Саллы автобусы Бөгөлмә ҡалаһына етеп туҡтаны. Йәй уртаһы. Көн шундай матур. Асия Өфөгә тиклем билет алды. Поездға әле тағын бер сәғәт ваҡыт бар, ул ары-бире йөрөнөп вокзалды күҙәтте: эйе, егерме йыл элек бындай түгел ине был вокзал, сегән ояһы ине бер. Ә ул саҡта поезд иртә таңда килде, улар ярты көн Бөгөлмәнән Саллыға автобус көтөп ултырҙылар, шаҡ ҡатып сегән тормошон күҙәттеләр. Таш иҙәндә яҫтыҡ-түшәктәр, юрғандар, кеше аяҡ аҫты тип тормайҙар – аунап тәгәрәп йоҡлайҙар. Бер ваҡыт әллә ҡайҙан шыбыр-шыбыр эреле-ваҡлы балалар, олалар сығып ҡайнаша башланылар. Үҙ өйҙәрендәмени, залдың бер башынан икенсе башына ҡысҡырып һөйләшәләр.
Сегәндәрҙе Асия икенсе тапҡыр күрә. Ул әле бәләкәй саҡта бер сегән ҡатыны ҡунырға һорап инде. Әсәһе, бер ҡатлылығы менән, рөхсәт биреүе булды, сегәндәр өй эсенә, һарай эсе, һарай баштарына инеп тулдылар.... Икенсе көндө улар киткәс, ата ҡаҙ, ике тауыҡ менән әтәс тә юҡҡа сыҡҡаны беленде. Әсәһенең бик оҙаҡ телһеҙ ҡалып ултырғаны хәтердә. “И-и, мин бит уларҙы йәлләнем, бөтә булған запаҫты ашатып бөтөрҙөм, кеше түгелдәр икән...” тигән ине әсенеп.
Донъялар үҙгәрә, тормош бер урында тормай шул. Бөгөлмә вокзалы хәҙер матур, саф. Асия, поезға ултырғас, тирә-яғына ҡаранды: вагон әллә буш инде, анда-бында ғына кеше, күршеһе лә юҡ ахырыһы. Тәҙрә янына ултырып тағын үткән йылдарға, иҫтәлектәргә бирелде. "Осраша алырмы улар, осрашһа, нимә тип әйтер һуң, бер-береһен танырҙармы икән? "
Асия егерме йыл буйына күңеленән уның менән һөйләшеп, ике тормош менән йәшәне. Һәр көн, яңғыҙ ҡалдымы, ул уға үҙ тормошон һөйләне, егерме йыл буйына һөйләйһе һүҙҙәр күп йыйылған ине.
«Осрашҡас, мин һиңә барыһын-барыһын да һөйләрмен".
Ул саҡта Асия Өфөгә килде. Унда йәштәр, донъя гөрләй, күбеһе Мәскәүгә Олимпиада төҙөлөшөнә китәләр, гитара сиртәләр, йырлайҙар, шатланышалар, көлөшәләр – үҙе бер байрам. Тик ГЭС төҙөргә китеүселәр генә бер биш кеше йыйылды: ике башҡорт ҡыҙы, бер пар йәштәр, һәм бер яҡта бер үҙе аптырап баҫып тороусы Асия. Поездға инеп урынлашҡас, танышып киттеләр. Башҡорт ҡыҙҙарының икеһе лә Гүзәл исемле булып сыҡты, улар икеһенә дүрт сумаҙан күтәргәндәр, тағын әллә нимәләр. Асия аптырап ҡараны: нимә тейәнеләр микән былар, минең бер нимәм дә юҡ. Ул хатта ашарға ла алмаған булып сыҡты. Нисек кенә булмаһын, Бөгөлмәгә килеп еткәс, автобусҡа күсеп ултырҙылар, унан тағы ярты көн билдәһеҙ киләсәккә табан алга “елдерҙеләр". Ҡорһаҡлы кешегә юл ғазабы – гүр ғазабы, күңеле болғанып, саҡ килеп етте.
ГЭС тигәндәре ҙур бер ҡала булып сыҡты. Урынлаштырыу пунктына килгәндә ундағы йәштәрҙең күплеге аптыратты, бар донъя ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап тора. Кем ҡайҙа саба – күҙ эйәрмәй. Уларға ла сират етте, йәбештереүсе-буяусы итеп алдылар, ҡулға ҡағыҙ тоттороп, ятаҡҡа урынлашырға ебәрҙеләр. Асия ике көндә шул тиклем арыны, һағынды, башында көн дә бер уй булды: «Түҙә алмаһам, нишләрмен? «Тик тағын да нығыраҡ тешен ҡыҫты: «Мин түҙергә тейешмен....»
Ятаҡҡа килеп урынлашҡас, бүлмәләргә ебәрҙеләр. Йәшәйһе бүлмәне эҙләп тапты ла, ҡаршыһындағы ишектә йоҙроҡ һыйырлыҡ тишек күреп, аптырап ҡалды, унан аҡрын ғына эйелеп шул тишектән эскә күҙ һалды: “Әсәкәйгенәм, был нимә был!– илай яҙып. Иҫке тумбочка өҫтөндә электр плитәһе тора, өс карауат, эстә нимә бар – бөтәһе лә күренә. – Ҡайҙа эләктем мин, – тип, стена буйлап иҙәнгә шыуып төштө лә башына йәбеште. – Нисек йәшәрмен һуң мин бында йәш бала менән?"
Учалы комбинатының заманса йыһазланған яҡты ятағынан һуң, был ниндәйҙер ташландыҡ донъя кеүек тойолдо. Кис эштән ҡыҙҙар ҡайтты. Береһе – Башҡортостан татары, икенсеһе – Волгоград мәрйәһе. Инеү менән буш карауатта аптырап ултырған ябыҡ, бәләкәй буйлы ҡыҙҙы баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙеләр. «Һин ҡайҙан, кем булаһың?"– тип ҡыҙыҡһыныу, тынышыуҙар китте. Кисәге тормоштан айырылып, бөгөнгө яңы тормошҡа аяҡ баҫыуы, балалыҡтан сығып, оло тормошона күсеүен аңлап та еткермәй ине. Әле ике көн элек кенә янында әсәһе, һөйөклөһө, дуҫтары бар ине, тормош та башҡа, аңлайышлы ине кеүек. Ә хәҙер нишләргә? Нисек итеп яңы тормош башларға, нимәгә тотоноп ҡалырға, кемгә өмөтләнергә?...Әсәһенә нисек етинергә, юҡ, әсәһе кисермәйәсәк. Асияның йыраҡҡараҡ ҡасаһы килгән ине, бөтөн таныштарҙан, ә бигрәк тә уны һөймәгән мөхәббәтенән. Бына ҡаҫты, йыраҡмы, яҡынмы икәнен лә белмәй. Килеп ултырҙы иҙәнгә тейә яҙған тимер карауатка. Сәй ҡайнатырға сәйгүне, эсергә кружкаһы, тотоп ашарға ҡалаҡ, тәрилкәһе лә юҡ. Иҫәңгерәп ултырҙы-ултырҙы ла ҡаҡ карауатҡа ауып йоҡлап китте.
Уның менән килгән ҡыҙҙар икенсе көндө барып бригадаларға эшкә урынлашып ҡайттылар, тик Асия тороп улар менән бара алманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул уларға әллә ни кәрәк тә түгел ине. Ул көтөүгә эйәрә алмаған ғәрип бәпкә кеүек ине. Шулай ҙа, өсөнсө көнгә тороп ултырып, нишләптер, әллә үҙенең таушалған йөҙөнән ҡорһаҡлы икәнен белерҙәр тип ҡурҡтымы, бик ҡаты итеп буянды, биҙәнде. Уның әле бер ҡасан да төҙөлөш тә, буяусылар ҙа күргәне юҡ ине. Мастер уны бер бригадаға алып инеүгә, халыҡ бер аҙ тынып ҡарап торҙо, шунда аранан береһе:
– Эш кешеһенә оҡшамаған был, ошондай ҡыҙыл ирендәр менән кем төҙөлөштә эшләй тей, кәрәкмәй беҙгә бындай ҡурсаҡтар, – тип ҡысҡырҙы. Мастер ҙа уға, дөрөҫөрәге, уның ҡыҙыл ирендәренә текәлде. Асия ер тишегенә инерҙәй булды. Уға әле ни бары ун туғыҙ ғына – күҙҙәрен буяны, битенә крем һөрттө, тик иренен буяғаны юҡ ине, кәрәк бит...
– Ярай, улайһа, әйҙә икенсе бригадаға, тик “маймыл” иренеңде һөрт, ҡыҙый, – тине мастер бик тыныс ҡына. – Ҡурҡма, төҙөлөштә ҡатындар уҫал шул.
Икенсе бригада ла яңы килгән сыбыҡ кеүек ябыҡ ҡыҙға өҫтән аҫҡа ғына ҡараны, тағын йөрәге ҡурылып ҡуйҙы: бында тағын ҡайһыһы ҡысҡырыр икән?
– Гөлсинә апай, бына, бригадаға тағын бер яңы өйрәнсек, ал инде, Гүзәл бригадаһы икене алды, – ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына таныштырҙы ла, тағын ҡысҡырмағайлары тигән шикелле, тынып ҡалды мастер.
– Ярай һуң, алырбыҙ, – тине оло ғына йәштәге бригадир ҡатын. Үҙе:
– Маша, ана һиңә өйрәнсек, ал, өйрәт, – тип тыныс ҡына ултырған ҡырҡтар тирәһендәге апайға өндәште.
– Ярай һуң, өйрәтербеҙ...
Асияның йәненә йылы йүгерҙе. Бик ауыр булды уға бригадаға инеп китеү – уларҙың үҙ закондары. Тормошто, эште лә ниҙән башларға белмәгән, төҙөлөш тә күрмәгән Асияға иң кәрәге – бер йылы һүҙ ине.
Мастер менән русса һөйләшһәләр ҙә, эшкә өйрәтеүсе остазы Маша апай керәшен татары булып сыҡты. Асияның бәхетенә ярай әле ул осраны. Яҙмышта яңлышҡан, тормошта аҙашҡан, тәжрибәһеҙ йәш ҡыҙ балаға остаз ғына түгел, әсәләрсә ҡайғыртыусы ла булды. Төҙөлөштәге ауыр эш сыныҡтыра, бригада тәрбиәләй, уҫаллаштыра ла. Кешеләр – төрлө, телләр – төрлө. Бригадала ун һигеҙ татар кешеһе янында рус ҡатындары икәү генә эшләй ине, татарса аралашҡанды ишетһәләр, шундуҡ: «Нимә, гөр-гөр ултыраһығыҙ, уважение надо иметь!» – тип ҡысҡыралар. Асия эстән генә үҙ алдына һөйләште: «Нишләп әрләшәләр, нишләп үҙҙәре беҙҙең телде өйрәнмәйҙәр икән? Мин дә уларса яҡшы белмәйемдер, ә бит һәр ваҡыт уларса һөйләшәм. Ошо ике кеше үпкәләмәһен тип, ауылдарҙан килгән татар ҡыҙҙары ла телдәрен вата-емерә урыҫса һупалайҙар. Ярай әле Маша апайһы уныңса һөйләшә, икәүләшеп рәхәтләнеп серләшәләр"...
Бөтөнләй ят донъяға килеп ингән ҡыҙға, берҙән, нисек тә йыуаная барғанын йәшерегә кәрәк ине, былай ҙа яңы килгән кеше микроскоп күҙәтеүе аҫтында, ә бәпәй көткәнен дә белһәләр...Төшкө аш ваҡытында Асия күберәк берәр шкаф эсенә ҡасып ҡына ашарға тырышты. Сөнки булған аҡсаһын нисек тә еткерергә кәрәк ине: алаһы әйберҙәр бик күп. Шуға, ике телем икмәк ашай ҙа, ярты литр шәкәрһеҙ сәй эсә. Башҡалар сумкаларына тәмле-тәмле ризыҡтар тултырып киләләр ҙә өҫтәлгә йәйеп һалалар. Асияның, тамағы туймағас, хәле лә әллә ни юҡ шул. Бөгөн ана колер машинаһы килде, һикһән килолы ағас мискәләрҙәге шпаклевканы ике ҡыҙ күтәреп носилкаларға бушатырға, унан шуларҙы бишенсе ҡатҡа күтәреп менергә кәрәк. Асия носилкаға таҙа ғына бер ҡыҙ менән тотондо, икенсе ҡатҡа еткәндә күҙ алдары ҡараңғылана башланы, тик сер бирмәҫкә тырышты, өсөнсө ҡатта ял итергә туҡтанылар.
– Нимә, һин, шул саҡлы, ҡорһаҡлы ҡатындарҙай мышнайһың, көсөң етмәйме әллә? – Асияның башына ҡан йүгерҙе, ни әйтергә белмәй телһеҙ ҡалды: "Йә, Хоҙай, белһәләр, бригаданан ҡыуырҙар, декретҡа ла сыға алмай ҡайтып китерме? Түҙергә, ни генә булғанда ла бирешмәҫкә!”
– Әйҙә, күтәр, киттек, – тине Асия, ҡаушауын һиҙҙермәҫә тырышып. Ул да бит, һыйыр һауып, ҡырҡ литрлы флягалар ташып үҫкән: «Бирешмә, Асия, ебемә, кирегә юл юҡ!"
Хәҙер шул саҡтарҙы иҫенә төшөрә лә тетрәнеп ҡуя. Нисек түҙҙе? Нисек балаһы төшмәне? Беҙ ҡапсыҡта ятмай – беленде. Беленгәс, бөтәһе тағын көтөүҙәге ғәрип бәпкәгә ҡараған кеүек ҡаранылар. Кем меҫкен тип йәлләне, кем мыҫҡыл итеп өҫтән аҫҡа ҡараны. Эштә нисек тә көн үтә, ә ҡайтҡас, минут һайын Рифатын уйлап илай, һағыныуға түҙерлек түгел, ҡайтаһы, әсәһенең тәмле икмәкен, туҡмаслы ашын туйғансы ашайһы, унан, яратҡан мендәренә сумып, бер нимә уйламайынса, ятып йоҡлайһы килә. Килеп бер аҙна эшләгәс, туған яҡҡа хат яҙҙы, кире адресты яҙырға ултырғас ҡына үҙенең Яр Саллы ҡалаһына – КАМАЗ төҙөлөшөнә килеп эләккәнен аңланы. Юҡ, ул бында ҡалмаясаҡ, ҡасан да булһа тыуған яғына ҡайтып китәсәк, ә хәҙергә... түҙергә кәрәк.
ТАҒЫ ЛА уҡығыҙ: СӘҢГЕЛДӘК
ИСЕМЕҢДЕ ҺАЛЫРМЫН ЙЫРҘАРҒА
Рифаттан да хат килә торҙо: “Мин оҙаҡламай ял алам да киләм",– тип яҙҙы. Асия көттө, яратҡан кешегә шул тиклем ышанаһың икән: һәр бер һүҙе алтын хаҡына тора. Хат һайын: «Отпуск бирмәнеләр...»
Әсәһе: «Һағынаһыңдыр, бала, һағынғанды мәтрүшкә сәйе баҫа",– тип, кипкән мәтрүшкә, ҡаҡлаған һарыҡ ите менән мейестә бәрәңге телемләп киптереп, посылкалар һалды. Ул уны шундай һаҡлап ҡына, илай-илай ашаны. Их...
Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып
Тыңлар инем үлән үҫкәнен,
Тыңлар инем салғы тауыштарын,
Киске йылы елдәр иҫкәнен.
Асия эстән генә йыр башланы, тик күҙ йәштәре йыр һүҙҙәрен бүлеп, тамаҡ төбөнә төйөр булып ултырҙы. Һағыныу, көтөүҙән дә ғазаплы ни бар икән тағын, тип, мәтрүшкәле сәй менән күҙ йәштәрен бергә йотты. Кемгә бәхет килтерә был мөхәббәт тигәнең? Ғашиҡ булғанда һин бәхетлеме, әллә иләҫ-миләҫ йүләргә әйләһеңме? Тик бына хәҙер генә аңлайһың, таяҡ ике башлы шул: бер башында – берәү, икенсеһендә – әлегә бер ярым. Аһ, ул тилмереп көтөүҙәр... Ә бер көндө Рифаттан хат килде, ул унда:
«Буласаҡ ҡәйнәгә ҡунаҡҡа барҙым, ҡаты ҡунаҡ булғанмын, хатта йоҡлап ҡалғанмын",– тип яҙған. Рифат өйләнә??? Асияның күҙ алдары ҡараңғыланды, аңы томаланды, былай ҙа ана-бына өҙөләм тип торған сабырлыҡ ташлап ҡаҫтымы, тиҙ-тиҙ кейенде лә кибеткә сапты. Унан эре-эре таблеткалы тараҡан ағыуы һатып алып ҡайтты. Еҫе донъяға таралды, эсә алмағас, ул уны ашҡа һалып ашаны, баллы сәйгә һалып болғатып эсте. «Йәшәй алмайым, арыным",– тип, иҙәндә аунай-аунай иланы. Асия башта карауатына менеп ятты ла күҙен йомдо. «Эстә бала тулай, йән бирәбеҙҙер",– тип уйланы.
Юҡ шул, булманы, ҡыҙҙар ҡайтып инеп бүлмәләге һаҫыҡ еҫкә аптырап эҙләнә торгас, хәлде аңлап алып, уны карауаттан һөйрәп төшөрөп ҡоҫтора башланылар, күрше бүлмәнән медик ҡыҙҙар инделәр. Ятаҡ шулай шул инде, бер ғаилә кеүек йәшәй.
Кемдер һүкте, кемдер ауыҙына һөт һалды, тик ашығыс ярҙам саҡыртманылар, белһәләр, ултыртып та ҡуйырҙар тип, иртәнсәккә тиклем уның янында үҙҙәре ҡайнаштылар. Ике көн тартышып ҡоҫто. Тыуырға яҙған булһа, тыуа, йәшәргә яҙған булһа, йәшәһең икән. Үлә алмағас, нишләйһең, кире эшкә сығырға тура килде. Тараҡан ағыуының еҫе тағын бер аҙна эсенән килеп йөрөнө. Уның хәлен бер Маша апай ғына аңлай, борсола ине.
– Эй бала, ни эшләнең һин, яныңа яҡын килерлек түгел бит, тараҡан ағыуы еҫе аңҡып тора.– Маша апай оло йәштә булһа да серҙәре уртаҡ ине. Бер нисек тә ярҙам итә алмауҙан көйә ине ул. – Һин түҙ инде, түҙ, барыһы ла үтер, – тейеүҙән ары китә алманы, бригадалағы ҡайһы бер «аждаһа»ларҙан да рәнйетергә бирмәне.
Көҙ етте, еңел эшкә: баҫыуға сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә йолҡорға ебәрҙеләр. Инде беренсе ҡар төшкән, ер ҙә туңа башлаған. Баҫыуҙа тубыҡтан һаҙ, өҫтән ҡарлы ямғыр яуа, аяҡта резина итек – ҡул-аяҡтар өшөп-ҡурылып ҡата. Ҙур-ҙур сөгөлдөрҙәрҙе трактор арбаһына ташлау ҙа еңел түгел. Бер көндө тракторсы, ергә һикереп төштө лә асыуланып ҡысҡырҙы:
– Нишләп йөрөйһөң бында, ауыҙыңа еткән ҡорһағың менән? Бар, ҡайтып кит!
– Ағай, мине бында эштән «легкий труд»ҡа ебәрҙеләр бит, нисек китәйем...
– Йә, Аллам, бында ниндәй еңел эш булһын ти, еңел булһа, бөтөн кантур бында булыр ине, ҡасан бөтөр был ерҙә ахмаҡлыҡ? – тип һөйләнә-һөйләнә тракторына менеп ултырҙы, тик оҙаҡ тормай яңынан төштө.
– Әйҙә, кабинаға менеп ултыр, әйҙә-әйҙә, – тип этеп тейерлек кабинаға ултыртты, һәм үҙе лә уның янына менеп ултырҙы. Термос алып кружкаға ҡайнар сәй ҡойҙо. – Мә, эс, эсеңә йылы инһен.– Сәйҙән тәмле алма, ҡара емеш еҫтәре таралды. Ҡаҙ тәпәйе кеүек ҡып-ҡыҙыл булып ҡатҡан ҡулдарын кружкаға һуҙҙы. Уны шулай йәлләүсе булыуҙанмы, күңеле тулып, епшеп китте: ике күҙ йәше эсә торған сәйенә шып итеп тамды.
– Эй, бала-бала, конторға бар ҙа әйт, эшләй алмайым тигән, һалҡын тейҙрәһең бит, – тине ағай атайҙарса борсолоп. – Асия йәшле күҙҙәрен тракторчы ағайсына күтәрде.
– Рәхмәт, ағай, сәйең бик тәмле. Миңә тағын бер ай түҙергә кәрәк, унан декретҡа китәм.
– Ниндәй бер ай тей ул, һинең ирең урынында булһам, бер аҙым да өйҙән сығармаҫ инем. Үҙҙәре бала ғына, бала табалар... Үҙеңде һаҡларға кәрәк!
Асия тракторҙан төшөп эшенә тотондо. Эйе, ирең булһа, шулай булыр ине лә бит, юҡ шул, тип, үҙ алдына һөйләнде, күҙ йәштәрен ямғыр йыуа торҙо. Асия көн дә лысма һыу булып ҡайта ла йығыла. Бүлмәлә электр плитәһе бөтөнөһөнә берәү, һәр кем үҙенә айырым ашарға бешерә, уның кәстрүленә сират еткәнсе ул инде арып йоҡлап та китә...
Декретка тиклем бер ай һаҙ йырҙы, түҙҙе. «Эйе, был – уның хатаһы, был – уның яҙмышы. Ул бит килеште яҙмышы менән, бүтәнде көтмәй ҙә буғай...Инде был донъянан китә алмағас, йәшәргә кәрәк. Малай тыуһын, атаһына оҡшаһын, ул уны бер кем менән дә бүлешмәйәсәк, туйғансы үҙе генә яратасаҡ".
Шулай да – көттө, бөтөнләйгә түгел, хәлен белергә булһа да килеп китер, бәлки ярҙам итер, бәпәйҙе больницанан алып сығырға ла бер нимә лә әҙерләнмәгән. Заманаһы шундай: кибеттә алыр әйбер юҡ. Өйрәнсектең аҡсаһы– етмеш алты һум. Шулай ҙа, көн дә кибет юлын тапай торғас, әйберҙәр тупланы аҙыраҡ. Рифат аҡса һалманы. Үҙенең яраҡлы бер кейеме дә ҡалманы – бәләкәй буйына – тау саҡлы ҡорһаҡ. Әсәһе ебәргән пальтоһының өҫтәге ике төймәсен генә эләктереп була ине. Билдәле инде, әсәһе был хәлдәрҙе белмәне. Көндәр буйы башында ҡайнаған уйларҙан арыныр өсөн йоҡо менән ҡотолмаҡсы булды Асия – ашарға ла барлы-юҡлы, башын төрҙө лә йоҡларға тырышты.
Рифаттан хаттар килә. Һәр ваҡыттағыса: “ана-бына киләм, әлегә аҡса юҡ...” тип яҙа. Ул алдар тип башына ла килмәне. Ятаҡтың коридорҙары ҡараңғы шуға күрә, аяҡ тауыштары ишетелһә, ишеккә ҡарап тынһыҙ ҡатып ҡала: килгәндер ишекте таба алмай йөрөйҙөр, бына хәҙер килеп уның ишеген ҡағыр, тик... аяҡ тауышы уларҙың ишеген үтеп китә. Асия, көскә тын ала ла, көскә барып урынына йығыла, йә шунда ишек төбөнә ултыра ла тауышын сығармай ғына үкһеп илай. Һай, ауыр ҙа һуң көтөүҙәре, ошо бер нисәмә секунд уның бар көсөн, хәлен ала ине. Уйланыуҙан башы сыҡмай: «Килеп инһә, танымаҫ та инде, йәй сығып киткән ябыҡ, ҡыҫҡа сәсле бала-саға түгел инде. Уның ҡарауы, һипкелдәре әллә ҡайҙа ҡасып бөттө, юғиһә, ул шундай һипкелле ине бит".
Үҫмер сағынан бер ҡыҙык хәл иҫенә килеп төштө. «Бәләкәй сағынан ферманан ҡайтып инмәне – “һыйыр сире ҡағылған”– фермаға сығып китә ине лә әсәһенә, башҡа һауынсыларға ла һыйыр һауышып ҡайта ине. Шуғалыр, бишенсене бөтөрөүгә, каникулдың беренсе көнөндә үк бригадир килеп инде: «Әйҙә, туғаным, Рәмзия апайыңдың һыйырҙарын һауып тор әле, подменныйҙар юҡ, дояркаларҙы ялға ебәрергә кәрәк",– тип һорағас, шатланып риза булды. Етенсе клаҫты бөткәс, уны бригада менән Уралға уҡ ебәрҙеләр. Урыҫ ауылына урынлаштырҙылар: бөтөн бригадалары менән бер ҡарсыҡҡа фатирға индерҙеләр. Йәшлек бит, кисен йыйылышып клубка, киноға, шунда урыҫ егеттәрен дә ҡарарға сыҡтылар. Асия ла, сәсен икенән аҡ бантиклап үреп, үҙенсә ҙур ҡыҙ булып, клубка килде. Инеүгә, үҙенә ҡарап торған бөҙрә сәсле егеткә бер ҡарап: күрсе, Пушкин, тип уйлап ҡуйҙы. Бер нисә көн шулай ситтән бер-береһен күҙәттеләр. Ә бер көндө көтөлмәгән хәл булды. Һөт менән битте юсаң, һипкел бөтә, тигәнде ишеткәне бар. Көн дә иртән, кис һыйырҙы һауа ла, һауып бөткәс, һуңғы ҡуйы тамсыларын усына һауып битенә һөртә, һауым бөткәндә бите бериле ҡаймаҡҡа ҡата, етмәһә, тиреңде тарттырып ялтыратып ҡуя.
Шулай һыйыр һауып ултырғанда, берәү: «Здрасти!"– тине. Асия күтәрелеп ҡараны ла телһеҙ ҡалды, ҡаршыһында «Пушкин» баҫып тора! Ул нимәлер һөйләй, Асияның башына бер нимә һыймай, бер нимә аңламай һыйыр аҫтында ултыра бирә. Өс тинлек руссаһын да онотто. Көскә зиһенен йыйҙы. Ул да булһа, егеттәр ике “матай” менән уларҙы алырға килгәндәр икән, сөнки йәйләү ауылдан ун саҡырым ситтә ята ине. Асия үҙенсә: «Нельзя, Хәмзә ағай ругается",– тип аңлатты. Ә ул һаман йылмайып уға ҡарап тора бирҙе. Хәмзә ағай рөхсәт итте. Беренсе тапҡыр (!) егеттәр менән матайғга ултырып ҡайтып киттеләр.
Юлда ҡайтҡанда «кәзә матай»ының алғы оҙон көҙгөһөнә күҙе төштө: көҙгөнән уға «Пушкин» йылмая, әҙрәк үрелеп ҡараһа... үҙен күреп, бер секундҡа саҡ һушын юғалтманы: бите ап-аҡ, онҡа төшкән сысҡан кеүек, ҡаш-керпектәр төрлөһө төрлө яҡҡа таралып йәбешеп ҡатҡандар, хатта маңлай сәстәре лә анда-бында йәбешеп шаҡылдап ҡатып, битте ялтыратып тарттырған, әйтерһең япон гейшаһы. Асия, семетеп кенә тотоноп ултырған еренән, «Пушкин"дың биленән ҡыҫып ҡосаҡланы ла башын уның артына йәшерҙе. Әллә уныһы бик тулҡынланып китте көтөлмәгән хәлдән, китте «Кәзә матай» уйнаҡлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа, саҡ ауманылар – көскә тыйып алды егет. Хәҙер уйлай ҙа көлөп ҡуя: ҡояш нурҙары ул саҡлы ҡуйы һөт ҡатламын үтеп инә алмағандыр, ә бына хәҙер ҡайҙалыр үҙҙәре үк юҡҡа сыҡтылар. Йылдар-йылдар, йәшлекте генә түгел мәңге бөтмәҫ һипкелде лә алып китәләр икән шул... "
Зифа ҠАДИРОВА.