

Аҙағы. Башы ошонда
Шаҡтай ғына ваҡыт үтте. Ҡаршы яҡтар бер-береһенә күтәрелеп ҡараманы, һөйләшмәнеләр. Ҡайҙандыр осоп ингән бал ҡорто ғына, бер туҡтауһыҙ безелдәп, тәҙрәне «штурмлау»ын дауам итте.
– Баҫығыҙ, суд килә! – тигән тауыш залдағыларҙы һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Суд ҡарар итә. – Судья бөтәһенә лә ишетелерлек тыныс тауыш менән уҡыуын башланы. – Беренсе: Тәпәләп мәктәбе директоры гражданин Мөслим Надир улы Яушев тарафынан урындағы коллектив договорҙы һәм хеҙмәт тураһындағы кодексты тупаҫ рәүештә боҙоп, үҙ башбаштаҡлығы менән гражданка Франгиза Сәғит ҡыҙы Үлмәҫҡолованы эштән бушатыу тураһында яҙған приказды ғәмәлдән сығарырға;
икенсе: гражданка Франгиза Сәғит ҡыҙы Үлмәҫҡоловаға эшенән бушатылған көндән алып әлеге суд ҡарары сыҡҡан көнгә тиклем түләнмәгән хеҙмәт хаҡын, тарификацияла ҡаралғанса, Тәпәләп урта мәктәбе директоры гражданин Мөслим Надир улы Яушевтың кеҫәһенән түләтергә;
өсөнсө: Тәпәләп ауыл хакимиәте башлығы гражданин Самат Сәлим улы Фәйзуллиндан, нахаҡ яла яғып мыҫҡыл иткәне өсөн, гражданка Франгиза Сәғит ҡыҙы Үлмәҫҡолова файҙаһына илле мең һум күләмендә әхлаҡ зыянды ҡаплатырға, аҙна эсендә уға ауылдың бөтә урамдарындағы ҡоймаларын да буятып сығырға, артабан уның әлеге вазифала ҡалыу-ҡалмау мәсьәләһен хәл итеүҙе район хакимиәтенә йөкмәтергә!
Ошоноң менән суд ултырышы тамам! – Судья алдында ятҡан суд сүкешен шапылдатып өҫтәлгә һуҡты.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Тәпәләп ауылы икегә бүленде: бер төркөм халыҡ – властар яғында, икенсеһе – оло еңеүҙәргә ирешкән хөрмәтле Франгиза Сәғитовна яҡлы. Эйе, авторитет тигәне бермә-бер үҫеп китте уҡытыусының. Уның менән һәр ерҙә иҫәпләшәләр, түрҙән урын бирәләр. Әтәстәрҙең пыр туҙышып һуғышҡандарын күргәнегеҙ барҙыр. Еңелеүсе әтәс, күшеккән тауыҡ шикелле, башын түбән һалындырып, йүгерә-атлай ситкә ҡасып китә, ә еңеүсе әтәс, күкрәген киреп, ҡанаттарын йәйеп, башты юғары сөйөп һәм, әлбиттә, иң бейек кәртәгә баҫып, «Бөтәгеҙ ҙә мине күрегеҙ, бына мин – еңеүсе!» тигәндәй, бар тарафҡа оран һала.
Дә-ә, өҫтәгеләр иҫкесә идара итә алмай, аҫтағылар яңыса йәшәргә теләй торған ваҡыттар етте. Тәпәләптә ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башланды. Ләкин үткән быуаттың егерменсе йылдарында бында йәшәгән халыҡ бер-береһенә ҡаршы һәнәк, салғы күтәреп барһа, бөгөнгө тәпәләплеләр башҡасараҡ көрәшеү ысулдарын тапты. Был аңлашыла ла: элекке наҙандар ҡултамға урынына һәнәк йә тәре һүрәте төшөргән. Ә бөгөнгөләр? Бөгөнгөләр бөтәһе лә исем-фамилияһын яҙа белә, һәр ҡайһыһының урта белеме бар. Урта мәктәптә уртаса белемле уҡытыусылар уҡытҡас, белем дә уртаса була.
Бына шул икегә бүленгән халыҡ, аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышҡан шикелле, бер-береһен һис аямай әле район мәғариф бүлегенә береһе икенсеһе өҫтөнән шикәйәт яҙа, әле – хакимиәткә, әле – министрлыҡҡа, әле – суд, собес, милиция, редакция, прокуратура органдарына. Тикшереү артынан тикшереү, йыйылыш артынан йыйылыш. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә ауыл үҙе тоҡандырған утлы табала бейей.
Самат Сәлимович Фәйзуллин өҫтөнән дә ялыуҙар, боҙло ямғыр шикелле, баш күтәреп эшләргә ирек бирмәй, ишеп яуып тора. Ул суд ҡарарҙарын еренә еткереп, теүәл үтәргә бөтә көсөн һалды: район хакимиәтенә сығып, ҡалған ҡоймаларҙы буярға аҡса юлланы. Ләкин унда лимит юҡлыҡҡа һылтандылар. Аптырап, төрлө эшҡыуарҙарға барып баш эйҙе. Бер аҙ тапты-табыуын. Ай һайын Франгиза Сәғитовна файҙаһына тотоп ҡалынған хеҙмәт хаҡының үҙенә тейешле һуңғы һумдарын ҡушып, ҡалған ҡоймаларҙы ла мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә буяп сыҡты.
Бер көн хакимиәт бинаһы ҡаршыһына юл хәрәкәте хеҙмәте машинаһы килеп туҡтаны. Унан төшкән милиция капитаны бүлмәгә үтте лә, честь биреп, үҙе менән таныштырғас:
– Бына Һеҙҙең өҫтән сираттағы шикәйәт, – тине. – Аноним хат рәүешендә яҙылһа ла, факттар күҙгә бәрелеп тора. Ысынлап та, ҡала менән Тәпәләп араһындағы юл ситтәрен дегәнәк, шайтан таяҡтары баҫты. Саптырмайһығыҙ. Һеҙгә үткән айҙа ошо турала яҙма киҫәтеү ебәргәйнек. Кәмселектәрҙе бөтөрөргә бер ай ваҡыт та биргәйнек. Үтәмәгәнһегеҙ. Бына һеҙгә бер мең һум күләмендә штраф түләү өсөн ҡарар менән квитанция ҡалдырам. – Капитан арҡаға аҫылған махсус күн сумкаһынан бланктар алып тултырҙы ла Самат Сәлимовичҡа һуҙҙы.
Тәртип һаҡсылары менән һүҙ көрәштерергә яратмай хакимиәт башлығы. Шуға ла:
– Хараша, – тип кенә ҡуйҙы. Ғөмүмән, ул кешегә ҡарата үс һаҡламай. Судта үҙенә ҡаршы сыҡҡан, яҡлап бер йылы һүҙ әйтмәгән, ҡул аҫтында эшләп, унан игелек күргән хеҙмәткәрҙәрен дә ғәфү итте.
Мәгәр түҙемлектең дә төбө төшә. Кәзә майын сығарып көн күргәнсе, ул тынысыраҡ эш һайларға булды. Үҙ теләге менән ғариза яҙып, хакимиәт ҡамытынан арынды ла, дилбегәне ошо постҡа тәғәйенләнгән клуб методисы Тәлиғаға тапшырып, фермаға юлланды. Ауыл көтөүен көтөргә, фермала малсы булып тир түгергә һәр ваҡыт вакансия була.
– Үҙемә үҙем – баш та, түш тә, бер кем менән дә эләгешәһе юҡ. Быҙау-һыйырҙарҙы пыр туҙҙырып тиргәһәм дә, миңә ҡаршы береһе бер һүҙ әйтмәйәсәк. Хайуан һин, скотина, сәбәке, тип ебәр – көйшәп, тыныс ҡына, аҡыллы күҙҙәре менән ҡарап, тыңлап тик торасаҡтар. Жизнь хараша! – тип йыуатты үҙен Самат Сәлимович.
Ферма тигәс тә, уҡыусым, ул элекке совет осорондағы гөрләп торған ферма түгел инде. «Кем өлгөргән – шул сәлдергән» принцибынан сығып, райондың аграр бүлеген етәкләүсе Мөштөк Һәүбән малайы Мирхәтим ферманы ҡустыһы Миңләхмәткә тартып алып бирҙе – әлбиттә, эсендәге йөҙ баш һыйыры һәм ошо тиклем быҙауҙары менән бергә. Ләкин, үҙегеҙ беләһегеҙ, аттан ала ла тыуа, ҡола ла. Мирхәтим шәп тә бит, Миңләхмәт – эскесе. Башы үлтереп сатнаған мәлдәрҙә бер-ике шешә «наркомовский» өсөн быҙау йә һыйыр һатып ебәргән саҡтары ла булғыланы. Мәгәр ул үҙен эскеселәр рәтенә индермәй, киреһенсә, донъялағы иң айныҡ кешеләр иҫәбендә йөрөтә. Үҙе әйтмешләй, башы «сеп-свежий» уның, аяҡтары иҫерек. Ошо аяҡтары арҡаһында йыш ҡына уға йә һыйыр эргәһендә, йә быҙау ҡосағында йоҡларға тура килә. Бер көн шулай быҙауҙар араһында ҡунған был. Уянып китһә, фуфайкаһын алмаштырып кейҙергәндәрме ни – ҡара фуфайка йәшел төҫкә ингән. Йәшеллеге суҡынып китһен – еүеш. Еүешлегенә лә, бәлки, түҙер инең – тоҙло, тәнде әсеттерә. Бына ошо хәлдәрҙән һуң бөтөнләй ҡоторҙо был мөдир тигәнең. Иртәнге яҡта уның, ғәҙәттә, бер күҙе айныҡ, береһе иҫерек була. Ҡатынынан йәшереп фуфайка еңенең эсенә бер шешә болғансыҡ «наркомовский»ҙы тығып алып килә лә, уның бер аҙын бушатып, ҡалғанын һалам араһына йәшереп ҡуйғас, малсыларҙы «смирно»ға баҫтыра.
– Мал аҫтарын таҙарттыңмы? – тип һорай Самат Сәлимовичтан.
– Таҙарттым.
– Иҙәндәрҙе сепрәк менән ҡороттоңмо?
– Ҡороттом.
– Ярай, тикшереп ҡарайыҡ, – ул, ышанһаң ышан, ышанмаһаң, тамсы ла ышандырырға йыйынмайым, фуфайкаһы менән бетон иҙәнгә ятып тәгәрәй-аунай башлай. Унан тороп баҫып, фуфайкаһын һалып, ентекләп әйләндереп ҡарай. Әгәр ҙә фуфайкаға тиҙәк-фәлән йәбешмәгән, ҡоро икән, малсыға эш көнө яҙыла, еүеш икән – үҙенә үпкәләһен – көрәк-һәнәген күтәреп, яңынан иҙән ҡыра башлай...
Мөслим Надировичҡа килгәндә, суд ултырышында үҙенә ҡаршы сығыш яһағандарҙы аҡылға ултырырға ине иҫәбе – яйы тура килгән һайын һалам аҫтынан ут йөрөтөргә тырышты. Ләкин, әлеге лә баяғы Франгиза Сәғитовна арҡаһында, бөтәһе лә ул тигәнсә килеп сыҡманы. Һин ишектән ингәнсе, был үҙ һүҙле математик тәҙрәнән керә. Вазифаһына һалҡын ҡарай, тип социаль педагогты эшенән бушатырға ауыҙ ғына асҡайны, судтан еңеү яулап ҡайтҡан Үлмәҫҡолова директорға себеш алырға күктән уҡтай атылып төшкән ҡарсығалай ташланды:
– Әле миңә суд ҡарары нигеҙендә түләнмәгән эш хаҡымды зарплатаң менән ҡаплап киләһең. Инде ат шикелле егелеп ауыр педагогик йөк тартыусы Ҡәмәр Ҡыямовнаға тел тейҙерәһең, ҡара уны: судҡа бирһә, икебеҙгә түләргә зарплатаң етмәйәсәк. Уны яҡлап үҙем алдан йөрөйәсәкмен!
Бындай ҡурҡыныс янауҙарҙан һуң директорҙың кикреге бер аҙ шиңде шиңеүен, шулай ҙа ул бирешмәне. Өйрәк биреп ҡаҙ алған, ҡаҙын биреп ҡаҙалған, тиҙәр халыҡта. Нисек тә бер-икәүһенә ҡаҙалмай тороп, йәнем тыныслыҡ тапмаҫ, тип уйланы ул. Бик әтәсләнеп китмәһендәр. Әллә балта һына, әллә түмәр ярыла бит әле. Осло ҡаҙауын директор профсоюз ойошмаһы етәксеһе Вәсим Ширҡәт улы Әхмәтҡужин ғаиләһенә батырырға булды. Йәшәмәһен әле бисәһе Өммөгөлсөм ханым менән пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп кенә. Ҡылған ғәмәлдәре өсөн улар ҙа яза алырға тейеш. Нисек тә араларын боҙорға кәрәк. Бының өсөн кәкүк кеүек яңғыҙы көн күреүсе сибәр генә иркәй – аккомпаниаторыбыҙ бар. Тыуғандамы, тыуғасмы – бер шөрөбө төшөп ҡалған, шуғалырмы, еңел-елбәҙәк аҡыллыраҡ. Ҡатын-ҡыҙ итәге күҙенә салындымы, ул итәктең кемдеке булыуына ҡарамаҫтан, артынан тағыла ла китә. «Эх, яратам бит үҙеңде» тиеүселәрҙе ҡайһы ғына һылыу йән хуп күрмәҫ икән! Ләкин һылыу йәндәрҙең тән һаҡсылары – суҡмар йоҙроҡло үҙ ирҙәре лә бар бит әле. Бына парадокс: ҡатындар тегене хуп күрә, ирҙәре, киреһенсә, ен итә. Шуға күрә аккомпаниаторҙың көпә-көндөҙ күҙ төбөндә емелдәтеп «фонарь» яндырып йөрөүе ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бер көн ҡатыны Мөслимәне ҡапҡа төбөнә тиклем ҡултыҡлап оҙатып килгәс, түҙҙе Мөслим Надирович, әммә ишек алдына инеп, Мөслимәнең күҙҙәренән сут-сут үбә башлағас, өйҙән атылып сығып, аккомпаниаторҙың әпәй шүрлегенә менеп төшөүен үҙе лә абайламай ҡалды.
О-о, егеттәр, көнләшеү – үлем менән бер ул. Иң аптыратҡаны Мөслимәһе булды. Аккомпаниатор эйәген тотоп ергә ауып төшөүгә, ҡатын, бесәй кеүек, оҙон тырнаҡтарын иренә батырҙы:
– Ниңә бер ғәйепһеҙгә кешегә ҡул күтәрәһең?! Ул бит күҙемә ингән серәкәйҙе тел осо менән һыпырып алды. Директор башың менән нисек оялмайһың, ә?! Хәҙер бөтә ауылға ҡысҡырып хур итәм үҙеңде, хайуан!
Ә бит Мөслим Надирович урынлаштырҙы Тәпәләп мәктәбенә эшкә һигеҙ класс белемле Ильяс Рамазанович Ямаловты гармунсы-аккомпаниатор итеп. Былай матур ғына уйнай гармунда. Тик әлеге шул ҡырын, әхлаҡһыҙ һыҙаттары ҡамасаулай. Уның һөйәркәләрен һанай китһәң, терпе өҫтөндәге энәләр ҙә етмәҫ. Ошо йүнһеҙ ғәҙәте арҡаһында ҡатыны ла түҙмәгән, өйөнән ҡыуып сығарған. Юҡ, ҡапыл ғына түгел. Тәүҙә табиптарға барып, иренең сәйер ғәҙәте тураһында һөйләп ишеттергән. Тегеләре, дауалауҙы кисектермәй, «тиҙ ярҙам» машинаһында ирҙе тура психиатрия дауаханаһына оҙатҡандар. Унда диагнозды тиҙ билдәләгәндәр: теге саҡ башында етмәгән бер шөрөбө салбар эсендәге ағзаға тәгәрәп төшкән, ти. Шуға салбар эсе, аҙбарға ябылған алтын айғыр шикелле, дөбөр-шатыр килә, ти.
– Тимер рәшәткә артына тығырлыҡ шыр диуана түгел түгеллеккә, әммә кәзә майына сыҙаша алмай. Дәртен баҫа торған таблеткалар биреп дауаларбыҙ, – тигәндәр һәм биш-алты ир-ат ятҡан ауырыуҙар палатаһына урынлаштырғандар. Ысынында иһә Ильяс Рамазанович был дауаханала үҙен кәбеҫтә баҡсаһына төшкән кәзә шикелле тойған. Палатаһына инеп, ундағы ауырыуҙарға сәләм дә биреп тормаҫтан:
– Ҡайһы палаталарҙа ҡатын-ҡыҙ йәшәй! – тип һораған. Фәлән ерҙә, тигәс, сығып та шылған. Күп тә үтмәй, ул әле бер, әле икенсе ҡатын-ҡыҙ менән йә ҡултыҡлашып, йә ҡосаҡлашып зал буйлап үтә, ял бүлмәһенә бикләнеп, ғишыҡ- мишыҡ ҡуйырта. Ә унан хәле бөтөп, һуты һығылған лимон шикелле бәлшәйеп, палатаһына инеп ята ла ауырыу ир-ат алдында күкрәк һуға: – Фәлән палаталағы фәлән ҡатын хәҙер минеке, – ти. – Сиратта фәлән ханымдың йөрәген яулап алыу – изге бурысым, – ти. Юҡ, гүзәл заттарҙың да төрлөһө бар. Бер күҙ ҡарашы менән дә баҫҡан ереңдә туңдырып ҡуя ҡайһы берәүҙәре. Әммә бындағы гүзәлдәрҙең ошо уҡ психиатрияла ятыуҙарын иҫтән сағармаһаҡ ине. Таблеткаларға килгәндә, Ильяс Рамазанович уларҙың береһен дә йотоп ҡарамай, «йоҡо дарыуы» тип, башҡа пациентарға «бүләк» итә.
Бына ошо аккомпаниаторҙы директор кабинетына саҡырып алып, ҡолағына түбәндәгеләрҙе бышылданы:
– Һинең ҡулдан ғына килә торған үтә мөһим эш бар, Ильяс дуҫ, – тип башланы ул һүҙен. – Иң мөһиме: һин яратҡан шөғөл...
– Булмаҫ. Минең нимә яратҡанды беләһең дә инде, – тип йылмайҙы тегеһе.
– Белгәнгә әйтәм дә: мө-хәб-бәт!!!
«Мөхәббәт» һүҙен ишеткәс, Ильяс Рамазановичтың күҙҙәре осҡонланып, быяла кеүек ялтыраны, урынынан һикереп үк торҙо.
– Ҡайҙа, күрһәт, кем?
Директор сабыр ғына кеткелдәп көлөп алды:
–Хэ...хэ... Өммөгөлсөм Баяновна...
– Бәй, ул бит Вәсим Ширҡәтовичтың ҡатыны!
– Булһа һуң... Бөгөн – уныҡы, иртәгә – һинеке...
Эйе, Мөслим Надирович аккомпаниаторҙың сәйер ҡылыҡтарын биш бармаҡтай белә. Нишләптер кейәүҙәге ҡатындарҙы хуп күрә ул, кейәүгә сыҡмағандар менән сыуалып бармай. Бының сәбәптәре бар. Беренсенән, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙы «тәртә араһына» индереү өсөн күп тир түгергә кәрәк. Икенсенән, ирҙәге ҡатындарҙы оҙаҡ көйләп тораһы юҡ. Тәүҙә күҙ менән һөйләшеп аңлашаһың да, теләктәреңә йәшел ут тоҡанһа, сираттағы мөхәббәт мәсьәләһен сисергә лә була. Өсөнсөнән, Ильяс Рамазановичтың эсендә, ниндәй ҙә булһа ҡатын-ҡыҙҙың ире менән ҡултыҡлашып барғанын күрһә, ен үкерә башлай. Нишләп әле ул – уның ҡатыны, ә минеке түгел? Булһын һис тә юғы – икебеҙҙеке лә. Тел төбөн «сылатып», күңеле асылып киткән мәлдәрҙә ул эргәһендәге ир-атҡа әле әйтелгән сәбәптәрҙе бармаҡ бөгөп аңлата. Ҡатын-ҡыҙҙың тоғролоғо – башҡа мәсьәлә. Ә бына хәләле эргәһендә икенсе берәүҙең сыуалыуы теләһә ниндәй ныҡлы ғаиләгә лә бәҫ өҫтәмәй. Ильяс Рамазановичтың ҡөҙрәте менән ҡайһы бер ғаиләләрҙең тарҡалыу сәбәбе ошондалыр.
– Әгәр Вәсим Ширҡәтович менән Өммөгөлсөм Баяновнаның араларын боҙоуға ирешһәң, ай һайын үҙеңә мул ғына премия яҙасаҡмын, ставкаңды арттырасаҡмын, – тип дәртләндерҙе директор ауылдың атаҡлы Дон-Жуанын.
Ильяс Рамазанович кеҫәһенән осһоҙло «Прима» сигареты алып ҡабыҙҙы.
– Әгәр бөгөндән ошо эшкә егелһәң, бынан ары «Прима» түгел, «Мальборо» ғына тартырһың.
– Мин риза! – Күҙҙәренән шайтан осҡондары сәсеп, аккомпаниатор урынынан ҡуҙғалды.
Дә-ә... Үҙгәрҙе Вәсим Ширҡәтовичтың хәләл бисәһе, ҡояшта уңған яулыҡ шикелле, күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Иренә генә һөйөп ҡарай торған наҙлы ҡараштарын, гүйә, йәй уртаһында ҡаты ҡырау һуҡты. Көтөп алған ул сихри ҡараштар нисектер һиҙҙермәй генә үҙҙәренән-үҙҙәре юҡҡа сыҡты. Күҙ алдында яңы Өммөгөлсөм ҡалҡып баҫты: һалҡын, битараф, ҡырыҫ холоҡло ят ҡатын... Был ханым, элеккеһенән айырмалы булараҡ, көҙгө ҡаршыһынан китә белмәй. Элек айға бер тапҡыр эре мунса тарағы менән тарай торған ҡара сәстәрен көн эсендә төрлө төҫкә буятып өлгөрә. Бер ҡараһаң, ул – брюнетка, икенсе тапҡырында – шатен, өсөнсөһөндә – блондинка... Электр бигудийын да, пластмасса бигудиҙарҙы ла ҙур дәрт менән туҡтауһыҙ сәстәренә урай. Теҙҙәрен ҡаплап торған һоро юбка бер көндө ҡыҫҡарып, теҙҙең өҫтөнә менде. Аяҡтарына сепрәк тапочка кейеп йөрөүсе, буйға иренән баш ярымға оҙонораҡ ханым, тағы ла оҙонораҡ һәм зифараҡ күренеү йөҙөнән, бейек үксәле лакировкалы туфлиҙар кейеп ебәрҙе. Ғүмер буйы балыҡ менән ҡыҙыҡһынмай ине – эргәләге Йүрүҙән йылғаһы буйына барып, бер үҙе балыҡ ҡармаҡларға әүәҫләнеп китте.
– Йәнем, мине лә үҙең менән ал әле, бергәләшеп ҡармаҡлауы күңеллерәк тә инде, – тигән иренә:
– Мин һуңғы ваҡытта яңғыҙлыҡты яратам. Тәбиғәт менән бергә-бер ҡалып серләшһәм, күңелем рәхәтлек кисерә. Унан һуң, кеше күп булһа, балыҡ сиртмәй,– тине.
Кистәрен бисәһенең ҡосағына сумған профсоюз лидеры, башын юрған аҫтынан сығарып, аптыраған хәлдә ҡатынына һорау бирә:
– Бына мин, – ти, – ҡиммәтле «Мальборо» сигареты тартам. Ә беҙҙең бөтә донъябыҙҙан, айырыуса һинән һаҫыған тәмәке, тиреҫ башында үҫкән, эшкинмәгән «Прима» еҫе килә. Нилектән икән?
Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың. Әй, был диуана ирҙәрҙең бер ҡатлылығы! Әйтмәҫ бит инде Өммөгөлсөм Баяновна уға дөрөҫөн: һыу буйында аккомпаниатор менән ғишыҡ-ғишыҡ уйнаныҡ, тип. Шуға ла ул, хәйләле донъя файҙалы, тигән әйтем күҙ уңында тотоп, ялған тоғон сисә:
– Исеме генә «Мальборо» уның, ә бөтә сигареттарҙың да эсенә «Прима» тултырып аҡса эшләйҙәр. Хәҙер бит, ҡайҙа ҡарама – контрабанда...
Шулай ҙа бисәһенең был һүҙҙәре бигүк ышандырманы Вәсим Ширҡәтовичты – ул ҡатынын аҫтан ғына күҙәтеү аҫтына алды. Ғәҙәттәгесә бейек үксәле туфлиҙарын кейеп, ҡабартма прическа яһап, мини юбка менән аҡ кофтанан ғына ҡармаҡ ҡолғаһы күтәргән бисәһе, ауыл осона сығып, бөҙрә ҡуйы талдар араһына инеп юғалғас, ул, ҡаса-боҫа, артынан ҡуҙғалды. Шыйыҡ тал ботаҡтарын айырып, башын алға һоноп ҡараһа, ни күрһен: аҡ нейлон күлдәкле аккомпаниатор менән, һыуҙан сыҡҡан пар аҡҡоштар шикелле, ирендәрен иренгә терәшеп... юҡ, булмаҫ... Вәсим Ширҡәтович, парланған күҙлеген күлдәк итәге менән һөртөп, әлеге тарафҡа ҡарап таштай ҡатты, тамаҡ төбөнә төйөр ултырҙы, күҙ алдарын томан баҫты.
– Эй, нишләүегеҙ был? – Ошо һүҙҙәр менән, асыуынан тыны ҡыҫылып, аяҡ аҫтында ятҡан ҡороған талдарҙы шарт-шорт һындыра-һындыра, алдарына килеп сыҡты.
Ләкин Өммөгөлсөм Баяновнаны ҡаушатырмын тимә, күптән элеп киптергән ул ҡаушап ҡала торған йылдарын. Шуға ла үтә тыныс ҡына яуап ҡайтарҙы:
– Балыҡ тотабыҙ.
– Ярай, тотаһығыҙ ҙа, ти. Ә ниңә ҡосаҡлашып үбешәһегеҙ.
– Эй, көнсөлһөң дә инде үҙең. – Өммөгөлсөм Баяновна уҫал ҡарашы менән ирен өтөп алды. – Мәҙәниәт йортонда спектакль ҡуябыҙ. Шуға бына әле балыҡ ҡармаҡлағанда осраштыҡ та репетиция үткәреп ҡарарға булдыҡ. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» пьесаһы буйынса... Ул – Хәлил, мин – Ғәлиәбаныу...
– Һуң, репетицияны ҡыуаҡ араһында ҡасып түгел, мәҙәниәт йортонда йә иһә мәктәп бинаһында үткәрәләр! – Өйгә ҡайтырға һис кенә лә теләге булмаған ҡатынын Вәсим Ширҡәтович, ай-вайына ҡуймай, елтерәтеп, ҡулынан етәкләп алып ҡайтып китте.
«Балыҡ тотоу» ваҡиғаһынан һуң ул төплө ҡарарға килде: ауылдағы йорт-ерен һатып, ҡала тирәһенә яҡыныраҡ ергә урынлашырға! Китмәгән осраҡта, был ишектән инеп, тәҙрәнән сыға торған шыр тиле аккомпаниаторҙың гармунда ғына түгел, ғүмер буйы ҡаҡшаған нервыла ла уйнаясағы, тыныс йәшәргә ирек бирмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине.
Үҙ теләктәре менән эштән бушатыуҙарын һорап ғариза күтәреп ингән ирле- ҡатынлы Әхмәтҡужиндарҙы директор, әлбиттә, өгөтләп торманы, ғаризаларына ризалыҡ белдергән ҡултамғаһын һалды ла улар менән иҫәп-хисап яһаны.
«Тейешле язаны алдылар», – тип йыуатты үҙен Мөслим Надирович, суд ултырышындағы сығыштарҙы иҫенә төшөрөп.
– Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бынан ары бөтә йыр дәрестәре һиңә йөкмәтелә, – тине ул үҙ кешегә әйләнгән аккомпаниаторға, икәүләшеп кабинетҡа бикләнеп, «Мальборо» сигаретының зәңгәр төтөнө аҫтында сәкәштерә-сәкәштерә «Путинка» шешәләрен бушатҡанда.
Сираттағы һөйәркәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан аккомпаниаторҙы аҙна-ун көн буйы махмыр синдромынан сығара алмай яфаланды коллектив.
Тәпәләп мәктәбендә елгә еленләп йәшәү ялҡытты Мөслим Надировичты. Ул йылға яҡын ваҡыт арауығында, суд ҡарарына ярашлы, Франгиза Сәғитовна кеҫәһенә түләйһе һумдарҙы түләп бөттө лә, тауыҡ һымаҡ кирегә тырмаусылар араһында йән ҡыйғансы, тауыҡ түлендә йомортҡа бөтмәгән, баш иҫән булһын, тип, был яҡтарҙан күсеп китергә ҡарар ҡылды.
Буш ҡул менән китеүсе директорҙың башы ла буш була. Ә беҙҙең Мөслим Надировичтың башы, үҙе йыуаш ҡына булыуға ҡарамаҫтан, хәйлә, мәкерҙәр менән шыплап тултырылған. Әйтәйек, үҙе киткәс, нимәгә кәрәк мәктәпкә машина менән трактор? Акт төҙөп, тегеләрҙе иҫәптән сығарҙы. Ә комиссия ағзаларынан ҡултамғаларын нисек ҡуйҙырырға? Тапҡанһығыҙ проблема. Хәүефһеҙлек техникаһы өсөн ҡул ҡуйҙырғанда ҡағыҙ араһына ҡыҫтырып ебәрҙе ул әлеге акттарҙы. Тәнәфес араһында ҡул ҡуйырға ингән уҡытыусы һинең яҙыуыңды ҡарап торамы ни!
И, ағай-эне, бөгөн металлоломға хаҡтың хәтәр күтәрелгән мәле. Сереп бөткән «Жигули»ҙы ла хөкүмәт илле мең һумға һатып ала ла баһа. Трактор менән машина «Утильсырье»ға барып инеүҙәре булды, уларҙан килгән килем Мөслим Надировичтың аҡса янсығына инеп ятты. Быларҙан тыш, телевизор, компьютер кеүек «ваҡ-төйәктәр»ҙе лә «йомдо» ул. Коллектив һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙе юҡтың – эҙе юҡ: һуңынан, бар, эҙләп ҡара. Кемдәрҙер уны, ғаиләһе менән сит илгә юллама буйынса эшкә киткән тип тә һөйләнде, икенселәр, имеш, Тәпәләптә йыйған аҡсалары сумаҙанға һыйып бөтмәгән, шул мул һумдарға ҡалала бер нисә бүлмәле ҙур квартира алған, тип тә ишеттерҙеләр, белмәҫһең...
Суд юлдарында йөрөп, күптәрҙең ҡоттарын боттарына төшөргән Франгиза Сәғитовна алдында райондың мәғариф етәкселеге түбәнселек менән ғәфү үтенде. Ебәргән хаталарын төҙәтеү йөҙөнән, уны тиҙҙән Мөслим Надирович урынына директор вазифаһына үрләттеләр.
– Әйҙә, үҙе болғатҡан һыуҙа үҙе йөҙһөн!
Франгиза Сәғитовна йүгәнде ҡулына алған көндө үк педколлективты утлы табаға баҫтырҙы, дөрөҫөрәге – судта үҙенә ҡаршы сығыш яһағандарҙы.
– Һеҙ нишләп минең менән иҫәнләшә белмәйһегеҙ? – тине ул, залда йүгереп йөрөүсе уҡыусыға киҫәтеү яһап торған Хәлит Хәмитовичҡа, үтеп барышлай ризаһыҙлыҡ белдереп.
– Ғәфү итегеҙ, иҫләмәнем. – Уңайһыҙ хәлдә ҡалыуҙан теге уҡытыусының йөҙө ҡыҙарҙы.
Директор алыҫлашыуға, уҡытыусынан шелтә ишеткән малай ауыҙын йырҙы:
– И-и, ағай, бәйләнмә әле, ана, үҙең дә тәртип боҙаһың. Мин йүгерһәм, һин, ана, иҫәнләшә лә белмәйһең хатта! – Имән бармағын сикәһенә терәп борғандай итте лә ҡабат йүгереп китте.
Иң элек вазифаларынан көсһөҙөрәктәрҙе бушатты яңы директор, йәғни йәштәрҙе – ирле-бисәле Әҙеһәмовтарҙы.
Бик теләһәң, хеҙмәт урынынан үҙ теләге менән дә ебәреп була кешене. Бының өсөн уға ҡарата ошо теләккә илтеп еткерерлек оҙайлы саралар күрергә генә кәрәк. Әйтәйек, көн һайын уҡытыусының дәрестәренә инеп ултырып, һуңынан сәғәттәр буйы ентекләп анализ яһайһың. Мәғарифҡа арналған журналдарҙан цитаталар килтереп, ул үткәргән дәрестәрҙең заман талаптарына тура килмәүен иҫбатлайһың. Унан һуң дәфтәр-пландарын тикшерәһең, класс журналынан кәмселектәр эҙләйһең. Ныҡышмалы эҙләһәң, тырнаҡ аҫтынан да кер табып була. Инде, бер ҙә барып сыҡмаһа, уҡытыусының үҙенән, уның тышҡы ҡиәфәтенән ғәйеп табаһың. Әйтәйек, кисен йоҡлар алдынан улай-былай теге «наркомовский»ҙы түбәтәй аҫтына ебәрмәгәнме тип, ауыҙ тирәһен еҫкәштерәһең.
Әлбиттә, йәш коллегаһының эшенән яңы директор тауыҡ сүпләп бөтмәҫлек етешһеҙлектәр табып, көн һайын тегенең ҡолағына туҡып торҙо:
– Айнур Ғиндуллович! Нишләп Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ һуңғы ваҡытта гел генә ҡыҙарып йөрөй, әллә, мәйтәм, күберәк мауығаһығыҙмы аҡ башлы «шайтан һыуы» менән?! – Франгиза Сәғитовна, танауын тартып, еҫкәнгәндәй итте: – Эйе, көн кеүек асыҡ, эсеп килгәнһегеҙ. Француз одеколоны һөртөп кенә алкоголде йәшереп булмай.
«Лимонад», «Спрайт», «Кока-Кола» кеүек газлы һыуҙарҙан ауыҙ иткәне бар Айнур Ғиндулловичтың. Ә бына хәмергә килгәндә, ул тарафҡа күҙ һалғаны ла юҡ уның, сөнки ата-әсәһе унда кесе йәшенән алкоголизмға нәфрәт тәрбиәләне. Етмәһә, уҡымышлы кешеләр ҙә булғас, Горбачев заманында киң таралыу алған «Айныҡтар йәмғиәте»н етәкләне улар.
– Мин төнө буйы дәрескә план яҙып, әҙерләнеп, уҡып ултырҙым. Йоҡо ике сәғәт самаһы ғына тейҙе, – тип йәш педагог, ни эшләргә белмәй, күҙҙәрен бер нөктәнән икенсеһенә йүгертте.
– Йә, дөрөҫөн генә әйтегеҙ ҙә был турала оноторбоҙ, – тип директор хәйләләүгә күсте, тик хәйләһе барып сыҡманы.
– Әпекәйем, ер йотһон, эсмәнем, Франгиза апай. Бына, иҙән үбеп ант итәм. – Ул ысынлап та, теҙләнеп, аяҡ аҫтындағы иҙәнде үбергә эйелде, ләкин аҙна-ун көн һыу түгел, һепертке күрмәгән таҡталар өҫтөндә уны джунглиҙа ла һирәк осрай торған ҡот осҡос бөжәктәр теш ыржайтып ҡаршыланы. Юҡ, эсеп килмәгәнлекте дәлилләйем тип, бысраҡ иҙән үбеп, әллә ниткән сирҙәр йоҡтороп булмай инде. Йәш педагог тороп, салбар балаҡтарынан туҙанды ҡаҡты.
– Бына, күрҙегеҙ, ялған тотолдо. Иҙәнде үпмәнегеҙ бит.
– Тәүҙә йыуҙырырға кәрәк ине.
– Директор эшенә ҡыҫылма. Танауың кипмәгән. Үҙем беләм мин ҡасан йыуҙырырға. Техничка Мәрфуға апайың ауырып ята.
– Ауырымай ул, көн һайын өй беренсә йөрөп, баш төҙәтергә һоранып, аҙна-ун көн буйы эскелек һаҙлығынан сыға алмай. Ниңә уны тикшермәйһегеҙ?
– Барығыҙ, дәресегеҙҙе үткәрегеҙ. Хәҙер артығыҙҙан тикшерергә керәм!
Айҙар буйы йоҡоһоҙ төн уҙғарған улының, уның менән бергә хафаланған килененең һурылып ҡалған йөҙҙәрен күреп торған атай кеше бер көндө, икәүһен дә эргәһенә ултыртып, кәңәш итте:
– Улым, хеҙмәт урыныңда ыҙа сиккәнеңде күреп, һиҙеп торабыҙ. Әллә, мәйтәм, эш урыныңды алмаштыраһыңмы? Ҡала ерендә бензозаправкала танышым бар. Беҙгә диспетчерҙар кәрәк, ти. Килен менән икәү шунда урынлашһағыҙ, күсеп китһәгеҙ, нисегерәк булыр икән? Квартир алырға ла ярҙам итер инек. Ғаилә капиталыбыҙ ул тиклем буш түгел. Иң мөһиме: өйгә артыңдан бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш эйәреп ҡайтмаҫ ине. Бына мин үҙем ғүмерем буйы агроном булдым. Дөрөҫ, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙа үтте көндәрем, ләкин зарланырлыҡ бер нәмә лә юҡ, сөнки ҡыш оҙоно ял итә инем. Иген үҫәме-үҫмәйме, ставка билдәләнгән, йыл буйы хеҙмәт хаҡым бара. Әсәйең менән бергәләп санаторий-курорттарҙа ла аҙ ял итмәнек. Унан һуң, бөгөнгө Тәпәләп тотош пенсионерҙар ауылына әүерелеп бара бит. Бында йәштәргә перспектива юҡ. Ҡайҙа эшләһен улар? Теге Һәүбән малайы Миңләхмәттең дә һыйыр фермаһы янып, көлө күккә осто. Осмай ни... быҙауҙар менән иҫерек баштан ҡосаҡлашып ятҡас... Тәмәке тартҡан, ти, бит. Тәмәке көлөнән һаламға ут тоҡанып, янғын сыҡҡан. Ярай, ҡарауылсыға рәхмәт: фуфайкаһынан һөйрәп саҡ алып сыҡҡан үҙен, кәпәсе генә янғын эсендә тороп ҡалған, ти. Уянып китеп, иҫерек башынан кәпәсе артынан яңынан ут эсенә ташланған, ти. Сәстәре, ҡаштары көйөп, ауыҙ йырып, ут эсенән килеп сыҡҡан да, ярай, үҙем зирәк, юҡһа кәпәстән ҡолаҡ ҡаға инем, тип маҡтана, ти, етмәһә.
Әлеге һөйләшеүҙәрҙән һуң, ата-әсәһенең һүҙенән бер ҡасан да сыҡмаған егет, ҡатыны менән балаһын алып, ҡалаға юлланды. Диспетчер булып автозаправкаға урынлашты. Бындағы хеҙмәт хаҡы мәктәптекенә ҡарағанда өс-дүрт тапҡырға күберәк икән. Тормош иптәше Элеонора ла гимназияла уҡыта башланы.
– Я вам покажу Кузькину мать! – тип урыҫсалап ебәрҙе үҙ алдына Франгиза Сәғитовна, элекке ил башлығы Хрущевтың бәтинкәһен һалып, трибунаға бәрә-бәрә, капиталист американдарҙы тиргәгәндә әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп. – Әҙеһәмовтарҙан үс алдым. Сиратта кемдәр унда? Әһә, атҡаҙанған менән мәғариф алдынғыһы. Быларын дәрес тикшереп кенә еңермен тимә. Улар министр алдында ла һынатмаясаҡтар, сөнки ғүмер буйы асыҡ дәрес күрһәтеп өйрәнеп бөттөләр – профессоналдар. Етмәһә, әленән-әле уҡыусылары ла район һәм республика күләмендә призлы урындар яулай. Яулаһа ни! Үрмәксе тоҙағына өйрәк эләкмәҫ, тимә, эләгеп тә ҡуя ул. – Франгиза Сәғитовнаның башындағы уйҙар вентилятор кеүек әйләнде. – Әһә, белдем! – Ул, хатта, ат башылай алтын тапҡан бәндә шикелле, һөйөнөсөнән ҡулдарын сәпәкәйләп, һикереп үк ҡуйҙы. – Был икәүҙең өҫтөнән туҡтауһыҙ уңға-һулға шикәйәт яҙырға кәрәк: ауыл халҡы, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр исеменән. Әйҙә, килһендәр, тикшерһендәр, нервыларын ашаһындар. Ә мин аҡтан аҡ килеш, тамашасы кеүек, ситтән генә күҙәтеп торормон.
Кем өҫтөнә бысраҡ атһа ла, Франгиза Сәғитовна аноним йә дөйөм халыҡ исеменән ебәрәһе шикәйәтен, үҙен танытмау йөҙөнән, һул ҡулы менән яҙа. Бына әле лә ул, ҡағыҙ-ҡәләм алып, сираттағы «ижад эше»нә кереште: «Хөрмәтле мәғариф министры, беҙҙең яратҡан етәксебеҙ! – Кем исеменән яҙырға икән тип, берауыҡ ҡәләм осон ауыҙына тығып, тешләп торғандай итте. – Беҙ, Тәпәләп ауылы халҡы, Һеҙгә беҙҙе борсоған мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Ниңә Һеҙ өс тинлек белеме булмаған шыр наҙан уҡытыусыларға «атҡаҙанған», «мәғариф алдынғыһы» кеүек исемдәр биреп ятаһығыҙ? Һеҙ, әлбиттә, юғарынан бик күреп тә бөтмәйһегеҙҙер кемдең кем икәнлеген. Шуға күрә беҙ уларҙы исем-фамилиялары менән күрһәтеп китеүҙе изге бурысыбыҙ итеп һанайбыҙ. Береһе – себен бәшмәге кеүек тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап ултырыусы сит тел уҡытыусыһы Ҡоҙаҡаев Хәлит Хәмитович. Ауыҙында үҙ тештәре түгел, яһалма тештәр ҙә тормай. Самауырҙы «шамауыр» тип бала-сағаның телен боҙғас, ниндәй уҡытыусы була һуң ул! Икенсеһе – шырпы көкөртө кеүек тиктомалдан тоҡанырға тороусы һаңғырау ҡолаҡ Ғәлимә Мәрҙәновна Бүребаева. Һин уға: «Хәлдәрегеҙ нисек?» – тиһәң: «Йөрөмәнем эсеп», – тип ҡыҙып китә. «Яңылыш ишеттегеҙ», – тиһәң: «Яңылышмайбыҙ ишекте беҙ», – тип яуаплай. Улар компьютерҙы белмәй, кабинеттары хан заманынан ҡалған һарғайған плакаттар менән биҙәлгән. Хәлит Хәмитович уҡытыу бүлмәһен ҡайын ботаҡтары төшөрөлгән обой менән йәбештереп сыҡҡан. Унда инһәң, эләүкәле ауыл мунсаһына ингән кеүек булаһың. Стеналағы ботаҡ һүрәттәре миндекте хәтерләтә. Етмәһә, тәҙрә ҡаршыһында – ҡатын-ҡыҙҙар туалеты. Махсус дәфтәр асып ебәргән ул. Кемдең нисә тапҡыр бәҙрәфкә барғанын көндәр буйы һанап, ошо дәфтәргә билдәләп ҡуя.
Тәнәфес араларында ир-аттарға – простатит ауырыуы тураһында, ҡатын-ҡыҙҙарға гинекология өлкәһендә файҙалы кәңәштәрен бирә. Үҙе менән һәр ваҡыт бинокль йөрөтә. Ниңә кәрәк икән уға дәрестә бинокль? Ошо биноклде туҙандан таҙартып тороу өсөн көн дә ҡырҡ градуслы шешә алып килә. Физик эш үҙенә килешеп тора, юғиһә: күрше бүлмәгә инеп бикләнеп, ошо аппаратын һөртөп сығыуға, йөҙөнә «байҙар сырайы» инә, күҙҙәре һыу өҫтөндәге кәмәләй йөҙә башлай. Зал буйлап, ултырғыс киҙәнеп, уҡытыусыларға ташланған саҡтары ла йыш була. Дәрестәрен ташҡа үлсәйем. Бына шуға ла Һеҙҙән кисектергеһеҙ рәүештә килеп тикшереүегеҙҙе һорайбыҙ. Хөрмәт менән: ата-әсәләр.»
Франгиза Сәғитовнаның ошондай эстәлекле аноним хаттар яҙып атҡарыу буйынса «ижади һәләте» торған һайын күпереп үҫте. Ҡайһы берен һул аяҡ бармаҡтары, ҡайһыларын уң аяҡ бармаҡтары менән яҙырға ла өйрәнеп китте.
Һаман бер сүбекте сәйнәү үҙенекен итте: юғарылағы әле бер инстанциянан, әле икенсеһенән килеп тикшереүҙәр башланды. Уларға ни һәш тиһәң – ары, һөш тиһәң – бире...
Факттарҙың күпселеге раҫланманы. Ләкин арала раҫлағандары ла етерлек булды. Эйе, сит тел кабинеты, ысынлап та, ҡайын ботаҡтары төшөрөлгән ҡарағусҡыл обой менән йәбештерелгән.
– Нишләп ундай обой йәбештерҙегеҙ? – тип һорау биргән инспекторға Хәлит Хәмитович кабинеттың тап ошолай биҙәлергә тейешлеген аңлатырҙай дәлилдәр килтерҙе:
– Балалар үҙҙәрен тәбиғәт ҡосағында ултырғандай хис итергә тейеш.
– Ә бинокль нимәгә кәрәк?
– Уның аша уҡыусылар тәҙрәнән ҡоштарҙы, кейектәрҙе яҡындан күрә ала. Был инша яҙҙырғанда айырыуса әһәмиәтле.
– Һеҙ коллегаларҙың нисә тапҡыр бәҙрәфкә барыуын иҫәпләйһегеҙ икән. Шул дөрөҫмө? – Инспектор тәҙрә ҡаршыһындағы туалетҡа ымланы.
– Һис шикһеҙ. Уларҙың сәләмәтлеге өсөн борсолоуымдан был сара. Булдырылған тиклем фәһемле кәңәштәрем менән уртаҡлашам.
– Һеҙҙе «эсә, һуғыша» тип ялыу яҙғандар. Үҙегеҙ нимә тиерһегеҙ?
– Берәй «аҡыллы баш» яҙғандыр. Минең эсмәгәнемә биш былтыр. Мине, миңә һиҙҙермәйенсә, эскелектән ҡатыным дауалаған. Бер туған һеңлеһе табип уның. Ашар алдынан ашыма һәр ваҡыт ошо табиптан алған таблеткаларҙы һалып ашатҡан. Шунан бер заман һин күр ҙә мин күр: әҙ генә түбәтәй аҫтына ебәрҙемме, ауыҙ-ирендәрем сабаталай ҡабара ла сыға. Шуға күрә эсмәйем, ә эсмәгәс, айныҡ баштан нишләп һуғышып йөрөргә тейеш әле мин?!
Ошондайыраҡ эстәлекле аңлатмаларҙы Хәлит Хәмитович торған һайын әле район мәғариф бүлеге тикшеренеүселәренә, әле хакимиәт вәкилдәренә, әле министрлыҡтан килгән етәкселәргә яттан һөйләр булды. Тикшереү өҫтөнә тикшереү. Ҡайһы ерең ҡысыта, түҙеп кенә тор. Ләкин түҙемлектең дә төбө төшә! Гел генә эҫе табала бейеү аяҡ табандарын бешерҙе стажлы педагогтың, шуға ла ул ғаризаһын директор өҫтәленә һалды ла, кабинет асҡысын тапшырып, ҡала тирәһенә педагогикаға ҡағылышы булмаған хеҙмәт урыны эҙләргә сығып тайҙы. Әле яңыраҡ ҡына үҙен күргән бер ауылдашы ҡайтып һөйләне: ниндәйҙер шәхси хужалыҡҡа ҡарауылсы булып урынлашҡан. Арҡаһына «Охрана» һүҙе яҙылған махсус кейем кейеп йөрөй, ти. Муйынына бинокль аҫып алған, ти. Эсенән бур-ҡараҡтар килеп сыҡмаймы, тип гел генә ҡатын-ҡыҙҙар бәҙрәфен күҙәтә, ти. Бөтәһе лә ысын булһа, сырағас төҫлө һарғайып ҡатҡан кәүҙәһенә ит ҡунып, амбалға әйләнгән, ти.
Ә бына Ғәлимә Мәрҙәновна, туй уҙған – тун туҙған, тип педагогик стажы өсөн түләнгән кескәй пенсияһына шөкөр ҡылып, мәктәп менән алыш-биреш яһаны. Яһарһың да. Райондан килгән инспекторҙар алдында мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейында асыҡ дәрес күрһәткәйне. Тыуған илгә патриотик тәрбиә биреү йөҙөнән, уҡыусыларын тыпырҙатып бейергә алып төшөп китте. Бығаса һуғыш ветерандарының, һәләк булған яугирҙарҙың фоторәсемдәренән ҡарап, ҡайғы- хәсрәтле дәрестәрен күҙ йәштәре һығып үткәрә ине уҡытыусылар. Ә Ғәлимә Мәрҙәновнаның дәресе уларҙыҡынан төптө айырыла: заманса, күңелле. Гүйә, ысын һуғыш яланын күрҙе уҡыусылар был дәрестә. Уларҙың тыпырҙап бейеүенән, тамаҡ ярып йырлауынан тәүҙә бер-береңде күрмәҫлек дәрәжәлә туҙан өйөрмәһе күтәрелде. Инспекторҙар ошо ҡуйы туҙанға сәсәп, ауыҙ-танауҙарын ҡулъяулыҡ менән ҡапланы. Татыһындар һуғыштың нимә икәнен! Бына бер заман стеналағы портреттар, «ура» ҡысҡырғандай, һикерешеп иҙәнгә төшә башланы ла бейеүселәргә ҡушылды. Тик инспекторҙар ғына ни алтара, ни пылтара – аңламанылар патриотик тәрбиәне. Наҙанға маҡсат аңлатмаҡ – ишәккә шиғыр ятлатмаҡ. Күпме тел алдырҙы, күпме нервы туҙҙырҙы. Ғәлимә Мәрҙәновна, ҡаршыһында ултырыусы ошо түрәләргә дәресенең йөкмәткеһен һөйләп, аяҡ тибеп тә индерергә тырышты тегеләрҙең таш баштарына үҙенең тәрән эстәлекле мәғлүмәттәрен, ҡайҙа ул, лакировкалы туфлийының бейек үксәһе генә һынып төштө. Дә-ә. Наҙанға фекер әйтеп баҡтың ни – эт ҡойроғона ынйы-мәрйен таҡтың ни!
Бына шунан һуң педагог булып эшләгең килерме, юҡмы?!
Киткән уҡытыусылар урынына Франгиза Сәғитовна күсмә ҡоштар шикелле бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөүселәрҙе ҡабул итте.
– Былар беҙҙә лә оҙаҡ тормаҫтар, – тип ҡаршы төшөүселәрҙең ауыҙҙарын директор тиҙ япты:
– Бик мөмкин. Улар тәрән белемлеләр – универсалдар. Ҡайҙа ла үҙҙәрен ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Ете йорттоң телен бел, ете төрлө белем бел, тигән боронғолар. Кәрәкһә, ана, япон телен дә үҙебеҙ уҡымай тороп уҡыта алабыҙ, тиҙәр.
– Нормаһына килмәһә, формаһына килә, тип фекер йөрөттө яңы директор. Әйҙә, бесәй төкөрөгөнә лә тормаған дәрес бирһендәр. Миңә унан эҫе лә, һалҡын да түгел. Эйе, ни думбыра белмәгән, ни һыҙғыра белмәгән, ни башына ни ҡунған наҙан хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү күпкә еңелерәк ине уға.
Әле ҡасан ғына ҡырмыҫҡа иләүеләй гөрләп торған коллектив йоҡа тиренән ҡалды. Ата-әсәләр, уҡыусылар, үҙ балалары уҡыған уҡытыусылар араһында мәктәптә белем һәм тәрбиә кимәленең ныҡлап аҡһай башлауы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Был тәү сиратта етди предметтар иҫәбенә ингән математика, урыҫ теле, химия, физика кеүек фәндәрҙә сағылыш тапты. Уҡытыусыларҙың үҙ-ара эләгешеүе, эт-бесәй кеүек ырылдашып йәшәүҙәре, бер-береһе өҫтөнән шикәйәт яҙыуҙары, суд юлдары үҙ емештәрен көтмәгәндә, өйөрмәле дауылдай килтерҙе.
– Нишләп әле мин балаҡайымды – ғәзиз йәнемде күрәләтә белемһеҙ ҡалдырырға тейеш? Уға Илаһи көс тарафынан академик башы бирелгән, – тине социаль педагог Ҡәмәр Ҡыямовна тәнәфес ваҡытында, өс-дүрт коллегаһы араһында һүҙ ҡуйыртып. – Минең балам – вундеркинд, буласаҡ Ломоносов. Ул Мәскәү университетында уҡырға тейеш. Шулай икән, алдағы аҙнанан үҙен ҡала гимназияһына күсерәм. Йәшерен-батырын түгел: беҙ үҙебеҙ наҙан уҡытыусылар.
– Эйе, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, – тиеште эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар.
– Һин улыңды бирәһең икән, миңә лә ҡыҙымды ҡала мәктәбенә урынлаштырырға тура киләсәк. Улар бит бер класта икәүһе генә уҡый, – тип һүҙҙе ҡеүәтләп алды Мәстүрә Зиннәтовна. – Юҡһа, уҡытыусы халҡын үҙегеҙ беләһегеҙ: баштарыбыҙҙа ел уйнағас, дәрес буйы уҡыусынан һорау алабыҙ. Мин, ҡыҙҙар, һеҙгә асыҡтан-асыҡ әйтәм: бына ун биш йыл инде химия уҡытам. Дөрөҫөн генә әйткәндә, аҡса өсөн генә йөрөйөм. Заманында педучилищены нисек кәрәк шулай йыртышып тигәндәй тамамланым да ошо мәктәпкә килеп төпләндем. Ярты йыл самаһы һөнәрем буйынса башланғыс кластарҙа уҡыттым. «А» хәрефен өйрәтергә дворник та булдыра ала, тип директор урыныма анауы ҡарауылсы ҡылый күҙ кемде ҡуйҙы ла үҙемә химия дәрестәрен йөкмәтте. Ошо оло арауыҡ эсендә уҡытып, мин тик бер нәмәне аңламайым: ниңә ул фәнде тиктомалдан «органик» һәм «органик булмаған химия» тип икегә бүлделәр икән? Китаптан ентекләп ҡараштырып сыҡтым, әммә органик бүлегендә бер ниндәй ҙә органдарға тап килмәнем. Фекерләү даирәм киң булғанға, төрлөсә фараз ҡылам: тәртип һағында тороусы органдар түгелме икән, тип тә, әлеге лә баяғы, суд-прокуратураһы түгелме, тип тә уйлайым. Шунан кешенең үҙенә күсереп ҡарайым, уның организмы ла органдарҙан тора бит. Юҡ, үпкә, бауыр, бүтәкә тураһында ла бер нәмә лә әйтелмәгән.
– Кешенең бүтәкәһе ҡайһы ерендә була икән? Бер ҙә ишеткәнем юҡ, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
– Һүҙҙең тамыры «тәкә» лә баһа. Тимәк, ул орган – ир-аттарҙа ғына була торған нәмә. – Тел уҡытыусыһының әлеге фекере менән бөтәһе лә килешеп, баш ҡаҡты.
Ҡәмәр Ҡыямовна һүҙен дауам итте:
– Химия фәненең ошо органик бүлеге мәсьәләһендә икеләнеүемде мәғариф бүлегенән килгән методисҡа ла белдергәйнем, күҙҙәре маңлайына менде. Ярай, был турала мәғлүмәтте ҡайтыу менән тейешле органдарға еткерермен, тине. Еткерегеҙ, мәйтәм, исеме есеменә тап килһен. Бына ошолай итеп китап яҙған аңғыра ғалимдарҙың да хаталарын беҙгә төҙәтергә ҡала. Миндилиев яҙған, тиме шунда. Аҙ ғына хәреф танып, әлепте таяҡтан айырһалар, бөтәһе лә мин-минлектәренә баралар шул.
Ысынлап та, аҙна-ун көн эсендә, ҡапыл ғына өйөр-өйөр ҡоштар ерҙән айырылып осоп киткән шикелле, ике-өс уҡытыусының балалары ҡала мәктәптәренә урынлашып, шунда уҡырға кереште. Был хәбәрҙе техничка Зөбәйҙә Сәфәрғәлиева иртәнге сәй ваҡытында махмырҙан айныр-айнымаҫ, иңле-шәйле ултырыусы ҡартына һөйләп ишеттерҙе:
– Ана, күр, уҡытыусылар бөтәһе лә бала-сағаларын гимназияға урынлаштыра. Бынамын тигән өр-яңы интернаты бар, ти. Береһе лә Тәпәләп мәктәбенә ҡарап ятмаған. Ә беләһеңме ни өсөн?
– ..? – Ҡарты ҡулбашын һикертеп, елкәһен ҡашып ҡына ҡуйҙы.
– Бына шулай шул. Бер нәмә лә белмәйһең. Гимназияла ҡорһаҡты тултырғансы көнөнә биш тапҡыр ныҡлап ашаталар, ти. Торор ер – бушҡа. Уҡыу – бушҡа, ашау – бушҡа. Был бит ысынында – капитализм даръяһында теге беҙ теләгән коммунизм утрауы. Әле генә шунда тороп уҡыусы Әпәләй Таяғы ялға ҡайтҡан, ти. Һис танырлыҡ түгел, ти, үҙен. Таяҡ тимәҫһең, бүкәнгә әүерелгән. Әйҙә, уйлашайыҡ та беҙ ҙә ебәрәйек улыбыҙҙы ошо гимназияға. Исмаһам, ул да бүкән булыр.
Көпә-көндөҙ, йыл уртаһында мәктәптең тарала барыуы Франгиза Сәғитовнаны хафаға һалды. Быға тиклем йөҙ йыл буйы гөрләп торған учреждение ул етәксе булғас ҡына тарҡала башланы түгелме һуң?! Кисекмәҫтән төплө саралар күрергә кәрәк. Тәүҙә директор ата-әсәләр йыйылышында, унан педагогик советта көнүҙәк мәсьәләне күтәреп сығыш яһаны. Балаларының белем тураһындағы танытмаларын юллап килгән ата-әсәләрҙе ишектән кире борҙо. Ләкин ташҡын бер ҡуҙғалған икән, туҡтатырмын тимә. Ауыҙын күмәкләшеп яптылар.
– Беренсенән, закон беҙҙең яҡта, – тине Ҡәмәр Ҡыямовна. – Әгәр ҙә документтарҙы биреүҙән баш тартаһың икән, үҙең шикелле, эште судҡа тапшырасаҡбыҙ. Хәҙер суд юлдарында йөрөргә өйрәнеп бөттөк инде. Икенсенән, үҙең дә бит былтыр ике балаңды ла ҡала мәктәбенә урынлаштырҙың. Береһен – композитор, икенсеһен бизнесмен итеп үҫтерәм, тинең...
Төн йоҡоларынан яҙҙы Франгиза Сәғитовна. Мәктәптәге егерме һигеҙ баланың һигеҙе документтарын алды, дөрөҫөрәге, ата-әсәләре йыртышып алды. Ҡалғандар ҙа документ талап итә. Кемдәр әле – иң тәүҙә мәктәп хеҙмәткәрҙәре: ике ашнаҡсы, бер иҙән йыуыусы, дүрт уҡытыусы...
– Балаларығыҙҙы сит мәктәптәргә бирәһегеҙ икән, үҙегеҙҙе лә эштән ҡыуам. Был – ультиматум! – тип белдерҙе ул тегеләргә. Ләкин ағай-эненең мыйығы ла һелкенмәне.
– Үҙеңде эштән бушатҡан директорҙы ни рәүешле язаға тарттырғайның әле һин?! – тип ауыҙ йырып көлөштөләр. – Ҡара уны, һин дә директор! – Бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, төрттөрөп ҡуйҙылар.
– Уҡытыусыларҙың үҙ-ара талашҡанын ҡарап ултырһынмы ни беҙҙең сабыйҙар. Баламдың нервыһын ҡаҡшатыр хәлем юҡ. Кәрәкмәй беҙгә бындай мәктәп! – тине ата-әсәләр.
Көндәрҙән бер көндө инде ун биш уҡыусы менән тороп ҡалған Тәпәләп урта мәктәбенә район хакимиәте, мәғариф бүлеге етәкселәре килеп төштө.
– Ун биш балаға утыҙ хеҙмәткәр, әҙәм көлкөһө, – тип башланы сығышын мәғариф бүлеге мөдире. – Был хәл күрәләтә хөкүмәттең аҡсаһын һауып ятыу тип атала. Бер уҡыусыға – ике эшсе. Илебеҙ финанс көрсөгөнә килеп терәлгән бөгөнгө ауыр осорҙа сығымдар үҙҙәрен аҡламай.
Халыҡ түбәтәй аҫтын ҡашып торған арала, Франгиза Сәғитовна тороп һүҙ алды:
– Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдарҙа, илебеҙ ҡанға сәсәгәндә лә мәктәптәр ябылмаған, гөрләп эшләгән. Өҫтә ултырыусы шыма түрәләр, Березовский, Абрамович кеүектәр миллиард һумдарҙы үҙ кеҫәләренә үҙләштергәс, нишләп ил көрсөккә ҡалмаһын! Етмәһә, быйылғы йыл – Уҡытыусы йылы. Мәктәптең йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Нисек уны япмаҡ кәрәк?!
– Һүҙегеҙҙе бүләм, – тип район хакимиәтенән килгән вәкил өҫтәлгә ручка менән шаҡылдатты: – Һуғыш осоронда беҙҙәге система икенсе ине. Бөгөн капиталистик мөнәсәбәттәрҙә йәшәйбеҙ. Бөтәһен дә юғарынан ҡушалар. Мәктәпте ябыу мәсьәләһе оптимизация тип атала. Шуға күрә бәхәсләшеү, һүҙ көрәштереү был осраҡта урынһыҙ. Күҙгә бәреп әйтәм: Тәпәләп ауылының киләсәге юҡ, сөнки төп халыҡ – пенсионерҙар. Улар ашарын ашаған, йәшәрен – йәшәгән. Ә уҡыусыларҙың бөтәһен дә ҡала гимназияһына тапшырабыҙ. Өр-яңы автобус бар: килеп алыр, килтереп ҡуйыр.
– Ҡала менән ауыл араһындағы юлға асфальт түшәлмәгән, автобусыбыҙҙың яҙлы-көҙлө батып ултырыуы ихтимал.
– Асфальт та түшәлер, бөтәһе лә уйланылған, – тип ауыҙын япты вәкил ҡаршы һүҙ әйтеүсенең.
– Эшһеҙ халыҡҡа нисек көн күрергә?
– Эшкә урынлаштырыу бюроһына барып, эш табып биреүҙәрен һорап ғариза яҙырға кәрәк. Етмәһә, алты ай буйына эшләмәйенсә лә хеҙмәт хаҡығыҙҙы түләп барасаҡтар. Хатта пенсия өҫтөнә эшләгәндәргә лә өс ай буйы аҡса түләнәсәк.
– Һүҙ көрәштереү урынһыҙ, тинегеҙ... – Мәстүрә Зиннәтовна хакимиәт вәкиленә мөрәжәғәт итте, – ә ниңә ауылға килеп, беҙҙе йыйҙығыҙ һуң? Бикләргә ине мәктәпте өҫтән күрһәтмә биреп кенә...
– Нисек кенә булмаһын, мәктәптең киләсәк яҙмышын һеҙҙең менән бергә хәл итәбеҙ, – тип яуапланы вәкил, уңайһыҙланып, – Быйылғы йылда мәктәп яптырыу буйынса һеҙ – беренсе ҡарлуғастар. Алдағы йылдарҙа башҡа күп кенә белем биреү учреждениеларын да һеҙҙәге яҙмыш көтә.
– Баламды ҡала мәктәбенә уҡырға ебәрмәйенсә, өйҙә генә ятҡырһам, ни тиерһегеҙ? – Әлеге һорауҙы аранан бер педагог әсенеп бирҙе.
Йыйылған халыҡҡа бындай һорау көтөлмәгән кеүек тойолһа ла, мөдирҙең яуабы күптән әҙер ине:
– Теләйһегеҙ икән, балаларығыҙҙы итәк аҫтында аҫрағыҙ, уныһы – һеҙҙең ихтыярҙа. Бер кем ҡағылмаясаҡ. Әйтәм бит: ка-пи-тализм... Бында гел генә уҡытыусылар мәктәпте япмай ҡалдырыу хаҡында һүҙ алып баралар. Ә һеҙ, ата-әсәләр, уҡыусылар, ниңә өндәшмәйһегеҙ?
– Мөмкинме, уларға һүҙ бирер алдынан, миңә лә үҙ фекеремде әйтеп китергә?
– Итәғәтле йылмайып, һөйкөмлө йөҙлө йәш кенә ханым тороп баҫты. – Мин оҙон-оҙаҡ һөйләргә йыйынмайым. Һеҙгә гимназиябыҙҙың ҡайһы бер өҫтөн яҡтары тураһында ғына әйтеп китмәксемен. Конкретлаштырғанда, беҙҙә бөтә нәмә лә бушҡа. Миңә тиклемге һөйләүселәр аңлатҡанса: ашау ҙа, уҡыу ҙа, өр-яңы интернатта йәшәү ҙә – бөтәһен дә хөкүмәт күтәрә. Ашау-эсеүгә түләү шартлы рәүештә генә, күп тигәндә, айына биш-алты йөҙ һумдан артмай. Быларҙан тыш, йөҙөргә өйрәнеү өсөн бассейныбыҙ, стадионыбыҙ, заманса йыһазландырлыған спорт залдарыбыҙ бар. Айына ике тапҡыр уҡыусылар менән экскурсияға баш ҡалаға барабыҙ: циркка, драма, балет театрҙарына, музейҙарға, зоопаркка... Компьютер кластары, интерактив таҡталар тураһында әйтеп тә тормайым...
Шул арала яңыраҡ Президент ҡулынан «Әсәлек миҙалы» алып ҡайтҡан ханым урынынан ҡуҙғалмайынса ғына яңғыратып әйтеп ҡуйҙы:
– Биш баламды ла гимназияға бирәм. Бында ҡоро макарон кимергәнсе, унда әҙәм рәтле ашарҙар, исмаһам!
Уның фекерен башҡа ата-әсәләр ҙә ҡеүәтләп алды:
– Уҡытыусыларҙы зарплаталы итәм тип, баламды белемһеҙ ҡалдыраһым юҡ. Туғаным, бына, ғариза яҙҙым. Ал минекен дә. – Гимназия директорына ғаризалар ишелеп яуҙы.
– Тәпәләп мәктәбе менән талҡан бешереп булмай. Мин дә баламды гимназияға бирәм...
– Бына, күрҙегеҙме, братва! – тип тороп баҫты нәҙек муйынлы йылғыр малай.
– Футбол тибергә стадионы бар, ти, һыу инергә бассейны, кататься итергә автобусы. Тағы һеҙгә ни кәрәк?! Ожмах бит был. Ошо мәктәптә «икеле» алып, кәкшеп көн күргәнсе, әйҙәгеҙ, киттек! Кто за? – Ул нәҙек оҙон ҡулын өҫкә күтәреп, иптәштәренә ҡараны.
– Эйе, кто за? – тип уҡыусының фекерен ҡеүәтләп алды мәғариф бүлеге мөдире.
Ата-әсәләр һәм уҡыусылар гимназия өҫтөнлөгө өсөн дәррәү тауыш биреп, урындағы коллективты эшһеҙ ҡалдырҙылар, тулайымыраҡ әйткәндә, йөҙәр йыллыҡ тарихы булған Тәпәләп урта мәктәбенә ясин сыҡтылар. Хәйер, мәктәпкә генәме икән?!
Мәктәп ҡапҡаһына ат башы тиклем йоҙаҡ элеп ҡуйғас, унда илтеүсе һуҡмаҡҡа кеше эҙҙәре һыуынғас, ауылдың да тормошо тамырынан үҙгәрҙе...
Эйе, мәктәпһеҙ ауыл двигателһеҙ тороп ҡалған машина кеүек. Һәр көн шау-гөр килеп, күңелдәргә йылы нур сәсеп шатлыҡ бөркөүсе шаян бала-саға тауыштары тынып ҡалды. Урамдарҙа ығы-зығы, үҙ-ара һөйләшеүҙәр ҙә һиҙҙермәйенсә генә һирәгәйә барҙы. Бер яҡлап урындағы уҡыу йортоноң ябылыуы, икенсе яҡлап тарҡалған колхоз урынына, инде тиҫтәләгән йылдар үтһә лә, яңыса агротехник комплекс һалдырмау ауыл халҡының бәкәленә ҡаты һуҡты шул. Хеҙмәт йәшендәгеләр, айырыуса йәштәр, бөтәһе лә аптыраған көндән эш юллап төрлө тарафтарға таралышты. Йәштәрһеҙ ҡалған ауылда киске яҡта дәртле ҡурай моңдары ла ишетелмәҫ булды, ҡапҡа төптәрендә һыҙҙырып гармунда уйнаусы егеттәр ҙә юҡҡа сыҡты. Ошо көйҙәрҙе илһамланып тыңлаусы һылыуҡайҙарҙың: «Ҡыҙҙар, көй әрәм булмаһын, әйҙәгеҙ, йәһәт кенә бейергә төшәйексе», – тип, хуш еҫтәрен тирә-яҡҡа таратыусы аҡ сәскәгә төрөнгән ҡупшы муйыл ағасы эргәһендәге эскәмйәнән тороп, күбәләктәй осоп-осоп бейеп китеүҙәре инде бер күңелле һәм ҡабатланмаҫ төш кеүек булып ҡына ҡалды. Урам тултырып иртә-кисен көтөүгә йөрөүсе малдар һаны күҙгә күренеп кәмене. Улары ла, машиналарға тейәлешеп, ауылды ташлап киттеләр, тик хужалары кеүек йыраҡ тарафтарға түгел, ә район үҙәгенең ит комбинатына. Режим ҡаты, тиҙәр, унда: барып ҡапҡан һәүкәштәрҙең комбинат ҡапҡаһынан бығаса кире сыҡҡанын күргәнем юҡ. Хатта ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ла ҡайтармайҙар, ти.
Пенсионерҙарҙы өс юл сатына баҫтырҙылар. Тап әкиәттәгесә. Теләгән юлыңды һайлап ал, үҙ ихтыярыңда. Беренсе юлдың теге осонда пенсионерҙы үҙ аллы донъя көткән балалары ҡаршылай, йәғни улдары һәм ҡыҙҙары. Улар, ҡайһы тарафтарҙа йәшәһәләр ҙә, үҙ эргәләренә алып, ҡарттарға хәлдәренән килгәнсә тейешле тәрбиә күрһәтә. Былары – бик бәхетле ҡарттар. Икенсе юл да күңелгә һары май кеүек ята. Уныһы хәҙергә көндә күптәргә һуңғы таяныс булған ҡарттар йортона илтә. Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан, тип түшәмгә төкөрөп тик йәшәп ятаһың. Ә бына өсөнсө – һуңғы юлдың осо ауыл башында урынлашҡан мәңгелек йорт ҡапҡаһына барып тоташа. Ҡапҡа башына түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:
Иҫәндәрҙең ҡәҙерен беләйек,
Үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек.
Был ҡапҡа һәр кем өсөн, тәүлектең һәр мәлендә асыҡ. Һуңғы юл ҡолас йәйеп ҡаршылап торһа ла, ағай-эне, нишләптер, уны өнәп барманы. Шулай ҙа ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә, юҡ-юҡ та, дүрт-биш кеше әлеге ҡапҡаның ишектәрен шаҡып инергә өлгөрҙө.
Ауылда халыҡ бөткәс, ҡыҙыл таҫмалап тантаналы рәүештә асылған яңы мәҙәниәт һарайының кәрәге ҡалманы. Тиҙҙән кемдәрҙер ҡаланан килеп, уның ишегенә арҡыры таҡта ҡағып ҡуйҙы.
Почта, медпункт, ауыл хакимиәте менән нимә булды, тип ҡыҙыҡһынаһыңдыр, уҡыусым. Яуап бирәм. Ана теге двигателенән ҡолаҡ ҡаҡҡан машина менән беҙҙәге ойошмаларҙа, ғәҙәттә, нимә була? Дөрөҫ уйлайһығыҙ: уны ағай-эне тиҙ арала һүтеп, запчастҡа алып бөтә. Ауылдағы учреждение биналары ла тап шул рәүешле күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Армияһыҙ генерал булмаған шикелле, хакимиәт башлығы ла ҡойроғон күптән һыртҡа һалды.
Ҡышын бурап-бурап өйөлгән ҡар тауҙары яҙҙың ҡыҫҡа бер мәлендә ҡапылдан ғына ирей ҙә бөтә, юҡҡа сыға. Әммә алдағы ҡышта әлеге көмөш тауҙарҙың ҡабаттан ҡалҡып ултырыуында беҙҙең шигебеҙ юҡ, сөнки бөтәбеҙ ҙә йыл миҙгелдәренең ҡабатланып килеүен яҡшы беләбеҙ. Тик бына йөҙәр йыллыҡ данлы тарихы булған гүзәл Тәпәләп ауылының ғына көтмәгәндә ер йөҙөнән мәңгегә юҡҡа сығыуы йөрәкте тетрәндерә.
И-их, теге саҡ шаян ел төкөрөк менән уйнамаған булһа, мәктәп тә, ауыл да, ошо төкөрөккә йәбешеп, тарих төпкөлөнә осмаҫ ине!
Камил ФАЗЛЫЙ.