрҙе. Арбаһы тулып китеп ҡулына эләккән татлы эремсекте кеҫәһенә тыҡҡан мәлдә лә бының ары ни менән бөтәсәге хаҡында уйлап та ҡараманы.
Бына ирендәрен ҡан ялаған эттәй итеп сағыу ҡыҙартҡан тәтәй ҡыҙ ҡунаҡлаған кассаға килеп төртөлдө. Ҡыҙ осло тырнаҡлы бармаҡтарын килешле бейетеп аҙыҡ-түлектең хаҡын иҫәпләп эргәһендәге икенсе кәрзингә күсерә башланы һәм уҡтай тырпайған яһалма керпектәрен наҙлы елпеп түләр хаҡты әйтте.
Ниһайәт, уйланмаған эш ҡылыуын аңлаған Нурбикә, кеҫәләрен ҡаҡҡылаған булып аҡланғандай һөйләнде:
– Балам, хата миндә, кәшелүгемде өйҙә онотоп ҡалдырғанмын бит әле. - Аҡсам юҡ, тип әйтергә теле әйләнмәне.
– Вы что, я уже выбила сумму, теперь как быть, составить акт? Далеко жи-вете? - Ғәҙәти эш ағымы тотҡарланған һатыусы ҡорт саҡҡандай сәбәләнеп китте.
– Алыҫ шул, алғанымды иҫәпләгеҙ ҙә кире алығыҙ ҙа ҡуйығыҙ.
Аҙыҡ-түлекте ҡабаттан иҫәпләп әллә ниндәй ҡағыҙ тултырғансы апаруҡ ваҡыт китте. Сират тотҡарланыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдергән һатып алыусылар шаулаша башланылар. Бына ул башын баҫып сығыу яғына йүнәлде. Һатыусы зәһәр ыҫылда-ны:
– Ходят тут всякие бомжихи…
Шәшке тун, шундай уҡ кәпәс, затлы итектәр кейгән ҡатын гөнаһһыҙ ҡиәфәттә ошаҡлашты:
– Вы у этой, с ума выживший бабки проверьте карманы, найдете там что-то интересное…
Шуны ғына көткән тейерһең, теге ҡыҙ һөсләтелгән эттәй ташланып уның беләге-нән матҡый һалып алды ла кире касса янына өҫтөрәне, шунан кеҫәһенә әрһеҙ тығ-ылып татлы эремсекте сығарып үлсәгес табаҡсаһына һалғас әсе сәрелдәне:
– Эй, охрана, люди воруют продукты, куда смотрите, быстро сюда! А остальные, видели варованный продукт? Будьте свидетелями!
Сират буйлап яңынан ризаһыҙ геүләү йүгереп үтте:
– Вот время пошло, а, бабки стали воровками!
– Хәҙерге әбейҙәр урлашыу ғына түгел, эсеүгә лә әүәҫләшеп алдылар ул!
– Оят, инәй, - быны урта йәштәрҙәге ҡатын әйтте, - йәштәргә ҡайһылай шәп өлгө күрһәтәһегеҙ!
– Бабка, мой совет, воруй вагонами, никто слово не скажет, не заметит, а ты мелочишься, сырки… - Әзмәүер кәүҙәле ир нотоҡ уҡығандай аҡыл өйрәтте.
Йыуынды һыуҙай өҫтөнә ауҙарылған ғәйепләүҙәрҙән юғалып ҡалған Нурбикә аптыраулы ҡарашын тирә-йүнгә атты, тик ҡайтарып нимә лә булһа әйтергә көсө-нән генә килмәне, теле аңҡауына йәбешкәйне. «Мәсхәрә, ҡартайған көнөмдә нин-дәй түбәнселеккә төштөм… Оятыңдан ер тишегенә ин, ят та үл… Тиҙерәк бынан алып китһендәр ине, милицияла тикшерһендәр, төрмәгә япһындар, тик былайтып, рисуайға ҡалдырып мир алдында ғына һерәйтмәһендәр…»
Һаҡсылар ҡултыҡлап супермаркеттың төп яғындағы тар ғына бүлмәгә алып инделәр. Унда, өҫтәл артына ҡунаҡлағаны, һорашып-белешеп тормай, ниҙер яҙы-рға тотондо. Тиҙ һәм белекле төҫтә эшләй, тимәк тәү тапҡыр башҡармайҙыр был шөғөлдө. Алып инеүсенең ишеккә арҡыры һөйәлгәне телгә килде:
– Срочно хозяину надо звонить, он ведь лично занимается вопросом воровства…
Нурбикәнең тыны ҡыҫылды, йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды, төртәләнеп барып эр-гәһендәге ултырғысҡа һаҡҡас бөгөлөп төштө, ары бушлыҡтан тотанаҡ эҙләгәндәй ҡоласын йәйеп һәрмәнеп иҙәнгә йығылды. Алыҫтағы тауыштар баҙ төбөнән килг-әндәй тоноҡ ишетелә:
– Может вызвать врача? Бабка ненароком копыту откинет, беды не миновать…
– Не надо никого вызывать, не видишь что ли, претворяется, отсюда выпустишь, сразу побежит.
– Нурбика, Нурбика апа, слышишь меня, что с тобой, это я…
«Был бит Валентина, Өфөнән ҡайтҡан… Түшендә шеше бар, тип өҫтәмә тикш-ерелеүгә ебәргәндәр ине бит, имен генә йөрөп әйләнһә арыу булыр ине. - Үҙ көнө үҙенә саҡ хәлдә лә күршеһен ҡайғыртты. - Ул да моғайын магазинға ингәндер ҙә ошо хурлыҡлы тамашаны күргәндер…»
– Валентина, ғәфү ит, шайтан ҡоторттомо ни, урлыҡҡа төштөм ҡартайған көнөмдә… Ярлыҡау көтмәйем, кәрәкмәй,оят, бик оят миңә… Ерләр урынды белә-һең, бында һинән башҡа ышаныр кешем ҡалманы - Ҡан ҡасҡан, һиҙгерлеге юғала барған ирендәрен саҡ ҡыймылдатып әйтте.
– Оятыңдан үлмәй тор, Нурбика! Нисек тә бергәләп йәшәрбеҙ әле, йәшәрб-еҙ! Һуңғы мәлдә килеп индем, аралап өлгөрә алманым! - Валентина һаман үҙәлән-еп үтенә бирҙе. Тирә-йүндәгеләренә ҡысҡырҙы. - Ул бит кешенең энәһенә лә һорауһыҙ ҡағылмай! Алған аҙыҡ-түлегенең хаҡын тулыһы менән үҙем түләйем, ебәр-егеҙ уны!
– Юл бирегеҙ, хужа килде! - тип ҡысҡырҙы ир тауышы.
Күҙҙәрен асты. Ҡуйы томан аша уны битараф ҡиәфәттә ҡыҙыҡһынып күҙәтк-ән, маңлайының ҡап яртыһын алтмыш алты һанына тартым һоро миң япҡан теге ирҙе күрҙе.
Нурбикәнең, илай белмәгән Нурбикәнең өмөт сатҡыһы тойомланмаған төҫһөҙ күҙҙәренән һаран йәштәре һығылып сыҡтылар ҙа сырыш биттәре буйлап түбәнгә һарҡтылар. Ауырлыҡтарға бирешмәгән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән ҡарсыҡ, ҡартайған көнөндә хәйерселеккә этәреп уғры хәленә төшөргән ҡәһәрле көндәрен ләғнәтләп, оятына сыҙай алмай илай ине. Иң һуңғы мәлдә ҡолағында бәпес ауазы яңғыраны, теге Таңатары һонған, ә ул үрелеп ала алмаған йоморосай баланы яңы-нан күргәндәй итте. Йәшле йөҙөндә бер аҙға ғына, болот араһынан сағылып ҡалғ-ан ҡояш нурылай йылмайыу ишараты төҫмөрләнде лә бөтөнләйгә һүнде. Аҡтыҡ көсөн йыйып упҡынға ҡарай атылырға ашҡынған йөрәген ҡушуслаған Нурбикә ҡараңғылыҡҡа сорнала барған яҡтылыҡтың үҙәгендә һаман да теге иблес мөһөр-лө ҡушйоҙроҡтай башты күргәс, фанилыҡҡа һуңғы ауазын оҙатты:
– Донъя һеҙҙең һымаҡтарға ҡала… Үкенес…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.